Фәттәх
Викидатала элемент тултырылмаған |
Фәттәх — башҡорт ир-ат исеме.
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәттәх ғәрәп теленән ингән ир-ат исеме. Башлаусы, еңеүсе тигәнде аңлата[1].
Билдәле кешеләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Шәмғолов Фәттәх Ғәфүрйән улы (4 август 1921 йыл — 18 апрель 1945 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, уҡсылар полкы командиры урынбаҫары, майор. Советтар Союзы Геройы (1946, үлгәндән һуң).
Ибраһимов Фәттәх Әҙелмырҙа улы (1892 йыл — 1937 йыл) — Граждандар һуғышында ҡатнашыусы (1918—1921). Бөрйән-Түңгәүер кантонының хәрби комиссары (1921—1922). БАССР-ҙың почетлы таусыһы.
Салауатов Фәттәх Хәсән улы (рус. Салаватов Фаттах Хасанович 1903 йыл ― 23 май 1992 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы. I (1987) һәм II (1968) дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Фамилияла
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Фәттәхова Вәсилә Разиф ҡыҙы (31 декабрь 1979 йыл — 26 ғинуар 2016 йыл) — Башҡортостан йырсыһы. Башҡортостан Республикаһының (2015) һәм Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2015). Композитор Урал Рәшитовтың «Тыуған яҡ» йырын башҡарыусы булараҡ популярлыҡ яулай.
Фәттәхов Ҡасим Камал улы (21 ғинуар 1921 йыл — 5 май 1981 йыл) — ауыл хужалығы эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1967—1981 йылдарҙа Краснокама районы «Красный Октябрь» колхозы рәйесе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хухалығы хеҙмәткәре. Ленин (1976), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), «Почёт Билдәһе» (1973) һәм 3-сө дәрәжә Дан (1945) ордендары кавалеры.
Фәттәхов Рафаэль Вәлиәхмәт улы (6 ғинуар 1949 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, математик. Иҡтисад фәндәре докторы, профессор. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университеты Төбәк тикшереүҙәр һәм арауыҡ үҫеше мәсьәләләре институты директоры. Рәсәй Федерацияһының Төбәктәр үҫеше министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзаһы.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |