Ангилья
| |||||
Гимн: «God Bless Anguilla» | |||||
Рәсми телдәр | инглизсә | ||||
Баш ҡала | Валли | ||||
Эре ҡалалар | Валли | ||||
Идара итеү төрө | конституцион монархия, Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләре | ||||
Королева
Губернатор Премьер-министр |
Елизавета II | ||||
Территория • Бөтәһе |
102 км² | ||||
Халыҡ • Һаны (2010) • Халыҡ тығыҙлығы |
14 764 чел. (221) 142 чел./км² | ||||
Валюта | Көнбайыш кариб доллары (XCD, код 951) | ||||
Интернет-домен | .ai[d] | ||||
Код ISO | AI | ||||
Телефон коды | +1-264 | ||||
Сәғәт бүлкәте | UTC-4 |
Ангилья — Төньяҡ Америка ҡитғаһына яҡын, Бөйөк Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәләренә ҡараған, үҙаллы идаралығындағы утраулы дәүләт.
Иң ҙур һәм төп утрау — майҙаны 91 км² булған Ангилья. Үлсәме буйынса икенсе урында — Скраб утрауы (7,8 км²) Ангильяның төньяҡ-көнсығышынан бер нисә йөҙ метрҙа урынлашҡан. Оҙонлоғо буйынса өсөнсө урында — Дог — Айленд утрауы (2,2 км²), ул төп утрауҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 13 км алыҫлыҡта урынлашҡан (0,4 км²). Төп утрауҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 55 км алыҫлыҡта Сомбреро утрауы (0,4 км²). Был бәләкәй утрауҙарҙан тыш, территория составына тағы 15 бәләкәй утрау инә. Биләмәнең дөйөм майҙаны — 102 км². Төп утрауҙан көньяҡҡа табан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта Сен-Мартен утрауы урынлашҡан.
Майҙаны — 91 км². Халҡы — 18 090 кеше (2020)[1], телдәре — инглиз, креоль.
Баш ҡалаһы — Валли, биләмәһе — аҡ мәрйен ҡомонан эшләнгән ҡомло пляждар.
Быға тиклем утрауҙың исеме рус телендә Ангилла һәм Ангуилла тип аталған.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иң ҙур һәм төп утрау — майҙаны 91 км² булған Ангилья. Үлсәме буйынса икенсе урында — Скраб утрауы (7,8 км2) Англияның төньяҡ-көнсығышынан бер нисә йөҙ метрға урынлашҡан. Эрелеге буйынса өсөнсө урында — Дог-Айленд утрауы (2,2 км²), ул төп утрауҙан 13 саҡрым төньяҡ-көнбайышта урынлашҡан. Иң алыҫы — Сомбреро утрауы (0,4 км²). Төп утрауҙан төньяҡ-көнбайышҡа табан 55 саҡрым алыҫлыҡта. Был бәләкәй утрауҙарҙан тыш, территория составына тағы 15 бәләкәй утрау инә. Биләмәнең дөйөм майҙаны — 102 км².
Төп утрауҙан көньяҡҡа табан бер нисә саҡрым алыҫлыҡта Франция менән Нидерланд араһында бүленгән Сен-Мартен утрауы урынлашҡан.
Тәбиғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ингилья — башлыса яҫы рельефлы һәм ярлы тупраҡлы мәрйен утрауы. Утрауҙа өҫтөнлөк иткән үҫемлек — ҡыуаҡлыҡтар. Утрауҙың иң бейек нөктәһе — Крокус Хилл («Шафран ҡалҡыулығы») ҡаяһы, ул төньяҡ яр буйында урынлашҡан, бейеклеге 65 м. Утрауҙа ҡомло пляжлы диңгеҙ ҡултыҡтары (лагуналар) күп. Утрау яры янында, ҡағиҙә булараҡ, бик күп кеше йәшәмәгән ваҡ рифтар һәм утрауҙар урынлашҡан.
Уртаса йыллыҡ температура +27 °С. Иң түбән температура — декабрь-февралдә. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 889 мм[2]. Июлдән октябргә тиклем көслө дауылдар булыуы ихтимал.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Америка асылғанға тиклем утрауҙа балыҡ тотоу, мамыҡ һәм тамыраҙыҡтар үҫтереү менән шөғөлләнгән араваҡтар йәшәгән. Испандар килгәндән һуң аравактарҙың күбеһе әсирлеккә алына, һуғышсан кариб ҡәбиләһе тарафынан юҡ ителә йәки ҡыҫырыҡлап сығарыла. Материктағы ҙур һәм бай колонияларға эйә булған испандар Ангилья һәм башҡа бәләкәй утрауҙар менән ҡыҙыҡһынмай тиерлек.
1650 йылдан алып утрау Британия колонияһына әйләнә. Тәүҙә Британия фермерҙары бында мамыҡ үләне һәм тәмәке үҫтерә, әммә был культуралар аҙ килем килтергән. XVIII быуат башында утрауҙа шәкәр ҡамышы үҫтерелә башлаған, уны үҫтереү һәм эшкәртеү өсөн Африканан ҡолдар килтерелә башлаған. Ошо мәлдән алып утрау халҡы башлыса Африка халҡына әүерелә, африкалыларҙың тоҡомдары хәҙерге ваҡытта халыҡтың күпселек өлөшөн тәшкил итә. Әммә ҡоролоҡ һәм ярлы тупраҡ арҡаһында ҡамыш үҫтереү утрауҙа насар үҫешкән.
XVIII быуат дауамында Австрия һәм Француз революцияһы мираҫы өсөн һуғыш ваҡытында Кариб утрауҙары районында инглиздәр менән француздар араһында низағтар килеп сыға. 1744 йылда 300 ангиллеләр, Сент-Китста тыуып үҫкән ике кеше менән берләшеп, күрше Синт-Мартен утрауының француз часын баҫып ала. Бер йылдан француздар Ангильяны баҫып алырға маташа, 1796 йылда тағы ҡабатлана, ләкин ике осраҡта ла кире ҡағыла.
XIX Быуат башына ҡарата ҡамыштан шәкәр етештереү рентабелле булмай башлай. 1834 йылда Британия империяһында ҡолдар азат ителә. Утрау халҡы ваҡ фермерлыҡ һәм балыҡсылыҡ менән шөғөлләнә. Шәкәр ҡамышы үҫтереүҙе туҡтатыу арҡаһында, утрау үҙенең әһәмиәтен юғалта.
XVII быуаттан 1960 йылға тиклем утрау менән Сент-Китс идара иткән. Сент-Китс, Невис, Ангилья утрауҙары ҙурыраҡ «Ел ыңғайы утрауҙары» колонияһына (Leeward Islands) инә, был инглиз телендә француз, немец, испан, голланд, урыҫ телдәрендәге Ел ыңғайы утрауҙарын түгел, бер аҙ икенсерәк утрауҙар төркөмөн аңлата.
1967 йылда Сент-Китс, Невис һәм Ангилья утрауҙары Федерацияға берләшә һәм Бөйөк Британия менән ассоциацияланған эске үҙидаралыҡлы дәүләт статусын ала. Тышҡы сәйәсәт һәм оборона мәсьәләләре Бөйөк Британия компетенцияһында ҡала.
1967 йылдың 30 майында инглиздәр полиция участкаһына һөжүм итә һәм Ангильяла урынлашҡан Сент-Китстан 13 полиция хеҙмәткәрен ҡыуып сығара. 30 май көнө утрауҙа Ангилья көнө булараҡ билдәләнә. Һуңынан, 1967 йылдың 10 июнендә, утрауҙа власты тәғәйенләгән ваҡытлыса тыныслыҡ урынлаштырыу комитеты ҡарары буйынса, Англияның 19 кешенән торған көстәре Сент-Китсҡа бәреп инә һәм полиция участкаһына, оборона көстәре лагерына һөжүм итә. Англия интервенттарынан бишәүһе әсирлеккә эләккән[3].
1969 йылдың 6 февралендә, 1739 кеше бының өсөн референдумда үҙ фекерен белдергәндән һәм ни бары 4 кеше ҡаршы тауыш биргәндән һуң, бойондороҡһоҙ Ангилья Республикаһы иғлан ителә. Уйын бизнесы вәкилдәре һәм судно хужалары, Англияла уйын бизнесы өсөн зона булдырып һәм арзан ангилий флагын файҙаланып, бойондороҡһоҙлоҡто файҙаланырға теләй, тигән фараздар бар ине[4].
Шул уҡ йылдың 19 мартында утрауға тәртип урынлаштырыу өсөн Британия десантсылары һәм Лондондан 40 полиция хеҙмәткәре килеп төшкән, улар ҡаршылыҡ күрмәгән. Ғәскәр тиҙ арала сығарыла, Англия эске үҙидара ала, әммә формаль рәүештә Сент-Китс һәм Невис менән федерацияла ҡала.
1980 йылда Ангилья өс утрау федерацияһы составынан сыға, 1982 йылдан алып үҙ хөкүмәте, губернаторы һәм парламенты бар. 1983 йылдың 19 сентябрендә Сент-Китс һәм Невис утрауҙарында бойондороҡһоҙ Сент-Китс һәм Невис федерацияһы барлыҡҡа килә, ә Ангилья ярым бойондороҡһоҙ дәүләте Бөйөк Британияның сит ил биләмәһе булып ҡала.
Административ бүленеш
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Биләмә 14 районға бүленә[1]:
№ | Район | Район (Анг.) |
Халҡы, кеше (2011) |
---|---|---|---|
1 | Блоуинг-Пойнт | Blowing Point | 825 |
2 | Ист-Энд | East End | 661 |
3 | Джордж-Хилл | George Hill | 1124 |
4 | Айленд-Харбор | Island Harbour | 963 |
5 | Норт-Хилл | North Hill | 444 |
6 | Норт-Сайд | North Side | 1514 |
7 | Санди-Граунд | Sandy Ground | 252 |
8 | Санди-Хилл | Sandy Hill | 633 |
9 | Саут-Хилл | South Hill | 1689 |
10 | Стони-Граунд | Stoney Ground | 1577 |
11 | Те-Фаррингтон | The Farrington | 629 |
12 | Те-Куортер | The Quarter | 1079 |
13 | Те-Валли | The Valley | 1298 |
14 | Уэст-Энд | West End | 884 |
Барлығы | 13 572 |
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе — 13572 кеше (2011 йылдың 11 майында халыҡ иҫәбен алыу)[1]);
Йыллыҡ үҫеш — 2,2 %;
Тыуым — 1000 балаға 12,9 (бала табыу — ҡатын-ҡыҙға 1,75 бала);
Үлем — 1000 кешегә 4,4;
Иммиграция — 1000 кешегә 13,6 (донъяла кимәле буйынса 4-се урын);
уртаса ғүмер оҙонлоғо — 80,8 йәш (донъяла 15-се урын);
Этно-раса составы: негрҙар 90,1 %, мулаттар 4,6 %, аҡ раса вәкилдәре 3,7 %, башҡалар 1,5 % (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса);
Диндәр: англикандар — 29 %, методистар — 23,9 %, пятидесятники — 7,7 %, етенсе көн адвентистары — 7,6 %, Көнбайыш Һиндостан сиркәүе — 7,6 %, баптистар — 7,3 %, Йәһүә шаһиттары — 0,7 % (2011 йылда 1,85 %), башҡа диндәр (растамандар, индуистар, плимутские братья) — 6 %, атеистар — 4 % (2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса).[5]
Сәйәси ҡоролошо
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Британияның диңгеҙ аръяғы биләмәһе. Губернатор — юғары власть кәүҙәләнеше.
Башҡарма власть башлығы — Башҡарма советтың (территория хөкүмәтенең) баш министры. Бөтә халыҡ тауыш биреүе менән һайланған биләмә ағзалары иҫәбенән губернатор тарафынан тәғәйенләнде. Орган 11 ағзанан тора (7-һе һайлана, 2-һе — вазифаһы буйынса инә, 2-һе — губернатор тарафынан тәғәйенләнә).
Сәйәси партиялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 22 апрелендә үткән һайлау һөҙөмтәләре буйынса:
Ангильяның берләштерелгән фронты (6 депутат); Бойондороҡһоҙ (1 депутат).
Иҡтисады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ангилья тәбиғи ресурстарға ярлы, һәм уның иҡтисады туризмға, шулай уҡ офшор бизнесына һәм омар тотоуға нигеҙләнә. Ауыл хужалығы насар үҫешкән — аҙ күләмдә шәкәр ҡамышы, тәмәке һәм йәшелсәләр үҫтерелә, мал үрсетелә. Ангилья аҙ миҡдарҙа омар, тоҙ, ром экспортлай. Импорт экспорт хаҡынан 11 тапҡырға артығыраҡ. Яғыулыҡ, аҙыҡ-түлек, сәнәғәт продукцияһы, текстиль индерелә.
Транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Юлдарҙың оҙонлоғо — 150 км, шуның 65-е — ҡаты япмалы. Роуд-Ябей, Боулинг-Пойнт ҙур булмаған 2 гаваны һәм Уоллблейк аэропорты бар. Аэропорт ҙур самолёттарҙы ҡабул итә алмай. Европа һәм Төньяҡ Америка менән бәйләнештәр күрше Сент-Мартен утрауы аша бойомға ашырыла. Ангильяла таксиҙан тыш йәмәғәт транспорты юҡ. Хәрәкәт һул яҡлы. Сент-Мартен утрауы менән паром бәйләнеше бар.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Anguilla: British Overseas Territory (ингл.). City Population. Дата обращения: 30 июнь 2017. Архивировано 22 ғинуар 2020 года.
- ↑ Anguilla Facts (ингл.). Government of Anguilla. Дата обращения: 1 июнь 2013. Архивировано 1 июнь 2013 года.
- ↑ History of Anguilla . Архивировано 28 ноябрь 2009 года. 2009 йыл 28 ноябрь архивланған.
- ↑ The Caribbean: Calypso Challenge 2013 йыл 21 июль архивланған. // Times. Friday, Aug. 18, 1967
- ↑ Население Ангильи (2001 год) . Дата обращения: 29 май 2022. Архивировано 24 ноябрь 2007 года.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ангилья Викимилектә | |
Ангилья Викияңылыҡтарҙа | |
Ангилья Викигид |
- Ангилла // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- The Anguillian Ангилийская газета.
- Викисклад: Атлас: Ангилья
Ҡалып:Ангилья в темах Ҡалып:Северная Америка