Википедия:Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы
Ҡыҫҡаса: Википедиялағы мәҡәлә — инша түгел, ә изложение. |
«Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы» — Википедияның нигеҙ ҡағиҙәләренең береһе, ул «Тикшерелеүсәнлек» һәм «Нейтраль ҡараш» ҡағиҙәләре менән бер кимәлдә тора. Был ҡағиҙәләр Википедия мәҡәләләре өсөн яраҡлы материалдар йөкмәткеһе һәм сифаты менән ниндәй булырға тейешлеген билдәләй. Авторҙарға был ҡағиҙәләрҙең өсөһө менән дә танышырға һәм ҡулланма итеп тотонорға тәҡдим ителә. Был ҡағиҙәләргә һалынған төп принциптар башҡа ҡағиҙәләр, ҡулланмалар йә мөхәррирҙәрҙең консенсусы менән юҡҡа сығарыла алмай.
Википедия — оригиналь тикшереүҙәрҙе (мәҫәлән, «яңы» теорияларҙы) баҫыу урыны түгел. Оригиналь тикшеренеүҙәргә бер ерҙә лә баҫылмаған факттар, дәлилдәр, фекерҙәр һәм фекер йөрөтөүҙәр, бер ерҙә лә баҫылмаған анализ йә баҫылған материалдың теге йәки был ҡарашты алға һөрөү өсөн хеҙмәт иткән синтезы инә. Был шуны аңлата: Википедия үҙ фекерегеҙҙе, үҙ тәжрибәгеҙҙе, үҙ дәлилдәрегеҙҙе йәки үҙ һығымталарығыҙҙы урынлаштырыу урыны түгел.
Википедияның бындай позицияһы — кемдеңдер хоҡуҡтарына һәм мәнфәғәттәренә зыян килтерергә тырышыу түгел. Был шул фактты теркәй: Википедия — мәғлүмәттең беренсел сығанағы түгел, ә икенсел сығанағы, йәғни ул мәғлүмәтте беренсел һәм икенсел сығанаҡтарҙан туплай, анализлай, баһалай, интерпретациялай һәм синтезлай. Википедияла оригиналь күҙәтеүҙәр һәм дөйөмләштереүҙәр яҙырға мөмкин, ләкин яңы раҫламалар йә һығымталар яҙырға ярамай.
Мәҡәлә яҙғанда һәр ваҡыт мәғлүмәттең сығанағын күрһәтегеҙ. Билдәле рецензияланыусы фәнни журналдар, академик баҫмалар ышаныслы сығанаҡ була ала. Үҙнәшер йә автор аҡсаһына сығарылған китаптар ундай тип һаналмай.
Википедиялағы мәҡәлә — инша түгел, ә изложение.
Нимә оригиналь тикшеренеү булып тора?
[сығанаҡты үҙгәртеү]Википедиялағы мәҡәлә түбәндәге осраҡтарҙа оригиналь тикшеренеү булып тора:
- яңы теория йә ниндәйҙер проблеманы хәл итеүҙың яңы ысулы индерелә;
- яңы идеялар индерелә;
- терминдарға яңы билдәләмәләр индерелә;
- неологизм индерелә (яңы йә ғәҙәти булмаған термин).
Әгәр мәҡәлә предметы үрҙә һаналған шарттарға яуап бирһә, мәҡәлә оригиналь тикшеренеүгә инә һәм Википедияла баҫыла алмай.
Был ҡағиҙәгә иҫкәрмә бар: әгәр мәҡәләнең предметы тәүләп был мәҡәләлә индерелмәһә, ә Википедиянан тыштағы ҡараштар өлөшө булһа, мәҡәлә Википедияла баҫыла ала, йәғни:
- был идеялар рецензияланыусы журналдарҙа баҫмаға алынған; йәки
- был идея халыҡ араһында ҡыҙыҡһыныу ала башлаған (яңылыҡтар тапшырыуҙарында ҡат-ҡат сыға, төрлө баҫмаларҙа баҫыла — һалҡын термоядро синтезы тарихы кеүек).
Ниндәй ҙә булһа идеяның махсулашмаған, дөйөм матубғатта килеп сығыуы уның фәннилеген һәм/йәки дөрөҫлөгөн таныу факты була алмай. Ул тик был күренеш, идея һ.б. тураһында Википедияла яҙыу хоҡуғын ғына бирә.
Әгәр һеҙ, Википедия был һоҡланғыс идеяны баҫыуҙан отор ғына, тип уйлаһағыҙ, быға өлгәшеүҙең иң һәйбәт юлы — был мәҡәләне рецензияланыусы журналда баҫтырыу һәм шунан ғына Википедияға мәҡәлә яҙыу.
Оригиналь тикшеренеүҙе нисек танырға?
[сығанаҡты үҙгәртеү]Оригиналь тикшеренеүҙәр (орисса) дөйөм билдәле фәнни теория йә электән йәшәп килгән стандарт булмаған теория артына йәшерелгән булырға мөмкин. Ориссаларҙы асыҡларға түбәндәге ағиҙә ҡағиҙәләр ярҙам итә:
- Эҙләгестәрҙә тикшерегеҙ («Яндекс», Google һ. б.). Ярашлы материалдарҙы таба алмаһағыҙ йә әҙ тапһағыҙ, алдығыҙҙа орисс булыу ихтималлығы ҙур.
- Стандарт булмаған йә шикле идеяларҙы иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ.
- Әгәр ҙә һылтанма йә әҙәбиәт килтерелһә, был төшөнсәнең барлығын дәлилләмәй әле. Сығанаҡтар шулай увҡ абруйһыҙ йә ғөмүмән ялған булыуы ла бар.
- Әгәр ҡатнашыусы, шикле төҙәтеүҙәрҙе аңлатыуһыҙ һәм дәлиллһеҙ кире алып, «төҙәтеүҙәр һуғышына» инһә, ул, бәлки, оригиналь тикшеренеү өҫтәйҙер.
- Ҡатнашыусының абруйлы һәм белемле булыуы уның орисса яҙмауы тураһында һөйләмәй әле. Хатта, киреһенсә, үҙ предметын яҡшы белгәнгә үҙ идеяларын булдырыу һәм баҫтырыу теләген тыуҙырырға мөмкин.
- Мәҡәләлә ҡулланылған таныш түгел исемдәргә һәм терминдарға (әгәр улар булһа) иғтибар итегеҙ һәм уларҙың йәшерен хурлау түгелме икәнен тикшерегеҙ (ентекләберәк: Википедия:Һөжүм итеүсе мәҡәләләр).
Ҡараштарҙы һәм мәғлүмәт сығанаҡтарын классификациялау
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Әгәр мәҡәләлә һүрәтләнгән фекерҙе яҡлаусылар күп булһа, был фекерҙе һүрәтләгән публикацияларға һылтанмалар килтереү ауыр булмаҫ.
- Әгәр был ҡараш яҡлылар аҙсылыҡты тәшкил итһә, уны яҡлаусыларҙың иң билдәлеләрен һанап сығыу ҡатмарлы булмаҫ (мәҡәлә, шуға ҡарамаҫтан, нейтраль булырға тейеш).
- Әгәр был ҡараш яҡлылар бик аҙ булһа, ул Википедияға ҡуйыла алмай (икенсел, буйһонған мәҡәләләргә ҡағылған үтә һирәк осраҡтарҙан тыш), был ҡараш дөрөҫмө-түгелме, уны иҫбатлай алаһығыҙмы-юҡмы - быға бәйле түгел. (Шуның менән бергә тейешле фекер алышыу битендә ике яҡҡа ла һүҙ биреп, итәғәтле дискуссия рөхсәт ителә.)
Теориялар тураһында мәҡәләләрҙе нисек яҙырға?
[сығанаҡты үҙгәртеү]Һүрәтләүҙең ҡыҫҡаса һыҙмаһы:
- төп төшөнсәләрҙе һәм концепцияларҙы һүрәтләргә;
- билдәле һәм популяр идеяларҙы һүрәтләргә, уларға ҡарата уртаҡ фекерҙәре лә, фекер айырымлыҡтарын да тасуирларға;
- раҫланмаған идеялар йәки неологизмдар юйҙырылырға тейеш (улар раҫланғанлыҡҡа тикшереү үтмәгәнгә күрә, ә дөрөҫ булмағанға түгел).
Иҫкәрмә: юйҙырыу тауыш биреү һөҙөмтәләре нигеҙендә эшләнергә мөмкин.
Нимәне юйҙырмаҫҡа?
[сығанаҡты үҙгәртеү]Әгәр мәҡәлә предметы оригиналь тикшеренеү булмаһа, түбәндәге нәмәләр мәҡәләне юйҙырыу өсөн нигеҙ була алмай:
- мәҡәләлә етерлек нигеҙҙәре булмаған раҫламалар бар;
- мәҡәләлә килешелгән шарттарға, аңлатмаларға йә ҡарарҙарға ҡаршы килгән раҫламалар бар;
- мәҡәләлә ҡабатлана алған һөҙөмтәләр бирергә һәләтһеҙ тикшеренеүҙәр бар;
- мәҡәләла Оккам принцибына (Оккам бәкеһе — мөмкин булған аңлатмаларҙан иң ябайын һайлап алыу);
- мәҡәлә темаһына йәмғиәттәр һиҙелерлек ҡыҙыҡһыныу юҡ.
Был нәмәләр Википедияға оригиналь тикшеренеүҙәрҙе индереү өсөн нигеҙ була алмай.
Миҫал
[сығанаҡты үҙгәртеү]Оригиналь тикшеренеүҙең нейтраль ҡарашҡа дәғүә иткән классик миҫалын пародия сифатында XIX быуат драматургы А. Н. Островский «Мәскәү аръяғында йәшәүсе яҙмалары» әҫәрендә килтерә:
Милостивые государи и государыни! Спешу поделиться с вами моим открытием. 1847 года, апреля 1 дня, я нашел рукопись. Рукопись эта проливает свет на страну, никому до сего времени в подробности неизвестную и никем ещё из путешественников неописанную. До сих пор известно было только положение и имя этой страны; что же касается до обитателей ея, то есть образ жизни их, язык, нравы, обычаи, степень образованности, — всё это было покрыто мраком неизвестности.
Страна эта, по официальным известиям, лежит прямо против Кремля, по ту сторону Москвы-реки, отчего, вероятно, и называется Замоскворечье. Впрочем, о производстве этого слова учёные ещё спорят. Некоторые производят Замоскворечье от скворца; они основывают своё производство на известной привязанности обитателей предместьев к этой птице. Привязанность эта выражается тем, что для скворцов делают особого рода гнёзда, называемые скворечниками. Их вот как делают: сколотят из досок ящичек, совсем закрытый, только с дырочкой такой величины, чтобы могла пролезть в неё птица, потом привяжут к шесту и поставят в саду либо в огороде. Которое из этих словопроизводств справедливее, утвердительно сказать не могу. Полагаю так, что скворечник и Москва-река равно могли послужить поводом к наименованию этой страны Замоскворечьем, и принимать что-нибудь одно — значит впасть в односторонность.
Тема буйынса һылтанмалар
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Crackpot articles
- Mailing list post by Jimbo Wales.
- A Request RE a WIKIArticle
- Mailing list post by Jimbo Wales.
- Wikiresearch
- Оригиналь тикшеренеүҙәр өсөн тәҡдим ителгән вики-проект.
Оригиналь тикшеренеүҙәрҙе баҫыу рөхсәт ителгән вики-проекттар
[сығанаҡты үҙгәртеү]Оригиналь тикшеренеүҙәрҙе башҡа википроектарҙа, мәҫәлән, Everything 2 йәки Wikinfo-ла баҫырға була.
«Фэндом» платформаһында оригиналь тикшеренеүҙәре булған автор сайттары бар. Ҙур орисса өсөн үҙ домены менән яңы сайт булдырырға мөмкин.
«Викияңылыҡтар» туғандаш проектында оригиналь репортаждар баҫтырырға, уларҙа оригиналь тикшеренеүҙәр тураһында ла һөйләргә була.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[сығанаҡты үҙгәртеү]- Категория:Википедия:Оригиналь тикшеренеүҙәр барлығында шик тотолған мәҡәләләр
- Категория:Википедия:Эссе:Оригиналь тикшеренеүҙәрҙең юл ҡуйылғыһыҙлығы