Эстәлеккә күсергә

Ғәлимйән (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлимйән

Ғәлимйән — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Һаҙый исеме бар.

Ғәлимйән исеме башҡорт теленә ғәрәп, фарсы теленән килеп ингән. Ҡушма исем, ике үҙ аллы һүҙҙән яһалған: Ғәлим + йән. Ғилемле йән, белемле, уҡымышлы, ғалим тигәнде аңлата[1].

Ибраһимов Ғәлимйән Ғирфан улы (28 февраль 1887 йыл — 21 ғинуар 1938 йыл) — яҙыусы, тарихсы, журналист. Хеҙмәт Геройы (1932). Сәйәси золом ҡорбаны.

Баруди Ғәлимйән (ысын исеме Ғәлиев Ғәлимйән Мөхәмәтйән улы; 17 февраль 1857 йыл — 6 декабрь 1921 йыл) — Рәсәй татар дин белгесе, йәмәғәт эшмәкәре, педагог.

Ғәлимйән Ғирфан улы Таған (1 ғинуар 1892 йыл — 29 июнь 1948 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт армияһында полк командиры. Этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре (1929) һәм төркиәт докторы.

Ҡарамышев Ғәлимйән Харис улы (4 декабрь 1903 йыл — 20 ғинуар 1977 йыл) — башҡорт театр актёры. РСФСР‑ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) халыҡ, РСФСР‑ҙың (1949) һәм БАССР‑ҙың (1935) атҡаҙанған артисы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1955) һәм «Почёт Билдәһе» (1944) ордендары кавалеры.

Мөхәмәтшин Ғәлимйән (башҡа сығанаҡтар буйынса исеме Ғәлләм, атаһының исеме урынына Н инициалы күрһәтелгән[1]) (1918 йыл — ?) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, сержант. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы 2-се эскадроны отделениеһы командиры.

Рьянов Ғәлимйән Рьян улы (1907 йыл — 1990 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы 148-се гвардия артиллерия-миномёт полкының 3-сө батарея расчёты командиры. Гвардия өлкән сержанты.

Нафиҡов Ғәлимйән Харис улы (6 декабрь 1938 йыл — 28 июль 2011 йыл) — төҙөүсе, 1958 йылдан «Востокнефтепроводстрой» тресында изолировщик, таҙартыу машинаһы машинисы, торба һалыу краны машинисы, 1964 йылдан бригадир, 1967—1979 йылдарҙа — прораб. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Усманов Ғәлимйән Усман улы (18 июнь 188010 май 1974) — педагог, мәғариф эшмәкәре. 1904—1905 йылғы рус-япон, Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашҡан. РСФСР мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1949). Ленин ордены кавалеры (1949).

Әхтәмов Ғәлимйән Әхтәм улы (1905 йыл, (икенсе мәғлүмәттәр буйынса 1906) Башҡортостан Республикаһы Иглин районы — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, рядовой, гвардия өлкән сержанты, III дәрәжә Дан ордены (1944) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945) кавалеры.

Социалистик Хеҙмәт Геройы Нафиҡов Ғәлимйән Харис улы (1938 йыл — 2011 йыл) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1973).

Латипов Ғәлимйән Шакирйән улы (1912 йыл — 4 ноябрь 1986 йыл) — татар шағиры, тәржемәсе. 1951 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ниғмәтуллин Ғәлимйән Әмирйән улы (1897 йыл — 4 ноябрь 1941 йыл), журналист, әҙәбиәт белгесе. Сәйәси золом ҡорбаны.

Кәримов Ғәлимйән Тимербай улы (15 март 1952 йыл) — уҡытыусы, журналист, партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1988 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.

Шәһиморатов Ғәлимйән Моратша улы (1933 йыл), хеҙмәт ветераны, механизатор. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. .

Таған Ғәлимйән Ғирфан улы — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре, этнограф, музей белгесе, иҡтисад фәндәре докторы.

Ғилманов Ғәлимйән Хәмитйән улы (1 февраль 1957 йыл) — яҙыусы, әҙәби тәнҡитсе, ғалим. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Йыһаншин Ғәлимйән Кәрим улы (1940 йыл — 18 июль 2016 йыл) — ғалим-инженер-технолог, химик. 1972 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1977—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, бер үк ваҡытта 1991 йылдан Өфөләге «ИМПА» ғилми-производство фирмаһы директоры һәм 2001 йылдан — «IМРА engineering» предприятиеһының баш ғилми етәксеһе. Техник фәндәр докторы (1999). СССР-ҙың уйлап табыусыһы (1991).

Ханов Ғәлимйән Ниғәмәтйән улы (1915 йыл — 1 май 1985 йыл) — ауыл хужалығы һәм дәүләт хеҙмәткәре. 1946—1950 йылдарҙа Мәсетле районында колхоз рәйесе, 1950—1952 йылдарҙа Абдулла ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин, Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы. 3-сө дәрәжә Дан ордены кавалеры (1944).

Ғәлимйәнов Флүр Ғәлимйән улы (1 февраль 1932 йыл — 28 ғинуар 2010 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре. 1955 йылдан Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһенең яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1962 йылдан инженер-конструктор, 1964 йыдан — өлкән мастер, 1974 йылдан — цех начальнигы урынбаҫары, 1993—1994 йылдарҙа бүлек начальнигы урынбаҫары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Ғәлимйәнов Сәлимйән Ғәлимйән улы (25 сентябрь 1915 йыл — 12 июль 2005 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ