Эстәлеккә күсергә

Айрат

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Айрат — төрки телле халыҡтарға боронғо монголдарҙан ингән ир-ат исеме.

Айрат — ойрот тигән боронғо монгол ырыуы атамаһынан яһалған исем: «ой» — урман һәм «арат» — кеше, халыҡ; урманда йәшәүсе (Джанузаков)[1].

Айрат Рәүеф улы Тереғолов — (30 октябрь 1957 йыл) — башҡорт рәссамы, график. Рәсәй Федерацияһының (2014) һәм Башҡортостан Республикаһының (2004) атҡаҙанған рәссамы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2016) һәм Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1990) премиялары лауреаты. 1991 йылдан СССР-ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы. 2015 йылдан М. В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы директоры.

Айрат Миңләхмәт улы Ҡобағошов — (1 февраль 1950 йыл — 5 сентябрь 2021 йыл) — композитор, фольклорсы. 1986 йылдан хәҙерге Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусы, шул иҫәптән 1996—2012 йылдарҙа башҡорт музыкаһы факультеты деканы, бер үк ваҡытта 1996 йылдан — традицион музыка башҡарыу кафедраһы мөдире. 1989 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Профессор (2013). Рәсәй Федерацияһының (2009) һәм Башҡортостан Республикаһының (1995) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Айрат Әкрәм улы Әхмәтшин — (4 декабрь 1949 йыл) — ҡурсаҡ театры актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1980 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2004) һәм БАССР-ҙың (1985) халыҡ, Рәсәй Федерацияһының (1991) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1978).

Айрат Хәмит улы Солтанов — (28 ғинуар 1962 йыл) — театр актёры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2012). Башҡорт АССР-ының Борай районы Борай ауылында тыуған.

Айрат Таһир улы Кәримов (21 ғинуар 1941 йыл — 11 май 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй композиторы һәм пианисы. Башҡорт дәүләт филармонияһының «Ирәндек» вокаль-инструменталь ансамблен ойоштороусы һәм уның 1970—1976 йылдарҙағы художество етәксеһе. 1991 йылдан СССР Композиторҙар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1995). Республика композиторҙар конкурстары призеры һәм лауреаты. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск ҡалаһында БАССР-ҙың мәҙәниәте көндәрендә (1968), Мәскәүҙә Башҡортостан Республикаһы көндәрендә (1997) ҡатнашыусы.

Айрат Йәнсура улы Зарипов — (12 октябрь 1962 йыл) — ғалим-социолог, философия фәндәре докторы, Башҡортостан Фәндәр Академияһында Фәлсәфә буйынса фәнни кәңәшмәнең ғилми сәркәтибе, Рәсәйҙең Халыҡ-ара эштәр буйынса Советы эксперты. Ҡорбанова Ғәфифә Мәғәфүр ҡыҙының улы.

Айрат Минһаж улы Шаммазов (31 август 1947 йыл) — тотош мөхиттәр механикаһы, нефть һәм газды ташыу һәм һаҡлау объекттарының һөҙөмтәлелеген, ышаныслылығын һәм экологиялылығын күтәреү өлкәһендә эшләүсе СССР һәм Рәсәй ғалимы; педагог, юғары белем биреү өлкәһендә ойоштороусы. Техник фәндәр докторы, профессор, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге ике премияһы лауреаты. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры (1994—2014). Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы президенты (2006—2011).

Айрат Ғабдулла улы Хәмиҙуллин (20 ғинуар 1956 йыл) — рәссам-импрессионист, Рәсәй рәссамдары берлеге ағзаһы (2002).

Айрат Тәбрис улы Фәритов — ғалим-механик-коррозионист. Техник фәндәр кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2010). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2005) һәм И. М. Губкин исемендәге премияһы (2008) лауреаты.

Айрат Юнир улы Абыҙгилдин (15 июнь 1962 йыл — 22 октябрь 2016 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы, инженер-технолог һәм уҡытыусы. Техник фәндәр докторы (1998).

Айрат Хәбиб улы Мәмлиев (6 ғинуар 1940 йыл) — ғалим-физик. Физика‑матемематика фәндәре докторы (2004). 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» миҙалы эйәһе (2011).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ