Эстәлеккә күсергә

Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы
Коммунистическая партия
Российской Федерации
Логотип
Лидер:

Геннадий Андреевич Зюганов

Нигеҙләүсе:

Валентин Купцов[1][2], Геннадий Зюганов

Төҙөлгән ваҡыты:

19 июнь 1990 йыл
(КП РСФСР),
14 февраль 1993 йыл
(КПРФ)

Штаб-квартира:

103051 Мәскәү, Кесе Сухарев тыҡрығы, 3 йорт, 1-се ҡаралты

Идеология:

XXI быуат социализмы,
коммунизм,
марксизм-ленинизм,
антикапитализм,
һул милләтселек

Интернационал:

СКП-КПСС

Йәштәр берләшмәһе:

ЛКСМ РФ (2011 йылға тиклем исеме СКМ РФ)

Ағзалар һаны:

161 569 (2015)[6]

Девиз:

«Рәсәй! Хеҙмәт! Халыҡ ҡеүәте! Социализм!»

Урындар Дәүләт Думаһында:
42 / 450
(1-се саҡырылыш)
157 / 450
(2-се саҡырылыш)
113 / 450
(3-сө саҡырылыш)
51 / 450
(4-се саҡырылыш)
57 / 450
(5-се саҡырылыш)
92 / 450
(6-сы саҡырылыш)
42 / 450
(7-се саҡырылыш)
57 / 450
(8-се саҡырылыш)
Урындар Төбәктәр парламенттарында:
495 / 3980
[3]
Гимн:

«Интернационал»[4]

Партия баҫмаһы:
  • «Правда» гәзите [7]
  • «Политическое просвещение» журналы [8]
  • төбәктәрҙә 30-ҙан ашыу баҫма
Сайт:

kprf.ru

Gennady Zyuganov, 2015
КПРФ Үҙәк комитеты рәйесе Геннадий Зюганов, 2015 йыл

Рәсә́й Федера́цияһы Коммуниста́р па́ртияһы (рус. Коммунисти́ческая па́ртия Росси́йской Федера́ции, ҡыҫҡаса КПРФ) – Рәсәй Федерацияһының рәсми теркәлгән һул ағымдағы сәйәси партияһы. Үҙен Советтар Союзы Коммунистар партияһы — КПСС-тың тура вариҫы итеп һанай. Рәсәй Дәүләт Думаһына барлыҡ һайлауҙарҙа ҡатнашҡан өс партияның һәм улар һөҙөмтәһендә барлыҡ саҡырылыш Дәүләт Думаһында тейешле урындар алған ике партияның береһе.

КПРФ Рәсәй коммунистарының ғәҙәттән тыш II съезында (1314 февраль 1993 йыл) РСФСР Коммунистар партияһын тергеҙеү аша ойошторола. Ил төбәктәрендә 81 бүлексәһе бар, ағзалар һаны – 157 528 кешенән артыҡ (2012)[5]. КПРФ бөтә саҡырылыш Дәүләт Думаһында урын алған, шулай уҡ төбәктәр кимәлендәге хөкүмәт органдарында үҙенең вәкиллектәренә эйә.

Партия оҙайлы киләсәккә үҙенең стратегик маҡсаты итеп Рәсәйҙә яңартылған социализм төҙөү тип атай. Ҡыҫҡа ваҡытлы киләсәктә үҙ алдында түбәндәге бурыстарҙы ҡуя: хөкүмәткә илһөйәр көстәрҙең килеүе, тәбиғи байлыҡтарҙы һәм Рәсәй иҡтисадының ҙур әһәмийәткә эйә булған тармаҡтарын милләтләштереү, ошоноң менән бергә кесе һәм урта эшҡыуарлыҡты һаклау, дәүләттең сәйәси ижтимағи йүнәлешен үҫтереү. Барлыҡҡа килгәндән үк ғәмәлдәге хөкүмәткә ҡаршы тороусы партия итеп сифатлай.

Юғары орган – партия съезы, ул партияның Үҙәк комитетын һәм уның рәйесен һайлай. 1993 йылдан КПРФ рәйесе Геннадий Зюганов, 2004 йылға тиклем КПРФ үҙәк башҡарма комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Валентин Купцов булған. КПРФ рәйесенең урынбаҫарҙары (2013 йылға ҡарата) — Владимир Кашин, Валерий Рашкин, Дмитрий Новиков, 2004 йылдан беренсе урынбаҫары – Иван Мельников. Тикшереүсе орган – партияның Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы, рәйесе Николай Иванов.

КПРФ ағзаһының партия билеты.
КПСС партия билетының өлгөһө һаҡланған
Тышҡы видеофайлдар
КПРФ проморолигы, «Хочу в СССР»

2008 йылда ҡабул ителгән партия программаһының яңы редакцияһында, КПРФ тураһында ялланма хеҙмәт кешеләренең хоҡуҡтарын һәм милли-дәүләт мәнфәғәттәрен яҡлаусы берҙән-бер сәйәси ойошма тип күрһәтелгән. Рәсәйҙә яңартылған социализмды төҙөү, XXI быуат социализмы – партияның программалағы стратегик маҡсаты тип билдәләнгән[4]. Партия маркс-ленин ғилеменә таянып эшләй һәм уны ижади үҫтерә, ватан һәм донъя фәндәренең ҡаҙаныштары һәм тәжрибәһенә таяна – тип, КПРФ программаһында белдерелгән[4]. Программа документтарында һәм партия лидерҙарының эштәрендә ҙур урынды, яңы донъя тәртибе (сәйәсәт) һәм мең йыллыҡ тарихлы урыҫ халҡының ҡаршы тороуҙары, уның үҙенсәлектәре менән – берҙәмлек һәм ҡеүәтлек, тәрән ышаныстары[6], урыҫ һорауы[7] — биләй.

Үҙенең программаһы буйынса[4], КПРФ илде өс этапта үҙгәртеп ҡорорға кәрәк тип иҫәпләй. Беренсе этапта КПРФ башлығында коалиция шәхсилегендә хеҙмәтселәр хөкүмәтенең барлыҡҡа килеүе планлаштырыла. Был маҡсаттың уңыштары, һуңғы ун йыллыҡта хәләкәтле реформа эҙемтәләрен бөтөрөргә ярҙам итәсәк, айырыуса, 1990 йылдарҙа приватизацияға эләккән милекте милләтләштереүҙә. Шул уҡ ваҡытта, шулай ҙа, ваҡ тауар етештереүселәр ҡаласаҡ, һәм, унан да бигерәк, юғары капитал, чиновниктар һәм мафия төркөмдәре талауҙарынан һаҡлау ойоштороласаҡ. Шулай уҡ төрлө кимәлдәрҙә советтар идара итеү реформаһын тормошҡа ашырыу планлаштырыла.

Икенсе этапта советтар һәм провсоюздар роле күпкә үҫәсәк. Иҡтисадта әкренләп хужалыҡтың социалистик өлгөләренә күсеү буласаҡ, шулай ҙа ваҡ шәхси капитал һаҡланып ҡаласаҡ. Ниһайәт, өсөнсө этапта социализмды төҙөү планлаштырыла.

Программа-минимумда (партияның стратегик маҡсаттарының беренсе сиратта тормошҡа ашырыу саралары) алдағы маҡсаттар ҡарала[4]:

  • хеҙмәтселәр хөкүмәтен, халыҡ-патриотик көстәрҙе булдырыу;
  • Рәсәйҙең тәбиғи байлыҡтарын һәм иҡтисадтың стратегик тармаҡтарын милләтләштереү, һәм уларҙың килемдәрен бөтә халыҡ мәнфәғәтенә һәм Рәсәйҙең именлегенә файҙаланыу;
  • алдағы иҡтисади һәм ижтимағи үҫешенә ҡулланыу өсөн Рәсәйгә сит ил банктарынан дәүләт финанс резервтарын ҡайтарыу;
  • халыҡтың матди хәлдәрен боҙоусы һәм илдең тәбиғи ресурстарын ташып бөтөрөүгә мөмкинлек биреүсе закондарҙы ҡайтанан ҡарау: льготаларҙы аҡсалатыу тураһындағы законды, хеҙмәт, торлаҡ, ер, урман һәм һыу кодекстарын;
  • күп балалы ғаиләләргә льготаларҙы кире ҡайтарыу, дөйөм ҡуллана алырлыҡ балалар баҡсаһы селтәрен яңынан барлыҡҡа килтереү, йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү;
  • пенсияға сығыу йәшен күтәреүгә мөмкинлек бирмәү;
  • ярлылыҡ менән көрәшеү программаһын ҡабул итеү, иң беренсе нәүбәттә кәрәкле тауарҙарҙың хаҡы өҫтөнән ваҡытлыса дәүләт тарафынан, бигерәк тә илдең ҡатмарлы төбәктәрендә, күҙәтеү булдырыу;
  • прогрессив һалым түләүҙе индереү;
  • торлаҡ-коммуналь хужалығы алдында хөкүмәт яуаплылығын ҡайтанан барлыҡҡа килтереү, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәренә ғаилә килеменең 10 %-тан артыҡ булмаған күләмдә түләүҙәрҙе булдырыу, кешеләрҙе ҡыуып сығарыуҙы бөтөрөү, дәүләттең торлаҡ төҙөүен йәйелдереү;
  • ваҡ һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн шарттар булдырыу, коррупция һәм енәйәтселекте бөтөрөү өсөн ҡәтғи саралар ҡабул итеү, яһалма банкротлыҡ практикаһын ҡырҡа бөтөрөү, компанияларҙы законһыҙ һәм дуҫтарса булмаған йотоуҙы бөтөрөү;
  • сифатлы һәм бушлай һаулыҡ һаҡлауҙы кире ҡайтарыу, табиптарға лайыҡлы эш хаҡы;
  • һайлауҙар һөҙөмтәләрен ялғанлап күрһәтеүҙе бөтөрөү, ысын бойондороҡһоҙ суд системаһын булдырыу, дәүләттең идара итеү системаһының файҙаһын күтәреү, чиновниктарҙың күләмен кәметеү, хеҙмәт коллективтарының һәм профсоюздарҙың хоҡуҡтарын арттырыу;
  • фәнде финанслауҙы арттырыу, ғалимдарға лайыҡлы эш хаҡы һәм тикшеренеү эшмәкәрлегендә бөтә кәрәк-яраҡтар менән тәьмин итеү, дөйөм бушлай урта һәм юғары белемдең юғары стандарттарын тергеҙеү, дөйөм ҡуллана алырлыҡ һәм юғары сифатлы һаулыҡ һаҡлауҙы булдырыу;
  • йәмғиәтте киң мәғлүмәт сараларындағы әҙәпһеҙлек һәм әшәке һүҙҙәрҙән ҡурсалау, закон ситлегендә эш иткән, бөтә сәйәси көстәргә дәүләттең киң мәғлүмәт сараларына инеү мөмкинлеген биреү, Рәсәй һәм Совет тарихын ҡара яғыуҙы туҡтатыу.

КПРФ, Г. А. Зюганов һүҙҙәре буйынса, православие сиркәүе менән хеҙмәттәшлек өсөн сығыш яһай, мәҫәлән, урыҫ православие сиркәүе менән берлектә сит илдәрҙән секталарҙы Рәсәйгә инеүгә ҡаршы закон ҡабул итеүҙә сығыш яһаған[8].

Шулай уҡ партия ватан тарихы мөнәсәбәтендә үҙенең ҡарашына эйә, һәм тарихсыларҙың биләгән[9] позицияһын алдаҡ тип уйлай: мәҫәлән, Украиналағы аслыҡ тураһында, Катыньдағы енәйәт, коллективлаштырыу[10]. Шул уҡ ваҡытта партия 1930 - 1940-сы йылдарҙағы айырым социализм законлығын боҙоуын таный һәм уларҙы ғәйепләй[4]. Сталиндың ролен баһалағанда, КПРФ вәкилдәре иҡтисади ҡаҙаныштарын, Бөйөк Ватан һуғышында еңеүҙе һәм һуғыштан һуңғы илде, «ядро ҡалҡаны» булдырыу менән бергә, аяҡҡа баҫтырыуҙы иҫәпкә алыуҙы тәҡдим итә. «Репрессияларға ҡағылғанда, 1950-се йылдарҙа уҡ партия уларҙың ярамағанлығын белдерҙе һәм уның бер Ҡасан да ҡабатланмаҫлығына ант бирҙе» – тип, билдәләне 2009 йылда Зюганов.

Үҙенең заманса күренешендә КПРФ күбеһенсә милли-патриотик партия булып тора, ә коммунистик түгел. Милли ҡараштарҙы партияның төп идеологтарының береһе Алексей Подберезкинда тотоңҡорап тора[11].

Партия структураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
КПРФ флагы

КПРФ федерацияның һәр төбәгендә берәр региональ бүлектән тора[5], региональ бүлектәр һәр муниципаль районда, ҡала округында йәки ҡала эсе территорияһында берәр урындағы бүлектән, урындағы бүлектәр һәр ҡала ултыраҡтарында, ауыл биләмәләрендә, торлаҡ хужалары ширҡәтендә (ТСЖ) йәки урам комитеттарында берәр башланғыс бүлектән тора.

Башланғыс бүлектең юғары органы – дөйөм йыйылыш, дөйөм йыйылыштар араһында – башланғыс бүлектең бюроһы, юғары вазифа заты – башланғыс бүлектең секретары, урындағы бүлектең юғары органы – урындағы бүлектең конференцияһы, конференциялар араһында – урындағы бүлек комитеты, урындағы бүлектең башҡарма органы – урындағы бүлектең комитет бюроһы, урындағы бүлектең юғары вазифа заты – урындағы бүлек комитетының беренсе секретары, региональ бүлектең юғары органы – региональ бүлектең конференцияһы, конференциялар араһында – региональ бүлек комитеты, региональ бүлектең башҡарма органы – региональ бүлектең комитет бюроһы, региональ бүлектең юғары вазифа заты – региональ бүлек комитетының беренсе секретары.

КПРФ Рәсәй Федерацияһының барлыҡ территорияһында үҙенең региональ, урындағы һәм башланғыс партия ойошмаларын ойоштора. КПРФ етәкселек органының даими урынлашҡан ере Мәскәү ҡалаһы. Партияла фракциялар булдырыу тыйылған[12]. Дуҫлыҡ лы йәштәр ойошмаһы – Рәсәй Федерацияһының ленинсы коммунистик йәштәр союзы (ЛКСМ РФ).

Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы үҙенең эшен программа һәм устав нигеҙендә төҙөй. Партия дәүләт теркәгән мәленән юридик шәхес булып тора һәм үҙенең эшмәкәрлеген бөтә Рәсәй территорияһында устав маҡсаттарына ярашлы итеп үтәй.

Юғары органы – Съезд, съездар араһында – КПРФ Үҙәк комитеты (КПРФ ҮК)[12], Үҙәк комитет партия программаһы һәм съездар ҡарарҙары нигеҙендә мөһим мәсьәләләр буйынса документтар әҙерләй. Башҡарма органдары – Үҙәк комитет Президиумы һәм Үҙәк комитет Секретариаты. КПРФ Үҙәк комитеты пленумдары араһындағы осорҙа сәйәси һәм ойоштороу мәсьәләләрен хәл итеү өсөн Президиум һайлана. Ағымдағы эштәрҙе ойоштороу өсөн һәм партияның үҙәк органдары ҡарарҙарының башҡарыуын тикшереү өсөн КПРФ Үҙәк комитеты, президиумға хисап биреүсе, секретариат һайлай.

2013 йылдың 24 февралендә Үҙәк комитет пленумында һайланған ағымдағы КПРФ ҮК президиумы составы[13]:

Шулай уҡ партияла юғары тикшереү органы бар – КПРФ Үҙәк контроль-ревизия комиссияһы (ЦКРК)[12]. ЦКРК съезд тарафынан йәшерен тауыш биреү ысулы менән һайлана. Был структура КПРФ ағзаларының һәм структуралы бүлексәләренең уставты үтәүҙәрен тикшерә. Шулай уҡ был орган теге йәки был юғары органдарҙың ҡарарҙарына КПРФ ағзаларының апелляцияларын ҡарау менән шөғөлләнә. ЦКРК рәйесе — Николай Иванов.

Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1993 йылдың март айында Советтар Союзы Коммунистар партияһы, элекке Советтар Союзының союздаш республикалары коммунистар партияһын берләштереүсе, халыҡ-ара ойошма – Советтар Союзы Коммунистар партияһы – коммунистар партияһы союзына (СКП-КПСС) үҙгәртеп ҡорола. Ойошманы 2001 йылдың ғинуарынан КПРФ лидеры Геннадий Зюганов етәкләй.

Партия Европа һулдары халыҡ-ара партияһы менән бәйләнештә тора, әммә уның ағзаһы түгел[14], шулай уҡ Ҡытай Коммунистар партияһы менән бәйләнештә[15].

Партия һәм киң мәғлүмәт саралары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Партия матбуғаты – «Правда» гәзите[16], 30-ҙан ашыу төбәк баҫмалары, «Вестник организационно-партийной и кадровой работы» эске баҫмаһы, «Политическое просвещение» журналы. Элегерәк «Правда России» аҙналығы нәшер ителгән һәм «Резонанс» радиоһы дуҫлыҡлы булған[17].

Иң ҙур дуҫлыҡлы гәзит – «Советская Россия» гәзите, 2004 йылға тиклем «Завтра» гәзите дуҫлыҡлы булған. Киң мәғлүмәт сараларының иң тиражлы баҫмаларында, шулай уҡ телевидение һәм төп радиостанцияларҙа КПРФ барлыҡҡа килгән мәленән бирле бик һаран күрһәтелгән, һәм икеләнеүһеҙ әйтеп булмай[18]. Тарих дәреслектәрендә һәм күпселек киң мәғлүмәт сараларында, мәҫәлән, РСФСР Коммунистар партияһын тыйыу тураһындағы Б. Н. Ельцин указының рәт ҡағиҙәләрен РФ Конституция суды тарафынан тыйыу ([19] һәм[20] сағыштырыуҙа күренгәнсә), 2003 йылғы һайлауҙарҙы боҙоп күрһәтеү тураһындағы дәғүә телгә алынмай[21].

КПРФ финанс отчеты буйынса, үҙәк һайлау комиссияһына бирелгәнсә, 2006 йылда партия 127 453 237 һум алды. Шул иҫәптән:

  • 29 % —ағзалыҡ взносы;
  • 30 % — федераль бюджет;
  • 6 % — иғәнә;
  • 35 % — башҡа керем.

2006 йылда партия тарафынан 116 823 489 һум аҡса тотонолған. Шул иҫәптән:

  • 5 % — региональ бүлектәрҙе бағыу;
  • 21 % — пропаганда эшмәкәрлегенә (мәғлүмәт, реклама, нәшриәт, полиграфия);
  • 10 % — идара итеү органдарын бағыу;
  • 7 % — һайлауҙар һәм референдумдар әҙерләү һәм үткәреү;
  • 36 % — нәшриәт, киң мәғлүмәт сараларын, белем биреү учреждениеларын тәьмин итеү.

2008 йылда КПРФ эшмәкәрлегенең 70 проценты Рәсәй Федерацияһы дәүләт бюджетынан финансланған. Партияның XIII съезында КПРФ ЦКРК отчёт сығышы буйынса, 2008 йылдың 10 айында керемдең дөйөм суммаһы 148 миллион һум тәшкил иткән, шул иҫәптән 8 миллион һум ағзалар взносы, 36 миллион һум – ирекле иғәнә һәм 106 миллион һум – дәүләт думаһы һәм президент һайлауҙарында КПРФ алған һайлаусылар тауыштары өсөн бюджет финансы.

2008 йылда КПРФ сығымдары шулай уҡ 148 миллион һум тәшкил иткән, шул иҫәптән 81,5 миллион һайлауҙар кампанияһын үткәреү өсөн тотонолған, 31,5 млн – матбуғат продукцияһын һәм «Правда» гәзитен баҫтырыу өсөн, ә 23 млн һумға күсемһеҙ милек, ул хәҙер партияның 22 төбәгендә бар, алыуға киткән[22]. 2008 йылдың 19 октябрендә КПРФ лидеры Геннадий Зюганов, партияның программа маҡсаттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн, Рәсәй граждандарына матди ярҙам һорап мөрәжәғәт итте[23][24].

КПРФ Рәсәй коммунистарының ғәҙәттән тыш II съезында (13 – 14 февраль 1993 йыл) РСФСР Коммунистар партияһын тергеҙеү аша ойошторола. КПРФ уставы түбәндәгене белдерә: «КП РСФСР һәм КПСС башланғыс ойошмалары коммунистары инициативаһы буйынса ойошторолған Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы КПСС һәм КП РСФСР-ҙың эшен, уларҙың идеяларын дауам итеүсе булып тора»[12].

Партияның съездары һәм конференциялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • I (ойоштороу съезы) КП РСФСР съезы (2023 июнь, 5 һәм 6 сентябрь, 1990 йыл, Мәскәү).
  • II (сираттан тыш) КП РСФСР съезы, Партияның атамаһы КПРФ-ҡа үҙгәртелгән (1314 февраль, 1993 йыл, Клязьма пансионаты, Мәскәү алды) – уны тағын берләштереү-тергеҙеүсе тип атайҙар, сөнки Конституция Суды ҡарары нигеҙендә Ельциндың башланғыс ойошмалар – КП РСФСР партячейкаларын тыйыуы ғәмәлдән сығарылған, КПРФ, ошо башланғыс ойошмалар нигеҙендә, партия кеүек ойошторолған, һәм 1991 – 1992 йылдарҙа КПСС һәм КП РСФСР ағзалыҡ нигеҙендә барлыҡҡа килгән партиялар менән берләштереү фаразланған. Съезд 148 кеше иҫәбендә үҙәк башҡарма комитетын һайлаған[25].
  • I бөтә рәсәй КПРФ конференцияһы (26 октябрь 1993 йыл, Мәскәү) – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының I йыйылышы депутаттарына кандидаттар күрһәтеү. Конференция Думаға һайланасаҡ кандидаттарға 1978-се йылғы конституцияны һәм уның нигеҙендә көн күргән хоҡуҡи режимды тергеҙеү өсөн көрәшергә йөкмәткән. Конференциянан һуңғы осорҙа Иван Рыбкинды Дәүләт Думаһы рәйесе вазифаһына һайлауҙа булышлыҡ итеү, ГКЧП ағзаларын һәм 1993 йылғы октябрь ваҡиғаларында ҡатнашыусыларҙы амнистияға эләктереү өсөн тауыш биреү, эшмәкәрлектең мөһим этаптары булып тора[25].
  • II бөтә рәсәй КПРФ конференцияһы (2324 апрель, 1994 йыл, Мәскәү) – КПРФ-тың СКП-КПСС-ҡа инеүе.
  • III КПРФ съезы (2122 ғинуар, 1995 йыл, Мәскәү) – КПРФ программаһын ҡабул итеү.
  • III бөтә рәсәй КПРФ конференцияһы (26 август, 1995 йыл) – Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының II йыйылышы депутаттарына кандидаттар күрһәтеү.
  • IV бөтә рәсәй КПРФ конференцияһы (15 февраль, 1996 йыл) – Рәсәй Федерацияһы Президентына кандидат итеп Г. А. Зюгановты тәҡдим итеү.
  • IV КПРФ съезы (1920 апрель, 1997 йыл, Мәскәү).
  • V КПРФ (сираттан тыш) съезы (23 май, 1998 йыл, Мәскәү).
  • VI КПРФ съезы (1999 йылдың 4 сентябре, 21 сентябре, 2000 йылдың 15 ғинуары, Мәскәү) – Дәүләт Думаһының III йыйылышы депутаттарына кандидаттар күрһәтеү, Рәсәй Федерацияһы Президентына кандидат итеп Г. А. Зюгановты тәҡдим итеү[26].
  • VII КПРФ съезы (2, 3 декабрь, 2000 йыл, Мәскәү).
  • VIII КПРФ (сираттан тыш) съезы (19 ғинуар, 2002 йыл, Мәскәү) – ҡануниәт талаптарына ярашлы итеп КПРФ ижтимағи берләшмәнән сәйәси партияға үҙгәртелгән.
  • IX КПРФ (сираттан тыш) съезы (6 сентябрь, 28 декабрь, 2003 йыл, Мәскәү) – Дәүләт Думаһының IV йыйылышы депутаттарына кандидаттар күрһәтеү, Рәсәй Федерацияһы Президентына кандидат итеп Н. М. Харитоновты тәҡдим итеү[27].
  • X КПРФ съезы (3 июль, 2004 йыл, Мәскәү)[28].
  • XI КПРФ (сираттан тыш) съезы (29 октябрь, 2005 йыл, Мәскәү)[29].
  • XII КПРФ съезы (22 сентябрь, 2007 йыл, Мәскәү; 15 декабрь, 2007 йыл, Мәскәү алды) – Дәүләт Думаһының V йыйылышы депутаттарына кандидаттар күрһәтеү, Рәсәй Федерацияһы Президентына кандидат итеп Г. А. Зюгановты тәҡдим итеү[30].
  • XIII КПРФ съезы (2930 ноябрь, 2008 йыл, Мәскәү) – КПРФ программаһының яңы редакцияһын ҡабул итеү[31].
  • XIV КПРФ съезы (24 сентябрь, 17 декабрь, 2011 йыл, Мәскәү алды) – Дәүләт Думаһының VI йыйылышы депутаттарына кандидаттар күрһәтеү, Рәсәй Федерацияһы Президентына кандидат итеп Г. А. Зюгановты тәҡдим итеү[32].
  • XV КПРФ съезы (23, 24 февраль, 2013 йыл, Мәскәү)[33].
  • XVI КПРФ (сираттан тыш) съезы (25 июнь, 2016 йыл)[34].

1993 йылдың көҙгө ваҡиғалары ваҡытында КПРФ башта Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы һәм президент вазифаһын башҡарыусы А. В. Руцкойҙы хуплап сығыш яһаған һәм хатта үҙенең яҡлыларын Б. Ельциндың №1400 һанлы указына ҡаршы акцияла ҡатнашырға саҡырған. Әммә, конфликт һөҙөмтәһе аңлашыла башлағас, Геннадий Зюганов, кәрәкмәгән ҡорбандар булдырмаҫ өсөн, халыҡҡа актив сығыштарҙан баш тартырға саҡырып телевидение[35] аша сығыш яһаны. Һуңыраҡ уның әйтеүенсә, әгәр уның тәҡдиме үтәлгән булһа, ҡан ҡойоштан ҡотолорға мөмкин булыр ине[36].

Һуңынан КПРФ-ты «Конституция проектын тәнҡитләгән» өсөн Дәүләт Думаһының I йыйылышы һайлауҙарынан сығарырға ниәтләгәндәр; Ельцин уларҙан Конституцияны «теймәҫкә» талап иткән, ә хөкүмәттең беренсе вице-премьеры Владимир Шумейко, КПРФ-ты ҡалған ҡаршы тороусы партиялар менән бергә һайлауҙарға индермәҫкә талап иткән – әммә, ләкин, башҡарып тормағандар[37]. Дәүләт Думаһына һайлауҙар билдәләнгәндән һуң, КПРФ – бойкотҡа саҡырған башҡа һул ағымдағы партияларҙан айырмалы, – һайлауҙарҙа ҡатнашыуҙан баш тартмаған. Был ваҡиға Рәсәйҙең һул ағымында бер аҙ ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған. 1993 йылдың 26 октябрендә КПРәсәй Федерацияһының I конференцияһында Дәүләт Думаһының беренсе йыйылышы депутаттарына дөйөм федераль һайлау алды кандидаттар исемлеге тәҡдим ителгән. 1993 йылдың 12 декабре һайлауҙары һөҙөмтәһе буйынса КПРФ исемлеге, ЛДПР һәм «Выбор России» партияларынан һуң, өсөнсө урынды биләгән. КПРФ, 32 мандат биләрлек, 6 666 402 тауыш (12,40 %) алған, унан башҡа, КПРФ-тан 10 кандидат бер мандатлы округтарҙан үткән[38]. Шулай уҡ КПРФ һәм уның сәйәси союздаштары вәкилдәренең өлөшө өҫтәмә рәүештә Рәсәй Аграр партияһы теҙмәһе буйынса депутатлыҡҡа үткәндәр.

1995 йылдың 26 авгусында КПРәсәй Федерацияһының III конференцияһында Дәүләт Думаһының икенсе йыйылышына кандидаттар исемлеге төҙөлгән. 1995 йылдың 17 декабрендәге һайлауҙарҙа КПРФ исемлеге,15 432 963 тауыш (22,30 %) алып, беренсе урын биләгән. КПРФ 157 мандат алған (пропорциональ система буйынса 99 мандат һәм бер мандатлы округтар буйынса 58 мандат).

1996 йылдың 15 февралендә Бөтә Рәсәй КПРФ конференцияһында Рәсәй президенты посына Г. Зюганов кандидатураһы хупланған. 1996 йылдың февраль-март айҙарында Зюгановты яҡлау өсөн КПРФ етәкселегендә халыҡ-патриотик көстәр Блогы ойошторолған. 1996 йылдың 16 июнь һайлауҙарының беренсе турында Зюганов 24 211 790 тауыш алған, йәки 32,04 % (Ельциндан ҡала иенсе урын – 35,28 %). Икенсе турҙа 1996 йылдың 3 июлендә – 30 113 306 тауыш, йәки 40,31 % (Ельцин – 53,82 %). Һайлау кампанияһы ваҡытында телевидениеға инеү мөмкинлеге булмауға ҡарамаҫтан, һайлауҙарҙың икенсе көнөнә үк Г. Зюганов үҙенең еңелеүен таныған һәм Б. Ельцинды еңеүе менән рәсми рәүештә ҡотлаған[35].

1998 йылдың йәйе Дәүләт Думаһында КПРФ фракцияһы үҙенең союздаштары менән Рәсәй Федерацияһының беренсе Президенты Борис Ельцинға ҡарата импичмент процесы башланы. Уға биш ғәйепләү белдерелгән:

  1. Беловеж килешеүен тормошҡа ашырыу, шулай уҡ уларҙы әҙерләү һәм йомғаҡлау, ошолар һөҙөмтәһендә СССР-ҙың юҡҡа сығыуы;
  2. 1993 йылдың көҙө дәүләт түңкәрелешен уҙғарыу;
  3. Чечня Республикаһы территорияһында һуғыш конфликтын асыу;
  4. РФ хәүефһеҙлеген һәм оборона һәләтен көсһөҙләндереү;
  5. рәсәй халҡын геноцидлау.

Шулай ҙа 1999 йылда тауыш биреү барышында ғәйепләүҙәрҙең бер бүлеге лә тейешле 300 тауыш йыя алмаған (унан башҡа, Ельциндың вәкәләтен туҡтатыу өсөн Федерация Советының ҡарары талап ителгән). Зюгановтың һүҙҙәре буйынса ЛДПР депутаттарының позицияһы арҡаһында Дәүләт Думаһына 17 тауыш алып булманы, шулай ҙа «был көрәш үҙ ролен уйнаны. Бер нисә ай үтеү менән ысын импичмент булды, Ельцинды ваҡытынан алда отставкаға һәм үҙенең вәкиллек хоҡуғын һалыуға килтерҙе»[39].

Һайлауҙарҙа ҡатнашыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Дәүләт Думаһына һайлауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа КПРФ-тың һөҙөмтәһе[40][41][42][43][44].
Йыл Федераль теҙмә өсөн
бирелгән тауыштар, %
Мандаттар күләме Дәүләт думаһында
мандаттар өлөшө, %
1993 12,4 42 9,3
1995 22,3 157 34,9
1999 24,29 113 25,1
2003 12,61 61 11,3
2007 11,57 57 12,7
2011 19,19 92 20,44
2016 13,34 42 9,3

Рәсәй президентына һайлауҙар

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Президент һайлауҙарында КПРФ кандидаттарының һөҙөмтәһе.
Йыл Кандидат Беренсе тур Икенсе тур
Тауыштар % Тауыштар %
1996 Геннадий Зюганов 24,211,686 32.0 30,104,589 40.3
2000 Геннадий Зюганов 21,928,468 29.2
2004 Николай Харитонов 9,513,313 13.7
2008 Геннадий Зюганов 13,243,550 17.7
2012 Геннадий Зюганов 12,318,353 17.2
2018 Павел Грудинин 8,659,206 11,77
  1. Валентин Купцов начал смену поколений. Газета «Ъ». Дата обращения: 9 май 2016.
  2. КПРФ теряет отца-основателя. Независимая газета. Дата обращения: 9 май 2016.
  3. Рәсәйҙең региональ парламенттары
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 КПРФ программаһы (2008). kprf.ru. Архивировано 30 ғинуар 2012 года. 2005 йыл 2 ғинуар архивланған.
  5. 5,0 5,1 «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының төбәктәрҙәге бүлектәре теҙмәһе (2012 йылдың 1 ғинуарына ҡарата). Рәсәй Федерацияһы юстиция министрлығы. Архивировано 9 июнь 2012 года. 2012 йыл 13 февраль архивланған.
  6. Зюганов Г. А. Кадры партии в действии. — М.: ИТРК, 2001. — с. 11. — ISBN 5-88010-083-9
  7. См. Крепить духовную мощь народа. Доклад Г. А. Зюганова «О задачах партии по защите русской культуры как основы духовного единства многонациональной России» [1] 2007 йыл 10 август архивланған.. Васильцов Сергей, Обухов Сергей. Русский вопрос и коммунисты России [2] 2008 йыл 20 февраль архивланған.. Зюганов Г. А. Русский социализм — ответ на русский вопрос [3] 2008 йыл 8 ғинуар архивланған.. Новиков Д. Г. Коммунисты и русский вопрос [4] 2008 йыл 20 февраль архивланған.
  8. Г. А. Зюганов о кончине Алексия II. kprf.ru. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  9. Например, Государственной Думой РФ официально была признана версия части историков о вине СССР в расстреле польских офицеров см. Би-Би-Си: «Дума признала расстрел в Катыни преступлением Сталина»
  10. Защищать правду истории. kprf.ru. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  11. Лихачёв В. А. Политический антисемитизм в современной России. М.: Academia, 2003. — 240 с
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 «Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы» сәйәси партияһының уставы. Архивировано 30 ғинуар 2012 года. 2016 йыл 13 апрель архивланған.
  13. Газета «Правда» представляет руководителей КПРФ. kprf.ru. Дата обращения: 21 декабрь 2015.
  14. Первый заместитель Председателя ЦК КПРФ И.Мельников встретился с делегацией Европейских левых
  15. 90 лет Коммунистической партии Китая. «Круглый стол» в редакции газеты «Правда»
  16. КПРФ — реальная политическая сила, способная вывести страну из тяжелого кризиса. kprf.ru. Дата обращения: 24 ноябрь 2009. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  17. О «Радиоуголке». Неофициальный сайт патриотического радиовещания. Дата обращения: 24 ноябрь 2009. Архивировано 18 август 2011 года. 2011 йыл 25 август архивланған.
  18. Мнение членов КПРФ об упоминаемости в СМИ. kprf.ru. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  19. Филиппов А. В. Новейшая история России. 1945—2006 гг. Гл. 5 2011 йыл 28 ғинуар архивланған.
  20. УКАЗ Президента РСФСР от 06.11.1991 № 169 2012 йыл 13 февраль архивланған.
  21. Филиппов А. В. Новейшая история России 1945—2006 гг. Гл. 6 2011 йыл 28 ғинуар архивланған.
  22. [5] 2008 йыл 7 декабрь архивланған.
  23. Коммунисты просят россиян материально поддержать партию. РИА Новости (19 октябрь 2008). Дата обращения: 13 август 2010. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  24. Новости@Mail.Ru: Коммунисты просят россиян материально поддержать партию 2012 йыл 14 ғинуар архивланған.
  25. 25,0 25,1 Краткий курс истории КПРФ. scilla.ru. Дата обращения: 10 ноябрь 2009. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  26. VI СЪЕЗД КПРФ 2021 йыл 16 май архивланған.
  27. КПРФ : прошел съезд. cprf.info. Дата обращения: 2 февраль 2016.
  28. Красный передел. Новые Известия. Дата обращения: 26 сентябрь 2015.(недоступная ссылка)
  29. Информационное сообщение об XI (внеочередном) Съезде КПРФ. cprf.info. Дата обращения: 2 февраль 2016.
  30. Начал работу XII (внеочередной) съезд КПРФ. kprf.ru. Дата обращения: 2 февраль 2016.
  31. О XIII съезде Коммунистической партии Российской Федерации (анонс). kprf.ru. Дата обращения: 2 февраль 2016.
  32. Председатель ЦКРК КПРФ В.С. Никитин: XIV съезд КПРФ – смысл и действия. kprf.ru. Дата обращения: 2 февраль 2016.
  33. XV отчётно-выборный съезд КПРФ. kprf.ru. Дата обращения: 2 февраль 2016.
  34. В Подмосковье открылся XVI (внеочередной) Съезд КПРФ
  35. 35,0 35,1 Сорокин А. Наследники КПСС (КПСС и левые в постсоветской России) // Альтернативы. — 2006. — № 2. — С. 118-119.
  36. Апология Зюганова. Форум.МСК. Дата обращения: 13 ноябрь 2006. Архивировано 30 ғинуар 2012 года.
  37. «Учредительные выборы» в контексте российской трансформации. Дата обращения: 8 ноябрь 2009. Архивировано 18 август 2011 года.
  38. Фракция Коммунистической партии Российской Федерации (КПРФ) в Государственной Думе первого созыва (1994—1995) // «Федеральное Собрание: Совет Федерации, Государственная Дума». — Справочник. — М.: ИЭГ «Панорама», Фонд развития парламентаризма в России, 1994—1996. Электронная версия, 2000
  39. Г. А. Зюганов: Мы смотрим на будущие выборы уверенно 2011 йыл 11 ғинуар архивланған. // Советская Россия, № 76 (12849), 4 июля 2006.
  40. Результаты выборов депутатов Государственной Думы по общефедеральному округу 12 декабря 1993 года. ЦИК России. Дата обращения: 26 сентябрь 2015. 2015 йыл 27 сентябрь архивланған.
  41. Протокол Центральной избирательной комиссий Российской федерации о результатах выборов депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации второго созыва. ЦИК России. Дата обращения: 26 сентябрь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған.
  42. Протокол Центральной избирательной комиссии Российской Федерации о распределении депутатских мандатов между избирательными объединениями, избирательными блоками и о результатах выборов по федеральному избирательному округу. ЦИК России. Дата обращения: 27 сентябрь 2015. 2015 йыл 28 сентябрь архивланған.
  43. ИПротокол Центральной избирательной комиссии Российской Федерации о результатах выборов по федеральному избирательному округу и о распределении депутатских мандатов между политическими партиями, избирательными блоками. ЦИК России. Дата обращения: 27 сентябрь 2015. 2015 йыл 28 сентябрь архивланған.
  44. Результаты выборов. ЦИК России. Дата обращения: 27 сентябрь 2015.
  • Зюганов Г. А. Кадры партии в действии. — М.: ИТРК, 2001. — С. 48. — ISBN 5-88010-083-9.
  • Зюганов Г. А. Коммунисты и молодёжь в современной России. — М.: Газета «Правда», 2003. — С. 32. — ISBN 5-85020-044-9.
  • Зюганов Г. А. За единство. Беседа с коммунистами о ситуации в КПРФ. — М.: ИТРК, 2004. — С. 64. — ISBN 5-88010-191-6.
  • Зюганов Г. А. Смотреть вперёд. X Съезд КПРФ и «трудные вопросы» российского коммунистического движения. — М.: ИТРК, 2004. — С. 128. — ISBN 5-88010-205-X.
  • Зюганов Г. А. Большие испытания. КПРФ перед новым избирательным марафоном. — М.: ИТРК, 2005. — С. 126. — ISBN 5-88010-217-3.
  • Зюганов Г. А. Меморандум «О задачах борьбы против империализма и необходимости международного осуждения его преступлений». — М.: Правда-пресс, 2006. — С. 24. — ISBN 5-85024-160-4.
  • Зюганов Г. А. Защищая наш мир. О внешнеполитической деятельности КПРФ. — М.: Издательство ИТРК, 2006. — С. 240: ил.-16 с. — ISBN 5-88010-223-8.
  • Коммунистическая партия Российской Федерации в резолюциях и решениях съездов, конференций и пленумов ЦК (2001—2005). — М.: Издательство ИТРК, 2005. — С. 416. — ISBN 5-88010-216-5.
  • March, Luke. The Communist Party In Post-Soviet Russia. — Manchester, U.K.: Manchester University Press, 2002. — 288 p. — ISBN 0-7190-6044-3.
  • Сорокин А. Наследники КПСС (КПСС и левые в постсоветской России) // Альтернативы. — 2006. — № 2. — С. 112-122.
  • Холмская М.Р. Коммунисты России: факты, идеи, тенденции. Информационно-аналитический обзор. — М.: [Б.и.], 1998. — 79 с. — ISBN 5-7952-0005-0.
  • Волохов А. Е. Новейшая история Коммунистической партии: 1990—2003. — М.: Импето, 2003. — С. 136. — ISBN 5-7161-0105-4. (содержание)
  • Кагарлицкий Б. Ю. Управляемая демократия: Россия, которую нам навязали. — Екатеринбург: Ультра.Культура, 2005. — 576 с. — (Klassenkampf). — ISBN 5-9681-0066-4. (оглавление)
  • Тарасов А.Н. Политическая импотенция неизлечима, или Кремль трогательно заботится о престиже своей карманной оппозиции // Революция не всерьёз: Штудии по теории и истории квазиреволюционных движений. — Екатеринбург: Ультра-Культура, 2005. — С. 384-391. — ISBN 5-9681-0067-2.
  • Тарасов А.Н. Свой своя не познаша (Комментарий на комментарий Б. Ихлова «Неужели КПРФ такая плохая?») // Революция не всерьёз: Штудии по теории и истории квазиреволюционных движений. — Екатеринбург: Ультра-Культура, 2005. — С. 392-408. — ISBN 5-9681-0067-2.