Эстәлеккә күсергә

Рәхим (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Рәхим — башҡорт ир-ат исеме.

Рәхим исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Әр-Рахиим الرَّحِيمُ — Аллаһ Тәғәләнең исеменән алынған. Мәғәнәһе: рәхимле, шәфҡәтле. Үҙенә ышанғандарға, Үҙенә бойһонғандарға шәфҡәт күрһәтеүсе[1]. Аллаһтың был исемен йыш, йәғни һәр намаҙҙан һуң йөҙ мәртәбә уҡыу хәтерҙе яҡшырта, иғтибарҙы арттыра, күңелде сафландыра, насар сифаттарҙан арындыра.

Ибраһимов Рәхим Кирәй улы (15 август 1904 йыл — 20 декабрь 1971 йыл) — Башҡортостандың дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, 1937—1946 йылдарҙа БАССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты һәм БАССР Юғары Советы Президиумы (1938 йылдан) Рәйесе. СССР-ҙың, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың 1-се һәм 2-се саҡырылыш Юғары Советтары депутаты. Ленин (1944), Ҡыҙыл Йондоҙ (1936) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.

Ишбулатов Рәхим Усман улы (7 апрель 1911 йыл — 18 июнь 1967 йыл) — рәссам, 1939 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1961).

Аҡъюлов Рәхим Вәлиулла улы (рус. Акюлов Рахим Валиуллович; 1906- ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 313-сө кавалерия полкында пулемёт эскадроны пулемётсыһы. Ҡыҙылармеец.

Рәхим Фәтих улы Ильясов (1946 йыл — 1982 йыл) — башҡорт фольклорсы ғалимы.

Абдрахманов Рәхим Абдрахман улы (рус. Абдрахманов Рахим Абдрахманович) (1900 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкының гвардия рядовойы, ездовой. Гвардия ҡыҙылармеецы. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән билдәләнгән.

Зарипов Рәхим Закир улы (16 март 1908 йыл — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия лейтенанты

Мерәсев Рәхим Зәки улы (14 ғинуар 1940 йыл) — тел белгесе, юғары мәктәп эшмәкәре. 1963 йылдан (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1970—1975, 1978—1983 һәм 1990—1998 йылдарҙа немец филологияһы кафедраһы мөдире, 1992 йылдан — роман-герман филологияһы факультеты деканы. Филология фәндәре докторы (1991), профессор (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1993), Рәсәй Федерацияһы юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2000). II дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2006).

Рәхимов Камил Йософ улы (1900 йыл — 1978 йыл) — башҡорт композиторы, фольклорсы.

Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы (1934 йыл) — Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (1993—2010).

Рәхимов Ришат Рәшит улы (1953 йыл) — ҡурайсы, педагог, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).

Рәхимов Таһир Тимерхан улы (1953 йыл) — актёр, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007).

Рәхимов Урал Мортаза улы (1961 йыл) — «Башнефть» йәмғиәтенең элекке генераль директоры.

Рәхимов Әхмәт Зәки улы (1934 йыл) — психолог, педагог. Психология фәндәре докторы (1993), профессор (1995).

Рәхимова Венера Тимерхан ҡыҙы (1946 йыл) — Ҡурсаҡ театры актёры, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1985).

Әр-Рәхим мәсете (рус. Мечеть Ар-Рахим, татар. Әр-Рәхим мәчете) — Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә Салауат Юлаев проспекты һәм Коммунистик урамы киҫелешендә төҙөлөүсе йәмиғ мәсете.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ