Азат (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азат

Азат — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Азат исеме бар.

Этимология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азат исеме башҡорт теленә фарсы теленән ингән. Ирекле, азат, буйһонмаусан тигән мәғәнәлә[1].

Билдәле кешеләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәлилов Азат Насретдин улы, Азат Кинйә (29 май 1962 йыл) — уҡытыусы, балалар яҙыусыһы, йәмәғәтсе. 2010 йылдан Башҡорт Википедияһы ирекмәне.

Азат Әхмәҙулла улы Камалов (1 декабрь 1937 йыл — 23 апрель 2007 йыл) — СССР һәм Рәсәй филологы, башҡорт тел белгесе, филология фәндәре докторы, башҡорт топонимикаһы өлкәһендәге белгес.

Айытҡолов Азат Миңлеғәле улы (27 ғинуар 1956 йыл) — ҡурайсы, педагог, Рәсәйҙең атҡаҙанған (1998), Башҡортостандың халыҡ артисы (1991), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1990) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (2000) лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Абдуллин Азат Хаммат улы (26 июнь 1931 йыл) — Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014), драматург, прозаик һәм публицист. 1968 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1975 йылдан — КПСС ағзаһы. Сергей Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1983), «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984).

Ярмуллин Азат Шакирйән улы (4 ноябрь 1975 йыл) — журналист, тарихсы, дәүләт хеҙмәткәре һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2018 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Милли архивының бүлек начальнигы. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты һәм Башҡарма комитеттың Совет ағзаһы (2016). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2010).

Йәнгиров Азат Вәзир улы (8 октябрь 1977 йыл) — ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп эшмәкәре. 2020 йылдан Башҡортостан Республикаһының Мәғәрифты үҫтереү институты ректоры. Иҡтисад фәндәре докторы (2007).

Үтәкәев Азат Нәзир улы (25 сентябрь 1953 йыл) — табип, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе һәм йәмәғәт эшмәкәре. Нефтекама ҡалаһы башҡортары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002).

Йыһаншин Азат Надир улы (11 май 1971 йыл) — театр һәм кино актёры, режиссёр. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2002). Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1996).

Әхтәмов Азат Зиннәт улы (рус. Ахтямов Азат Зиннатович; 4 ғинуар 1957 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Фазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улы (23 февраль 1967 йыл) — шағир, радиожурналист, «Юлдаш» радиоһының өлкән мөхәррире, проекттар авторы һәм алып барыусыһы. 2013 йылдан Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Журналистар союздары ағзаһы. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2015).

Мағазов Азат Шәйехйән улы (17 декабрь 1926 йыл — 13 декабрь 2015 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, йәмәғәт эшмәкәре һәм яҙыусы. Отставкалағы авиация полковнигы. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәинәт хеҙмәткәре (1984). II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1968) ордендары кавалеры. Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге (1997) һәм Муса Гәрәев исемендәге (2013) премиялар лауреаты.

Аббасов Азат Зиннәт улы (19 ғинуар 1925 йыл — 11 октябрь 2006 йыл) — опера йырсыһы, СССР-ҙың (1977), РСФСР-ҙың (1966) һәм Татар АССР-ының халыҡ артисы, Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Азат Мөхәммәт Хусейн (1827 йыл — 1910 йыл) — һинд шағиры, яҙыусы, тәнҡитсе.

Иптәш Азат (1954 йыл — 2010 йыл) — һинд революционер-маоисы.

Чандрашекхар Азад (1906 йыл — 1931 йыл) — һинд революционеры.

Фон бюр Азат (1893 йыл — 1945 йыл) — немец офицеры.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азат Кашмир, Азат Джамму һәм Кашмир (урду آزاد جموں و کشمیر‎; ҡыҫҡаса — Азат Кашмир) — элекке Кашмир кенәзлегенең пакистандар тарафынан идара ителгән өлөшө сиктәрендәге иң көньяҡ административ берәмек. Де-факто Пакистандың өлөшө булып тора, рәсми рәүештә Пакистан тарафынан үҙ хөкүмәте булған үҙ-үҙенә идара итеүсе территория тип һанала. Көнсығыштан — хәҙерге Һиндостан штаты Джамму һәм Кашмир, көнбайыштан — Пакистандың Хайбер-Пахтунхва, төньяҡтан — Гилгит-Балтистан һәм көньяҡтан Пәнджәб провинциялары менән сиктәш. Административ үҙәге — Мозаффарабад ҡалаһы.

«Азат» Дөйөм милләт социал-демократик партия — Ҡаҙағстандағы сәйәси партия.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ