Эстәлеккә күсергә

Әшәй

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Деревня
Ашаево
башҡ. Әшәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Балаҡатай районы

Ауыл биләмәһе

Билән ауыл Советы

Координаталар

55°55′22″ с. ш. 59°11′37″ в. д.HGЯO

Халҡы

233[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

452585

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

80 210 804 002

Код ОКТМО

80 610 404 111

Ашаево (Рәсәй)
Ашаево
Ашаево
Әшәй (Башҡортостан Республикаһы)
Ашаево

Әшәй (рус. Ашаево) — Башҡортостан Республикаһының Балаҡатай районындағы ауыл. Билән ауыл Советы составына инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 233 кеше булған[2]. Почта индексы — 452586, ОКАТО коды — 80210804002.

Әшәй ауылы Өфө йылғаһы бассейнына ҡараған Ҡарағай йылғаһы буйында, район үҙәге Яңы Балаҡатай ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 39 километр һәм Наҙы-Петровск (Силәбе өлкәһе) тимер юл станцияһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 45 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Әшәй ауылы Красноуфимск өйәҙе территорияһында XIX быуат аҙағында, 1876 йылда, Наҙы-Петровск заводы идаралығының полиция ярҙамында Иҫке Масҡары халҡын күсереүе менән бәйле, барлыҡҡа килгән. Күсергә мәжбүр булған халыҡтың бер өлөшө яңы тораҡҡа нигеҙ һалған. Тәүге төпләнеүселәр — өс бер туған Нох, Хаммат һәм Ғүмәр[4].

Тарихсы ғалим Ә. Әсфәндиәровтың Башҡортостан ауылдарына бағышланған хеҙмәтендә Әшәй ауылы тураһында мәғлүмәткә эйә түгелбеҙ тиелгән. Әшәй ауылы 1870 йыл материалдарында ла, 1896 йыл материалдарында ла теркәлмәгән. Тимәк, Әшәй ауылы XIX һәм XX быуаттар сиктәрендә барлыҡҡа килгән. 1920 йылда ундағы 36 йортта 267 башҡорт йәшәгән[5].

XX быуат башында тирмән, мәҙрәсә, мәсет (1930 йылда ябыла) булған.

XIX быуат аҙағында — XX быуат башында Әшәй ауылы Пермь губернаһы Красноуфимск өйәҙенә ингән.

1890 йылда 18 йортта 140 кеше йәшәгән.

1920-се йылдарҙа Әшәй ауылы Балаҡатай улусы составында, 1930 йылдан Балаҡатай районы (1959 йылға саҡлы Яңы Масҡары, Билән ауыл Советтары) биләмәһендә булған.

19301950 йылдарҙа — «Социализм» колхозының үҙәк усадьбаһы, 1957 йылдан — Билән совхозы бүлексәһе булған.

1926 йылда мәктәп, 1954 йылда — ауыл китапханаһы асылған.

1961 йылда — 77 йортта 326 кеше, 1989 йылда — 270, 1999 йылда — 319, 2004 йылдың 1 ғинуарына — 302 кеше йәшәне. 1989 йылда хәҙерге Әшәй төп дөйөм белем биреү мәктәбенең яңы бинаһы төҙөлә. 20002001 йылдарҙа газ үткәрелә.

Әлеге ваҡытта ауылда Билән урта мәктәбе филиалы — Әшәй башланғыс мәктәбе, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар[6].

Әшәй ауылында башҡорттар йәшәй (97 %)[7].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 267
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 294
1959 йыл 15 ғинуар 290
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 270 129 141 47,8% 52,2%
2002 йыл 9 октябрь 280 131 149 46,8% 53,2%
2010 йыл 14 октябрь 233 114 119 48,9% 51,1%

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Халыҡ иҫәбе
189019201939196119892002[7]2009[7]2010[1]
140267294326270280267233


  • Прохорец Мәрйәм Абдулхаҡ ҡыҙы (31.03.1956), хеҙмәт ветераны. 1984 йылдан Балаҡатай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының балалар китапханаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2001)[8].
  • Сәмситова Луиза Хәмзә ҡыҙы (14.02.1973), тел белгесе, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Филология фәндәре докторы (2015). Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2010). Фән һәм техника өлкәһендәге республика йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (2007).
  • Үҙәк тыҡрыҡ (рус.  Центральный (переулок)
  • Мәктәп тыҡрығы (рус.  Школьный (переулок)
  • Йылға аръяғы урамы (рус.  Заречная (улица)
  • Ҡарағай урамы (рус.  Сосновая (улица)
  • Үҙәк урам (рус.  Центральная (улица)[9]
Ер-һыу атамалары

Тауҙар:

Йылғалар:

  • Өфө йылғаһы, Ҡарағай

Шишмәләр:

Ялан-бесәнлектәр:

Таусыҡтар, түбәләр:

Башҡа урын-ер атамалары:

  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  1. 1,0 1,1 Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. Әшәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 566. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 566. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  6. Әшәй // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  7. 7,0 7,1 7,2 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
  8. Белокатайский район: история и современность / Историко-краеведческое издание. / Автор-составитель В. А. Ощепков. — Уфа : Издательство «Диалог», 2004. — 476 с. — ISBN 5-94524-028-1.ПРОХОРЕЦ МАРЬЯМ АБДУЛХАКОВНА(недоступная ссылка)
  9. Карта села Ашаево. Улицы