Биг-Мак
«Биг-Мак»[1] (ингл. Big Mac) — McDonald’s компанияһы предприятиеларында тәҡдим ителгән гамбургер. Донъяла, Quarter pounder (Рәсәҙә — «Роял чизбургер») менән бер рәттән, компанияның иң билдәле продукттарының береһе.
Продукттың һүрәтләнеше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Биг-Мак» өс телемгә бүленгән күмәстән (иң өҫкө ҡатына кунжут һибелгән), һәр береһе яҡынса 50(±10) грамм тартҡан ике кәтлиттән, бәләкәй генә сыр киҫәгенән, ике телем маринадланған ҡыярҙан, һуғандан, салат япрағынан һәм соустан тора.
Варианттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- «Мега Мак» (ингл. Mega Mac) йәки «Ике ҡатлы Биг-Мак» — 45,4-әр грамлы дүрт кәтлит, тағы бер сыр телеме. Ҡытайҙа, Ирландияла, Сербияла, Японияла, Төркиәлә, Малайзияла һәм Таиландта һатыла.[2] Австралияла, Яңы Зеландияла, Бөйөк Британияла һатылыуҙан туҡтаған; АҠШ менән Канадала осратырға була.
- «Монстер Мак» — һигеҙ кәтлитле гамбургер. Элегерәк Германияла һатылған.
- «Маккинли Мак» (ингл. the Mckinley-Mac — из двух частей) — Аляскалағы тау исеме ҡушылған, шунда ғына һатылған.[3][4][5][6] Тағы Ҙур Биг-Мак (ингл. Bigger Big Mac, һүҙ уйнатыу) билдәле, футбол буйынса 2006 йылғы Донъя чемпионаты осорона промо-продукт.
- Һиндостанда индустар һыйыр ите ашамағанлыҡтан, "Биг-Мак"ты «Махараджа Мак» тип атайҙар һәм һыйыр ите урынына һарыҡ ите менән эшләйҙәр; хәҙер тауыҡ ите менән дә әҙерләнә.[7][8]
- «Мак малайы» (ингл. Son of Mac), йәки Mini Mac, Baby Mac, — бер ҡатлаулы Биг-Мак. Элек Австралияла, Яңы Зеландияла һатылған, хәҙер «Mac Jr» атамаһы менән АҠШ-та осраштырғылай.
- Израилдә диндарҙар ит ризыҡтары менән һөт ризыҡтарын бергә ашамай, шунлыҡтан Биг-Мактың кашрут төрө һатыла (сырһыҙ).
- Японияла элегерәк ике кәтлиттең береһе урынына йомортҡа (Mega Egg) һәм помидор (Mega Tomato) менән эшләнгән төрҙәре була. Хәҙер ундайҙар эшләнмәй.
Махсус соус
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Атамаһы 1975 йылғы реклама слоганынан алына — "Биг-Мак"ты бөтә ингредиенттары менән бергә тәүләп тәҡдим итеү (ингл. «Two all beef patties, special sauce, lettuce, cheese, pickles, onions on a sesame seed bun»).
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]«Биг-Мак» Пенсильвания штатындағы Питтсбург ҡалаһында бер нисә ресторанға идара иткән тәүге франчайзерҙарҙың береһе Пен Джим Деллигатти (ингл. Jim Delligatti) тарафынан уйлап сығарыла. Башта ул Big Boy ресторанындағы шундай уҡ гамбургерға конкурент ролен уйнай, ләкин тиҙҙән иҫ киткес ҙур популярлыҡ яулай, 1968 йылда АҠШ-тың бөтә штаттарында һатыла башлай.
Бөгөн Биг-Мак бөтә донъяла билдәле. The Economist журналы был гамбургерҙы төрлө илдәрҙәге тормош кимәленең күрһәткесе индексы итеп файҙалана (Биг-Мак индексы), сөнки ул күп илдәрҙә бар һәм ауыл хужалығының төп продукттарынан тора. Инглиз телле илдәрҙә бындай ҡарашты «бургерономика» тип атайҙар[9].
Аҙыҡ ҡиммәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]АҠШ-та "Биг-Мак"тың энергетик ҡиммәте — 540 ккал (2260 кДж), унда 29 грамм май, 25 грамм аҡһым бар. Австралияла гамбургер бәләкәйерәк, унда — 480 ккал (2010 кДж), 24,9 грамм май бар[10].
Ил | Калориялылыҡ | Углеводтар | Аҡһымдар | Майҙар | Күҙәнәклек | Тоҙ | Ауырлығы | Сығанаҡ |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Аргентина | 495 ккал | 42g (14 %) | 24g (32 %) | 26g (47 %) | 2.5g (10 %) | 1083 mg (45 %) | 202g | .ar |
Австралия | 480 ккал | 36.2g | 25.3g | 24.9g | 800 mg | 201g | .au 2006 йыл 25 июль архивланған. | |
Бразилия | 504 ккал | 41g (14 %) | 25g (33 %) | 27g (49 %) | 3.5g (14 %) | 1023 mg (43 %) | .br 2007 йыл 20 март архивланған. | |
Канада | 540 ккал | 44g (15 %) | 24g | 29g (45 %) | 3g (12 %) | 1020 mg (43 %) | 209g | .ca 2007 йыл 11 декабрь архивланған. |
Хорватия | 495 ккал | 40g (15 %) | 27g (36 %) | 25g (37 %) | 3g (12 %) | 2300 mg (46 %) | 219g | .hr 2022 йыл 9 май архивланған. |
Чехия | 495 ккал (25 %) | 40g (15 %) | 27g (36 %) | 25g (37 %) | 3g (12 %) | 2300 mg (46 %) | 219g | .cz 2012 йыл 5 март архивланған. |
Дания | 497 ккал | 43g | 27.1g | 24.1g | 219g | .dk 2007 йыл 12 октябрь архивланған. | ||
Эстония | 495 ккал | 40g | 27g | 25g | 2300 mg | 219g | .ee(недоступная ссылка) | |
Финляндия | 495 ккал | 40g | 27g | 25g | 3g | 2300 mg | 219g | .fi |
Франция | 492 ккал | 38.9g | 26.2g | 25.8g | 4.2g | 900 mg | .fr | |
Германия | 495 ккал | 40g | 27g | 25g | 3g | 2300 mg | 221g | .de 2012 йыл 16 июль архивланған. |
Греция | 490 ккал | 42.5g | 27g | 24g | 5g | 2000 mg | .gr 2009 йыл 2 май архивланған. | |
Гонконг | 510 ккал | 39g | 25g | 28g | 870 mg | .hk 2012 йыл 13 июнь архивланған. | ||
Венгрия | 495 ккал (25 %) | 40g (15 %) | 27g (36 %) | 25g (37 %) | 3g (12 %) | 2300 mg (46 %) | .hu(недоступная ссылка) | |
Италия | 505 kcal | 43g | 27g | 25g | 4g | .it(недоступная ссылка) | ||
Япония | 545 kcal | 42.7g | 26.1g | 25.8g | 2g | 864 mg | 216g | .jp 2007 йыл 16 ғинуар архивланған. |
Малайзия | 484 kcal | 46g | 26g | 23g | 730 mg | 209g | .my 2007 йыл 4 август архивланған. | |
Мексика | 600 kcal | 50g | 25g | 33g | 4g | 1050 mg | 219g | .mx |
Нидерланд | 495 kcal | 40g | 27g | 25g | 3g | 2300 mg | .info(недоступная ссылка) | |
Яңы Зеландия | 464 kcal | 33.9g | 24g | 25.4g | 1020 mg | 195g | .nz 2008 йыл 10 апрель архивланған. | |
Норвегия | 495 kcal (25 %) | 40g (15 %) | 27g (36 %) | 25g (37 %) | 3g (12 %) | 2300 mg (46 %) | .no | |
Польша | 495 kcal | 40g | 27g | 25g | 3g | 2300 mg | .pl | |
Рәсәй | 510 kcal | 41g | 27g | 25g | 3g | 2300 mg | 208g | .ru 2013 йыл 3 август архивланған. |
КАР | 559 kcal | 49.3g | 27.7g | 24.89g | 4.6g | 801.98 mg | .za 2008 йыл 30 октябрь архивланған. | |
Корея Республикаһы | 535 kcal | 46g (14 %) | 27g (45 %) | 29g (57 %) | 750 mg (22 %) | 219g | .kr 2010 йыл 29 сентябрь архивланған. | |
Швеция | 495 kcal | 40g | 27g | 25g | 3g | 2300 mg | .info(недоступная ссылка) | |
Швейцария | 495 kcal | 40g | 27g | 25g | 3g | 2300 mg | .info(недоступная ссылка) | |
Бөйөк Британия | 493 kcal | 44g | 26.7g | 22.9g | 5.9g | 2000 mg | .uk 2006 йыл 5 май архивланған. | |
АҠШ | 540 kcal | 45g (15 %) | 25g (45 %) | 29g (45 %) | 3g (12 %) | 1040 mg (43 %) | 214g | .us 2008 йыл 10 апрель архивланған. |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Также встречается написание Биг Мак и бигмак
- ↑ Mega Mac and Big Mac Chant — sixthseal.com(недоступная ссылка — история). Архивировано из первоисточника 17 мая 2008.
- ↑ City Girl in Alaska: 2007-01-21. Архивировано из первоисточника 23 марта 2012.
- ↑ The Hometown Invasion Tour // Taking over hometowns one state at a time 2007 йыл 17 ноябрь архивланған.. Архивировано из первоисточника 23 марта 2012.
- ↑ Mega Mac & More New Fast Food On Japanese TV " TV in Japan(недоступная ссылка — история). Архивировано из первоисточника 27 сентября 2007.
- ↑ Cynical-C Blog — " Royale with Cheese 2012 йыл 11 март архивланған.. Архивировано из первоисточника 23 марта 2012.
- ↑ McSpotlight: press cutting. .
- ↑ ::Welcome to McDonald’s India ::(недоступная ссылка — история). Архивировано из первоисточника 28 марта 2006.
- ↑ Burgernomics Article 2011 йыл 24 май архивланған. (PDF). .
- ↑ McDondalds.com (PDF)(недоступная ссылка — история). Архивировано из первоисточника 25 июля 2006.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт[1] (рус.)
- Official product information for the Big Mac (англ.)
- Official product information for the Maharaja Mac (англ.)
- The Big Mac Museum 2008 йыл 24 октябрь архивланған. in North Huntingdon, PA (англ.)
- The Big Mac Index 2007 йыл 6 апрель архивланған. (англ.)
- Photo Tour of Big Mac Museum 2008 йыл 27 ғинуар архивланған. (англ.)