Эстәлеккә күсергә

Юламан (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Юламан — башҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарҙа ҡулланылған ир-ат исеме.

Юламан — «юл» (башҡорт) һәм «аман» (ғәрәп) һүҙенән яһалған ир-ат исеме. Мәғәнәһе — «юл» һәм «ала», балаға бәхетле ғүмер юлы теләп ҡушылған исем[1].

« Бала юлда тыуһа йәки бала тыуғанда атаһы юлда булып ҡалһа, “юл” һүҙе менән исем ҡушылған: Юлдаш, Юламан, Юлдыбикә, Сәфәр, Рәжәп, Рамазан, Зөлхизә, Аҙнабай, Йомағол исемдәре баланың донъяға килеү мәлен күрһәтеүсән[2] »

Юламан Ҡушаев (яҡынса 1729 — 1774 йылдар) — 17731775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында генерал дәрәжәһендә ҡатнашыусы. Себер даруғаһы башҡорто, Ырымбур губернаһы Иҫәт провинцияһы Ҡара-Табын улусы старшинаһы,

Юламан Дәүләтов — (1776—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы. Ырымбур губернаһы Илекәй-Мең улусы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Әлшәй районы Тәүәтәй ауылында йәшәгән. Зауряд-сотник булып хеҙмәт итә

Юламанов Әхиәр Мозафар улы — (15 декабрь 1929 йыл — 1978 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Түбә ҡасабаһы тау эшсеһе ғаиләһендә тыуған.

Юламан (Башҡортостан) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл.

Юламан (Ҡурған өлкәһе) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Әлмән районы ауылы. Юламан ауыл советы составына инә.

Юламан ауыл Советы (Ауырғазы районы) — Ауырғазы районы составында булған, 2008 йылда бөтөрөлгән административ-территориаль берәмек һәм ауыл биләмәһе.

Мостай Кәримдең «Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа» шиғырында «юламан» уртаҡлыҡ исем (поэтик сара).

« Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,

Ерҙә мин бер шундай юламан...

»


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ