Ойстрах Давид Фёдорович
Ойстрах Давид Федорович (Фишелевич) (30 сентябрь 1908 йыл — 24 октябрь 1974 йыл) — совет скрипкасыһы, альтсы, дирижер, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1953). Ленин (1960) һәм беренсе дәрәжә Сталин премиялары лауреаты (1943).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Давид Ойстрах Одесса ҡалаһында йәһүд ғаиләһендә тыуған. Атаһы — икенсе гильдия сауҙагәре Ойстрах Фишель Давидович[8][9], әсәһе — Ойстрах Бейла Шепселевна (1880—1942 йылдан һуң)[10][11]. Бершадтә тыуған олатаһы, икенсе гильдия сауҙагәре Ойстрах Дувид Мошкович Екатерининская урамындағы икмәкханға хужа була (шулай уҡ әлеге урамдп уның өс ҡатлы йорто була)[12]. 1908—1932 йылдарҙа Д. Ф. Ойстрах Екатерининская урамы, 29 йортта йәшәй (Полицейская урамы мөйөшө, Кумбари йорто)[13]. Әсәһе Одесса опера театры хорында йырлай.
Давид Ойстрах биш йәшенән алып скрипкала һәм альтта уйнарға өйрәнә (уҡытыусыһы П. С. Столярский), башта шәхси рәүештә, ә 1923 йылдан алып — Одесса музыка-драма институтында (хәҙер А. В. Нежданова исемендәге Одесса милли музыка академияһы), уны 1926 йылда уңышлы тамамлай. Институтта махсус гармонияны һәм полифонияны композитор Н. Н. Вилинский етәкселегендә өйрәнә. Студент булған саҡта уҡОдесса симфоник оркестры менән солист һәм дирижер булараҡ сығыш яһай.
1926—1928 йыдарҙа — Одесса Посредрабис солисы. 1927 йылда Киевта А. К. Глазуновтың скрипка өсөн оркестр менән концертын башҡара, оркестрға автор үҙе етәкселек итә. 1928 йылда скрипкасы булараҡ тәү башлап Ленинградта уйнай, бер йылдан һуң Мәскәүҙә сығыш яһай һәм тиҙҙән баш ҡалаға йәшәү өсөн күсенә. 1932—1934 йылдарҙа һәм 1941 йылда була — солист, 1961 йылда — һәм дирижеры мәскәү филармонияһы.
1935 йылда 2-се бөтә Союз музыкант-башҡарыусылар конкурсында еңеү яулай һәм шул уҡ йылда Г. Венявский исемендәге халыҡ-ара скрипкасылар конкурсында икенсе премия ала (Ж. Невё еңеүсе итеп таныла). Ике йылдан һуң Брюссель ҡалаһында Изаи исемендәге конкурста еңә һәм донъялыҡ билдәлелек яулай.
1942 йылда ҡатыны, улы һәм әсәһе менән Мәскәүҙән Свердловскиға эвакуациялана. Һуғыш йылдарында музыкант хәрби-шефлыҡ эштә әүҙем ҡатнаша, моблизация пункттарында, госпиталдәрҙә, блокадалы Ленинградта, Төньяҡ океан флотсылары алдында сығыш яһай. 1943 йылдан пианист Л. Оборин һәм виолончелист С. Кнушевицкий менән ансамблдә уйнай. Әлеге ансамбль Кнушевицкийҙың вафатына тиклем ғәмәлдә була (1963 йылға тиклем). 1942 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
Һуғыштан һуң әүҙем концерт эшмәкәрлеген башлай. 1945 йылда Мәскәүҙә И. Менухин (һуғыштан һуң СССР-ға килгән тәүге сит ил башҡарыусыһы) менән бергә И. С. Бах концерын башҡарыу тамашасыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. 1946—1947 йылдарҙа Скрипка концерты үҫеше" циклын ойоштора, унда ул Ян Сибелиус, Э. Элгар, У. Уолтон махсус уның өсөн ижад ителгән А. Хачатуряндың концерттарын башҡара. Скрипкасыға Д. Шостакович та оркестр менән скрипка өсөн концертын бағышлай, уны Нью-Йорк ҡалаһында 1955 йылда тәүге гастролдәрендә башҡара. Шулай уҡ альтист булараҡ та сығыш яһай.
О. Клемперер, Ю Орманди, К. Кондрашин, Г Караян, Д. Митрополус һәм башҡалар етәкселегендәге оркестр менән сығыш яһай. Донъяның күпселек илдәрендә гастролдәрҙә була.
1934 йылдан Мәскәү консерваторияһында (1939йылдан — профессор, 1950 йылдан — скрипка кафедраһы мөдире). Уның уҡыусылары араһында- улы Игорь, П. Чайковский халыҡ-ара конкурстар лауреаты. В. Климов, В Пикайзен, С Снитковский, О. Каган, М. Готсдинер, Л. Бруштейн, Л. Фейгин, Л. Исакадзе, Г Кремер, О. Крыса, А. Винницкий һәм башҡа скрипкасылар.
П. Чайковский исемендәге Халыҡ-ара конкурстарҙың тәүге бишәүһендә (1958—1974) «скрипка» номинацияһында алыштырһығыҙ жюри рәйесе була.
Ярайһы көслө шахматсы була, үҙ ваҡытында уның С. Прокофьев менән матчы йәмәғәтселектә ҙур ҡыҙыҡһындырыу тыуҙыра. Ойстрах еңеү яулай (1937)[14].
Атаһы һәм улы острахтар йыш ҡына бергә сығыш яһайҙар[15].
1974 йылдың 24 октябрендә Амстердамда (Голландия) сираттағы концерттан һуң бер нисә сәғәт үткәс, йөрәк өйәнәгенән вафат була. Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында (7-се участка) ерләнгән.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бөтә Украин скрипкасылар конкурсы, 1-се премия (Харьков, 1930)
- Бөтә Союз музыкант-башҡарыусылар конкурсы,1-се премия (Ленинград, 1935)
- , Г. Венявский исемендәге халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы, 2-я премия (Варшава, 1935)
- Э. Изаи исемендәге халыҡ-ара скрипкасылар конкурсы, 1-се премия . (Брюссель, 1937)
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1942)[16]
- СССР-ҙың халыҡ артисы (1953)
- Беренсе дәрәжә (Сталин премияһы (1943) концерт-башҡарыу эшмәкәрлеге өсөн
- Ленин премияһы (1960) — музыка-башҡарыу өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн
- Ике Ленин ордены (1946, 1966)
- Ике «Почет билдәһе» ордены (шул иҫәптән 1937)
- «1941-1945 йылдарҙағы бөйөк ватан һуғышында маҡтаулы хеҙмәте өсөн» миҙал
- Финляндия Арыҫланы ордены (1966)
- Леопольд II ордены (1967, Бельгия)[17]
- Ике «Грэмми» премияһы (1970, 1974)[18]
- Берлин сәнғәт академияһының ағза-корреспонденты (ГДР, 1961)
- Лондондағы Король музыка академияһының почетлы ағзаһы (1959)
- Римдағы «Санта-Чечилия» Милли академияһының почетлы ағзаһы (1961)
- Бостондағы Америка фән һәм сәнғәт академияһының почетлы ағзаһы (1961)
- Швед король музыка академияһының почетлы ағзаһы (1969)
- Бетховен йәмғиәтенең почетлы ағзаһы
- Веналағы Музыка йәмғиәтенең почетлы ағзаһы
- Будапешт консерваторияһның почетлы профессоры(1968)
- Кембридж университеының почетлы музыка докторы (1969)
- Gramophone журналының Дан залына индерелгән.
Фильмографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1954 — «В праздничный вечер»
- 1960 — «Вдохновенное искусство» (документальный)
- 1988 — цикл передач «Музыкальный абонемент. Д. Ойстрах»
- 1994 — «Давид Ойстрах: Народный артист?» (документальный, режиссёр Б. Монсенжон)
- 2008 — «Давид Ойстрах. Гений скрипки» (документальный, режиссёр Н. Тихонов)
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 2006 йылда Д. Ойстрах исемендәге хәйриә фонды ойошторола, д. Ойстрах[19],
- Пярну ҡалаһында (Эстония) хәтер музыка фестивале даими үткәрелә.
- 2016 йылдың 26 апрелендә Одессалағы Затон урамы Давид Ойстрах урамы тип үҙгәртелә[20].
- Нәфис фильм Арам Хачатурянға арналған нәфис фильмда («Ҡылыстар менән бейеү», 2019, реж. Й. Разыҡов) Давид Ойстрах ролен Александр Ильин башҡара.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Deutsche Nationalbibliothek Record #118589695 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
- ↑ 3,0 3,1 Dawid (David) Fjodorowitsch Oistrach // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Bibliothèque nationale de France David Fedorovič Ojstrah // идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
- ↑ Brozović D., Ladan T. David Ojstrah // Hrvatska enciklopedija (хорв.) — LZMK, 1999. — 9272 с.
- ↑ David Oistrakh // SNAC (ингл.) — 2010.
- ↑ David Oistrakh // Find a Grave (ингл.) — 1996.
- ↑ Запись о рождении Давида Ойстраха в канцелярии городского раввина Одессы (1908)
- ↑ Яков Коваленский «Гений скрипки»
- ↑ Давид Ойстрах в списках эвакуированных в Свердловск (1942)
- ↑ Бейла Острах в списках эвакуированных в Свердловск (1942)
- ↑ Екатерининская улица
- ↑ Жилой дом Кумбари 2021 йыл 24 сентябрь архивланған.
- ↑ Ботвинник М. М. Аналитические и критические работы 1928—1986: Статьи, воспоминания. — М.: Физкультура и спорт, 1987. — С. 42-43
- ↑ Штильман А. Игорь Ойстрах рассказывает. Моменты жизни в фотографиях // Семь искусств. — 2011. — В. июль. — № 7 (20).
- ↑ Артур Штильман Сыновья… К 80-летию Игоря Ойстраха // Семь искусств : журнал. — 2011. — В. февраль. — № 2 (15).
- ↑ Ойстрах Давид Фёдорович (1908—1974)
- ↑ Давид Ойстрах на сайте премии «Грэмми»
- ↑ Благотворительный фонд имени Давида Ойстраха
- ↑ Горсовет официально переименовал улицы и переулки в Одессе, уступив Сергею Кивалову
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ямпольский И. М. Давид Ойстрах. — М., 1968
- Светланов Е. Ф. Музыка сегодня. — М., 1979, с. 250—254
- 30 сентябрҙә тыуғандар
- 1908 йылда тыуғандар
- Одессала тыуғандар
- 24 октябрҙә вафат булғандар
- 1974 йылда вафат булғандар
- Нидерландта вафат булғандар
- Мәскәүҙә ерләнгәндәр
- Мәскәү консерваторияһын тамамлаусылар
- Сталин премияһы лауреаттары
- Ленин ордены кавалерҙары
- СССР-ҙың халыҡ артистары
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- «1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- Ленин премияһы лауреаттары
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре
- Финляндия арыҫланы ордены кавалерҙары
- «Грэмми» премияһы лауреаттары
- КПСС ағзалары
- Мәскәү консерваторияһы уҡытыусылары
- Рәсәйҙең академик музыканттары
- СССР-ҙың академик музыканттары
- XX быуат музыка педагогтары
- Рәсәй музыка педагогтары
- СССР музыка педагогтары
- Алфавит буйынса педагогтар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- XX быуат дирижёрҙары
- Рәсәй дирижёрҙары
- СССР дирижёрҙары
- Алфавит буйынса дирижёрҙар
- Алфавит буйынса музыканттар