Эстәлеккә күсергә

Ғилем (ислам)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Ғилем (ғәрәп. العلم ; әл-ғилм — «фән, ғилем») — исламда Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте билдәләренең береһе булған, мәңгелеккә тиклемге һәм бөтә нәмәне солғап алыусы илаһи белем.

Фекер алышыуға нигеҙ булып Ҡөрьән аяттары, хәҙистәр һәм төрлө сығанаҡлы әҫәрҙәр хеҙмәт итә. Дөйөмләштереп әйткәндә, ғилемдең йөкмәткеһе түбәндәгесә: 1) ислам традицияларын үҙләштереү; 2) мистик һиҙемләү, уй төшөү, балҡыш; 3) логик фекерләү аша аңлау; 4) энциклопедик белемгә эйә булыу. Үҙләштерелергә тейеш ислам традициялары Ҡөрьәнде, сөннәтте, ҡануни хоҡуҡ — фиҡһты, иман төшөнсәһен һәм изге тарихты үҙ эсенә ала. Уларҙы тәртипкә килтереү, аңлатыу һәм нигеҙләү менән дини фәндәр шөғөлләнә: «тәфсир ғилеме» (ғилм әт-тәфсир), «хәҙис ғилеме» (ғилм әл-хәҙис), «фиҡһ ғилеме» (ғилм әл-фиҡһ|, «кәләм ғилеме» (ғилм әл-кәләм) һ. б.

Хәҙерге мосолман аҡыл эйәләре һәм публицистары фән һәм мәғариф үҫеше менән бәйле ғилем проблемаларын ҡыҙыу тикшереүен дауам итә. Ғилемде фәнни белем булараҡ киңәйтелгән аңлатыу, һәр хәлдә, донъяуи фәндәргә ҡаршы килмәүе һәм ҡамасауламауы өҫтөнлөклө тенденция булып тора.

  • Ислам: Энциклопедик һүҙлек. — М.: Фән. Көнсығыш әҙәбиәтенең баш редакцияһы, 1991. — С. 95.