Эстәлеккә күсергә

Нефтекама епархияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Нефтекама епархияһы
Урыҫ православие сиркәүе
Апостолдар Петр һәм Павел кафедраль соборы
Общие сведения
Ил

Рәсәй

Митрополия

Башҡортостан

Епархия үҙәге

Нефтекама

Нигеҙләнгән

2011 йылдың 27 декабре

Халҡы

670000

Управление
Идара итеүсе архиерей

Епископ Нефтекама һәм Октябрьск Амвросий (Мунтяну) 2012 йылдың 4 мартынан)

Кафедра храмы

Изге апостолдар Петр һәм Павел соборы (Нефтекама)

Икенсе кафедра храмы

Изге Троицк соборы, Бөрө ҡалаһы

Статистика
Диндарҙар

5

Мәхәлләләр

121

Монастырҙар

4

Дин әһелдәре

80

Сайт

nefeparhia.ru

Карта

Нефтекама епархияһы — Башҡортостан Республикаһының Асҡын, Баҡалы, Балтас, Бәләбәй, Балаҡатай, Бөрө, Благовар, Бүздәк, Борай, Дыуан, Дүртөйлө, Йәрмәкәй, Илеш, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Ҡыйғы, Краснокама, Мәсетле, Мишкә, Нуриман, Салауат, Тәтешле, Туймазы, Саҡмағош, Шаран һәм Яңауыл райондары административ сиктәрендә ойошторолған Урыҫ православие сиркәүенең епархияһы. Башҡортостан митрополияһы составына инә[1].

Епархия идарасыһы — епископ Амвросий (Мунтяну) (2012 йылдың 4 мартынан алып)

Урыҫ православие сиркәүе Изге Синодының 2011 йылдың 27 декабрҙәге ҡарарына ярашлы Өфө епархияһынан ҡайһы бер өлөштәре айырып алыу юлы менән ойошторолған[2]. Рәсми рәүештә Башҡортостан митрополияһы составына индерелгән.

Башта Нефтекама епархияһының епархиаль архиерейы «Нефтекама һәм Бәләбәй» титулына эйә була.

2012 йылдың 4 октябрендә Изге Синод ҡарарына ярашлы хакимлыҡ иткән архиерейҙың титулы «Нефтекама һәм Бөрө» титулына үҙгәртелде[3]. 2017 йылдың 29 июлендә Санкт-Петербургта Мәскәү һәм бөтә Русь Изгеләрҙән-изге Патриархы Кирилл рәйеслеге аҫтында Урыҫ Православие Сиркәүе Изге Синодының сираттағы ултырышы үтте. Ултырышта Нефтекама епархияһында Хакимлыҡ иткән архиерейға «Нефтекама һәм Бөрө» титул йөрөтөргә тигән ҡарар сығарылды.

  • Никон (Васюков) (27 декабря 2011 — 4 марта 2012) временный управляющий
  • Амвросий (Мунтяну) (4 марта 2012 — 30 мая 2019)
  • Никон (Васюков) (с 30 мая 2019 года) временный управляющий
  • Смоленск (Буғабаш) Божья матерь иконаһы хөрмәтенә монастырь (ҡатын-ҡыҙҙар; Баҡалы районы, Буғабаш ауылы
  • Богородица-Тихвин Монастыры (ҡатын-ҡыҙҙар; Бәләбәй районы, Приютово ҡасабаһы)
  • Пәйғәмбәр Илия скиты (Бәләбәй районы, Парафеевка ауылы)
  • Пәйғәмбәр Илия монастырының Изге Георгий скиты (Дыуан районы, Йыланыш ауылы)
  • Пәйғәмбәр Илия ирҙәр монастыры (Дыуан районы, Мәсәғут ауылы)
  • Пәйғәмбәр Илия ирҙәр монастырының Иоанн-Богословск скиты (Дыуан районы, Мәсәғут ауылы)[4]
  • Бөрө Изге Троицк монастыры (ҡатын-ҡыҙҙар)[5]