Эстәлеккә күсергә

Уйылға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Уйылға
Рәсем
Ҡайҙа ҡоя Уй
Ҡушылдыҡ Кесе Уйылға, Бүреле (Уйылға ҡушылдығы), Күккәй (Уйылға ҡушылдығы), Ҡомлоҡ (йылға), Татарка, Ҡараһыу (Уйылға ҡушылдығы), Туғыҙаҡ (Уйылға ҡушылдығы), Ҡабан (Уйылға ҡушылдығы), Ҡаратал (Уйылға ҡушылдығы), Ҡуййылға (йылға), Макарьевка (Парбиг ҡушылдығы) һәм Һыуһарыш
Йылғалағы һыу ятҡылығы Көньяҡ Урал һыуһаҡлағысы
Һыу йыйыу бассейны бассейн Тобола[d]
Бассейн майҙаны 5820 км²
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 234 km
Бассейн категорияһы Категория:Бассейн Увельки[d]
Карта
 Уйылға Викимилектә

Уйылға (рус. Увелька) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең үҙәк өлөшөндәге йылға. Уй йылғаһының иң ҙур ҡушылдығы (Тубыл бассейны).

Оҙонлоғо — 234[2] км. Бассейны (һыулы ерҙәр) — 5820[2] км².

Сығанағы һәм тамағы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Тубыл бассейны

Сыбаркүл районында баш ала. Троицк (Силәбе өлкәһе) ҡалаһы янында Уйылға Уй йылғаһына ҡушыла. Алты район : Сыбаркүл, Уй, Пласт, Эткүл, Уйылға һәм Троицк (Силәбе өлкәһе)) аша аға, шулай уҡ ике ҡала: Южноуральск һәм Троицк аша үтә.

← Һул ҡушылдыҡ
→ Уң ҡушылдыҡ

Тамағына тиклем ара:

Южноуральск янында Уйылғала ГРЭС төҙөгәндә плотина эшләнелә һәм ҙур Южноуральск һыуһаҡлағысы барлыҡҡа килә. Уйылға Уйға ҡойған ерҙә Троицк һыуһаҡлағысы, һыу менән тәьмин итеү өсөн Троицк ГРЭС-ы төҙөлә.

Уйылға буйында урынлашҡан Кичигино ауылы янында боронғо ҡәберлектәр табылған.2008 йылда А. Д. Таиров етәкселегендәге археологик экспедиция б.э.т. VII быуатҡа ҡараған ҡәберлектәргә барып юлыҡҡан[3]. Йылғаға яҡын ғына йәшмә таштар сығып ятыуы асыҡлана.

Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Н. И. Шувалов үҙенең «От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь» тигән һүҙлегендә йылға исеме тураһында ошоларҙы яҙа:

« Увелька, река, левый приток Уя, бассейн Тобола, Увельский; река поселок, районный центр, основан в 1749 г. как военное поселение-крепость; Нижнеувельская, железнодорожная станция, поселок на ветке Челябинск — Троицк.

Вопрос о происхождении топонима не получил окончательного решения. В источниках ХVIII в. река встречается как Увель, Увел, Увельга, Увелга, Уелга, Увелка, Уелка, Уеиель. Приведенные примеры позволяют рассматривать происхождение топонима с разных сторон. Одно, как сложение двух татаро-башкирских слов, где елка, елька соответствует видоизмененному слову елга, йылга — «река», а второе слову уй, уйыл, уел — «низменность», «долина». Поэтому исходный прообраз топонима представляется в форме Уййылга, Уйелга, в приблизительном значении «река, текущая по низменности», где неустойчивый звук «й», возможно, был заменен в русском языке устойчивым «в». Другое толкование, если исходить из факта, что почти всюду самым старым собственным именем значительных рек первоначально являлся родовой географический термин «река». Это обстоятельство допускает возможность появления слова Увелька (Увелка, Увел) из первоначального топонима, относящегося к родовому старо-тюркскому термину узель, узельге (узел, узелге) — «река», имеющему целый ряд сходных терминов с основой уз: узяк, узян, узы с тем же значением «река». При усвоении этого иноязычного слова, в результате несовершенного звукового восприятия и неточной записи в русском языке, могло произойти изменение в его корневой основе, с переходом согласного звонкого «з» (узель, узельге) в глухое «в» (увель, увелге). Тюркская древняя словообразовательная частица -ге, -гы в русской речи стала передаваться через -ка. Этим выводам соответствует и форма названий: Увельга, левый приток Уя (Уйский район). Узельга, правый приток Урляды, бассейн Урала (Верхнеуральский район)[4].

»

.

Уй һүҙенең аңлатмаһын 2 томлыҡ «Башҡорт теленең һүҙлеге» былай тип бирә: Уй — һуҙылып киткән түбән ер, уйһыу; уяҙ[5] Ихтимал, атама йылға һүҙенә уй тигән, уның бер сифатын белдергән һүҙ ҡушып яһалғандыр.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 «Река Увелька» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Учёные ЮУрГУ пишут историю человечества. Южно-Уральский государственный университет (22 август 2008). Дата обращения: 12 октябрь 2014.
  4. Шувалов Н. И. Беликуль // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 2-се том, 460-сы бит