Эстәлеккә күсергә

Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Гайса Хусаинов битенән йүнәлтелде)
Ғайса Хөсәйенов
Исеме:

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов

Тыуған көнө:

10 апрель 1928({{padleft:1928|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Өфө кантоны [1]Үтәгән ауылы

Вафат булған көнө:

27 июль 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (93 йәш)

Вафат булған урыны:

Өфө ҡалаһы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Йүнәлеше:

яҙыусы

Жанр:

проза

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Премиялары:
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Салауат Юлаев исемендәге премияһы
Наградалары:
Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы (10 апрель 1928 йыл27 июль 2021 йыл) — әҙәбиәт белгесе, яҙыусы. 1956 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), филология фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2008), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980). Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1992) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Халыҡтар Дуҫлығы (1981) һәм Почёт (1999) ордендары кавалеры.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 10 апрелендә Башҡорт АССР-ының Өфө кантоны [1] Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Урындағы ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Еҙем-Ҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.

1947—1951 йылдарҙа К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының[2] тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Ғайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, «филология фәндәре кандидаты» тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле Өфөлә Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.

1996—2001 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. Ҡудаш, Р. Ниғмәти, Д. Юлтый, М. Кәрим, М. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты.

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ. Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.

Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.

1956 йылдан бирле СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы булған Ғайса Хөсәйенов әҙәби ижадта ла әүҙем эшләй. Бигерәк тә уның тарихи проза өлкәһендәге ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙҙы.

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен үҫтереүҙәге фиҙакәр хеҙмәте өсөн Ғайса Батыргәрәй улы башҡа бүләктәрен менән бер рәттән 2006 йылда үҙененең тыуған Ҡырмыҫҡалы районында арҙаҡлы яҡташы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев хөрмәтенә булдырылған премияға ла лайыҡ булды.

Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.

Ғалим һәм яҙыусы 2021 йылдың 27 июлендй Өфөлә вафат булды, тыуған ауылында ерләнде[3].

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов 50-нән ашыу монография, төрлө ғилми баҫмаларҙа һәм йыйынтыҡтарҙа 400 мәҡәлә, шулай уҡ дөйөм белем биреү мәктәптәре һәм юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслектәр һәм хрестоматиялар, уҡыу ҡулланмалары авторы.

  • «Башҡорт совет шиғриәтенең ҡайһы бер мәсьәләләре» әҙәби-тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығы, 1957.
  • Монографиялары: «Сәйфи Ҡудаш ижады» (1959), «Халыҡ шағиры Ниғмәти» (1960), «Дауыт Юлтый. Тормошо һәм ижады» (1963), «Мостай Кәрим. Шәхес. Шағир. Драматург. Прозаик» (1994).
  • «Ваҡыт һәм шиғриәт» (1964), «Хәҙерге заман әҙәбиәте донъяһында» (1973), «Шағирҙар» (1981), «Быуаттар тауышы» (1984) һ. б. хеҙмәттәре
  • «Башҡорт совет шиғриәтенең үҫеш юлдары» монографияһы (1968)
  • «Ваҡыт. Әҙәбиәт. Яҙыусы» китабы (1978). Ошо һайланма хеҙмәттәр китабы өсөн Ғ. Хөсәйенов С. Юлаев исемендәге Республика премияһы менән бүләкләнде.
  • «Башҡорт шиғриәте» монографияһы (1982)
  • «Башҡорт совет әҙәбиәте тарихы» (Уфа, 1967), «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» күп томлы баҫма.
  • Башҡорт халҡының күренекле шәхестәре тураһында китаптары: «Ризаитдин Фәхретдинов», «Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев», «Әхмәтзәки Вәлиди Туған» (2000).

Ғайса Хөсәйенов яҙыусы булараҡ тарихи прозаға һәм эссеистикаға өҫтөнлөк биргән.

  • Батырҙар ҡиссаһы. Тарихи проза: повестар һәм хикәйәләр;
  • «Сәйәхәт дәфтәре»;
  • «Пугачёв фельдмаршалы» (1993);
  • «Ҡанлы илле биш» романы (1996);
  • «Батырша» романы (2005);
  • Тормош
  • Рудасы Исмәғил Тасим улы

Тормошо, ғилми эшмәкәрлеге һәм ижады тураһында

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Г. Хусаинов. Библиографический справочник. Уфа, 1986 г.
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)
  • Гиният Кунафин. Учёный-энциклопедист нашего времени // Ватандаш. (рус.)