Күк күкрәү
Йәшен — болоттар араһында йәки болот менән ер өҫлөгөндә барлыҡҡа килгән электр зарядһыҙланыуы сәбәпле барлыҡҡа килгән атмосфера күренеше, йәшен ваҡытында күк күкрәй. Ҡағиҙә булараҡ, йәшен көслө өйкөмлө болоттарҙа хасил була, ҡойма ямғырҙар, боҙ яуыу һәм дауылдар ошо күренеш менән бәйле.
Йәшен кеше өсөн иң хәүефле тәбиғәт куренеше: билдәле булған үлемесле осраҡтар араһында тик һыу баҫыуҙа ғына күберәк кеше үлә[1].
Йәшен географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бер үк ваҡытта Ерҙә мең ярым тирәһе йәшен булып тора, уртаса йышлығы секундына 100 йәшен.
Планета өҫтөндә йәшен осрағы тигеҙ түгел. Океан өҫтөндә йәшен, континентҡа ҡарағанда ун тапҡыр һирәк күҙәтелә. Ялағай ялтырауҙың 78%-ы тропик һәм экваториаль зонала (30° төньяҡ киңлектән алып 30° көньяҡ киңлеккә тиклема) тупланған. Йәшен атыуҙың максимум активлығы Үҙәк Африкаға тура килә. Арктика һәм Антарктика поляр райондарында һәм полюс өҫтөндә йәшен булмай тип әйтергә мөмкин. Йәшен интенсивлығы кояшҡа эйәреп йөрөй: көндөҙ һәм төштән һуң йәшен иң күп йәшнәгән ваҡыт (урта киңлектәрҙә). Иң аҙ йәшен йәшнәгән ваҡыт — иртәнге кояш сығыр алдынан ваҡыт. Йәшен, шулай уҡ географик урындың үҙенсәлектәренә бәйле: көслө йәшен үҙәктәре Гималай һәм Кордильер тауҙарында урынлашҡан[2].
Рәсәй ҡалаларында уртаса йыллыҡ йәшенле көндәр һаны:
Ҡала | Йәшенле көндәр һаны |
---|---|
Архангельск | 20 |
Әстерхан | 14 |
Барнаул | 32 |
Благовещенск | 28 |
Брянск | 28 |
Владивосток | 13 |
Волгоград | 21 |
Воронеж | 26 |
Екатеринбург | 28 |
Иркутск | 15 |
Ҡазан |
28 |
Калининград | 18 |
Красноярск | 24 |
Мәскәү | 24 |
Мурманск | 4 |
Түбәнге Новгород | 28 |
Новосибирск | 20 |
Омск | 27 |
Ырымбур |
28 |
Петропавловск-Камчатский | 1 |
Дондағы Ростов | 31 |
Һамар | 25 |
Санкт-Петербург | 16 |
Һарытау | 28 |
Сочи | 50 |
Ставрополь | 26 |
Сыктывкар | 25 |
Томск | 24 |
Өфө | 31 |
Хабаровск | 25 |
Ханты-Мансийск | 20 |
Силәбе | 24 |
Чита | 27 |
Южно-Сахалинск | 7 |
Якутск | 12 |
Йәшен болото барлыҡҡа килеү стадиялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшен болото хасил булыу өсөн, яуым-төшөм барлыҡҡа килтерерлек кимәлдә дым запасын өҫкә күтәрә торған конвекция йәки башҡа механизм, һәм киҫәксәләрҙең бер өлөшө шыйыҡ хәлдә, бер өлөшө боҙ хәлендә булған структура булыуы зарур. Йәшен булдыра торған конвекция түбәнге осраҡта барлыҡҡа килә:
- ер йәймәһе төрлө булғанға ер өҫлөгөндәге һауа төрлөсә йылына. Мәҫәлән, һыу өҫтөндә һәм ҡоро ер өҫтөндә һыу һәм тупраҡ температураһы төрлөсә булған өсөн. Ҙур ҡалалар өҫтөндә, ҡала тирә яғына ҡарағанда, конвекция интерсивлыға күпкә юғарырыаҡ.
- атмосфера фронтында һалҡын һауаны йылы һауа күтәрелгәндә ҡыҫып сығара. Фронталь конвекция эске конвекцияға ҡарағанда күпкә интенсивыраҡ. Йыш ҡына өйкөм болот барлыҡҡа килеүе, ҡатламлы болоттарҙа фронталь конвекция барлыҡҡа килеүен йәшерә.
- тау массивы булған райондарҙа. Хатта бәләкәй генә ҡалҡыу урын да болоттар хасил булыуҙы көсәйтә.
Барлыҡ йәшен болоттары ла, ниндәй типта булыуына ҡарамаҫтан, өйөрлө болот стадияһын, өлгөргән болот стадияһын һәм тарҡалыу стадияһын үтә.
Йәшен болотоноң электр структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшен болото эсендә заряд урынлашыуы ҡатмарлы процесс. Шулай ҙа өлгөргән болот миҫалында дөйөм картинаны күҙ алдына килтереп була. Ыңғай зарядлы структура болот өҫтөндә урынлаша, ә тиҫкәре зарядлы структура болот эсендә урынлаша.
Болоттарҙа электр структураһы барлыҡҡа килеүен аңлата торған төрлө механизмдар бар. Төп гипотеза, болот эсендә эре киҫәктер ваҡ киҫәктәргә ҡарағанда тиҙерәк аҫҡа төшәләр һәр ыңғай заряд алалар.
Йәшен ваҡытында хәүефһеҙлек саралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йәшен башлыса бейек предметтарҙы һуға, хәүефһеҙлек саралары ошоға бәйленгән. Электр заряды иң ҡыҫҡа, ҡаршылыҡ иң әҙ булған юлды һайлай.
Йәшен ваҡытында ҡәтғи тыйыла:
- электр линиялары янында булырға;
- ағас төбөндә йәшенергә (бигерәк тә бейек һәм яңғыҙ ағас төбөндә);
- һыу инергә (сөнки йөҙөүсөнең башы һыу өҫтөнән сығып тора, бынан тыш, һыуҙа эрегән матдәләр — яҡшы электр үткәргес);
- асыҡ яланда булмаҫҡа. Был осраҡта кеше ер өҫтөнән ҡалҡып тора;
- ҡалҡыулыҡҡа менмәҫкә, шул иҫәптән йорт башына;
- металл әйберҙәр менән файҙаланмаҫҡа;
- тәҙрә янында булмаҫҡа.
- велосипедта һәм мотоциклда йөрөмәҫкә.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Гроза Викиһүҙлектә | |
Гроза Викикитапханала | |
Гроза Викимилектә |