Ишраҡ намаҙы
Иман шарттары |
Исламдың биш нигеҙе |
Шәхестәр |
Ишрак намаҙы — ҡояш ҡалҡып, күтәрелә башлаған саҡта уҡыла торған нәфел намаҙы.
Шәрек — (рус. восток) һүҙен күптәр белә. Ишраҡ һүҙе лә шул тамырҙан алынған (көн сығыу, ҡояш ҡалҡыу мәғәнәһенә эйә). Был намаҙҙың ваҡыты аныҡ билдәләнгән: ҡояш ҡалҡып, күтәрелә башлаған саҡта уҡыла ул. Ике, дүрт, алты йәки һигеҙ рәҡәғәт итеп уҡыла. Хәленә, ваҡытына ҡарап, нисә рәҡәғәт уҡыуҙы һәр кем үҙе хәл итә.
Ҡояш ҡалҡмаҫ элек был намаҙҙы уҡыу дөрөҫ түгел.
Нәфел намаҙы булараҡ, уны уҡыу һәр кемдең теләгенән, ихтыярынан тора. Нәфел намаҙҙарын уҡыу ни өсөн кәрәк?
Әхирәттә Аллаһ һәр кешене ожмахҡа урынлаштырырға теләй икән. «Был мәрхүмдең намаҙҙарын үлсәүгә һалығыҙ!» — тип бойора, Аллаһ. Фарыз, важиб намаҙҙар үлсәүгә һалына икән. Улары ла гонаһтарын ҡаплай алмаһа: «Нәфел намаҙҙарын, фарызға әйләндерел, үлсәүгә һалығыҙ!» — тип бойорор Раббыбыҙ. Был саҡта гонаһтарҙы ҡаплауы бик ихтимал шул намаҙҙарҙың Аллаһ үлсәүендәге тослоғо.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Башҡортса дини календарь (2005 йыл). — Өфө: «Китап», 2004. 376 бит. ISBN5-295-03435-6