Эстәлеккә күсергә

Йортлаштырыу

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эт һәм һарыҡ иң беренсе өйгә эйәлештерелгән хайуандар

Йортлаштрыу, ҡулға эйәлештереү, доместикация (лат. domesticus — «өйгә эйәләшкән») — оҙайлы бер нисә быуын дәүерендә, кеше тарафынан ҡырағай форманан генетик изоляцияла тотоп яһалма һайлауға дусар ителгән, ҡырағай хайуандарҙың һәм үҫемлектәрҙең үҙгәреү процессы.

Йортлаштырыу тарихы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Эйршир тоҡомло һыйыр

Һунар ваҡытында аулап алынған хайуандарҙы бәйләп йәки кәртәлә аҫырағандар. Бөтә хайуандар ҙа ҡулға эйәлешеп китә алмаған.

Төрлө халыҡтар үҙҙәре йәшәгән өлкәләге хайуандарҙы йортлаштырған — антилопалар, торналарҙы, ҡауҙыларҙы, ҡара йыландарҙы, һәм хатта крокодилдарҙы. Ғалимдар тәүтормош кешеләре мегатерийҙы һәм мәмерйә айыуын да йортлаштырған тип иҫәпләй. Ә Гасдрубал Барка Б. Э.Т.III быуат аҙағында римлеләр менән һуғышта хәрби филдәрҙе файҙаланған. Төрлө ваҡытты төлө урындарҙа йәнлектәрҙәр һарыҡ, үгеҙ, марал, антилопа, төлкө, шәшке, кеш, нартия; ҡоштарҙан — бүҙәнә, фазан, страус; балыҡтарҙан — толстолобик, амур, бөжәктәрҙән — иңкеш, себендәр. Себендәрҙе ҡулға эйәләштереү башҡарылды һәм бөгөнгө көнлә лә дауам итә. Был эш фермаларҙа тиреҫте утилләштереү өсөе башҡарыла.

Ҡулға эйәләшкән хайуандар барлыҡҡа килеүе кешенең тормошон тулыһынса үҙгәртә. Йорт хайуандары булыуы кешене аслыҡтан ҡотҡара. Эттәр һунарҙа ярҙам итә, хәүеф барлығын иҫкәртә.

Ҡулға эйәләштереү оҙайлы процесс. Төньяҡ боландарын һәм эттәрҙе Б. Э.Т 18 мең йыл элек ҡулға эйәләштерелгән тигән фараз бар. Һарыҡтар 18 мең йыл элегерәк; кәзәләр һәм сусҡалар 6,5 мең йыл эдегерәк; һыйырҙар 5 мең йыл элегерәк; ебәк ҡорто — 4,5 мең йыл элек ҡулға эйәләштерелгән.

Айырым бер төр хайуандар Ер шарының билдәле бер районында башҡарылған. Мәҫәлән: аттар — Евразия далаларында, тауыҡтар — Һиндостан далаларында, цесарка — Африкала, күркәләр — Америкала, өйрәктәр һәм ебәк ҡорто — Ҡытайҙа, күгәрсендәр, Нил ҡаҙҙары һәм бесәйҙәр Мысырҙа башҡарылған тип иҫәпләнә. Сусҡа, ҡуян һәм кәзәләр бер нисә урында йортлаштырылған тип иҫәпләнә.


Йортлаштырылған хайуандарҙы артан үҫтереүһәм үрсетеү кеше өсөн кәрәк булған төрлө билдәлерҙе һайлап алыу (селекция) ысулы менән яңы тоҡомдар сығарыу күҙ уңында тотола.

Ҡоштарҙы йортлаштырыу йорортҡа һалыусанлығын һәм тиҙ үҫеүсәнлеген күтәәу өсөн башҡарылған. Ҡаырағай ҡаҙҙарҙың массаһы 5—6 кг булһа, ит өсөн үҫтерлгәндәренеке 12 кг—ға еткән. Ҡырағай өйрәк, тауыҡ, бүҙәнә йылына 6—19 йомортҡа һалһа, йортлаштырылғандары 300—400 йомортҡа һалған. Һарыҡтарҙы йортлаштырыу бер нисә йүнәштә барған: берәстәр һанын арттырыу, ит-май тоҡомдарының тән массаһын арттырыу, йөн һәм һөт сығымын арттырыу.

Һыйыр малынын һөтлөлөк, тән ауырлығы, үрсемлек талап ителгән. Һөт биреүсе малдар йылына 10—12 мең литр һөт бирә. Ит йүнәлешендәге һыйыр ауырлыға 1 т артып китә.

Йорт хайуандары тәбиғәт шарттарында ярҙамһыҙ була. Әммә был улыр үҙ ата-бабалырынан түбән тиғендә аңлатмай. Улар тик көндәлек тормоштоң яңы шарттарына, кеше талаптарына яраҡлашҡан.

Кәрәҙҙә бал ҡорттары

Хайуандарҙы йортлаштырыу хронологияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Төр Осор Регион
Эт (Canis lupus familiaris) Б. Э.Т 33000 йылдар[1][2][3][4] Евразия
Һарыҡ (Ovis orientalis aries) Б. Э.Т 11000—9000 йылдар[5][6] Көньяҡ- Консығыш Азия
Сусҡа (Sus scrofa domestica) Б. Э.Т 9000 йылдар[7][8] Яҡын Көнсығыш, Ҡытай, Германия
Кәзә (Capra aegagrus hircus) Б. Э.Т 8000 йылдар[9] Иран
Һыйыр (Bos primigenius taurus) 8000 йыл элек[10][11] Һиндостан, Яҡын Көнсығыш, Төньяҡ Африка
Бесәй (Felis catus) Б. Э.Т 7500 йылдар[12][13][14][15] Кипр һәм Яҡын Көнсығыш
Тауыҡ (Gallus gallus domesticus) Б. Э.Т 6000 йылдар[16] Һиндостан һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азия
Диңгеҙ сусҡаһы (Cavia porcellus) Б. Э.Т 5000 йылдар[17] Перу
Ишәк (Equus africanus asinus) Б. Э.Т 5000 йылдар[18][19] Мысыр
Өйрәк (Anas platyrhynchos domesticus) Б. Э.Т 4000 йылдар Ҡытай
Азия буйволы (Bubalus bubalis) 4000 йыл элек Һиндостан, Ҡытай
Атар (Equus ferus caballus) Б. Э.Т 4000 йыл элек[20] Европа далалары
Бер үркәсле дөйә (Camelus dromedarius) Б. Э.Т 4000 йыл элек Аравия
Лама (Lama glama) Б. Э.Т 3500 йыл элек Перу
Ебәк ҡорто (Bombyx mori) Б. Э.Т 3000 йыл элек Ҡытай
Төньяҡ болоны (Rangifer tarandus) Б. Э.Т 3000 йыл элек[21] Рәсәй
Күк күгәрсен (Columba livia) Б. Э.Т 3000 йыл элек Урта диңгеҙ буйы
Ҡаҙҙар (Anser anser domesticus) Б. Э.Т 3000 йыл элек[22] Мысыр
Ике үркәсле дөйә (Camelus bactrianus) Б. Э.Т 2500 йыл элек Үҙәк Азия
Як (Bos grunniens) Б. Э.Т 2500 йыл элек Тибет
Бантенг (Bos javanicus) билдәһеҙ Көньяҡ-Көнсығыш Азия
Гаур (Bos gaurus frontalis) билдәһеҙ Көньяҡ-Көнсығыш Азия
Альпака (Vicugna pacos) Б. Э.Т 1500 йыл элек Перу
Фретка (Mustela putorius furo) Б. Э.Т 1500 йыл элек Европа
Мускус өйрәге (Cairina momelanotus) билдәһеҙ Көньяҡ Америка
Цесарка билдәһеҙ Африка
Карп (Cyprinus carpio) билдәһеҙ Көнсығыш Азия
Күркә (Meleagris gallopavo) Б. Э.Т 500 йыл элек Мексика
Алтын балыҡ (Carassius auratus auratus) билдәһеҙ Ҡытай
Ҡуян (Oryctolagus cuniculus) VI быуат Европа
Төр Осор Регион
Тур (Bos primigenius indicus) Б. Э.Т 8000 йыл элек Һиндостан
Бал ҡорттары Б. Э.Т 4000 йыл элек Бер нисә район
Азия филе (Elephas maximus) Б. Э.Т 2000 йыл элек Һиндостан
Лань (Dama dama) Б. Э.Т 1000 йыл элек Урта диңгеҙ буйы
Павлин (Pavo cristatus) Б. Э.Т 500 йыл элек Һиндостан
Горлицы (Streptopelia risoria) Б. Э.Т 500 йыл элек Төньяҡ Америка
Немой перепел (Coturnix japonica) 1100—1900 Япония
Мандаринка (Aix galericulata) билдәһеҙ Ҡытай
Бөҙрә аҡҡош (Cygnus olor) 1000—1500 Европа
Канарейка (Serinus canaria domestica) 1600 Кан утрауҙары
  1. Druzhkova AS, Thalmann O, Trifonov VA, Leonard JA, Vorobieva NV, et al. (2013) Ancient DNA Analysis Affirms the Canid from Altai as a Primitive Dog. PLoS ONE 8(3): e57754. doi:10.1371/journal.pone.0057754
  2. Dienekes' Anthropology Blog : Dog domestication in the Aurignacian (c. 32kyBP)
  3. MSNBC : World’s first dog lived 31,700 years ago, ate big
  4. Scott & Fuller 1974, p. 54
  5. Krebs, Robert E. & Carolyn A. Groundbreaking Scientific Experiments, Inventions & Discoveries of the Ancient World. — Westport, CT: Greenwood Press, 2003. — ISBN 0-313-31342-3.
  6. Simmons Paula. Storey's Guide to Raising Sheep. — North Adams, MA: Storey Publishing LLC, 2001. — ISBN 978-1-58017-262-2.
  7. Giuffra E, Kijas JM, Amarger V, Carlborg O, Jeon JT, Andersson L (April 2000). «The origin of the domestic pig: independent domestication and subsequent introgression». Genetics 154 (4): 1785–91. PMID 10747069.
  8. G. Larson, K. Dobney, U. Albarella, M. Fang, E. Matisso-Smith, J. Robins, S. Lowden, H. Finlayson, T. Brand, E. Willerslev, P. Rowley-Conwy, L. Andersson, A. Cooper (March 2005). «Worldwide Phylogeography of Wild Boar Reveals Multiple Centers of Pig Domestication». Science 307 (5715): 1618–21. DOI:10.1126/science.1106927. PMID 15761152.
  9. Melinda A. Zeder, Goat busters track domestication 2012 йыл 4 февраль архивланған. (Physiologic changes and evolution of goats into a domesticated animal), April 2000,  (инг.) (summarizing research done in Ganj Dareh).
  10. Late Neolithic megalithic structures at Nabta Playa (Sahara), southwestern Egypt. 2010 йыл 9 октябрь архивланған.
  11. Source : Laboratoire de Préhistoire et Protohistoire de l’Ouest de la France [1] 2009 йыл 26 июнь архивланған.,  (фр.).
  12. Oldest Known Pet Cat? 9500-Year-Old Burial Found on Cyprus. National Geographic News (8 апрель 2004). Дата обращения: 6 март 2007. Архивировано 20 апрель 2013 года.
  13. Muir, Hazel. Ancient remains could be oldest pet cat, New Scientist (8 апрель 2004). 23 ноябрь 2007 тикшерелгән.
  14. Walton, Marsha. Ancient burial looks like human and pet cat, CNN (April 9, 2004). 23 ноябрь 2007 тикшерелгән. 2007 йыл 22 декабрь архивланған.
  15. [2], domestication of the cat on Cyprus, National Geographic.
  16. West B, Zhou B-X. (1989). «Did chickens go north? New evidence for domestication» (PDF). World's Poultry Science Journal 45 (3): 205–218. DOI:10.1079/WPS19890012. 2004 йыл 29 июль архивланған.
  17. History of the Guinea Pig (Cavia porcellus) in South America, a summary of the current state of knowledge
  18. Beja-Pereira A, England PR, Ferrand N, et al. (June 2004). «African origins of the domestic donkey». Science 304 (5678): 1781. DOI:10.1126/science.1096008. PMID 15205528. [New Scientist Donkey domestication began in Africa Lay summary].
  19. Roger Blench, The history and spread of donkeys in AfricaPDF (235 KiB)  (инг.).
  20. The Domestication of the Horse; см также Одомашнивание лошади
  21. Domestication of Reindeer 2009 йыл 16 март архивланған. (недоступная ссылка с 23-05-2013 (4198  дня) — историякопия)
  22. Geese: the underestimated species