Эстәлеккә күсергә

Чилингаров Артур Николаевич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Чилингаров Артур Николаевич
рус. Артур Чилингаров
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 сентябрь 1939({{padleft:1939|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Санкт-Петербург, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 1 июнь 2024({{padleft:2024|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})[1] (84 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Балалары Чилингарова Ксения Артуровна[d]
Һөнәр төрө сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, сәйәсмән, яҙыусы, географ, статистик, дәүләт эшмәкәре
Эшмәкәрлек төрө Океанология[d], Метеорология, география һәм polar research[d][2]
Биләгән вазифаһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Федерация Советы ағзаһы[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d], Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d] һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[d]
Уҡыу йорто Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы
Ғилми исеме профессор[d] һәм РФА ағза-корреспонденты[d]
Ғилми дәрәжә география фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Мәскәү һәм СССР[2]
Әүҙемлек осороноң тамамланыуы 2024
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй, Отечество — Вся Россия[d], Блок Ивана Рыбкина[d] һәм Гражданский союз (избирательный блок)[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Чилингаров Артур Николаевич Викимилектә

Чилингаров Артур Николаевич (25 сентябрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең океанолог-ғалимы, Арктиканы һәм Антарктиканы тикшереүсе, география фәндәре докторы, профессор. Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты һәм Дәүләт полюс академияһының президенты, «Полярниктар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы президенты.

Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (2008). Советтар Союзы Геройы (1986). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы (2005). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981).

1993—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[3]. 20112014 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы[4].

Артур Николаевич Чилингаров 1939 йылдың 25 сентябрендә Ленинградта тыуа. Атаһы — әрмән, әсәһе — рус[5]. Ике йәшлек сағында ҡала фашистар ҡамауына эләгә. Үҫмер сағында ғаилә Төньяҡ Осетияға күсә, шунда оҙаҡ йылдар Владикавказда (ул саҡта — Орджоникидзе) йәшәйҙәр.

1963 йылда Ленинград Юғары диңгеҙ инженерҙары училищеһын (хәҙер Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы) океанология специальносы буйынса тамамлай.

Күп йылдар Чилингаров Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, Тиксиҙа лаборатория инженер-гидрологы булып эшләй.

1970—1980-се йылдарҙа Чилингаров СССР Гидрометеорология дәүләт комитеты системаһында юғары вазифаларға тәғәйенләнә — Амдермалағы территориаль идаралыҡ начальнигынан алып комитет рәйесе урынбаҫарына тиклем үҫә.

Хеҙмәт юлын Балтик суднолар ремонтлау заводының монтажсы слесары булып башлай.

1963 йыл — Тикси ҡасабаһында Арктика ғилми-тикшеренеү обсерваторияһында инженер-гидролог.

1965 йыл — Яҡут АССР-ында ВЛКСМ-дың Булун район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. ВЛКСМ-дың бөтә тарихында ул берҙән-бер партияһыҙ райком секретары була[6].

19691971 йылдар — «Север-21» юғары киңлектәге ғилми экспедицияһы етәксеһе. Алынған һөҙөмтәләр Төньяҡ диңгеҙ юлының бөтә оҙонлоғонда трассаны йыл әйләнәһендә файҙаланыу мөмкинлеген нигеҙләргә юл аса. «СП-19» дрейфлаусы станция начальнигы, «СП-22» станцияһы начальнигы урынбаҫары була[7].

1971 йылдан — 17-се совет антарктик экспедицияһының «Беллинсгаузен» антарктик станцияһы начальнигы.

19741979 йылдар — Амдерма гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса территориаль идаралыҡ начальнигы.

19791986 йылдар — Кадрҙар һәм уҡыу йорттары идаралығы начальнигы, СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының коллегия ағзаһы.

1982 йыл — «СССР — Канада» йәмғиәте президенты.

19861992 йылдар — СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының Рәйес урынбаҫары, Арктика, Антарктика һәм Донъя океаны эштәре буйынса баш идаралыҡ начальнигы. «Сибирь» атом йөрөгөсөндә Төньяҡ полюсҡа фәнни экспедиция һәм Антарктидаға трансконтиненталь осоу етәксеһе.

1999 йыл — Ми-26 вертолетында ғәҙәттән тыш алыҫ араларға осоу етәксеһе.

2002 йыл — Чилингаров бер моторлы Ан-3Т самолётында Көньяҡ полюсҡа осоуға етәкселек итә.

2003 йыл — Чилингаров тырышлығы менән оҙаҡ ваҡыт дрейфлаусы «Северный полюс-32» станцияһы асыла.

2008 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

2013 йылдың 25 октябрендә Сочиҙағы Ҡышҡы олимпия уйындары сиктәрендә Төньяҡ полюста олимпия утын тоҡандыра[8].


  • Ҡатыны — Татьяна Александровна Чилингарова.
  • Балалары — улы Николай (1974) һәм ҡыҙы Ксения (1982)[9].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Рәсәй Геройының «Алтын йондоҙ» миҙалын тапшырыу
IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены менән бүләкләү. 31 июль 2014 йыл

Йәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Полярниктар ассоциацияһы президенты, 1990 йылдан алып.
  • Халыҡ-ара Тикшеренеүселәр клубы ағзаһы (АҠШ).
  • Британия Король география йәмғиәте ағзаһы.
  • Халыҡ-ара гуманитар ярҙам һәм хеҙмәттәшлек фонды рәйестәше.
  • «Рәсәй — Әрмәнстан» йәмғиәте ағзаһы.
  • РФ Дәүләт думаһы эргәһендәге «Рәсәй парламентарийы» парламент клубы советының рәйесе (2001 йылдан).
  • Регби премьер-лигаһы Йәмәғәт советы рәйесе[33].
  1. Умер Артур ЧилингаровИТАР - ТАСС.
  2. 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных
  3. Выборное правительство. Регионы распределены между министрами-единороссами 2011 йыл 18 июль архивланған..
  4. Бюро Высшего совета Партии. Единая Россия. Дата обращения: 17 сентябрь 2013.
  5. Снежный человек — «Российская газета» — Неделя № 4999 (175) от 17 сентября 2009 г.
  6. Российские исследователи Арктики. Артур Николаевич Чилингаров.
  7. Дрейфующие станции «Северный полюс». Индекс ВМО ГТС — UFT 2011 йыл 4 декабрь архивланған..
  8. Время рекордов: олимпийский огонь на Северном полюсе.
  9. Биография Дмитрия Когана
  10. Указ Президента Российской Федерации «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йыл 18 май архивланған..
  11. Указ Президента Российской Федерации от 9 сентября 2019 г. № 430 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2021 йыл 28 февраль архивланған..
  12. Указ Президента Российской Федерации от 12 июня 2007 г. № 511 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»].
  13. Указ Президента Российской Федерации от 22 июля 2014 года № 511 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2016 йыл 8 август архивланған..
  14. Распоряжение Правительства Российской Федерации от 25 сентября 2004 года N 1229-р «О награждении Почетной грамотой Правительства Российской Федерации Чилингарова А. Н.» 2014 йыл 18 май архивланған..
  15. Распоряжение Президента Российской Федерации от 25 сентября 2009 года № 613-рп «О награждении Почётной грамотой Президента Российской Федерации Чилингарова А. Н.» 2014 йыл 6 октябрь архивланған..
  16. Распоряжение Президента Российской Федерации от 28 ноября 2003 года № 563-рп «О поощрении»(недоступная ссылка)(недоступная ссылка).
  17. Распоряжение Президента Российской Федерации от 18 ноября 1997 года № 476-рп «О поощрении членов Государственной комиссии по подготовке к празднованию 850-летия основания Москвы» 2014 йыл 13 апрель архивланған..
  18. Распоряжение Президента Российской Федерации от 6 мая 2008 года № 1793-рп «О поощрении Правительством Российской Федерации депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации».
  19. Кавалеры ордена «Полярная Звезда» Республики Саха (Якутия) — Список награждённых 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
  20. Указ Президента Российской Федерации от 27 января 2003 г. № 86
  21. Указ Президента Российской Федерации от 11 февраля 2005 года № 145 «О присвоении почётного звания „Заслуженный метеоролог Российской Федерации“ Чилингарову А. Н.» 2014 йыл 18 май архивланған..
  22. Святейший Патриарх Кирилл поздравил члена Совета Федерации ФС РФ, члена-корреспондента РАН А. Н. Чилингарова с 75-летием со дня рождения.
  23. В рабочей резиденции в Чистом переулке состоялась церемония вручения Патриарших наград.
  24. Заседание попечительского совета Русского географического общества.
  25. «Россиянин года» на сайте Российской Академии бизнеса и предпринимательства
  26. Указ мэра Москвы № 71-УМ от 24 сентября 2009 года «О награждении знаком отличия „За заслуги перед Москвой“».
  27. Решение Законодательного Собрания Санкт-Петербурга от 16 сентября 2009 года N Р-399 «О награждении Почётным дипломом Законодательного Собрания Санкт-Петербурга Чилингарова А. Н.».
  28. [1]
  29. Известный исследователь Антарктиды Артур Чилингаров стал кавалером чилийского ордена 2012 йыл 12 февраль архивланған..
  30. Чилингарова наградили орденом Святого Месропа Маштоца(недоступная ссылка).
  31. Указ Президента Республики Южная Осетия от 19 июня 2009 года «О награждении Государственными наградами Республики Южная Осетия» 2009 йыл 4 август архивланған.(недоступная ссылка) .
  32. Артур Чилингаров стал кавалером французского ордена Почётного легиона.
  33. Общественный совет РПЛ возглавил член Совета Федерации Федерального собрания РФ 2016 йыл 5 март архивланған..
  • Сорокажердьев В. В. Они служили в Заполярье: Герои Советского Союза, Герои России 1949—2008. — Мурманск: Типография «Бенефис-О», 2009. — С. 144-145. — 160 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9900752-3-8.