Эстәлеккә күсергә

Тәнзиһ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Тәнзиһ
Ҡапма-ҡаршыһы Тәшбиһ
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Тәнзиһ (ғәр. تنزيه‎ — таҙартылыу, яман һәм лайыҡ булмаған нәмәләрҙән ситтә тороу‎) — трансценденлыҡты белдергән ислам дине төшөнсәһе.

Ислам теологияһында Аллаһҡа ҡарата ике ҡапма-ҡаршы термин барлыҡҡа килгән: тәнзиһ һәм тәшбиһ[1]. Тәнзиһ Аллаһҡа ҡарата ниндәй ҙә булһа характеристикаларҙың (әүсәф) һәм сиктәрҙең (хүдүд) ҡулланылыуын инҡар итеүҙе аңлатҡан термин, сөнки Аллаһтың яралтылмыштары араһында уға оҡшаш бер нәмә лә юҡ[2].

Тәнзиһ «яҡынлыҡ, эргәләлек» тигәнде аңлата. Әммә тәнзиһтең тулыраҡ мәғәнәһе — «сағыштырырлыҡ нәмә булмағанлыҡ», йәғни Аллаһтың кешелектән өҫтөн булыуын раҫлау. Был һүҙҙең төп мәғәнәһе — «башҡа һәр нәмәнән азат һәм саф булыу».

Тәнзиһ төшөнсәһе Аллаһтың бер ни, бер кем менән менән оҡшашы юҡлыҡты аңлата:

« Аллаһуға оҡшаған бер нәмә лә юҡтыр, Ул һәр тауышты ишетеүсе һәм һәр нәмәне күреүселер.
»


Был термин исламдың нигеҙе булып торған Аллаһы Тәғәлә бер икәнлеген, Уның бер ниндәй ҙә тиңдәше юҡ икәнлеген өйрәтә торған фән — Тәүхидте раҫлай.

Ислам дин белгестәре тәғтил (ғәр. تعطيل‎ — әт-тәғтил‎) терминын да ҡулланған [3]

  • Ибрагим Т. К. ат-Танзих // Ислам: энциклопедический словарь / Отв. ред. С. М. Прозоров. — М. : Наука, ГРВЛ, 1991. — С. 224. — 315 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-02-016941-2.
  • Tas̲h̲bīh wa-Tanzīh / Ess, J. van. // Encyclopaedia of Islam. 2 ed. — Leiden : E. J. Brill, 1960—2005. (түләүле)