Эстәлеккә күсергә

Нәби (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Нәби — башҡорт ир-ат исеме, башҡа төрки халыҡтарҙа ла осрай.

Нәби исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән үҙләштерелгән, тәңре кешеһе; пәйғәмбәр; илсе тигәнде аңлата[1]

Ахунйәнов Нәби Вәлиәхмәт улы(1903 йыл Башҡортостан Республикаһы Бүздәк районы) — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия өлкән сержанты, гвардия лейтенанты, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры[2][3].

Нәбиев Вәли Нәби улы (31 ғинуар 1916 йыл — 6 март 2000 йыл) — Хәсән күле буйындағы алыштарҙа ҡатнашыусы, Бөйөк Ватан һуғышы яугире, 16-сы гвардия Чернигов кавалерия дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы, гвардия старшинаһы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (29 октябрь 1963 йыл) — Рәсәй иҡтисадсыһы һәм дәүләт эшмәкәре, 2013 йылдың 24 июненән Рәсәй Үҙәк Банкы Рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы.

Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы(3 апрель 1914 йыл25 декабрь 1982 йыл) — СССР-ҙың дәүләт һәм хужалыҡ эшмәкәре. 19391947 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, 19511962 йылдарҙа Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 4-се һәм 5-се саҡырылыш Юғары Советы, БАССР-ҙың 1‑се, 3-сө, 4-се, 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Ленин (1957), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1944, 1966) ордены кавалеры.

Нәбиуллина Фәниә Мәжит ҡыҙы (1941 йыл — ноябрь, 2020 йыл) — Өфө насар күреүселәр йәмғиәте сәнәғәт уҡыу предприятиеһының генераль директоры урынбаҫары, әүҙем йәмәғәтсе.

Нәбиуллин Рәфил Рауил улы (23 ғинуар 1952 йыл — 18 сентябрь 2002 йыл) — Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры, Рәсәйҙең атҡаҙанған (2000) һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы(1989).

Нәби (рус. Набиево; икенсе атамалары Ҡуян; Байҡаш) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районындағы ауыл.

Нәби́ (ғәр. نبي‎ — Пәйғәмбәр‎, күпл. әнбийә', нәбийун) — Исламда — бәндәләренә дин хөкөмдәре: (вәхи) өйрәтеү өсөн Аллаһы Тәғәлә тарафынан махсус ебәрелгән кешеләр [4].


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ