Эстәлеккә күсергә

Флүрә

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Флүрә — мосолман, шул иҫәптән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары исеме.

Флүрә (неологизм) исеме башҡорт теленә латин теленән килеп ингән. Сәскә (флорист һүҙенән) һәм яҙ батшаһының исеме тигәнде аңлата[1].

Килдейәрова Флүрә Әхмәтша ҡыҙы (15 ғинуар 1952 йыл) — башҡорт опера йырсыһы (сопрано), педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡорт АССР-ының (1989) халыҡ артисы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1985).

Әминева Флүрә Мирғәли ҡыҙы (5 июль 1928 йыл — 2011 йыл) — ауыл хужалығы алдынғыһы, 1947—1968 йылдарҙа Яңауыл районы Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге колхоздың һарыҡ көтөүсеһе. Башҡорт АССР-ының 7-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1967—1971). III Бөтә союз колхозсылар съезы делегаты (1969). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966).

Ноғоманова Флүрә Ғәлимйән ҡыҙы (18 февраль 1936 йыл — 18 февраль 2021 йыл) — йырсы (меццо-сопрано), юғары мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ (1991), БАССР-ҙың атҡаҙанған (1980) артисы. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1976).

Мәғәфүрова Флүрә Фаат ҡыҙы (8 август 1952 йыл) — ғалим-селекционер, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (2006).

Мурзина Флүрә Ишбулат ҡыҙы (16 май 1960 йыл) — телетапшырыуҙар алып барыусы, 1993 йылдан «Башҡортостан» дәүләт телерадиотапшырыуҙар компанияһының телевидение студияһы дикторы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2017). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2002). Балаҡатай районының почётлы гражданы (2009).

Әхмәрова Флүрә Дәүләтхан ҡыҙы (14 ноябрь 1928 йыл — 20 март 2004 йыл) — педагог-методист, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәт эшмәкәре. Өфөнөң тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтен ойоштороусы һәм уның тәүге рәйесе. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1964).

Аҙнабаева Флүрә Фәтхи ҡыҙы (29 март 1937 йыл) — башҡорт педагог-методисы, педагогия фәндәре кандидаты (1988).

Солтанова Флүрә Мәхмүтйән ҡыҙы (25 ғинуар 1966 йыл) — журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2003). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһы лауреаты (2009). Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союзы ағзаһы (1999).

Борханова Флүрә Булат ҡыҙы (10 ғинуар 1956 йыл) — ғалим-социолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Социология фәндәре докторы (2006), профессор (2010). Башҡортостан комсомолы премияһы лауреаты (1986).

Ситдиҡова Флүрә Булат ҡыҙы (1 декабрь 1958 йыл) — музыкант-скрипкасы, педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Сәнғәт фәндәре кандидаты (2012), профессор (2012). Рәсәй Федерацияһының мәғариф өлкәһенең почётлы хеҙмәткәре (2017), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (2009).

Мостафина-Ниғмәтуллина Флүрә Миңлейәр ҡыҙы (1941 йыл) — артист, Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1990).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ