29 октябрь
Уҡыу көйләүҙәре
29 октябрь | |
Аҙна көнө | Йәкшәмбе, Дүшәмбе, Шишәмбе, Шаршамбы, Кесаҙна, Йома һәм Шәмбе |
---|---|
29 октябрь Викимилектә |
29 октябрь — григориан стиле буйынса йылдың 302-се көнө (кәбисә йылында 303-сө). Йыл аҙағына тиклем 63 көн ҡала.
← октябрь → | ||||||
Дш | Шш | Шр | Кс | Йм | Шб | Йш |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | |
7 | 8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 |
14 | 15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 |
21 | 22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 |
28 | 29 | 30 | 31 | |||
2024 йыл |
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
- АҠШ: Интернет көнө.
- Сербия: Конституция көнө.
- СССР: Комсомолдың тыуған көнө.
- Төркиә: Республика көнө.
- Ер: Бөтә донъя ультратауыш диагностикаһы табиптары көнө.
- Австралия: Уҡытыусылар көнө.
- Ҡаҙағстан: Һаҡ ойошмалары хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Социаль хеҙмәткәрҙәр көнө (октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе).
- Рәсәй Федерацияһы: Эске эштәр министрлығының ведомствонан тыш һаҡ хеҙмәткәрҙәре көнө.
- Автомобиль һәм ҡала пассажир транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө (октябрҙең һуңғы йәкшәмбеһе).
Төбәк байрамдары
- Башҡортостан: Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре хеҙмәткәрҙәре көнө.
- 1863: Ҡыҙыл Тәре һәм Ҡыҙыл Ярым Ай халыҡ-ара ойошмаһы төҙөлә.
- 1918: Рәсәй коммунистик йәштәр союзы (РКСМ, аҙаҡтан ВЛКСМ) ойошторола.
тулы исемлек
- 1923: Төркиә үҙен республика тип иғлан ителә.
- 1931: Хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ-коммуналь министрлығы ойошторола.
- 1945: Нью-Йоркта беренсе шариклы ручка һатыуға сығарыла.
- 1954: «Өфөнефтехим» предприятиеһы эш башлай.
- 1959: Сибай медицина училищеһы (хәҙер колледж) асыла.
- 1969: Интернеттың тыуған көнө.
- 1989: РСФСР Конституцияһына индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы РСФСР-ҙың халыҡ депутаттары съезы булдырыла.
- 2012: «Windows Phone 8» операцион системаһы ҡулланыуға тәҡдим ителә.
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ғәзиз Әлмөхәмәтов (1895—10.07.1938), йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. 1932 йылдан Өфө музыка училищеһы уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Башҡортостан тел һәм әҙәбиәт ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре. Башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1929) — был маҡтаулы исемгә лайыҡ булыусы тәүгеләрҙең береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Иванов Михаил Михайлович (1905—29.09.1974), механик, хеҙмәт алдынғыһы. 1940 йылдан Өфө нефть сәнәғәте ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәре: механик оҫтаханалар мөдире, 1942 йылдан өлкән инженер, 1947—1968 йылдарҙа контроль үлсәү приборҙары лабораторияһы мөдире. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1965), СССР-ҙың нефть эшкәртеү сәнәғәте отличнигы (1967). Сталин премияһы лауреаты (1951). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Ишбулатов Рөстәм Хажиәхмәт улы (1905—18.04.1938, хәрби хеҙмәткәр. 1934 йылдан Ҡара диңгеҙ флотының һыу аҫты кәмәләре дивизионы командиры, 3-сө ранг капитаны. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Рябов Андрей Фёдорович (1925—14.02.2004), Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар дивизияһы уҡсыһы, рядовой. Советтар Союзы Геройы (1944).
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Проле Вильмош (1871—2.10.1946), Венгрия тел белгесе, шәрҡиәтсе. Башҡорт теленә арналған ғилми мәҡәләләр авторы.
- Обухов Михаил Иванович (1871—4.10.1943), педагог, йәмәғәтсе. Өфө губернаһының халыҡ мәғарифына һәм мәктәптән тыш белем биреүгә арналған хеҙмәттәр авторы. 1913 йылдан Өфө губерна халыҡ мәғарифы бүлеге хеҙмәткәре, 1920 йылдан Өфөнөң Көнсығыш биҫтәһендә 1-се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1930 йылға тиклем Н. В. Гоголь исемендәге 5-се тимр юл юл мәктәбе мөдире. 1919 йылдан эшсе һәм һалдат депутаттарының Өфө ҡала Советы ағзаһы.
тулы исемлек
- Данилов Игорь Борисович (1946), юрист, прокуратура һәм суд органдары ветераны. Башҡортостандың Арбитраж суды Рәйесенең элекке урынбаҫары. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы, Рәсәй Прокуратураһының почётлы хеҙмәткәре. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Сыртланов Рауил Шаһихәйҙәр улы (1877—20.06.1916), Рәсәй империяһының 1904—1905 йылдарҙағы рус-япон һуғышында ҡатнашҡан һәм Беренсе донъя һуғышында һәләк булған хәрби эшмәкәре. 2016 йылдың башынан Ровно пехота полкы командиры, генерал‑майор (1916). Рәсәй империяһының 4‑се дәрәжә Изге Георгий (1917), 3‑сө (1913) һәм 4‑се (1905) дәрәжә Изге Анна, 3‑сө дәрәжә Изге Станислав (1912) ордендары кавалеры. Башҡорт дворяндары Сыртлановтар нәҫеленән. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бүздәк районы Шланлыкүл ауылынан.
- Дәүләтшин Рәил Фазлиәхмәт улы (1957), нефтсе. 1980—2017 йылдарҙа «Саҡмағошнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы быраулаусыһы. Рәсәй Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Таштау ауылынан.
тулы исемлек
- Сөләймәнов Руслан Рим улы (1972), ғалим-тупраҡ белгесе. 1996 йылдан хәҙерге Өфө фәнни үҙәгенең Биология институты хеҙмәткәре, 2003 йылдан өлкән, 2008 йылдан — төп, 2015 йылдан баш ғилми хеҙмәткәр. Биология фәндәре докторы (2011). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Иванова Мария Карповна (1913—2.01.2001), телефонист. 1936—1972 йылдарҙа Баймаҡ район элемтә узелы телефонисы; 1942—1944 йылдарҙа Силәбе өлкәһе хәҙерге Сыбаркүл ҡалаһында урынлашҡан хәрби часть хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1966). Сығышы менән Баймаҡ ҡалаһынан.
- Смородина Зинаида Ивановна (1918—22.05.2008), табип. 1942 йылдан Хәйбулла районы һаулыҡ һаҡлау бүлеге мөдире, 1946—1958 һәм 1962—1974 йылдарҙа Аҡъяр район үҙәк дауаханаһы, артабан Өфөләге 3-сө поликлиника терапевы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1957), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй районынан.
тулы исемлек
- Рим Әхмәтов (1933—25.01.2017), Башҡортостанда йәшәп, рус телендә ижад иткән яҙыусы, журналист, сценарийҙар авторы, тәржемәсе һәм үләндәр менән дауалаусы. 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Сергей Чекмарёв (1986) һәм Степан Злобин исемендәге (2008) премиялар лауреаты.
- Әүхәҙиева Дамира Мөғәмбәр ҡыҙы (1938, китапханасы. 1964—1998 йылдарҙа Туймазы районы Илсембәт ауыл китапханаһы мөдире. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1976). Сығышы менән хәҙерге Татарстан Республикаһы Ютазы районының Көрәш-Бүләк ауылынан.
- Дәүләткирәева Рауза Шаһимғәли ҡыҙы (1948), педагог. 1971—2008 йылдарҙа Әбйәлил районы Йәнгел урта мәктәбе уҡытыусыһы, уҡытыу эштәре мөдире, директорҙың уҡытыу-тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары, 1994—2004 йылдарҙа — мәктәп директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1995). Сығышы менән ошо райондың Ҡырҙас ауылынан.
- Шаһиев Хәйҙәр Хызыр улы (1953), агроном, ауыл хужалығы һәм муниципаль орган хеҙмәткәре. 1998 йылдан Ҡырмыҫҡалы, 2000—2012 йылдарҙа Стәрлетамаҡ районы хакимиәте башлығы. СССР-ҙың халыҡ, Башҡортостан Республикаһының 1—3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Башҡортостан Республикаһының (1993) атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Дуҫлыҡ (1997), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2003), Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры. Стәрлетамаҡ районының почётлы гражданы (2010).
- Әлибаева Сәрүәр Миңлеғәли ҡыҙы (1953), педагог. 1972 йылдан Хәйбулла районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1976—2008 йылдарҙа Фёдоровка мәктәбе уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районының Темәс ауылынан.
- Хорева Эльза Рәхимйән ҡыҙы (1958), журналист, дәүләт хеҙмәткәре. 2011—2018 йылдарҙа «Республика Башкортостан» гәзитенең баш мөхәррире. Башҡортостан Республикаһының 1-се саҡырылыш (1995—1999) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1979 йылдан СССР Журналистар союзы ағзаһы.
- Нәбиуллина Эльвира Сәхипзада ҡыҙы (1963), иҡтисадсы һәм дәүләт эшмәкәре. 2013 йылдан Рәсәй Үҙәк банкы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Трофимова Ирина Александровна (1929), педагог. 1951 йылдан Ленинград хореография училищеһы (1991 йылдан А. Я. Ваганова исемендәге Рус балеты академияһы) уҡытыусыһы. Профессор (2002). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1969). Сығышы менән хәҙерге Санкт-Петербург ҡалаһынан.
- Кобяков Михаил Александрович (1934), хеҙмәт ветераны. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), Октябрь Революцияһы ордены кавалеры (1976). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Кесе Ыҡтамаҡ ауылынан.
тулы исемлек
- Нәжметдинов Рафит Заһит улы (1939), хеҙмәт ветераны. 1980—2009 йылдарҙа Борай районының Ленин исемендәге хужалыҡ рәйесе. Башҡорт АССР‑ының 9-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1998), Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған агрономы (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры. Сығышы менән ошо райондың Оло Баҙраҡ ауылынан.
- Михайлов Валерий Иванович (1954), инженер‑конструктор. 1991 йылдан Башҡортостан Фәндәр академияһының Энергоресурстарҙы транспортировкалау проблемалары институты хеҙмәткәре, 2001 йылдан — проекттар буйынса баш инженер. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009). Сығышы менән Бәләбәй ҡалаһынан.
Дөйөм исемлек
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1880: Абрам Фёдорович Ио́ффе, СССР физигы, академик, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1955).
- 1897: Йозеф Геббельс, Германия сәйәсмәне.
тулы исемлек
- 1900: Александр Реформа́тский, СССР тел белгесе, филология фәндәре докторы (1962), профессор.
- 1922: Александр Зиновьев, СССР һәм Рәсәй ғалиме, социолог, философ һәм яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 1929: Я́сен Засу́рский, СССР һәм Рәсәй әҙәбиәт белгесе, 1965—2007 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультеты деканы.
- 1929: Евгений Примаков, СССР һәм Рәсәй сәйәсмәне.
- 1948: Елена Драпе́ко, СССР һәм Рәсәйҙең театр һәм кино актёры, йәмәғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1980).
- 1954: Руслан А́ушев, СССР һәм Рәсәй хәрби, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, Ингуш Республикаһының беренсе президенты, Советтар Союзы Геройы (1982), генерал-лейтенант.
- 1783: Жан Лерон Д’Аламбер, Франция математигы.
- 1938: Сәхипгәрәй Сәйетғәлиев, СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- 1971: Арне Тиселиус, Швеция биохимигы.
- 1988: Әһлетдинов Фәйзулла Хәзи улы, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1943).
- 1995: Риза Ишморат, драматург, йәмәғәт эшмәкәре, Татар АССР-ының һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.
- 2001: Григорий Чухрай, кинорежиссёр, сценарист һәм педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1981).