Эстәлеккә күсергә

Чанышев Яҡуп Йыһангир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чанышев Яҡуп Йыһангир улы
Зат ир-ат
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 27 февраль 1892({{padleft:1892|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:27|2|0}})
Тыуған урыны Туҡай, Стәрлетамаҡ өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 6 ноябрь 1987({{padleft:1987|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:6|2|0}}) (95 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Кунцево зыяраты[d]
Һөнәр төрө уҡытыусы
Уҡыу йорто М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Хәрби звание генерал-лейтенант[d]
Һуғыш/алыш Беренсе донъя һуғышы, Бөйөк Ватан һуғышы һәм Рәсәйҙә Граждандар һуғышы
Ғәскәр төрө пехота[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены Ҡыҙыл Йондоҙ ордены Октябрь Революцияһы ордены I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Кутузова I степени орден Суворова II степени Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы "СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны" миҙалы медаль «За Одру, Нису и Балтику» Кутузов ордены Ватан һуғышы ордены В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «40 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» юбилейная медаль «60 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы медаль «В память 250-летия Ленинграда» Георгиевский крест IV степени орден «Легион почёта» Virtuti Militari орден «Крест Грюнвальда» медаль «За Варшаву 1939—1945» медаль «Победы и Свободы»

Чанышев Яҡуп Йыһангир улы (27 февраль 1892 йыл — 6 ноябрь 1987 йыл) — хәрби эшмәкәр, генерал-лейтенант (1944). 4-се дәрәжә Георгий тәреһе, ике Ленин (1945, 1945), дүрт Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1944, 1945, 1947), 2-се дәрәжә Суворов (1944), 1-се дәрәжә Кутузов (1944), Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1923), һәм ике Ҡыҙыл Йондоҙ (1967, 1968) ордендары кавалеры.

Яҡуп Йыһангир улы Чанышев 1892 йылдың 27 февралендә Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе[1] Туҡай ауылында тыуған. Кенәз Чанышевтар нәҫеленән.

Беренсе донъя һәм граждандар һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1913 йылда рус Император армияһы сафына алына.

Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында орудие наводчигы итеп тәғәйенләнә һәм 3-сө артиллерия бригада батареяһында Көньяҡ-көнбайыш фронтының Лодзь, Львов, Перемышль райондарындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша. Батырлыҡтары өсөн 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнә.

1917 йылдың ғинуарында Ҡазан хәрби училищеһына уҡырға ебәрелә. Март айында РКП(б) сафына инә. Училищены тамамлағандан Ҡазанда торған 240 пехота полкының рота командиры итеп тәғәйенләнә. Шул уҡ йылдың авгусында армия сафынан  прапорщик чинында демобилизациялана. Артабан ул Ҡазан дары заводындағы Ҡыҙыл гвардея отряды начальнигы итеп тәғәйенләнә, ә ноябрҙә — Ҡазан хәрби округының идара итеүсе комиссары вазифаһын башҡара башлай.

1918 йылдың авгусында Өфөлә Ойоштороу йыйылышы (Учредительное собрание) комитетының контрразведкаһы тарафынан ҡулға алына һәм төрмәлә тотола. Төрмәнән азат ителгәс, декабрҙән алып  Ҡазан хәрби комиссариатының ҡул аҫтында хеҙмәт итә.

1919 йылдың апреленән алып Волга буйы 1-се айырым уҡсылар бригадаһында батарея командиры һәм хәрби комиссары вазифаһын башҡара. Ошо бригада составында  адмирал А. В. Колчак, шунан — Фирғәнә үҙәнендә Мадамин-бәк һәм Курширмат етәкселегендәге  баҫмастарға ҡаршы К. И. Монстров етәкселеге аҫтында ойошторолған хәрби командала дошмандарға ҡаршы һуғыша.

Майында 1920 йылдың майында 6-сы айырым уҡсылар бригадаһы комиссары итеп тәғәйенләнә.

Һуғыштар араһындағы тыныс ваҡытта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1923 йылдың сентябрь айында 19-сы уҡсылар дивизияһына хәрби комиссар ярҙамсыһы вазифаһына тәғәйенләнә, ә һуңынан уны РККА-ның хәрби академияһына юғары начальниктарҙың белемен камиллаштырыу курсына уҡырға ебәрәләр. Был курстарҙы тамамлағандан һуң, ул 1924 йылдың авгусынан алып Ҡазанда торған 1-се уҡсылар дивизияһының 1-се уҡсылар полкында командир һәм дивизия комиссары, ә 1926 йылдың апрелендә ошо уҡ дивизияның командиры һәм комиссары итеп тәғәйенләнә.

1927 йылда Ҡыҙыл Армия хәрби академияһы ҡарамағындағы юғары начальниктар белемен камиллаштырыу курсын ҡайтанан тамамлай, 1929 йылда — единоначальник курста уҡ ваҡытта Хәрби-сәйәси академияның берҙән-бер начальниктары курсын тамамлап сыға.

1932 йылда уны М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияһына уҡырға ебәрәләр, унда уҡыуын тамамлағандан һуң 1934 йылда Термезда торған  68-се тау-кавалерия дивизияһына (Урта Азия хәрби округы)  командир һәм комиссар вазифаһына тәғәйенләнә.

1935 йылың 26 тноябрендә Чанышев комдив исеме бирелә[2].

1937 йылдың 17 майынан ҡулға алына һәм НКВД органдары аҫтында тикшереүҙә була, әммә 1939 йылдың декабрендә тикшереү эштәре туҡталыу менән бәйле азат ителә, Ҡыҙыл Армия (РККА) сафында тергеҙелә. 1940 йылдың апрелендә М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академия хәрби академияһының дөйөм тактика кафедраһында өлкән уҡытыусыһы вазифаһына тәғәйенләнә.

Бөйөк Ватан һуғышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш башланғанда элекке вазифаһында эшләй.

1941 йылдың ноябрендә  103-уҡсылар дивизияһына командир итеп тәғәйенләнә. Был дивизия 1942 йылда Харьков йүнәлешендә хәрби һөжүм хәрәкәттәре алып бара.

1942 йылдың июнендә Чанышев 333-сө полк уҡсылар дивизияһына  командир итеп ҡуйыла. Дивизия июль айынан башлап Изюм ҡалаһырайонында Төньяҡ Донец  һәм Дон йылғалары янында ауыр оборона хәрби хәрәкәте алып бара. 25 июлдә Чанышев ҡаты яралана һәм госпиталда дауалана. Шул уҡ йылдың 1 октябрендә  «генерал-майор» хәрби дәрәжәһе бирелә.

Госпиталдән терелеп сыҡҡас һәм К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академия курстарын тамамлағандан һуң, Чанышев  68-се армияның командующийы урынбаҫары итеп, ә һуңынан — 38-се армияның командующийы урынбаҫары вазифаһына тәғәйенләнә.

1943 йылдың авгусында 96-сы уҡсылар корпусы командиры итеп тәғәйенләнә , уның барышында хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы . Был корпус Люблин- Брест һөжум операцияларында хәрби  хәрәкәттәр алып бара.  Бресты азат иткән өсөн уға "Брестский" тигән Почётлы исем бирәләр.  Ошонан һуң ул командалыҡ иткән корпус Данциг һәм Гдыняны азат итә, Висла һәм Одерҙы кисеп сығып,  Көнсығыш-Померания һәм Берлин һөжүм хәрәкәттәрендә ҡатнаша, шулай уҡ Тухоль, Бютов, Гарц, Нойштрелиц һәм Варен ҡалаларын азат итә. Ошо яуҙарҙа күрһәткән иҫ киткес ҡыйыулыҡ һәм тәүәккәллеге өсөн генерал-лейтенант Чанышев Яҡуп Йыһангир улы 1-се дәрәжә Кутузов ордены менән бүләкләнә. утузов ордены

Һуғыштан һуңғы карьераһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һуғыш тамамланғандан һуң элекке вазифаһына ҡайта.

1946 йылдың майында К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академияға уҡырға йүнәлтелә һәм өлкән уҡытыусы вазифаһына тәғәйенләнә,1952 йылдың ноябрендә — ошо уҡ академияның төп курс начальнигы вазифаһын башҡара.

1957 йылдың ғинуарында  генерал-лейтенант  Чанышев Яҡуп Йыһангир улы хаҡлы ялға сыға. Артабан Мәскәү татар йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Мәскәү татарҙарына Асадуллаев йорттарын ҡайтарыу өсөн ойошторолған хәрәкәтте етәкләй[3].

1987 йыдың 6 ноябрендә вафат була һәм Мәскәүҙең Кунцево зыяратында ерләнә.

Рәсәй империяһы наградалары
  • 4-се дәрәжә Георгий тәреһе .
СССР наградалары
  • Ике Ленин ордены (№ 24646 — 21.02.1945, № 36498 — 10.04.1945);
  • Октябрь Революцияһы ордены (№ 88484 — 26.02.1982);
  • Дүрт Ҡыҙыл байраҡ ордены (№ 227077/Р.— 14.10.1924, № 140966 — 3.11.1944, № 15543 — 29.05.1945, № 1018/4 — 6.11.1947);
  • 1-се дәрәжә Кутузов ордены (№ 334 — 23.08.1944);
  • 2-се дәрәжә Суворов ордены (№ 2144 — 4.06.1944);
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены 1-й степени (11.03.1985);
  • Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (№ 3727996 — 28.10.1967);
  • СССР миҙалдары.
Союздаш республикалар наградалары
  • Үзбәк ССР-ының Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ ордены (№ 177-1920)
Сит ил наградалары
  • Командующий дәрәжәле  "Почёт Легионы" ордены (АҠШ, 1946)
  • «Виртути Милитари» ордены (Польша, 1945)
  • «Грюнвальд тәреһе» ордены, 3 класс (Польша, 6.04.1946)
  • «Варшава Өсөн» миҙалы (Польша, 1946)
  • «Одер, Ниса һәм Балтика өсөн» миҙалы (Польша, 1946)
  • «Еңеү һәм азатлыҡ» миҙалы (Польша, 1946)
  • «Берлин өсөн барған һуғышта ҡатнашҡан өсөн» миҙалы(Польша, 9.05.1980)

Генерал-лейтенант Чанышев Яҡуп Йыһангир улының наградалары Дәүләт тарихи музейында  һаҡлана.

  • Поход хәтерҙә яңырҙы. — Ҡазан: Татар. кн. изд-во, 1973.
  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының  Ауырғазы районы
  2. ПРИКАЗ НАРОДНОГО КОМИССАРА ОБОРОНЫ СОЮЗА ССР ПО ЛИЧНОМУ СОСТАВУ АРМИИ № 2494
  3. Энциклопедический словарь «Ислам в Москве». М. — Н.Новгород: ИД «Медина», 2008.
  • Коллектив авторов. Великая Отечественная: Комкоры. Военный биографический словарь / Под общей редакцией М. Г. Вожакина. — М.; Жуковский: Кучково поле, 2006. — Т. 1. — С. 430—432. — ISBN 5-901679-08-3.
  • Татарский Энциклопедический Словарь. — Казань, 1999.
  • Вазих Исхаков. «Здравствуй, генерал!» — Уфа, 1984 г.
  • Борцы за счастье народное. Сборник очерков. Казань. Татарское книжное издательство.1967 г.