Эстәлеккә күсергә

Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Юлай Ғәйнетдинов
Исеме

Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы

Тыуған

8 ғинуар 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (70 йәш)

Тыуған урыны

Үрге Таулыҡай ауылы, Баймаҡ районы, БАССР

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Инструменттар

ҡурай

Наградалар
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы

Ғәйнетдинов Юлай Ишбулды улы (8 ғинуар 1954 йыл) — ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист. Рәсәй Федерацияһының (2003) һәм БАССР-ҙың (1988) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2002), Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1994).

Юлай Ишбулды улы Ғәйнетдинов 1954 йылдың 8 ғинуарында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ районы Үрге Таулыҡай ауылында тыуған. Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты) урта белем алған, 1975 йылда Башҡорт дәүләт университетының математика факультетын тамамлаған.

Ижади эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Юлай Ғәйнетдинов — мәшһүр Әҙеһәм Исҡужиндың уҡыусыһы, ҡурайсыларҙың уның исемен йөрөткән республика бәйгеһенең иң тәүгеһендә Гран-при яулай. «Һөнәрем менән музыкант булып китмәһәм дә, 24 йәштә Гран-при алыу минең тормошома юллама бирҙе, — ти Юлай Ишбулды улы. — Ҡурайсы — ул, тәү сиратта, йәшәү рәүеше, кешенең рухи торошо».

Юғары кимәлдә ҡурайҙа уйнау оҫталығына эйә, үҙ ижадында арҙаҡлы ҡурайсылар йолаларын тулыһынса ҡулланып, уларҙы артабан үҫтерә. Уның репертуарына 300-ҙән ашыу башҡорт халҡының быуындан-быуынға күсеп килгән ҡурай моңдары, шул иҫәптән 100-ҙән артыҡ оҙон көй өлгөләре. Уның башҡарыуында данлы «Урал», «Буранбай», «Ғилмияза», «Сыңрау торна» һәм башҡа бик күп әҫәрҙәр үҙенсәлекле яңғырай. Оҫта ҡурайсы башҡорт халыҡ көйҙәренең төрлө вариантарын ишеттерә. Юлай Ишбулды улы билдәле композитор Анатолий Кукубаевтың «Ҡурай һәм оркестр өсөн пьеса» әҫәрен тәүге башҡарыусы. Атаҡлы ҡурайсы башҡорт моңдарын илебеҙҙән ситтә үткән күп һанлы бәйгеләрҙә яңғырата һәм уларҙа тәүге урындарҙы яулай: «Музыкант призы» — 9-сы Халыҡ-ара фольклор фестивале (1983 йыл, Венгрияның Сегед ҡалаһы), Япониялағы халыҡ-ара фестивалдәр — 1990 йыл, Эсаши ҡалаһы; 200 йыл, Осака ҡалаһы); «Евразия йыры» — 2003 йыл, Саппоро ҡалаһы).

Дүрт тиҫтә йылдан артыҡ башҡорт халыҡ ижадын йыйыу һәм пропагандалау менән эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһының тамашасыларҙа ҙур популярлыҡ яулаған «Хазина» ижади берекмәһен ойоштороусыларҙың береһе һәм уның тәүге етәксеһе, шулай уҡ Башҡортостан телевидениеһының «Хазина» программаһының даими авторы һәм алып барыусыһы булараҡ, республикала һәм унан ситтә йәшәүсе милләттәштәребеҙ араһындағы үҙенсәлекле талантҡа эйә булған халыҡ башҡарыусыларына, шулай уҡ музыка һәм бейеү сәнғәте фольклорын эсенә алған ижад ынйыларына арналған 300-ҙән артыҡ тапшырыу әҙерләп яҙҙырған һәм эфирға сығарған. Мәшһүр ҡурай моңдарын киләсәк быуындарға тулы кимәлдә еткереү маҡсатында радио һәм телевидение фонотекаһы өсөн «Ҡараһаҡал маршы», «Батырша», «Ҡалмантай», «Наполеон Бонапарт», «Башҡорт краковяге» һәм башҡа бик күп көйҙәрҙе яҙҙырған. Башҡорт халҡының боронғо йырҙарын оҫта һәм үҙенсәлекле башҡарыусы халыҡ йырсылары Сөләймән Абдуллин, Флүрә Килдейәрова, Абдулла Солтановтар төрлө йылдарҙа Юлай Ғәйнетдиновтың ҡурай моңдарына ҡушылып, күп сәхнәләрҙә республика һәм күрше төбәктәрҙең генә түгел, байтаҡ ҡына сит ил тамашасыһын да әсир итте. Юлай Ишбулды улы үҙе лә башҡарыусы булараҡ төрлө концерт сараларында һәм тантаналарҙа әүҙем ҡатнаша. Ул — Әҙһәм Исҡужин исемендәге Республика ҡурайсылар конкурсының төп ойоштороусыларының береһе һәм бәйгенең даими ағзаһы.

Халҡыбыҙҙың милли танытмаһы булған ҡурайҙы пропагандалауға, ихлас һәм бар күңелен биреп, Юлай Ғәйнетдинов Башҡорт дәүләт университетында уҡыған йылдарында уҡ ныҡлап тотона. Үҙ уҡытыусылары өлгөһөндә ул йәш ҡурайсылар үҫтереп-тәрбиәләүгә лә ҙур иғтибар бирә: Өфөләге үҙе тамамлаған 1-се интернат-мәктәптә, ҡала пионерҙар һарайында, авиация институтында ҡурай түңәрәктәрен йылдар дауамында уңышлы алып бара. Ул ойошторған «Һорнай» балалар фольклор ансамбле лә емешле эшләй — унан бик күп танылған ҡурайсылар, күренекле баянсылар һәм скрипкасылар үҫеп сыға. Юлай Ишбулды улының данлыҡлы ҡурайсы Кәрим Дияров бүләк иткән тарихтары менән йөҙҙән ашыу йыр һәм көй яҙылған таҫмаларҙан башланған шәхси фонотекаһы халҡыбыҙҙың ике меңдән ашыу аҫыл ҡомартҡыһыларын һаҡлай. Унда йырҙар, уларҙың тарихы, ҡурайҙа башҡарылған оҙон көйҙәр, бәйеттәр һәм бейеү көйҙәре бар.

Юлай Ғәйнетдиновтың “Ҡурай һәм ҡурайсылар” исемле йыйынтығында халыҡ ижадынан һәм әҙиптәрҙең әҫәрҙәренән ҡурай, мәшһүр ҡурайсылар хаҡындағы  тос фекерҙәр,  боронғо һәм хәҙерге заман ҡурайсылары хаҡында мәғлүмәт тә, музыканттарыбыҙҙың Бөтә донъя, Бөтә Рәсәй, Халыҡ-ара фестивалдәрҙә, конкурстарҙа алҡыштар яулауы, ҡурай буйынса семинарҙар, симпозиумдар, ҡурай түңәрәктәре, ҡурай яһау оҫталары, музыка уҡыу йорттарында ҡурайсылар тәрбиәләү хаҡында материалдар урын алған. Баҫманың һуңғы өлөшөндә легендалары менән  һирәк  көйҙәрҙең ноталары бирелгән. Китапта райондарҙың  атаҡлы ҡурайсы-йыраусылар  исемлеге төҙөлгән, аталы-уллы Ишғәле, Ишмулла, Сәйфулла Дилмөхәмәтовтар, Заһир Исмәғилев, Ғата Сөләймәнов, Рәхмәтулла Бүләкәнов, Кәрим Дияров, Мөхәммәт Түләбаев, Абдулла Хәлфетдинов, Ғатаулла Ҡаһарманов, Талип Латипов, Яппар Шафиҡов ише данлы уҙамандар хаҡында һүрәтләмәләр уҡырға мөмкин.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Әҙеһәм ҡурайы / Төҙөүселәр Ғәйнетдинов Ю. И., Ҡоҙаҡаев Ф. Ш. — Өфө: Китап, 2008. — б.
  • Ҡурай һәм ҡурайсылар (энциклопедия). — Өфө: Китап, 2011 йыл.

Ваҡытлы матбуғатта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Иҫәнгилдина Г. «Хазина»лы Юлай ағай. «Башҡортостан» гәзите, 2014, 14 март[2].
  • Гаделшина З. Кураист – это образ жизни, состояние души. Газета «Баймакский вестник», 2014, 25 февраля. (рус.)[3]
  • Ҡатыны Гүзәл Нәжиб ҡыҙы менән Айгөл исемле ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Ул — билдәле скрипкасы.