Сербия иҡтисады
Сербия иҡтисады | |
Валюта | |
---|---|
Фискаль йыл |
календарь |
Халыҡ-ара ойошмалар |
Үҙәк Европа ирекле сауҙа ассоциацияһы һәм Ҡара диңгеҙ иҡтисади хеҙмәттәшлек ойошмаһы |
Статистика | |
ВВП (номиналь) |
▲112,87 млрд[1] (2017) |
ППС буйынса ВВП урыны |
74-е |
ВВП үҫеше (ППС буйынса) |
▲2,7% (2016)[2] |
Бер кешегә ВВП (ППС буйынса) |
▲13,380 (2015)[2] |
Иҡтисад йүнәлештәре буйынса ВВП |
ауыл хужалығы: 10,6% |
Инфляция (ИПЦ) |
Ҡалып:IncreaseNegative 2,7% (2015) |
Ярлылыҡ сиге артындағы халыҡ |
9,2% (2011)[4] |
Иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ |
2,96 млн (2012)[4] |
Йүнәлеш буйынса эшләүсе халыҡ |
ауыл хужалығы: 21,9 % |
Эшһеҙлек кимәле |
▲ 20,7% (2015)[2] |
Төп өлкәләр |
металлургия, мебель, аҙыҡ-түлек, машиналар эшләү, химия, шәкәр, автомобиль шиналары, кейем-һалым, фармацевтика |
Тышҡы сауҙа | |
Экспорт |
▲14,31 млрд (2012)[5] |
Экспорт статьялары |
металдар (ҡорос, баҡыр), машиналар һәм ҡорамалдар (баҡыр сым), агропродукттар (кукуруз, еләк), аҙыҡ-түлек (сеймал шәкәре), нефть химияһы (автомобиль шиналары), электр энергияһы, дарыуҙар |
Экспорт буйынса партнёрҙар |
Германия 10,2 % |
Импорт |
▲ 22,63 млрд (2012)[5] |
Импорт статьялары |
нефть, газ, транспорт саралары, сәнәғәт ҡорамалдары, электр машиналары[7] |
Импорт буйынса партнёрҙар |
Рәсәй Федерацияһы 10,6 % |
Дәүләт финанстары | |
Дәүләт бурысы |
Ҡалып:IncreaseNegative3,049 млрд (2015) [9] |
Дәүләт килемдәре |
▲15,54 млрд (2015) [9] |
Дәүләт сығымдары |
Ҡалып:DecreasePositive18,41 млрд (2015) [9] |
Если не оговорено иное, все цифры даны в долларах США |
Сербия иҡтисады ауыл хужалығының, сәнәғәттең һәм һәм хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһенең төрлө тармаҡтарына нигеҙләнгән.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1980—1990 йылдарҙа хәле яҡшы була. Әммә БМО-ның 1992—1995 йылдарҙағы иҡтисади санкциялары ил хужалығын насарайта. 90-сы йылдар башындағы һуғыш, 1999 йылда НАТО-ның һауа һөжүменән һуң инфраструктураның һәм сәнәғәттең ҡыйралыуы, Иҡтисади үҙ-ара ярҙамлашыу советы (СЭВ) менән һәм элекке Югославия эсендәге сауҙа бәйләнештәренең өҙөлөүе иҡтисади хәлде тағы ла хөртәйтә төшә. Иҡтисадтың төп проблемаһы — эшһеҙлек (2012 йылда 25 процент), йәштәрҙең һәм юғары квалификациялы белгестәрҙең сит илдәргә китеүе, әүәлдән килгән ҡыҫҡа эш көнө (ҡыҫҡа тәнәфестәр һәм төшкө аш ваҡытын да индереп, берҙән бишкә тиклем эш сәғәте), коррупция һәм иҡтисади реформаларҙың етерлек күләмдә үткәрелмәүе.
2000 йылдың октябрендә Слободан Милошевичты ҡолатҡандан һуң Сербияла йылдам иҡтисади үҫеш башлана, ил Европа берләшмәһенә инергә әҙерләнә, ул төп сауҙа партнёры булып тора. Хәҙер илдең сауҙа балансы дефициты һәм дәүләт бурысы бар. ЭТП үҫеше йылына 1 процентҡа ҡалып әкренәйә. Бер нисә мөһим иҡтисади этәргес булыры көтөлә, улар тиҙ арала иҡтисади үҫеште шәбәйтә алыр ине. Үҫештең йылдамланыуына ҡарап, Сербияны ҡайһы берҙә «Балҡан юлбарыҫы» («Азия юлбарыҫтары»на оҡшатып) тип тә атайҙар.
Хеҙмәт ресурстары һәм халыҡтың килемдәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Иҡтисади әүҙем халыҡ һаны — 2,96 миллион (2012).
- Секторҙар буйынса хеҙмәт ресурстарының мәшғүллеге (2010)
- Өсөнсөл: 58,6 процент
- Икенсел: 19,5 процент
- Беренсел: 21,9 процент
- Эшһеҙҙәр күләме: 25,9 % (2012).
Сәнәғәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Энергетика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ресурстары
Сербия энергетикаһының нигеҙе — 18,1 миллиард тоннаға еткән ҙур күмер запастары, шуның 17,3 миллиарды — һоро күмер. Күмер сығарыу 37 миллион тоннға етә (2010).
Сербияның ер аҫтындағы нефть һәм газ запастары 400 миллион тонна самаһы тәшкил итә, разведкаланғандары — 60 миллион тонна (2006), нефть сығарыу күләме нефть эквивалентында — 1,6 миллион тоннаға тиклем (2011).
Шулай уҡ 2 миллиард тонна яныусан сланецтар разведкаланған (нефть эквивалентында 210 миллион тонна). Шулай уҡ геотермаль ятҡылыҡтар разведкаланған һәм өлөшләтә файҙаланыла.
Илдең техник гидропотенциалы йылына 19,8 млрд кВт·сәғ. тип баһалана, 9,18 млрд кВт·сәғ. тотонола.
- Нефть һәм газ секторы
«Нафтна индустрија Србије» компанияһы «Дуҫлыҡ» нефть үткәргесенә, нефть һәм газ сығарыусы предприятиелар, шулай уҡ йылына 7,3 миллион тонна нефть һәм газ эшкәртә торған Панчево, Нови-Сад, Белград НЭЗ-дары һәм Крушевац майлау материалдары фабрикаһы, нефть базалары һәм автозаправкалау селтәрҙәре менән тоташҡан «Адрия» нефть үткәргесенә идара итә. Нефть тотоноу йылына 4 миллион тонна самаһы тәшкил итә (2011).
Газ монополияһы — «Сербиягаз» транзит магистралдәренә һәм бүлеү селтәрҙәренә, шулай уҡ Нови-Садтан 60 километрҙа урынлашҡан бик ҙур «Банатский двор» газ һаҡлағысына идара итә. «Көньяҡ ағым» газ үткәрегесен төҙөү бара. Газ тотоноу йылына 2,8 млрд м³ самаһы тәшкил итә (2012).
- Электр энергияһы
Электр энергияһы монополияһы — «Електропривреда Србиjе» селтәрҙәргә, эре йылылыҡ һәм гидроэлектр станцияларына идара итә. 37,86 млрд кВтч электр энергияһы етештерелә (2012).
Сербияла йылылыҡ электр станциялары һоро күмерҙә эшләй. Иң эреләренең береһе — «Никола Тесла А» ТЭЦ-ы (1650 МВт, Сербияның электр ҡеүәттәренең өстән бер өлөшөн етештерә), Белградтан көньяҡ-көнбайышта Обреновац ҡалаһы янында урынлашҡан.
Сербияның гидроэлектр станцияларында 8,8 млрд кВтч самаһы электр энергияһы етештерелә (23,2 %), гидроэлектр станцияларының тулайым ҡеүәте — 2896 МВт. Иң эре ГЭС «Джердап I» Румыния менән сктә урынлашҡан һәм Дунай йылғаһының потенциалын файҙалана.
Эшкәртеү сәнәғәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡара һәм төҫлө металлургия
Сербияның металлургияһы үҙ ресурстарында эшләй. Экспорттың 20 процентҡа тиклемен металлургия продукцияһы, бөтәһенән элек эҫе прокатлы ҡорос тәшкил итә.
- Машиналар эшләү тармағы
Индустрия тулыһынса ҡаҡшатылған һәм бер ниндәй ҙә үҫеш кисермәй.
- Yugoimport SDPR
- Застава
- Икарбус
- Аҙыҡ-түлек сәнәғәте
Сеймал шәкәре, шешәләргә тултырылған һыу, һыра етештереү ярайһы алға киткән. Воеводина автономиялы крайында Апатин һәм «МВ» һыра ҡайнатыу предприятиелары эшләй, шарап етештереү тармағы үҫкән.
- Химия-фармацевтика сәнәғәте
1960 йылда асылған «Хемофарм» фармацевтика компанияһы 2006 йылда «STADA AG» немец концерны тарафынан хосусилаштырыла.
Ҡаҙылмалар сығарыу сәнәғәте һәм тәбиғи ресурстар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Илдең төп күмер сығарыу предприятиеһы «Колубара Мәғдән Бассейны» 2012 йылда 29,6 миллион тонна күмер сығарған.
Сербия территорияһында эре полиметалл мәғдән ятҡылыҡтары бар.
Көнсығыш Серб тауҙарында Майданпек һәм Бор (Сербия) баҡыр мәғдәне ятҡылыҡтары эшкәртелә.
Ауыл хужалығы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Воеводинала уңдырышлы ҡара тупраҡлы майҙандар күп, унда экспортҡа ла китә торған кукуруздың төп өлөшө, бойҙай игелә. Күп йылғаларҙың туғайҙарында интразональ аллювиаль тупраҡтар таралған, был уңдырышлы ерҙәрҙә дөгө үҫтерәләр.
Шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш, ҡомалаҡ үҫтерелә. Сербия ананас ер еләге, ҡурай еләге, алма, слива, йөҙөм һ.б. буйынса эре етештереүсе булып тора.
Илдең имән һәм бук урмандары үҫә, уларҙа сифатлы ағас запастары байтаҡ.
Сербияла малсылыҡ алға киткән. Мәҫәлән, 2012 йылда 131 мең баш кәзә аҫрала[10]. Һарыҡсылыҡ та үҫешкән — 2011 йылда Сербияла 1460 мең баш һарыҡ була[11]. 2011 йылда республикала 24 мең тонна һарыҡ ите, 11 миллион литр һарыҡ һөтө етештерелә[12].
Финанстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербия Халыҡ банкы Сербия Республикаһының үҙәк банкы булып тора. Йәнә «AIK banka Niš», «Komercijalna banka», «Metals banka» тигән банктар эшләй.
Милли валютаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербияның рәсми валютаһы — серб динары (RSD). 1 RSD = 0,0095 Евро = 0,0121 USD (08/31/2010 Interbank exchange rate).
Йыл | 2001 | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 | 2006 | 2007 | 2008 | 2009 | 2010 | 2011 |
USD | 67,67 RSD | 58,98 RSD | 54,64 RSD | 57,94 RSD | 72,22 RSD | 59,98 RSD | 53,73 RSD | 62,90 RSD | 66,73 RSD | 82,30 RSD | 69,85 RSD |
Сығанағы: Сербия финанс министрлығы 2016 йыл 4 август архивланған. |
Инвестициялар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡара: Белград фонд биржаһы, BELEX15.
Транспорт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Авиация
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп милли авиакомпанияһы — Air Serbia.
Аэропорттары: Белград, Ниш, Нови-Сад һәм Слатина.
Тимер юл транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тимер юл транспорты: Железнице Србије, Беовоз, Белград метрополитены.
Һыу транспорты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Төп һыу артерияһы булған Дунай, килешеүҙәргә ярашлы, граждан һәм сауҙа суднолары өсөн ирекле һанала, шулай итеп, Сербия Ҡара диңгеҙгә сығыу мөмкинлегенә эйә.
Элемтә
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербияла почта эшмәкәрлеген «Srbija» дәүләт элемтә предприятиеһы алып бара. Уның бүлендеге булған «Telekom Srbija» компанияһы телекоммуникация хеҙмәттәре күрһәтә.
Сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тышҡы сауҙа
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сербияның төп тышҡы сауҙа партнеры — Европа берләшмәһе, уның менән арала тауар әйләнеше 2013 йылда 16,3 миллиард доллар тәшкил итә, шуның — 9,7 миллиарды Европа берләшмәһенән Сербияға оҙатылған тауар, ә 6,6 миллиарды — Евроберләшмәгә серб экспорты[13]. 2012 йылда Евроберләшмә илдәренә Сербия тышҡы сауҙа тауар әйләнешенең 57,0 проценты төшә[14].
Сербия тауар әйләнешенең илдәр буйынса бүленеше (2012 йыл): Германия — 11,1 %, Италия — 10,0 %, Россия — 9,7 %, Румыния — 5,8 %, Босния һәм Герцеговина — 5,2 %.
Тышҡы сауҙа Сығанағы 1 2007 йыл 7 октябрь архивланған.2 сығанағы 2007 йыл 14 ноябрь архивланған. 1998 1999 2000 2001 2002 2003 2004 2005 2006 Экспорт (миллион USD): 2,723 1,369 1,558 1,721 2,075 2,477 3,523 4,553 6,428 Импорт ( миллион USD): 4,475 2,881 3,330 4,261 5,614 7,333 10,753 10,575 13,172 Сауҙа балансы ( миллион USD): -1,752 -1,512 -1,772 -2,540 -3,539 -4,856 -7,230 -6,022 -6,744 Экспорт/Импорт (%): 60,8 47,5 46,8 40,4 37,0 33,8 32,8 41,1 48,8 Иҫкәрмә: 2006 йылдан статистика Черногорияны сит илдәр иҫәбенә индерә. Элек Черногория менән сауҙа эске сауҙа тип ҡарала итеп ҡарала.
Статистика
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Йыл | 1995 | 1996 | 1997 | 1998 | 1999 | 2000 | 2001 | 2002 | 2003 | 2004 | 2005 | 2006 | 2007 |
Этп үҙгәреүе (млрд$) | 12,8 | 13,3 | 14,2 | 14,7 | 9,7 | 8,1 | 9,7 | 11,0 | 15,1 | 21,8 | 23,3 | 31,0 | 35,2 |
Тулайым продукттың үҫеше (%) | 5,7 | 4,6 | 7,4 | 2,4 | -18,3 | 4,5 | 4,8 | 4,2 | 2,5 | 8,4 | 6,2 | 5,8 | 6,0 — 8,0 |
Башҡаһы Сәнәғәт продукцияһы үҫеше: 7,1 % (2004), 1,3 % (2005), 4,4 % (2006), -2,9 % (2012) 2018 йыл 15 декабрь [https://web.archive.org/web/20181215192259/https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/ri.html архивланған. [5]] 2009 йылда тура сит ил финанслауҙары: $24 670 миллион (Сығанағы: CIA 2018 йыл 15 декабрь [https://web.archive.org/web/20181215192259/https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/ri.html архивланған. [3]]) 2006 йылда тура сит ил финанслауҙары: $11 950 миллион (Сығанағы: CIA 2018 йыл 15 декабрь [https://web.archive.org/web/20181215192259/https://www.cia.gov/library/publications/the-world-factbook/geos/ri.html архивланған. [4]]) Алтын һәм сит ил валютаһы резервтары: $14,13 миллиард (2012)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ МВФ .
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Report for Selected Countries and Subjects
- ↑ CIA Factbook Serbian GDP 2018 йыл 15 декабрь архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 CIA 2015 йыл 30 ноябрь архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 [1]
- ↑ Exports Partners of Serbia . siepa.gov.rs (2012). Дата обращения: 29 июнь 2013.
- ↑ [2](недоступная ссылка)
- ↑ Импорт буйынса серб партнёрҙары . siepa.gov.rs (2012). Дата обращения: 29 июнь 2013.
- ↑ 9,0 9,1 9,2 IMF
- ↑ Петрович М. П., Петрович В. Ц., Муслич Д. Р., Петрович М. М., Томич З., Илич З. Ж., Милошевич Б. Состояние и перспективы козоводства в Сербии // Овцы, козы, шерстяное дело. — 2014. — № 1. — С. 28
- ↑ Петрович М. П., Петрович В. Ц., Ильич З. Ж., Милошевич Б., Миленкович М., Спасич З., Стойкович Й. Состояние и перспективы овцеводства в Сербии // Овцы, козы, шерстяное дело. — 2013. — № 1. — С. 14
- ↑ Петрович М. П., Петрович В. Ц., Ильич З. Ж., Милошевич Б., Миленкович М., Спасич З., Стойкович Й. Состояние и перспективы овцеводства в Сербии // Овцы, козы, шерстяное дело. — 2013. — № 1. — С. 15
- ↑ Нелаева Г. А., Семенов А. В. Балканский треугольник: Сербия между Европейским союзом и Россией в 2000-е гг. // Сибирские исторические исследования. — 2015. — № 3. — С. 46
- ↑ Максакова М. А. Внешнеэкомическое сотрудничество России и Сербии: состояние и перспективы развития // Российский внешнеэкономический вестник. — 2014. — № 1. — С. 108