Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
Айсар (фекер алышыу | өлөш)
аныҡлаштырыу, күренеште төҙәтеү, өҫтәмә мәғлүмәт
Тамғалар: Мобиль үҙгәртеү Мобиль ҡушымта аша үҙгәртеү
40 юл: 40 юл:


== Ижады ==
== Ижады ==
Беренсе яҙған хикәйәһе 1930 йылда "Гөрләүектәр араһында"исеме менән "Октябрь" журналында сығарыла.
1942 йылда "Партизан малай" повесын баҫтыра.
60-лап китабы [[Рәсәй]]ҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]]на лайыҡ була.
60-лап китабы [[Рәсәй]]ҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн [[Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы]]на лайыҡ була.


Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөльямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.
Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», "Ҡояш нимә тине", "Башаҡ",«Көнһылыу», «Гөльямал», «Сәйер кеше», "Өмөт бөрөләре", «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.
"Салауат монологы", "Имән" поэмалары авторы.


=== «Яҡтыға» трилогияһы ===
=== «Яҡтыға» трилогияһы ===

15:36, 5 февраль 2017 өлгөһө

Зәйнәб Биишева
Тыуған көнө:

2 ғинуар 1908({{padleft:1908|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:2|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡортостандың Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылы

Вафат булған көнө:

24 август 1996({{padleft:1996|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (88 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йүнәлеше:

Шағир, прозаик, драматург, тәржемәсе

Дебют:

«Партизан малай» (1942)

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
«Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены «Почёт Билдәһе» ордены
Зәйнәб Биишева беренсе Президент Мортаза Рәхимов менән

Зәйнәб Абдулла ҡыҙы Биишева (2 ғинуар 190824 август 1996) — башҡорт яҙыусыһы, шағир, прозаик, драматург, тәржемәсе. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, өс «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Тормошо

1908 йылдың 15 ғинуарында хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен районы Туйөмбәт ауылында ярлы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Ата-әсәһенән бик йәшләй етем ҡала.

Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенең һәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.

1941 йылдан КПСС, 1949 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

1951 йылдан алып профессиональ яҙыусы.

1996 йылдың 24 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була.

Ижады

Беренсе яҙған хикәйәһе 1930 йылда "Гөрләүектәр араһында"исеме менән "Октябрь" журналында сығарыла. 1942 йылда "Партизан малай" повесын баҫтыра. 60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә. 1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», "Ҡояш нимә тине", "Башаҡ",«Көнһылыу», «Гөльямал», «Сәйер кеше», "Өмөт бөрөләре", «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа. "Салауат монологы", "Имән" поэмалары авторы.

«Яҡтыға» трилогияһы

«Яҡтыға» трилогияһы — тарихи-революцион әҫәр. Өс китап-романдан тора: «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш». Ваҡиғалар төп героиня Гөлйемеш-Емеш исемле ҡыҙ тарафынан һөйләнелә. Емештең әсәһе Сәғүрә үлеп ҡалғас, ҡыҙҙың ике апаһы — Бибеш, Йәнеш һәм ағаһы Иштуған өсөн яңы тормош, бер үк ваҡытта ауырлыҡтар башлана. Атаһы Байгилде күрше ауылдан Сәрбиямал исемле, үҙенең балалары булмаған уҫал, үҙ һүҙле ҡатынды балаларына үгәй әсәй итеп алып ҡайта. Сәрбиямал үҙе әсә булып ҡарамаған, был тойғоно татымаған кеше — балаларға артыҡ уҫал, талапсан була. Үҫмерлектән яңы сығып килгән Бибеште күрше ауылға оло ғына кешегә, Хөснөлхаҡҡа кейәүгә, уҫал ҡәйнә янына көсләп бирәләр. Өйҙә ҡалған өс балаға ла «көн» булмай. Аҙаҡ үгәй әсә, Байгилдене өгөтләп, ғаиләһе менән үҙ ауылына күсереп алып ҡайтыуға өлгәшә. Бына ошондағы кәмһетелеүҙәр (бигерәк тә, бай балалары тарафынан), «килмешәк» тип атауҙарын кескәй Емеш ауыр кисерә һәм беренсе китаптың да исемен тап «Кәмһетелгәндәр» тип аталыуы осраҡлы түгел. Бында шулай уҡ үгәй әсәнең Әхмәтша исемле ҡомһоҙ бер бай менән атаһына хыянат итеүе, Иштуғандың Айһылыу исемле ҡыҙҙы урлап китеүен, апаһы Йәнеш менән Сәрбиямал тарафынан ҡыйырһытылыуҙары хаҡында ла һүҙ бара.

Башҡорттар хәл иткес ауыр мәлдә туғандарына ярҙам ҡулы һуҙыуҙы мотлаҡ һанаған. Әҙибә лә әсәһеҙ ҡалған бер туған Иштуған, Бибеш, Йәнещ, Емештең бер-береһен ҡурсалауында ғаиләлә туғанлыҡ хистәренең ни тиклем көслө булыуын асыҡ сағылдыра. Мәҫәлән, “Сәрбиямал, ... әсе ҡарғанып, Емеште иҙәнгә атып бәрҙе. Бының артынса һикереп тороп тибеп ебәрәйем тигәндә, Бибеш араға ташланып һеңлеһе Емеште үҙ тәне менән ҡапланы. Сәрбиямалдың бейек үксәле итеге уның тап биленә тура килде. ... ҡырағай ҡыланышҡа йөрәге һыҙлаған Бибеш ауыртыуҙы тойманы ла, Емеште күтәреп, һөйә-йыуата тышҡа алып сығып китте”

Айһылыуҙы урлап ҡасып киткәс, “... күҙ алдына ваҡыт-ваҡыт Емеш менән Йәнеш тә килеп баҫҡас, “Инде улар нишләрҙәр? Атайым да өйҙә юҡ бит, исмаһам. Ә мин уларҙы үгәй ҡулына ташлап ҡастым. Их, оятһыҙ! Йә, ағай кеше шулай буламы инде?” – тип Иштуған да әсенә.

Йәнһеҙ, ҡаты бәғерле үгәй әсә Сәрбиямалдың кәмһетеүҙәренә Йәнеш менән Емеш үҙҙәренсә ҡаршылыша, бер-береһенә таяныс булырға тырыша. Сатлама һыуыҡта һыу ташыған апаһын йәлләп тышҡа бер ҡат күлдәктән, яланаяҡ, яланбаш көйө тышҡа йүгергән “... Емеш хәҙер ул турала түгел, өшөгән апаһына әҙ генә йылынырға мөмкинлек тураһында уйланы”. Ә өйҙә Йәнештең үкһеп илағаны, нимәләрҙеңдер дөбөрҙәп ауғаны ишетелде. “... Күрәһең, Сәрбиямал ишек асырға тырышҡан Йәнеште тибеп осорҙо. Шулай ҙа Йәнеш ишекте килеп асты.” Бер-береһен ҡурсалауҙы инде килен булып төшкән Бибеш менән Емеш миҫалында ла күреп була. “Ул (Бибеш) ... кескәй һеңлеһен ярата ла, йәлләй ҙә ине. Яңғыҙ осратҡан саҡта, берәй йылы һүҙ әйтеп, йыуатып, күңелен күтәрергә тырыша. Үҙҙәренә килеп инһә, уны ашатып, тамағын туйҙырып ебәрергә тырыша. Тик уға быны эшләргә һис тура килмәй. Емеш бының өсөн апаһына һүҙ тейер тип ҡурҡып, бер ҡасан да унан аҙыҡ алып ашамай”. Балаларҙың бер-береһенә булған хәстәрлекле туғанлыҡ мөнәсәбәтенә һоҡланырға ғына ҡала.

Туғандарыңды туған итеү ғәҙәтенә бойһоноу башҡорт халҡында көслө булған. “Кәмһетелгәндәр” романында һүрәтләнгән яуыз, ҡоһоҙ Собханғол старшина ла хатта был яҡтан бер ни ҙә ҡыла алмай. Ул Иҙрис ҡарттың берҙән-бер ҡарындашы Алмабикәнең ире. “Бөтә мал-тыуарын, йорт-йыһазын үҙ ҡулына күсереп алһа ла, уны ҡыуып сығара алмай. Кешеләр уның был ҡартты урамға сығарып ырғытыр өсөн үҙенең бөтә этлеген белеп торған халыҡтан тартыныуын  яҡшы аңлайҙар”

Романда кинәйәләп кенә башҡорт ғаиләләренә хас тағы ла бер ғәҙәт – ата-әсәһе вафатынан һуң иң оло ул-атай, иң оло ҡыҙ – әсәй урыныда ҡалыуы ла аңлатып кителә. Үҙе ун ике йәшлек кенә Байгилде тиккә генә ун биш йәшлек апаһы Гөлғәйшәгә бабай эҙләмәй. “... кескәй бала кеүек бер ҡатлы апаһы Байгилделәр ғаиләһендә хәҙер иң өлкән кеше. Ләкин ул үҙе Байгилдегә хәҙер өйҙә өлкән ир кеше, уның тормошон да ойошторорға тейешле кеше итеп, таяныс итеп ҡарай.”

Борон атай-олатайҙырыбыҙ үҙҙәренең ырыуынан, ғаиләһенән, туғандарынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмаған. Шуның өсөн ырыу шәжәрәһе алып барылған, туғанлыҡ атамаларының иҫ китмәле бай булыуы ла халыҡтың туғанлыҡ тойғоһон юғары ҡуйыуын күрһәтә. Туғанлыҡ терминдары үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе нығыта, яҡынайта. Ололарға ихтирамды арттыра, өндәшеү күпкә яғымлыраҡ та, әҙәп һаҡлау ҙа, ихтирам да бар. Фәҡәт исем менән генә өндәшеү ҙә башҡорт халҡы әҙәбенә тура килмәй. Зәйнәб Бишева үҙ әҫәрендә геройҙарын ошо атамаларҙы ҡулланып аралаштырып ҡына ҡалмай, атамаларҙың мәғәнәләрен, үҙ-ар мөнәсәбәттәге ролен билдәләп үтә.  Мәҫәлән, “Аулаҡ аш бешерәйек. Ҡалай мәрәкә булыр, эйе бит, апай!..” “Апай! Аулаҡ ҡалыу ҡыуанысынан ни эшләргә белмәй ашҡынған йөрәктән атылып сыҡҡан был ябай һүҙҙән Емештең үҙенә лә, Йәнешкә лә сәйер тойолоп китте... бығаса, Емеш нисек кенә теләһә лә, үҙен йомшаҡ күңелле, илаҡ ҡына Йәнештән өлкәнерәк тойоп, уға һис тә апәй тип өндәшә алмай яфалана. Ә  үҙеңдән өлкәнерәк “апай” тип ололап өндәшмәү бында ҙур ғәйеп һанала ине Хәҙер бер тапҡыр әйткәс, бынан ары был һүҙҙе Йәнешкә ҡарата ҡулланыу ҙа Емеш өсөн ауыр булмаясаҡ. Шуға күрә был ябай һүҙ уның күңеленә бөткөһөҙ еңеллек биреп, ә Йәнеште бер илегә үҫтереп ебәргән кеүек булды”

Йәки, “Сәлимә ырыу ара тәртип буйынса, был ауылда ире Хамматтан кесе бөтә ир затына “ҡәйнеш” тип өндәшергә тейеш булһа ла, Иштуғанға, әллә уның сит ауылдыҡы булыуын иҫкә алып, әллә ярҙамсыллығы өсөн яратып, туған кеүек күреп һәр ваҡыт мырҙа тип өндәшә. Мырҙа һүҙе туғанлыҡ яҡынлығын белдергәнлектән, ҡәйнеш менән еңгә араһындағы төрлөсә шаярышыу ғәҙәтенә урын ҡалдырмауы менән оҡшай ине шикелле уға”

Тағы ла: “... Айһылыу Емештең арҡаһынан йомшаҡ ҡына һөйҙө лә, Иштуған яғына шаян ҡараш ташлап: “ -Бик ныҡ текләп ултыраһың. Бәйләргә өйрәнгең киләме әллә, бикәс? - тип һораны. Бикәс! .. Был һүҙҙе бит еңгәләр генә әйтәләр!.. Айһылыу апай минең еңгәм булырмы ни? Эй, Хоҙайым, шундай матур еңгәм булһа!..”

Башҡорт телендә туғанлыҡ терминдары иҫ китмәле бай һәм төрлө. Ҡайһы бер һөйләштәрҙә хатта әҙәби телдән дә байыраҡ терминдар бар. Бер үк туғандың төрлө атамаһын ҡулланып, халҡының ошо тел байлығын Зәйнәб Биишева бик оҫта файҙалана. Миҫал өсөн үҙеңдән кесе ир туғанға ҡарата ҡусты – мыртый мырҙа атамаһы. “Шәүрә итәген арттан ғына төйнәп, урындыҡ буйына ебәрелгән нәҙек ботло, күс башлы, ҙур ҡорһаҡлы ҡустыһы Хәсәнгә моңайып ҡараны: Мырҙам бар бит әле...” “Емеш, ахыр, сабыры етмәй һикереп торҙо: - Әйҙә мыртый, беҙ ҙә барайыҡ әле!..”

Йәки килен кешенең ире әсәһенә өндәшеү атамаһы: бейем-ҡәйнә.“ – Ҡуй, килеп йөрөгәнде ҡоҙағый яратмай ул, -тип ҡаршы төштө Йәнеш. – Бахыр, -тип ҡуйҙы Шәүрә лә. Иң уҫал бейемгә тура килгәс, ни эшләһен һуң...!” Йәки “Килен ҡәйнә оҫҡағынан ярала тип белмәй әйтмәгәндәр шул. Быныһы ла, ҡәйнәһе шикелле, ҡулынан да, теленән дә килер, ахыры”

Башҡорт халҡы ҙур ғаиләле булған. Туғанлыҡ атамалары туғанлыҡтың һәр нескәлектәрен иҫәпкә алған. Дөрөҫ өндәшеү кемдең кемгә ҡайһы яҡтан нисек туған булыуы тураһында тотош аңлатып бирә. Романда туғанлыҡ атамаларының барыһы ла ҡулланылған тиһәк, яңылыш булмаҫ. Баланың әсәһе яғынан ата-әсәһе – олатай,өләсәй, атаһы яғынан ата-әсәһе – ҡарттай, ҡартсәй, ағай, апай, еңгә, еҙнәй, ҡәйнеш, балдыҙ, ҡайнаға, һылыу, ҡарындаш, килен, кейәү, бабай, әбей, ҡоҙа, ҡоҙағый, ҡоҙаса, апһын(килендәш) һ.б. терминдар әҫәрҙең һәр битендә тиерлек. Башҡорттарҙа олоно ололау, кесене кесе итеү балаға орсоҡтайҙан, туғанлыҡты аңлатҡан һүҙҙәрҙе өйрәтеүҙән үк һеңдерелеүе романда ярылып ята.

Башҡорт халҡында шулай уҡ туғаныңа өндәшеү ҡоро атама ҡулланыу ғына түгел, яҡынайтыу өсөн эйәлек заты ялғауы ҡушылыуы ла әҙибәнең әҫәрендә билдәләп үтелә. Мәҫәлән, “Был көн ул (Ҡарасәс әбей) ғәҙәтенсә, “Ғәлиуллам, Сәмиғуллам, Тимербайым” тип үҙенең тормош юлын да һөйләп ултырҙы. Ҡарасәс әбей яҡындарының исемен әйткәндә “-ым, -ем ялғауҙарын ҡушып һөйләргә ярата. Был ялғауҙарҙы ... туғандарын яратыу, үҙ итеүҙе аңлатыу өсөн ҡуллана”. 

Икенсе китап «Оло Эйек буйында» — был Емештәрҙең йәшәгән ауылы, исеменән үк күренеүенсә Оло Эйек исемле йылға буйында йәшәүҙәре хаҡында һүҙ бара. Китаптың башында уҡ, аҡтар тарафынан Йәнешкә снаряд ярсығы тейеп үлә, атаһы ла үлеп ҡала. Уларҙың артынса уҡ ағаһы менән еңгәһе Ҡыҙыл армияһы сафында ҡайтып төшәләр һәм Емеш Бибештәрҙә ваҡытлыса йәшәй башлай. Апаһы менән йәшәгән осорҙа Емеш ҡоҙағыйы Таибә әбейҙең оло йөрәкле, ҡыйыу, тормош ауырлыҡтарына баҙап ҡалмаған, уңған кеше-әсә икәнен аңлай.

Өсөнсө китап — «Емеш» — төп героиняның балалыҡ осоронан сығып, тормошҡа яңыса бағыуы, ауылда ағаһы Иштуғандар тарафынан асылған мәктәптә уҡыуы, һуңынан Ырымбурға китеп педучилищела уҡыуы, унда яңы дуҫтар табыуы, Байрас менән беренсе мөхәббәт тарихы ла яҙыла.

Башҡа әҫәрҙәре

  • «Кәмһетелгәндәр» романы
  • «Оло Эйек буйында» романы
  • «Емеш» романы
  • «Уйҙар, уйҙар» повесы
  • «Дуҫ булайыҡ» повесы

Бүләктәре һәм маҡтаулы исемдәре

Хәтер

2016 йылдың 14 октябрендә Өфөлә Октябрь проспектындағы аллеяла Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваға һәйкәл асылды[1].

1992 йылда «Башҡортостан» киностудияһы тарафынан «Зәйнәб Биишева», 2008 йылда яҙыусының 100 йыллығына ҡарата «Беҙҙең Зәйнәб» исемле документаль фильмдар төшөрөлә (режиссер, сценарий авторы Ә. Абдразаҡов).

Зәйнәб Биишева исемен йөрөтәләр:

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар