Эстәлеккә күсергә

Нуриев Зыя Нурый улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Зыя Нуриев битенән йүнәлтелде)
Нуриев Зыя Нурый улы
Нуриев Зыя Нурый улы
Флаг
Флаг
СССР Министрҙар Советы
рәйесе урынбаҫары
3 апрель 1973 — 1 ноябрь 1985
Хөкүмәт башлығы: Алексей Николаевич Косыгин
Николай Александрович Тихонов
Алдан килеүсе: Полянский Дмитрий Степанович СССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары
Дауамсы: Всеволод Серафимович Мураховский
Флаг
Флаг
СССР Әҙерләүҙәр министры
17 сентября 1969 — 3 апреля 1973
Хөкүмәт башлығы: Алексей Николаевич Косыгин
Дауамсы: Григорий Сергеевич Золотухин
Флаг
Флаг
СССР Министрҙар Советы
янындағы Әҙерләүҙәр Дәүләт комитеты рәйесе
СССР Министрҙар Советы
26 июнь 1969 — 17 сентябрь 1969
Хөкүмәт башлығы: Алексей Николаевич Косыгин
Алдан килеүсе: Леонид Романович Корниец
Дауамсы: вазифа бөтөрөлә
Флаг
Флаг
КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының
беренсе секретары
14 июнь 1957 — 15 июль 1969
Алдан килеүсе: Семён Денисович Игнатьев
Дауамсы: Шакиров Миҙхәт Закир улы
 
Тыуған: 8 март (21 март) 1915({{padleft:1915|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})
Үрге Ыласынтау ауылы, Бөрө өйәҙе, Өфө губернаһы, Рәсәй империяһы (хәҙерге Башҡортостандың Бөрө районы)
Үлгән: 19 октябрь 2012({{padleft:2012|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (97 йәш)
Мәскәү, Рәсәй
Ерләнгән: Новодевичье зыяраты[d]
Партия: 1939 йылдан ВКП(б)
Белеме: ВКП(б)ҮК юғары партия мәҡтәбе
Ғилми дәрәжәһе: иҡтисади фәндәр кандидаты
Профессияһы: тарих уҡытыусыһы
 
Наградалары:
Социалистик Хеҙмәт Геройы
Ленин ордены — 1957 Ленин ордены — 1965 Ленин ордены — 1975 Ленин ордены — 1985
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1949 «Почёт Билдәһе» ордены  — 1944
Салауат Юлаев ордены

Нуриев Зыя Нурый улы (21 март 1915 йыл19 октябрь 2012 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, СССР-ҙың 4—11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты, КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1961—1986), Социалистик Хеҙмәт Геройы (1975). Иҡтисад фәндәре кандидаты (1966).

Зыя Нурый улы Нуриев 1915 йылдың 21 мартында Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Үрге Ыласынтау ауылында тыуған. 

1933 йылда Башҡортостан халыҡ мәғарифы институтын тамамлай. 1933—1935 йылдарҙа колхоз йәштәре мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй. 1935—1938 йылдарҙа Борай районы мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын үтәй.

1938—1940 йылдарҙа Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл армияһы сафында хеҙмәт итә. 1940—1942 йылдарҙа Боҙаяҙ районы мәғариф бүлеге мөдире вазифаһын башҡара.

1942—1943 йылдарҙа Полуб МТС-ы политбүлек етәксеһе вазифаһын үтәй. 1943—1944 йылдарҙа ВКП(б)-ның Боҙаяҙ район комитетының 2-се секретары

  • 1944—1945 — ВКП(б)-ның Ҡыйғы район комитетының 1-се секретары
  • 1945—1948 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының ауыл хужалығы бүлеге мөдире

1951 йылда ВКП(б) Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Юғары партия мәктәбен тамамлай. 1951—1952 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитетының партия, профсоюз, комсомол ойошмалары бүлеге мөдире

  • 1952—1957 — ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты секретары һәм 2-се секретары
  • 1957—1969 — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының 1-се секретары
  • 1969—1973 — СССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Әҙерләүҙәр Дәүләт комитеты рәйесе, СССР Әҙерләүҙәр министры
  • 1973—1985 — СССР Министрҙар Советы Рәйесе урынбаҫары, СССР Министрҙар Советы Президиумының агросәнәғәт комплексы буйынса комиссия рәйесе
  • 1985 йылдың ноябрь айынан — СССР күләмендәге персональ пенсионер
  • 2020 йылдың мартында Башҡортостанда Зыя Нуриев иҫтәлегенә төрлө саралар үтәрелде[1].
  • 2015 йылдың 21 мартында Мәскәүҙәге Новодевичье зыяратында Зыя Нуриевҡа һәйкәл асыла[2].
  • Республика йорто эргәһендә урынлашҡан скверға уның исеме бирелгән[3].