Ашап еткермәү

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Аслыҡ, ашап еткермәү
Orange ribbon.svg
Хәнәүәт төҫөндәге таҫма ашап еткермәү символы.
eMedicine ped/1360  ped/1360 
MeSH D044342 D044342

Ашап еткермәү — аҙыҡ-түлек етешмәү, ашауға мохтажлыҡ кисереүҙән барлыҡҡа килгән хәлде тасүирлаусы термин. Ҡағиҙә булараҡ, һүҙ рационда аҙыҡ-түлек етешмәү тураһында, ҡайһы саҡта аш ҡайнатыу трактында аш һеңдереү процессы боҙолау һәм аш һеңдереү процессында туҡлыҡлы матдәләр юғалтыу тураһында бара. Ашар еткермәү осрағында гиротрофия күренеше өс дәрәжәлә квалификациялана. Бының өсөн индивидумдың нормаль ауырлығынан процентраҙа етешмәгән ауырлыҡты иҫәпләйҙәр.

Аслыҡ, ашап еткермәү социаль афәт булып һанала . Абсолют аслыҡ — ашар еткермәүҙең күҙгә күренеп торғаны, сағыштырмаса (йәшерен) аслыҡ — аслы-туҡлы йәшәү, аҙыҡ рационында кәрәкле матдәләр етмәү.

Аслыҡ, ғәҙәттән тыш тәбиғәт шарттары афәтенән һу: ер тетрәү, һыу баҫыуҙар, оҙаҡҡа һуҙылған ҡоролоҡ, циклондар һ.б., шулай уҡ һуғыштар, хәрби конфликттар нәтижәһендә башланып китә. Был осраҡ тар ауыл хужалығы етештереүен киҫкен кәметә һәм көтөлмәгән бәлә-ҡазаларға алып килә.

Нигерияла Граждандар һуғышы осорондағы аслыҡтан интегеүсе бала. 1967—1970 й.

2000 йылдан 2000 йылғаса аҙыҡ-түлек менән мәъмин ителеү буйынса БМО докладында ашап еткермәү сәбепле үлем осрағы 58% етә тип билделәнә. «Донъяла йыл һайын 62 миллион кеше үлә, һәи ун икенсе кеше аслыҡтан ыҙалан[1]. 2006 йылда 38 миллион кеше ашап еткермәү менән бәле, микроэлементтар етешмәүҙән үлә»[2]. Үлем кимәлен хроник аслыҡ нәтижәһендә билдәләү ифратта ауыр. Сөнки үлем осрағы туранан-тура аслыҡ менән бәләнмәгән. Ашап еткермәү кешеләрҙең, яман шеш, кахексия, дистрофия, маразм кеүек, күпләп ауырыуына килтерә. Аҡһым етмәүҙән айырыуса балалар, бигерәк тә күкрәк һөтө имгән осорҙа һәм ғомөрөнөң беренсе йылдарында, шулай уҡ йөклө ҡатын-ҡыҙҙар һәм бала имеҙеүсе ҡатындар ғазаплана.

Ашап еткермәү сәбәптәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Аслыҡ
  • Фәҡирлек
  • Аш ҡайнатыу тракты ауырыуҙары
  • Аш һеңдереү процессы боҙолоу
  • Депрессия(күңел төшөнкөлөгө)[3]
  • Неврозлы анорексия (ауырыу сәбәпле ашау теләгенең юҡлығы) [4]
  • Булимия (ныҡ көслө асығыу тойғоһо; йыш ҡына хәлһеҙлек һәм эс ауыртыу күҙәтелә)[5]
  • Шәкәр диабеты
  • Ураҙа тотоу
  • Кома (тәрән йоҡоға оҡшаған иҫһеҙ хәл) [6]
  • Алкоголизм
  • Май һәм углеводтарҙы саманан тыш артыҡ ҡулланыу
  • Халыҡтың үтә күплеге[7]
  • Аҙыҡ продукттарын сәңәғәттә етештереү

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  1. The world hunger problem: Facts, figures and statistics
  2. Ziegler Jean L'Empire de la honte — Fayard, 2007. — P. 130. — ISBN 978-2-253-12115-2.
  3. Русско-башкирский словарь педагогических и психологических терминов (Н.Ф.Суфьянова, 2002)
  4. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В.З.Гумеров, 1981)
  5. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М.Т.Азнабаев, 2007)
  6. Русско-башкирский словарь (под редакцией З.Г.Ураксина, 2005)
  7. Ron Nielsen, The little green handbook, Picador, New York (2006) ISBN 0-312-42581-3

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]