Эстәлеккә күсергә

Игенйылға

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Инзелга битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Инйылға
рус. Инзелга
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури

Ауыл советы

Бельский

Координаталар

53°52′38″ с. ш. 56°18′14″ в. д.HGЯO

Халҡы

389[1] кеше (2010)

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453057

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 810 001

ОКТМО коды

80 621 410 101

ГКГН номеры

0523493

Инйылға (Рәсәй)
Инйылға
Инйылға
Игенйылға (Башҡортостан Республикаһы)
Инйылға

Игенйылға, Инйылға (рус. Инзелга) — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 389 кеше булған[2]. Почта индексы — 453057, ОКАТО коды — 80221810001.

Урыҫ телендә Инзелга булып киткән ауылдың исеме башҡорт телендәге Иген һәм Йылға тигән һүҙҙәрҙән ҡушылып яһалған. XVIII быуаттағы документтарҙа Игинзилга тип теркәлгән. Урыҫ теленән иһә ул башҡортсаға кире Инйылға тигән вариантта ла килеп ингән[3]. Мәгәр ауыл халҡы уны Игенйылға тип атауын дауам итә[4].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 389 195 194 50,1 49,9

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Ауылдың гидронимдан барлыҡҡа килгән Берешле тигән башҡа исеме лә булған. Ауылға типтәрҙәр нигеҙ һалған. 1747 йылда уларҙы Бишауыл һәм Дыуан-Табын улустарының аҫаба башҡорттары үҙ ерҙәренә индерә. 7 йылдан һуң типтәрҙәр ерҙе «мәңгелек биләмәгә» һатып ала. Бында яһаҡлы татарҙар ҙа йәшәгән.

1783 йылғы IV рәүиз ваҡытында ауылда 25-әр ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ, V рәүиздә һәр енестән 20-шәр кеше йәшәй. Киләһе иҫәптә халыҡтың милләте татарҙар булараҡ билдәләнә. 1859 йылда 56 йортта 154 ир-ат һәм 150 ҡатын-ҡыҙ йәшәгәне теркәлгән. 1897 йылғы беренсе Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа 569 кеше булған. 1920 йылда 174 хужалыҡта 411 ир-егет һәм 503 ҡатын-ҡыҙ йәшәгән.

XX быуат башында бында 2 кибет булған, мәсет эшләгән.

Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—1775) йылдарында Игенйылға ауылында әһәмиәтле ваҡиғалар була. 1774 йылдың 14 һәм 25 майында бында баш күтәреүселәр менән караттар араһында ике алыш була. Беренсеһендә — 17, икенсеһендә 2 кеше һәләк булған. Яу барышында яңынан ут аҫтында ҡалмаҫ өсөн ауыл халҡы уны ҡалдырып киткән. Улар Ҡотлоғужа һәм Табын ауылдарына күсеп килгән. 1774 йылдың июнендә Игенйылға ауылы баш күтәргән башҡорттарҙың әүҙем хәрәкәте солғанышында була. Ихтилалды баҫтырғандан һуң властар пугачевсылар араһында Игенйылға-Берешле ауылынан 18 яһаҡлы татар булғанын асыҡлай[5].

Яңы тарихы

Ауылда хәҙер инде республиканан ситтә лә таныла башлаған дөйәғош фермаһы ойошторолған. Фермала был экзотик ҡоштарҙан тыш төрлө тоҡомло тауыҡтар, лама, яктар, дөйәләр, маралдар, шулай уҡ төлкө һәм башҡа ваҡ йәнлектәр аҫрала[6].

Билдәле шәхестәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]