Албания иҡтисады
Албания иҡтисады | |
Валюта | |
---|---|
Халыҡ-ара ойошмалар |
Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы |
Статистика | |
ВВП (номиналь) |
$ 32.259 миллиард (ППС, 2015), $14.520 миллиардов (номинал, 2015) (2008) |
Бер кешегә ВВП (ППС буйынса) |
$6000 |
Инфляция (ИПЦ) |
3,4% (2008) |
Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ |
1,1 млн |
Эшһеҙлек кимәле |
12.5% |
Тышҡы сауҙа | |
Экспорт буйынса партнёрҙар |
Италия 50,8%, Сербия 8,3%, Төркиә 6%, Ҡытай 5,5% , Греция 5,4% (2010) [1] |
Импорт буйынса партнёрҙар | |
Дәүләт финанстары | |
Дәүләт килемдәре |
$3.45 млрд |
Дәүләт сығымдары |
$4.17 млрд |
Если не оговорено иное, все цифры даны в долларах США |
Албания — Көньяҡ Европала насар үҫешкән илдәрҙең береһе.
Эске вал продукция күләме 2005 йылда — 6,9 млрд евро (йән башына — 1,9 мең евро).
Тарих
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980 йылдар уртаһына тиклем Албания иҡтисады команда-административ алымдарға ярашлы үҫешә. Албания иҡтисады күбеһенсә СССР һәм социалистик илдәр, Көнсығыш Европа илдәренең иҡтисади ярҙамына буйһондорола. Албанияның экспорт тауарҙарын һатыу үҙәге был илдәрҙә урынлашҡан була.
1985 йылда Әнүәр Ходжа вафатынан һуң, һәм шуның артынса уҡ күп йылдар хаҡимлыҡ иткән коммунистик режимдың юҡҡа сыҡҡанынан һуң, яңы етәкселек Көнбайыш илдәре менән яҡынлашыуға өҫтөнлөк бирә һәм неолибераль типтағы үҙгәртеп ҡороуҙар башлай. Ошо һәм СССР-ҙағы сәйәси үҙгәрештәр, уның емерелеүе 1990—1992 йылдарҙағы эске вал продукцияһының (ВВП) ҡырҡа түбәнәйеүенең һөҙөмтәһенә килтерҙе. Был, үҙ сиратында, Италияға һәм Грецияға ҡасаҡтарҙың күпләп күсенеүенә алыпкилде.
Хужалыҡ төҙөлөшөн үҙгәртеп ҡороуға ынтылыштар 1992 йылда ла атҡарыла, был ваҡытҡа 1989 йылда илдең иң юғары кимәленә күтәрелгән реаль эске вал продукцияһы (ВВП) 50 % -ҡа тиклем түбәнәйә.
Әлеге көндә Албанияла ойошҡан енәйәтселек киң үҫеш алған. Европала был ил дәүләт кадрҙарының коррумпирлығы буйынса иң юғары рейтингты биләй.
1992 йылдың апрелендә демократик юл менән һайланған хөкүмәт иҡтисади юғалтыуҙарҙы кисектереүгә йүнәлтелгән иҡтисади үҙгәртеүҙәрҙең амбициоз программаһын әҙерләй. Иҡтисадты баҙар мөнәсәбәтенә күсереү Албания демократик партияһыныңхөкүмәт ағзаһы Александер Мекси курсының иң мөһим мәсәләләре тип билдәләнә. Хаҡтарҙы либерализациялау, милли валюта курсын нығытыу һәм инфляцияны тотҡарлау — былар бөтәһе лә реформаның мөһим элементтарын үҙ эсенә ала. Был саралар хосусилаштырыу үткәреү, шәхси эшҡыуарлыҡты дәртләндереү, дәүләт секторын реформалау, функциональ баҙар иҡтисады һәм шәхси сектор әүҙемлеге өсөн легаль структуралар булдырыу кеүек структур реформалар пакеты менән тулыландырыла. Ауыл хужалығының, коммуналь хеҙмәт күрһәтеү һәм кесе эшҡыуарлыҡтың күп өлөшө хосусилаштырыла. Был башланғыстар транспорт тармағын, хеҙмәтләндереү сфераһын, кесе һәм урта компанияларҙы хосусилаштырыу юлы менән дә хуплана. 1995 йылда эре предпрятиеларҙы хосусилаштырыу башлана. 1990 йылдарҙағы иҡтисади үҫештең иң түбән күрһәткесенә еткәндән һуң, иҡтисад яйлап күтәрелә башлай һәм ун йыллыҡтың аҙағына 1989 йылғы кимәлгә барып етә.
Иҡтисади үҙгәртеүҙәрҙең тәүге һөҙөмтәләре өмөтлө күренә. 1993 йылда реаль эске вал продукция (ВВП) — 11 %, 1994 йылда — 8 %, 1995 йылда 8%-тан күберәк тәшкил итә. Быға шәхси сектор ҙур өлөш индерә. Йыллыҡ инфляция 22%-тан берәмекле күрһәткескә тиклем түбәнәйә. Албан валютаһы лек тотороҡлана. Ил аҙыҡ-түлек һатып алыуға мохтажлыҡ кисермәй башлай. Яңы Албанияның шәхси эшҡыуарлыҡ инициативаһына ҡарата яуап реакцияһы көтөлгәндән күпкә юғарыраҡ булып сыға. Әммә 1995 йылдан үҫеш туҡтап ҡала. 1996 йылда эске вал продукцияһының (ВВП) әллә ни ҙур булмаған үҫеше һәм 1997 йылда уның 9 %-ҡа кәмеүе күҙәтелә. Хөкүмәттең стабилизация сәйәсәтен дауам итеүгә һәләтһеҙ булыуы 1996 йылда илде инфляцияның яңы тармаҡтарына этәрә, был, үҙ сиратында, бюджет дефицитының 12 % менән баһаланыуына алып килә.1996 йылда инфляция — 20 % , 1997 йылда 50 % тәшкил итә. Албания халҡының күпселеге үҙ һаҡлыҡ аҡсаларын ышанып тапшырған финанс пирамидаларының емерелеүе, 1997 йыл башында киң ҡоласлы тәртипһеҙлектәр башланыуға сәбәп була. Бының һөҙөмтәһе булып 1500-дән ашыу тыныс халыҡтың үлеме, һәр төрлө мөлкәттең юҡҡа сығыуы һәм эске вал продукцияһының 8 %-ҡа түбәнәйеүе тора. Лек үҙҡиммәтенең яртыһын тиерлек юғалта. 1997 йылда ҡуйылған яңы хөкүмәт тәртип урынлаштырыу, иҡтисади әүҙемлекте һәм сауҙа эшен яйға һалыу буйынса ҡаты саралар күрә.
Әлеге көндә Албания Халыҡ-ара валюта фонды һәм Мир банкының әүҙем ярҙамы менән интенсив макроиҡтисади реструктуризация алып бара. Иҡтисадтың бөтә секторында ла етди үҙгәртеүҙәр кәрәклеге асыҡланды. 2004 йылда Албания коммерция банкыһы, Албания һаҡлыҡ банкыһы хосусилаштырыла һәм Австрияның Райффайзен банкына 124 миллион долларға һатыла. Күрше Балҡан илдәренән күпкә артта ҡалғанлыҡтан, Албания асыҡ баҙар иҡтисады ҡатмарлыҡтары алдында тороп ҡалды. Һуңғы биш йылда Албанияның йыллыҡ иҡтисади үҫеше 5 % тәшкил итә. Инфляцияны тотҡарлауға һәм уны сағыштырмаса түбән кимәлдә һаҡлауға өлгәшелде. Хөкүмәт халыҡты ситкә ебәрмәү буйынса саралар тапты һәм күптән түгел сит ил инвестицияһын йәлеп итеүгә йүнәлтелгән финанс реформалары пакетын хупланы.
Иҡтисад сит илдә йәшәгән ватандаштарҙың (күбеһе Грецияла һәм Италияла) иғәнәһе иҫәбенә йыл һайын тулыландырыла, был иһә эске вал продукцияһының (ВВП) 15 % самаһын тәшкил итә. Был үҫә барыусы сауҙа дефицитын компенцацияларға ярҙам итә. Эшкә яраҡлы Албания халҡының бары яртыһы ғына шөғөлләнгән ауыл хужалығы секторы дөйөм эске вал продукция (ВВП) күләменең биштән бер өлөшөн генә тулыландыра. Бындай хәлдең сәбәбе ваҡ фермер хужалыҡтарында заманса ҡоролмаларҙың наҡыҫлығы һәм фермерҙарҙың, күпселек осраҡта, ҙур булмаған йәки ауыл хужалығы менән эш итеүгә яраҡһыҙ ерҙәрҙә эшләргә мәжбүр булыуына бәйле. Был өлкәләге ҡанундарҙың аныҡ булмауы ауыл хужалығы тармағын мадернизациялауға тотҡарлыҡ яһаусы фактор булып тора.
Энергия ресурстарының кәмселеге һәм инфраструктура комплексының иҫкергән булыуы Албанияла бизнес алып барыуға уңайһыҙлыҡтар тыуҙыра һәм сит ил капиталын йәлеп итеүҙә күҙгә күренгән уңыштарҙың юҡлығына килтерә. Европа берләшмәһе ярҙамы менән Албания туҙған автомобилдәр һәм тимер юл полотноһын яҡшыртыу буйынса ярайһы ғына аҙымдар яһай башланы, ә был иһә иҡтисади үҫеште тотҡарлауға кәртә булып тора.
2005 йылда үткәрелгән иҡтисади реформалар, 2009 йылда Албанияны, шулай уҡ Сан-Мариноны һәм Лихтенштейнды, иҡтисади үҫешкә өлгәшкән берҙән-бер Европа дәүләттәре булыуға алып килде. Албанияла ул эске вал продукцияһының (ВВП) 3,7 % тәшкил итте.
Эске вал продукцияһының (ВВП) структураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ауыл хужалығы — 49 %. Үҫемлек үрсетеү (игенселек, цитрустар, виноград), малсылыҡ (эре мал, һарыҡ).
- Сәнәғәт — 27 %. Тау байлыҡтарын табыу сәнәғәте, Нефть эшкәртеү, металлургия, металл эшкәртеү, Химия сәнәғәте, туҡыу сәнәғәте, ағас эшкәртеү.
- Хеҙмәтләндереү өлкәһе — 24 %.
Тышҡы сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Экспорт: 0,34 млрд АҠШ доллары (йән башына. 110 дол.). Туҡыма, аяҡ кейеме, металл һәм руда, нефть, емеш-еләк һәм йәшелсә (Италия — 71 %, Греция — 12 %, Германия — 7 %).
- Импорт: 1,5 млрд АҠШ доллары (йән башына 484 дол.). Машиналар һәм ҡоролмалар, аҙыҡ-түлек, туҡыма, химик тауарҙар (Франция — 37 %, АҠШ — 11 %, Италия — 10 %, Германия — 7 %).
Албанияның тышҡы сауҙаһының географик таралышы (2014 йылға ҡарата)[2]:
- Европа берләшмәһе илдәре — 66,0 % (5079 млн доллар).
- Рәсәй — 1,5 % (115 млн доллар)
- Ҡытай — 6,1 % (465 млн доллар)
- Төркиә — 6,1 % (465 млн доллар)
- Америка илдәре — 3,8 % (294 млн доллар)
- Африка илдәре — 1,5 % (117 млн доллар)
Туризм
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рекреацион ресурстар, Албанияның иҫтәлекле урындары
- Тиранала: Милли тарих музейы, Этем Мей мәсете, сәғәтле башня, милли мәҙәниәт музейы, Тәбиғәт тарихы музейы.
- Шкодерҙа: Шәйех Замил Абдулла Әл-Замилә, Музое Популло мәсеттәре.
- Ҡала ситендә: Розафа ҡәлғәһе һәм Ҡурғаш Мәсет.
- Албанияла алты милли парк, 20 ҡурсаулыҡ һәм тәбиғәт һәйкәле бар.
Валюта
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аҡса берәмеге: Лек. 102 лек — 1 АҠШ долларына (2013 йыл), 139 лек — 1 евроға (2013 йыл), 130 лек — 1 евроға (апрель 2009 йыл).
Сит ил инвестицияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Греция һәм Италия Албанияның иң тәүге инвесторҙары була. 1992—2003 йылдарҙа Италия өлөшөнә 47,9 % йыйылма сәнәғәт хаҡтары индексы ППИ (672,5 млн доллар), Грецияға — 34,2 % (480,2 млн доллар) тура килә[3]. Артабан был ике илдең йоғонтоһо кәмей: 2003—2009 йылдарҙа Албанияла ҡулланыусылар хаҡы индексы (ПИИ) Италияныҡы15,4 % (347,9 млн евро), Грецияныҡы — 24,7 % (559,9 млн евро) тәшкил итә[3]. 1990 йылдарҙа Албанияның сәнәғәт хаҡтары индиксында (ППИ) Төркиәнең өлөшө әллә ни ҙур булмай, ул ни бары — 2,0 % в 1992—2003 годах (1992—2003 йылдарҙа 28,1 млн долларов)[3]. 2000 йылдарҙа Анкарның йоғонтоһо арта: 2003—2009 йылдар һөҙөмтәһе буйынса Албанияның сәнәғәт хаҡтары индексында (ППИ) Төркиәнең өлөшө 10,4 % (235,1 млн евро) тәшкил итә[3].
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 Federation of International Trade Associations : Albania profile
- ↑ Максакова М. А. Рәсәй һәм Көнбайыш Балҡан илдәре менән иҡтисади хеҙмәттәшлек үҫеше тенденциялары. Иҡтисад фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһен алыу өсөн диссертация. — М., 2015. — . 40 — 41 б. Инеү мөмкинлеге: http://mgimo.ru/science/diss/maksakova-ma.php 2016 йыл 15 август архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Зеликсон Д. И. Көнбайыш Балҡанда Груцияның тура инвестицияһы // Хәҙерге Европа. — 2015. — № 3 (63). — 72 б.
- Албания Үҙәк разведка идаралығының (ЦРУ) факттар китабында 2018 йыл 24 декабрь архивланған.