Әрмәнстанда Ислам
Әрмәнстанда Ислам | |
Дәүләт | Әрмәнстан |
---|---|
Әрмәнстанда Ислам Викимилектә |
Әрмәнстанда Ислам әлеге заманда бик киң таралмаған, мәгәр билдәле бер осорҙа Эриван ханлығында төп урында торған булған [1].
Тарихынан
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ислам Әрмәнстанға б.э. VII быуатында, ғәрәп яулап алыуҙары ваҡытында килеп ингән[2] Хәҙерге осорҙа Әрмәнстанда Ислам динен башлыса курдтар һәм фарсылар тота.
Мосолман курдтар йәмәғәте 2 мең кешенән тора һәм улар башлыса Абовян районында йәшәй. Рәсәйгә ҡушылғандан һуң мосолмандар Әрмәнстан территорияһында даими кәмей барһа ла Ҡарабах хәлдәренә тиклем күп һанлы йәмәғәт булып ҡала ине әле. Әммә XX быуатта әзербайжандарҙы күсереү арҡаһында мосолмандар һаны ныҡ кәмей [3].
1897 йылғы йәниҫәп буйынса, ул саҡтағы Эриван губернияһында 25218 мосолман йәшәгән (халыҡтың 27,3 % )[4], пикенсе белешмәләр буйынса[5] — халыҡтың 41 проценты (36,7 % — шиғыйҙар, 4,3 % — сөнниҙәр). 1896 йылда Яңы Баязет өйәҙендә 10 мәҙрәсә һәм 13 мәсет булған[6].
1906—1911 йылдарҙа бер Эриванда ғына ла, ҡаҙна һәм йәмәғәт биналары исемлеге буйынса, 8 мәсет булған[7].
XX быуат башында мосолмандар Эриван өйәҙендә йәшәгән халыҡтың 62 процентын тәшкил иткән (52,5 % — шиғыйҙар)[8], Эчмиадзи өйәҙендә йәшәгән халыҡтың 35,6 проценты мосолман булған (30 % - шиғыйҙар)[9]
Мәгәр әлеге көндә республика ерҙәрендә бары тик бер мәсет — Ереван дағы Зәңгәр мәсет һаҡланған. Уны Эриван ханлығы осоронда Һөсәйен Али 1765 йылда төҙөткән булған[10]
Ереванда XVI быуатҡа тиклемге мәсеттәр һаҡланмаған, улар османдар и сәфәүиҙәр араһындағы һуғыш ваҡытында емертелеп бөткән[11]
XX быуат башында 49 % Эриванда 7 шиғый мәсете булған [12]
Бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған Һөсәйен Али хандың Зәңгәр мәсетен иран оҫталары реставрациялаған. 1990 йылда Варданац урамындағы ҙур булмаған әзербайжан мәсете емереп ташланыла[13], быға Баҡылағы әрмән сиркәүе емертелгән тигән имеш-мимештәр сәбәпсе була; британ журналисы Томас де Ваал яҙғанса, «уның бәхетһеҙлегенә, мәсетте фарсылар төҙөгән тип тапмағандар һәм емереп ташлағандар»[14]
Археолог Филип Л. Коль Әрманстанда ислам ҡомартҡылары әҙ һаҡланыуына иғтибарҙы йүнәлтеп, былай тип яҙа[15]:
Ниндәй генә демографик статистиканы алһаҡ та, был төбәктә исламдың матди ҡомартҡылары күп һаҡланырға тейешлегенә бер ниндәй шик юҡ. Беҙҙең көндәрҙә уларҙың тулыһынса тиерлек юҡҡа сығыуы осраҡлы булыуы мөмкин түгел[16]
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bournoutian, George. Eastern Armenia in the last decades of Persian rule, 1807—1828. Undena Publications, 1982; с. 74:
«[The Armenians] formed less than 20 percent of the total population (20,000) of the khanate of Erevan, with the Muslims exceeding 80 percent. In any case, at no time in the Persian period was the Armenian population a majority or on par with the Muslims. Although the survey indicated an Armenian majority in some mahals, this was only after the emigration of over 25,000 Muslims from the territory; thus there is no evidence of an Armenian majority during the Persian administration».
- ↑ Восток в средние века. I. Закавказье в IV—IX вв.
- ↑ Постановление N 4083 Совета министров СССР «О переселении колхозников и другого азербайджанского населения из Армянской ССР в Кура-Араксинскую низменность Азербайджанской ССР» от 23 декабря 1947 года[1]
- ↑ Перепись населения Российской империи 1897 года
- ↑ Эриванская губерния // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Новобаязетский уезд в ЭСБЕ
- ↑ Экспликация к плану города Эривани, снятому с натуры городским техником Б. Я. Меграбовым в 1906—1911 г.
- ↑ Эривань // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ Эчмиадзинский уезд // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- ↑ «Голубая мечеть» в Ереване 2009 йыл 1 апрель архивланған.
- ↑ Encyclopaedia Iranica. George A. Bournoutian and Robert H. Hewsen. Erevan 2007 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ Экспликация к плану города Эривани, снятому с натуры городским техником Б. Я. Меграбовым в 1906—1911 г.[2]
- ↑ Robert Cullen, A Reporter at Large, "Roots, " The New Yorker, April 15, 1991, p. 55
- ↑ Том де Ваал. Чёрный сад. Между миром и войной. Глава 5. Ереван. Тайны Востока.
- ↑ Philip L. Kohl (англ.), Clare P. Fawcett. Nationalism, politics, and the practice of archaeology - Cambridge: Cambridge University Press, 1995. — P. 155 — ISBN 0521558395, ISBN 9780521558396.
- ↑ Philip L. Kohl (англ.), Clare P. Fawcett. Nationalism, politics, and the practice of archaeology - Cambridge: Cambridge University Press, 1995. — P. 155 — ISBN 0521558395, ISBN 9780521558396.