Эстәлеккә күсергә

Иҫке Ҡорос

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Старокуручево битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Старокуручево
башҡ. Иҫке Ҡорос
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Баҡалы

Ауыл биләмәһе

Иҫке Ҡорос ауыл Советы

Координаталар

55°08′14″ с. ш. 54°03′46″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Маннапов Илфаҡ Мөсәлим улы

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1684

Элекке исеме

Куруч(с)ево, Куручева

Халҡы

1478[1] кеше (2010)

Конфессиональ составы

хәнәфи мәҙһабы сөнни мосолмандар

Этнохороним

иҫке ҡоростар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Телефон коды

+7 34742

Почта индексы

452654

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 207 849 001

ОКТМО коды

80 607 449 101

ГКГН номеры

0520797

Рәсми сайт

stkursosh.ucoz.com

Старокуручево (Рәсәй)
Старокуручево
Старокуручево
Иҫке Ҡорос (Башҡортостан Республикаһы)
Старокуручево

Иҫке Ҡорос (рус. Старокуручево) — Башҡортостан Республикаһының Баҡалы районындағы ауыл. Иҫке Ҡорос ауыл Советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 1478 кеше[2]. Почта индексы — 452654, ОКАТО коды — 80207849001.

Иҫке Ҡорос ауылы Сөн йылғаһы бассейнына ҡараған Маты йылғаһы буйында урынлашҡан. Район үҙәге Баҡалынан көньяҡ-көнығышҡа 19, Туймазы тимер юл станцияһынан төньяҡ-көнсығышҡа 94 километрҙа урынлашҡан. Башҡорттар, татарҙар йәшәй[4].

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һалған. 1684 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында яһаҡлы татарҙар килеп ултыра, улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә. Ул осорҙа ауыл Ҡорос исеме менән билдәле булған.

Хәҙерге Баҡалы районының бөтә ауылдары төрлө ваҡытта ҡырғыҙ, биләр һәм йылан башҡорт ырыуҙарының аҫаба ерҙәрендә барлыҡҡа килгән. 1795 йылда 315 кеше, 1865 йылда 240 йортта — 1373 кеше йәшәгән. 1899 йылда Иҫке Ҡорос ихаталарының һаны (улар бөтәһе 396) буйынса Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙендә беренсе урындарҙы биләй.

Игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Ҡорос ауылында улус идараһы урынлашҡан, бер мәсет, 3 училище, 2 һыу тирмәне булған.

1906 йылда ауылда улус идараһы урынлашҡан, 2 мәсет, урыҫ-башҡорт министрлыҡ мәктәбе, мәҙрәсә, тимерлек, 4 һыу тирмәне, 7 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. XX быуат башында Яңы Ҡорос бүлендек ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, элгәрге ауыл хәҙергесә Иҫке Ҡорос тип атала башлай. 1899 йылда Иҫке Ҡорос ихаталарының һаны (бөтәһе 396) буйынса Өфө губернаһының Бәләбәй өйәҙендә беренсе урындарҙы биләй[5].

1899 йылға ҡарата Ҡорос улусының дөйөм характеристикаһы: «Бөтә улус буйынса ер биләү община формаһына ҡайтып ҡала. Баҫыусылыҡ системаһы өс баҫыулы. Ерҙәр рәүиз йәне башына бирелә. Биләмәләрҙәге үҙгәрештәр түбәндәге һыҙаттарҙа сағылыш таба: һөрөнтө ерҙәр - 15 общинала урмандар иҫәбенә, көтөүлектәр иҫәбенә - 4 общинала, болондар иҫәбенә - 7 общинала, йорт-ҡаралты 2 общинала сабынлыҡтар иҫәбенә артҡан. 9 община баҫыуҙарында ярҙары ҡыуаҡлыҡ һәм үлән менән ҡапланған йырындар бар, бер общинала яҙғы һыуҙар арҡаһында йырындар ҙурайған. Баҫыуҙарҙың бер өлөшө һабандар, бер өлөшө һуҡа менән эшкәртелә. Һуҡалар эш малының кәмеүенә бәйле индерелә. Камиллаштырылған ҡоралдарҙан бөтә улусҡа 41 елгәргес бар. Бөтә ауылдарҙа ла башлыса үҙҙәрен тәьмин итеү маҡсатында картуф сәселә. Малдар ғәҙәти тәртиптә бөтә баҫыуҙарҙа ла үлән утлай. Улус халҡының күпселеге ылаусылыҡ кәсебе менән шөғөлләнә. Ҡороста ылауға ялланыу хаҡы — 70 саҡрымға 30 бот йөк илтеү 2 һум тәшкил иткән. Игенселеккә инмәгән башҡа халыҡ шөғөлдәре теркәлмәгән». [6][7]

Иҫке Ҡорос ауылында ҡырғыҙ башҡорттары тоҡомдары йәшәй.

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 2275
1920 йыл 26 август 2363
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 2367
1959 йыл 15 ғинуар 1808
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 1753
2002 йыл 9 октябрь 1629
2010 йыл 14 октябрь 1478 702 776 47,5 52,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре: башҡорттар (28%), татарҙар (69%)[8].

Иҫке Ҡорос — «Ҡорос» Асыҡ Акционерҙар Йәмғәиәтенең үҙәк усадьбаһы. Иҫке Ҡорос урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, табип амбулаторияһы, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[9].

Боронғо Иҫке Ҡороста Шөпшә, Балсыҡлы урамдары булған

  • Алмантай урамы (рус.  Алмантаево (улица)
  • Балсыҡлы урам (рус.  Балчиклинская (улица)
  • Башҡорт урамы — (рус.  Башкирская (улица)
  • Дуҫлыҡ урамы — (рус.  Дружбы (улица)
  • Йырын аръяғы урамы — (рус.  Заовражная (улица)
  • Ҡамай урамы (рус.  Камаево (улица)
  • Комсомол урамы — (рус.  Комсомольская (улица)
  • Кооператив урамы — (рус.  Кооперативная (улица)
  • Урман урамы (рус.  Лесная (улица)
  • Мәлкән урамы (рус.  Мельканово (улица)
  • Тыныслыҡ урамы — (рус.  Мира (улица)
  • Йәштәр урамы (рус.  Молодёжная (улица)
  • Таулы урамы — (рус.  Нагорная (улица)
  • Баҡса урамы — (рус.  Садовая (улица)
  • Спорт урамы — (рус.  Спортивная (улица)
  • Үҙәк урам — (рус.  Центральная (улица)
  • Мәктәп урам — (рус.  Школьная (улица)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус.  Школьный переулок
  • Шоссе урамы (рус.  Шоссейная (улица)
  • Шупша урамы — (рус.  Шупшинская (улица)[12].

Тауҙар: Әндрәй тауы

Йылға-шишмәләр:

  • Ялан-бесәнлектәр, юл:
  • Таусыҡтар, түбәләр:
  • Тарихи ҡомартҡылар:

1917 йылғы ауыл хужалығын иҫәпкә алыу карточкалары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  4. Иҫке Ҡорос // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Село Старокуручево.(недоступная ссылка)
  6. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
  7. Сборник статистических сведений по Уфимской губернии, 1899, с. 981
  8. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
  9. Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил.(урыҫ.)
  10. Башҡорт энциклопедияһы — Ғәлләмов Әбүзәр Карам улы 2016 йыл 21 апрель архивланған. (Тикшерелеү көнө: 18 июнь 2019)
  11. Иҫке Ҡорос // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. Башҡорт энциклопедияһы — Мухаметьянов Ирик Зирягович - Мөхәмәтйәнов Ирек Зирәк улы] 2019 йыл 24 декабрь архивланған.
  12. Улицы Старокуручево
  13. География Бакалинского района. Природа и население. Учебное пособие для 8 класса