Ихсан (ислам)
Уҡыу көйләүҙәре
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ихсан (ғәр. إِحْسَان — «шәфҡәтлелек, изгелек») — ислам динендә: сауаплы ғәмәлдәр, камил ғибәҙәт ҡылыу, эскерһеҙ хеҙмәт итеү, мосолмандың Аллаһҡа Уны күреп тормаһа ла, күргән кеүек ғибәҙәт ҡылыуы, сөнки Аллаһ уны күреп тороуын белә. Иман һәм ислам менән бер рәттән, динлелектең өс дәрәжәһенең береһе һәм иң юғары иман сағылышы. Ихсанға ҡапма-ҡаршыһы — ике йөҙлөлөк (мөнафиҡ) һәм кешегә күрһәтеү өсөн эшләнгән эш[1].
Ғәмәлдәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ихлас ихсанға ирешеү өсөн мосолмандарға Аллаһты һәр саҡ иҫтә тоторға (зекер), төрлө ғибәҙәт төрҙәрендә тырышлыҡ һалырға, үҙ эгоһына (нәфсеһенә) ҡаршы көрәшергә, бөтә гонаһтарҙан ихлас тәүбә итергә, миһырбанлыҡ һәм башҡа шундай ғәмәлдәр менән күңелдәрен таҙартырға кәңәш ителә[1].
Цитаталар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Мөхәммәт Пәйғәмбәр: "Ихсан — һин Аллаһыға Уны күргән кеүек табынаһың, ләкин һин Уны күрмәгән хәлдә лә, Ул һине күрә, " — тигән.[2].
- Бер остаздың уҡыусылары күп булған, әммә уларҙың береһенә ул күберәк һөйөп һәм яратып ҡараған, шунлыҡтан башҡа уҡыусылар уға көнләшкән. Уларҙың теге шәкерткә ҡарата мөхәббәте хаҡындағы һорауҙарына яуап бирер өсөн, уҡытыусы уларға, бер кемгә лә күрһәтмәй генә тауыҡ килтереүҙәрен үтенгән.
- Икенсе көндө бөтә шәкерттәр ҙә бер салынған тауыҡ алып килә, ә инде уның яратҡан шәкерте тере тауыҡ килтерә. Һабаҡташтары унан көлә. Остазы ни өсөн тауыҡты салмағанын һорағас, шәкерте былай тип яуап бирә: "Һеҙ бит бер кем дә күрмәҫлек итеп салырға ҡуштығыҙ, ләкин мин Аллаһ мине күрмәгән урынды тапманым ".
- Шул саҡ остаз шәкерттәренә: «Бына шуның өсөн мин уны яратам», — тигән.[1].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Islamdag.ru
- ↑ Гогиберидзе, 2009, с. 109
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Али-заде, А. А. Ихсан // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8 (рус.).
- Гогиберидзе Г. М. Исламский толковый словарь. — Ростов н/Д: Феникс, 2009. — 266 с. — (Словари). — 3000 экз. — ISBN 978-5-222-15934-7.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ихсан . Islamdag.ru (27 июнь 2009). Дата обращения: 1 сентябрь 2013.
Был ислам тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |