Эстәлеккә күсергә

Аллаяр

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Аллаяр — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки телдәрҙә лә ҡулланыла.

Аллаяр башҡорт теленә ғәрәп, фарсы телдәренән килеп ингән, алла һүҙенә яр (иптәш, дуҫ) һүҙе ҡушып яһалған[1]

Аллаяр суфый (1644 йыл — 1721 йыл) — үзбәк шағиры, фәйләсүф, Мәүераннахрҙа суфый тәғлимәте вәкиле.

Әлиев Аллаяр Сәләхетдин улы (рус. Алеев Аллаяр Салахутдинович; 1909 йыл — 7 июль 1942 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 394-се кавалерия полкында кавалерист булып хеҙмәт итә[2].

Аллаяров Сабирйән Аллаяр улы(рус. Аллаяров Сабирьян Аллаярович; 1907 — ?) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындвғы 50-се гвардия полкы батареяһының 40 миллиметрлы орудие номеры. Гвардия ҡыҙылармеецы[3].

Аллаярова Фирүзә Мирхәт ҡыҙы (сәхнә псевдонимы — Фирүзә Париж) (1977 йыл) — йырсы, актриса. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2014).

Аллаяров Ғәзим Закир улы (19 декабрь 1912 йыл — 24 декабрь 1993 йыл) — партия эшмәкәре, журналист һәм яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуcы. 1941 йылдан — КПСС, 1973 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. КПСС-тың XXII съезы делегаты.

Аллаяров Алик Рәшит улы (3 июль 1973 йыл) — тележурналист. Журналистар союзы ағзаһы (1995). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты (2004).

Аллаяров Миңлебай Хәким улы (рус. Аллаяров Минлибай Хакимович; 1903-) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. Гвардия ҡыҙылармеецы. 18-се гвардия аҙыҡ-түлек ташыу транспорты шофёры[4].

Аллаяров Ричард Хәйрулла улы (5 июнь 1927 йыл — 5 ноябрь 1988 йыл) — СССР-ҙың почётлы нефтсеһе, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1959). КПСС-тың XXII съезы делегаты.

Аллаярова Нажиә Һибәт ҡыҙы (15 июль 1936 йыл) — йырсы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1977), РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1982) артисы. Бөтә Рәсәй эстрада артистары конкурсы дипломанты (Мәскәү, 1960). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ