Эстәлеккә күсергә

Словакия республикаһы (1939—1945)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Словакия республикаһы
словак. Slovenský štát
словак. Slovenská republika
Байраҡ[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы 14 март 1939
Ҡыҫҡаса атамаһы Словакия һәм Словацька республіка
Рәсми тел словак теле
Гимн Словак Республикаһының Милли Гимны
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Словакия республикаһы (1939—1945)
Административ үҙәк Братислава
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Морава[d], Дунай, Попрад[d], Дунаец[d], Грон[d] һәм Białka[d]
Идара итеү формаһы парламент республикаһы[d] һәм однопартийная система[d]
Ойошма ағзаһы страны «оси» и их союзники[d]
Сәйәси идеология клерикаль фашизм[d]
Валюта словацкая крона[d] һәм словак кронаһы[d]
Сиктәш Венгрия короллеге, Өсөнсө рейх, Польша Республикаһы[d], Богемия һәм Моравия протектораты һәм Польша
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе Чехословак Социалистик Республикаһы[d]
Алыштырған Автономная Словацкая земля[d]
Ҡулланылған тел словак теле
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1945
Майҙан 38 055 км²
Урынлашыу картаһы
Рәсми дине Католицизм
Карта
 Словакия республикаһы (1939—1945) Викимилектә

Венгрия һәм Германияға территорияларҙы биреү

Словакия республикаһы (словак. Slovenská republika; тарихи әҙәбиәттә шулай уҡ «Беренсе Словак республикаһы» словак. prvá Slovenská republika) — дәүләт, 19391945 йылдарҙа хәҙерге Словакия территорияһыың күп өлөшөндә (Беренсе Вена арбитражына ярашлы, шулай уҡ «бәләкәй һуғыш»тан һуң, Венгрияға бирелгән көньяҡ һәм көнсығыш өлкәләренән тыш); нацистик Германияның клиент дәүләте: Икенсе донъя һуғышы башланғандан һуң Словакияның бойондороҡһоҙлоғо Ось һәм бер нисә нейтраль илдәр һәм шулай уҡ 1941 йылға тиклем СССР тарафынан ғына таныла.

Словак глинков партияһы Чехословакия ҡолатылғанға тиклем үк Гитлер менән хеҙмәттәшлек итә башлай һәм Словакияны составында Чехословакия үҙ маҡсаты итеп ҡуя, шуға күрә әлеге партияны немецтар үҙенең союздашы булараҡ ҡабул итә.

1939 йылдың 9 мартында Прага хөкүмәтенә тоғро ҡалған чехословак армияһының частары Словакия территорияһын баҫып ала һәм Тисоны властан ситләштерәләр. 1939 йылдың 14 мартындаСловакия парламенты Словакия республикаһының бойондороҡһоҙлоғон иғлан итә, ә немец ғәскәрҙәре Чехияны оккупациялай. 18 мартта Войтех Тука Фердинанд Дюрчанский менән бергә "Германия һәм Словакия дәүләте араһындағы һаҡлау мөнәсәбәттәре тураһында килешеү"гә ҡул ҡуялар. 3 көн үткәндән һуң Словакияға венгр ғәскәрҙәре һөжүм итә. Конфликт Венгрияның тактик еңеүе һәм Словакия территорияһының бер буйы (Стакчин — Собранце һыҙатында) Венгрия файҙаһына тартып алыныуы менән тамамлана.

Урталыҡты тотоусы Словак глинков партияһы лидеры Йозеф Тисо Словакия президенты булып китә, ә уға ҡаршы Германияның «ҡәтғи тәҡдиме» буйынса премьер-министр һәм эске эштәр министры вазифаларына партияның радикаль ҡанаты лидерҙары Войтех Тука һәм Александр Мах ҡуйыла.

Словакия республикаһын дипломатик яҡтан — Германия, шулай уҡ бер нисә уның союздашы һәм нейтраль илдәр: Италия, Япония һәм Ҡытайҙа про-япон хөкүмәттәре (шул иҫәптән Маньчжоу-го), Хорватия, Испания, Советтар Союзы (1941 йылға тиклем), Литва, Эстония, Швейцария, Сальвадор һәм Ватикан таныйҙар.

1939 йылдың 1 сентябрендә, иртәнге сәғәт биштә, Фердинанд Чатлоша етәкселегендәге «Бернолак» словак армияһы сик буйы аша үтә һәм Польша Республикаһына ҡаршы хәрби ғәмәлдәр башлай. Һуғыш һөҙөмтәһендә Словакия 1920-се йылдарҙа һәм 1938 йылда юғалтҡан территорияларын кире ҡайтара, 7 октябрҙә «Бернолак» армияһының демобилизацияһы тураһында иғлан ителә.

Ике йылдан Словак экспедицион корпусы булдырыла, Бөйөк ватан һуғышы башланыуы менән ул СССР-ға йүнәлтелә.Һуңынан ул Икенсе һаҡлау һәм «Етеҙ дивизияһы» итеп үҙгәртеп ҡорола, подразделениеларының бер өлөшө (2000 словак һалдаты) 1943 йылдың 30 октябрендә Мелитополь тирәһендә советтар яғына күсә. 2-се һаҡлау дивизиһының бер нисә ҡораллы подразделениеһы 1943 йылдың көҙөндә Минск районында партизандарға ҡушыла һәм немецтарға ҡаршы һуғыша.

1941 йылдың көҙөндә словак-венгр мөнәсәбәттәре Германия баҫымы аҫтында яйға һалына. Словакия һәм Венгрия хөкүмәттәре башлыҡтары Войтех Тука һәм Ласло Бардоши 1941 йылдың 25-26 ноябрендә Берлинда словак һәм венгр аҙсылыҡтарының элек тыйылған сәйәси һәм мәҙәни ойошмаларын теркәү тураһында килешәләр.

1942 йылдың 15 майында Йозеф Тисо йәһүдтәҙе көнсығышҡа күпләп ҡырған урындарға һәм үлем лагерҙарына депортациялау тураһында законға ҡул ҡуя. Әлеге закон ярты йыл дауамында ғәмәлдә була һәм 1944 йылға тиклем депортациялар үткәрелмәй. 1942 йылда Словакиянан 57 628 йәһүд депортациялана; асыҡ мәғлүмәттәргә ярашлы, уларҙан барыһы яҡынса 280—800 кеше иҫән ҡалған.

1943 йылдың июнендә Ватикандағы үҙенең илсеһе (Карол Сидор) аша Словакия хөкүмәте АҠШ-ҡа меморандум ебәрә. Меморандумда элек Берлиндан килгән бойороҡтарҙы үтәргә мәжбүр булған Словакия шулай ҙа һуғыштан һуң үҙенең сәйәси бойондороҡһоҙлоғон һаҡлап ҡалырға иҫәп тотоуын (бәлки, чехтар һәм поляктар менән федерация составында) билдәләй.

1944 йылда Ҡыҙыл Армияның Словакия сиктәренә яҡынлашыу сәбәпле Көнсығыш Словакия армияһы булдырыла. 29 августа илдә нацистар власына ҡаршы ихтилал башлана. Илгә вермахт ғәскәрҙәре индерелә. Улар Көнсығыш Словакия армияһының бер өлөшөн ҡоралһыҙландырыуға өлгәшәләр, әммә яҡынса 2 мең хәрбиҙәр баш күтәреүселәр яғына күсеп өлгөрә. Башта төбәктә 40 мең немец һалдаты тотола, әммә баш күтәреүселәрҙең һаны артыуы арҡаһында был һан 83 меңгә тиклем еткерелә. 28 октябрҙә ихтилал баҫтырыла, әммә яҡынса 20 мең словак РККА частары яғына күсә. 1944 йылдың аҙағында Словакия тулыһынса тиерлек (РККА азат иткән бер нисә сик буйы райондарынан тыш) Германия контроле аҫтына күсә һәм тулыһынса үҙаллылығын юғалта[1].

Баш күтәреүселәр автоколоннаһы

1944 йылдың 21 сентябрендә Ҡыҙыл Армия Медзилаборец тирәһендә Словакия сиктәрен үтә. 1945 йылдың 4 апрелендә Братислава азат ителә — Беренсе Словаия республикаһы ҡолатыла һәм Словакия ҡабаттан Чехословакияның бер өлөшө булып ҡала. 1945 йылдың 8 майында Словакияның һуңғы премьер-министры Штефан Тисо Кремсмюнстер аббатлығында Словакия Республикаһының Икенсе Бөтә донъя һуғышында капитуляцияһына ҡул ҡуя. 1947 йылдың ноябрендә Братислава халыҡ суды Штефан Тисоны 30 йылға иркенән мәхрүм итә. Ул, срогы тамамланыуға тиклем, 1959 йылдың 28 мартында төрмәлә вафат була.

1945 йылдың апрелендә Йозеф Тисо Баварияға ҡаса, әммә 1945 йылдың 6 июнендә Америка армияһы уны ҡулға ала һәм Чехословакияға тапшыра. 1947 йылдың 18 апрелендә дәүләт хыянаты өсөн Йозеф Тисо аҫып үлтерелә. Уның менән бергә элекке радикал-премьер Войтех Тука ла ҡаса, уны шулай уҡ тоталар һәм Чехословакия властарына тапшыралар. Братислава халыҡ суды Туканы үлем язаһына хөкөм итә, әммә ул хөкөм ҡарарын үтәүгә тиклем төрмәлә вафат була.

Административ бүленеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Территория жупаларға (Župa) бүленгән:

Закон сығарыу органы — Словак Ере Сеймы (Slovenskej krajiny Snem), дәүләт башлығы — Президент (Prezident), башҡарма органы — хөкүмәт рәйесенән (vlády predseda) һәм министрҙан торған Хөкүмәт (vláda).

  1. А. О. Пеганов. Секретные переговоры Й. Тисо и М. Каллаи в контексте словацко-венгерских отношений в годы Второй мировой войны // Сборник научных статей молодых ученых ФМО БГУ. Минск, 2012. сс. 234—243 https://www.academia.edu/1249841/_._._1943_._-_

Ҡалып:Өсөнсө рейхтың административ-территориаль берәмектәре