Вәлиев Ғәҙел Камил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлиев Ғәҙел Камил улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 РСФСР
 Рәсәй
Тыуған көнө 22 март 1947({{padleft:1947|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (77 йәш)
Тыуған урыны Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Зәйет, Күнтәй, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө филология
Эш урыны Силәбе дәүләт университеты
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
Мәскәү дәүләт педагогия университеты
Ғилми исеме доцент[d]
Ғилми дәрәжә филология фәндәре кандидаты[d]

Вәлиев Ғәҙел Камил улы (22 март 1947 йыл) — тел белгесе, филология фәндәре кандидаты, доцент, Халыҡ-ара төрөк академияһының мөхбир ағзаһы (1997)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәҙел Камил улы Вәлиев 1947 йылдың 22 мартында Башҡорт АССР-ының Белорет районы Әзекәй ауылында тыуған.

Белорет педагогия училищеһы һәм армия хеҙмәтенән һуң[2] 1974 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын, 1981 йылда В. И. Ленин исемендәге Мәскәү дәүләт педагогия институтында аспирантураны тамамлаған.

1974—78 йылдарҙа Бөрө дәүләт педагогия институтының рус теле кафедраһы уҡытыусыһы, 1982—88 йылдарҙа сит телдәр кафедраһы деканы.

1988—1992 йылдарҙа Силәбе дәүләт университетында рус теле кафедраһы доценты. 1992 йылда дөйөм һәм төрөк филологияһы кафедраһын ойоштора һәм уны етәкләй. Рәсәйҙә беренсе булып милли-территориаль берәмек сиктәренән тыш РФ халыҡтарының телдәрен уҡытыуҙы ойоштора. 1991 йылда Силәбе дәүләт университетында Вәлиев етәкселегендә башҡорт-урыҫ бүлеге эшләй (хәҙер көнсығыш филологияһы бүлеге), ул башҡорт һәм рус филологияһы, ғәрәп һәм төрөк телдәре буйынса белгестәр әҙерләй. Күп кенә сығарылыш уҡыусылары Евразия һәм Көнсығыш факультеттарында (Силәбе дәүләт университеты) уҡытыусы булып эшләй[3].

Вәлиев күп йылдар студенттарҙың төҙөлөш отрядтары хәрәкәтен етәкләй. Силәбе өлкәһе башҡорттарының Ҡоролтай башҡарма комитеты ағзаһы (1993 йылдан), Халыҡ-ара төрөк конгресы бүлеген (1996), Халыҡ-ара төрөк академияһын (1997) ойоштороусыларының береһе. Силәбе өлкәһе губернаторы ҡарамағындағы рус теле буйынса совет ағзаһы (1998 йылдан), Рәсәй Федерацияһы классик университеттарының уҡытыу-методик бүлегенең филология буйынса ғилми-методик совет ағзаһы (2000 йылдан), Силәбе өлкәһе тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми советы ағзаһы (2007 йылдан), «Вестник Чел ГУ. Серия Филология» (1996 йылдан), «Ватандаш» (Өфө, 1998 йылдан) журналының мөхәрририәт советы һәм редколлегияһы ағзаһы. 1992 йылдан туған теленән олимпиадалар үткәреү буйынса Силәбе мәғариф хеҙмәткәрҙәренең белемен күтәреү институтында (башҡорт һәм татар телдәре буйынса), туған тел буйынса «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында жюри ағзаһы.

Фонология һәм һинд-европа һәм төрки телдәр тарихы, тел контакттары һәм боронғо рус ҡомартҡыларының текстологияһы, Көньяҡ Урал халыҡтарының тарихы, этнографияһы һәм мәҙәниәте буйынса 200-ҙән ашыу ғилми эш, «Силәбе» һәм «Силәбе өлкәһе» энциклопедияларында мәҡәләләр авторы[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • РФ почетлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007)[2];
  • СССР Ауыл хужалығы министрлығының социалистик ярыш отличнигы (1977);
  • Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1997, 2002);
  • Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы (1997);
  • Силәбе өлкәһе губернаторының Почет грамоталары (2002, 2006);
  • Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышының Рәхмәт хаттары (2001, 2007),
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Рәхмәт хаттары[3];
  • Башҡорттарҙың Бөтә донъя Ҡоролтайының «Ал да сәс нур халҡыңа» миҙалы (2015).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Валеев Гадель Камилович
  2. 2,0 2,1 Валеев Г. К.
  3. 3,0 3,1 [1]"Энциклопедия «Челябинск»"

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]