Фәйез
Фәйез |
Фәйез, Фәйзи, Фәйзрахман — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Фәйез, Фәйзи, Фәйзрахман исемдәре бар.
Этимология
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Белем, муллыҡ, йомартлыҡ, рәхимлелек, еңеүсе тигән мәғәнәгә эйә[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Зәғәфүрәнов Фәйзрәхман Зәғәфүрән улы (10 октябрь 1913 йыл — 5 сентябрь 1975 йыл) — башҡорт совет дәүләт эшмәкәре, 1950—1967 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Рәйесе. Совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. Ҡыҙыл Йондоҙ (1940), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1963) һәм «Почёт Билдәһе» (1949) ордендары кавалеры.
Хисмәтуллин Фәйзрахман Шәйхитдин улы (2 декабрь 1925 йыл — 1998 йыл) — партия, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, крайҙы өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1965—1977 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил район комитетының беренсе секретары, 1977—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы секретары. КПСС-тың XXIV (1971) һәм XXV (1976) съездары делегаты. Башҡорт АССР-ының 7-11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. БАССР-ҙың 1977 йылғы Конституцияһын әҙерләүҙә һәм ҡабул итеүҙә ҡатнашыусы.
Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы (21 октябрь 1912 йыл — 18 июнь 1984 йыл) — беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, хореограф һәм балетмейстер. БАССР-ҙың (1944) һәм РСФСР-ҙың (1975) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1967).
Вәлиев Фәйзи Ислам улы (1892 — 29 ноябрь 1941) — партия һәм хужалыҡ хеҙмәткәре, шағир һәм яҙыусы. Беренсе бөтә донъя һәм Граждандар һуғышында ҡатнашыусы.
Исмәғилев Фәйзрахман Абдрахман улы (24 март 1955 йыл) — рәссам, 1986 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (1997) һәм Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2004).
Фәйзи Әхмәт Сафа улы (ысын фамилияһы — Фәйзуллин) (1903—1958) — татар совет яҙыусыһы, шағир-лирик, либреттолар яҙыусы, драматург, әҙәбиәт белгесе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Ғабдулла Туҡай исемендәге ТАССР дәүләт премияһы лауреаты. (1958).
Фәссәхетдинов Фәйзрахман Фәссәхетдин улы (1925—2009) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, сержант, «Батырлыҡ өсөн» миҙалына (1945) лайыҡ булған. Һөнәре — агроном.
Фамилия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәйезов Ғәли Биктимер улы (20 июль 1948 йыл) — ғалим-философ, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. Философия фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының 1-се класлы баш дәүләт кәңәшсеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәр.
Фәйезов Абзам Ахун улы (рус. Фаизов Абзам Ахунович) (1903—?)— Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия рядовойы, гвардия ҡыҙылармеецы.
Фәйезов Фәнүз Фәйез улы (1935 йылдың 22 июле, Мишкә районы Ҡыйғаҙытамаҡ ауылы, Башҡорт АССР-ы — 15 ноябрь, 2009, Краснохолмский, Башкортстан Республикаһы) - «Башнефть» етештерү берләшмәһенең Краснохолмский эштәре идараһы быраулаусыһы, Социалистик Хезмәт Геройы.
Фәйезов Фәйзрахман Вәлетдин улы (16 декабрь 1921 йыл — 19 октябрь 1998 йыл) — БАССР-ҙың Шишмә районы Салауат исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры.
Фәйезов Рөстәм Шәриф улы (4 ноябрь 1950 йыл) — СССР һәм Рәсәй спортсыһы һәм бобслей буйынса тренеры. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбенең өлкән тренеры, бер үк ваҡытта РСФСР (1987—1991), Рәсәй (1992 йылдан) йыйылма командалары тренеры һәм Рәсәй үҫмерҙәр йыйылма командаһының (2010 йылдан) өлкән тренеры; 2009 йылдан — Өфө ҡалаһындағы 15-се Олимпия резервы балалар һәм үҫмерҙәр махсус спорт мәктәбенең бобслей буйынса тренеры. СССР-ҙың спорт мастеры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған тренеры (2001), бөтә Рәсәй категорияһындағы судья. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1998) һәм Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2006).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Т. Кусимова. В мире имён 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- Т. Күсимова. Исемдәр донъяһында
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |