Мәсғүди

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Масуди битенән йүнәлтелде)
Мәсғүди
ғәр. المسعودي
Рәсем
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 896
Тыуған урыны Бағдад
Вафат булған көнө 956[1][2]
Вафат булған урыны Ҡаһирә
Туған тел Ғәрәп теле
Һөнәр төрө географ, тарихсы, яҙыусы
Эшмәкәрлек төрө тарих һәм география
Кемдә уҡыған Нифтавайх[d]
Эра Исламдың алтын быуаты
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Кунья Abu al-Hasan[d]
 Мәсғүди Викимилектә

Әбү-л Хәсән Али ибн әл-Хөсәйен әл-Мәсғүди (ғәр. أبو الحسن ، علي بن الحسين المسعودي‎‎, яҡынса 896, Бағдад — сентябрь 956[3], Фустат, хәҙерге Ҡаһирә) — ғәрәп тарихсыһы, географы һәм сәйәхәтсеһе. Тарҡау тарихи һәм географик күҙәтеүҙәрҙе энциклопедик характерҙағы масштаблы хеҙмәткә берләштереүсе беренсе ғәрәп авторы булараҡ, «ғәрәп Геродоты» ҡушаматы ала. Ибн Хәлдүн уны бөтә тарихсыларҙың «имамы» (башлығы) тип атай.

Сәйәхәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әл-Мәсғүди тормошо тураһында мәғлүмәт һаҡланмаған тиерлек. Уның үҙенең әҫәрҙәренән Әл-Масуди Бағдадта тыуған тип һығымта яһарға мөмкин. Сығышы менән Мөхәммәт пәйғәмбәр сәхәбәләре — Абдуллах ибн Масуд нәҫелдәре ырыуынан. Күп йылдар сәйәхәт иткәндән һуң, Дамаскта төпләнә, әммә ике йылдан һуң уҡ Фустатҡа күсә, унда «Күҙәтеү һәм күрһәтмәләр китабын» яҙа.

Әл-Мәсғүди үҙенең сәйәхәттәре ваҡытында Ғәббәсиҙәр хәлифәтенең төрлө провинцияларында, Һиндостанда, Ҡафтауҙа, Каспий диңгеҙенә яҡын ятҡан төбәктәрҙә, Сүриәлә, Ғәрәбстанда һәм Мысырҙа була. Ҡайһы бер тикшеренеүселәр фекеренсә, әл-Мәсғүди шулай уҡ Ҡытайға, Занзибарға, Шри-Ланка утрауҙарына һәм хатта Мадагаскарға барып сыҡҡан булыуы мөмкин. Әл-Мәсғүди шулай уҡ үҙенең хеҙмәттәрендә Боронғо урыҫ дәүләтен һәм Хазар ҡағанатын телгә ала, һәм уның хеҙмәттәре был илдәрҙең тарихы буйынса мөһим тарихи сығанаҡ булып тора.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтарҙа әл-Мәсғүдиҙең егерменән кәм булмаған хеҙмәте телгә алына, шул иҫәптән ағыуҙар тураһында китабы. Уларҙың кәм тигәндә етәүһе тарих һәм география буйынса мәғлүмәттәргә ҡағылышлы. Уның 30 томлыҡ magnum opus — «Заман хәбәрҙәре» («Ахбар-әз-заман»), уға ҡушымта — «Урта китабы» («Китаб әл-аусат») кеүек үк, юғалған. "Заман хәбәрҙәре"нең хикмәтле Мурудж аззахаб ва ма’адин ал-джавахир («Алтын карьеры һәм аҫыл таштар сәсмәләре», иҫкергән тәржемә вариантында «Алтын туғай») исемле ҡыҫҡартылған яҙмаһы һаҡланған. «Муруж әз-зәхәб үә мәҙин әл-жәүһәр» («Алтын йыуыу һәм аҫыл таштар рудниктары») тигән әҫәрендә Ҡара диңгеҙ («Кейтас диңгеҙҙәре») буйы ярҙарында йәшәгән халыҡтар араһынан башҡорттарҙы («баджгард» исеме менән) телгә ала[4].

Үлер алдынан Әл-Мәсғүди беҙҙең көндәргә килеп еткән икенсе әҫәрен — Китаб ат-танбих ва-л-ишраф ("Күҙәтеү һәм күрһәтмәләр китабы"н) тамамлаған, унда быға тиклем яҙылған мәғлүмәттәрҙе төҙәтә һәм асыҡлыҡ индерә.

«Алтын карьеры» 132 бүлектән тора.

  • Беренсе өлөшө донъяның яралыуынан һәм боронғо тарихтан башлана. Артабан Әл-Мәсғүди Һиндостандың, Эллада һәм Римдең боронғо халыҡтарының йәмәғәт тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында бәйән итә, бер ыңғайҙан Птолемей системаһы, климат тураһында, календарҙар һәм бөйөк ғибәҙәтханалар тураһында һөйләй. Сәйәси тормоштоң киҫкен боролоштары менән бер рәттән, социаль-иҡтисади һәм дин мәсьәләләре ҡарала, әйткәндәй, ислам дине генә түгел, ә индуизм, зороастризм, иудаизм һәм христианлыҡҡа ҡағылышлы мәсьәләләр. 845 йылда аҡса түләп ҡотҡарылған әл-Джарми һүҙҙәренән, әл-Мәсғүди Византия менән сиктәш славяндар дәүләте тураһында хәбәр итә. 912—913 йылдарҙа урыҫтарҙың Каспий диңгеҙенә походы тураһында хәбәр итеп, әл-Мәсғүди реаль һөйрәмәне, Волганы Дон йәки Аҙау диңгеҙе менән бәйләгән уйҙырма ҡылымыҡ урынына ҡабул итә[5].
  • "Алтын карьеры"ның икенсе өлөшө ундай уҡ ҡыҙыҡһыныу уятмай. Унда Мөхәммәт һәм бөтә хәлифәләрҙең Ат-Табари һәм башҡа авторҙар буйынса билдәле биографияһы өҫтән-мөҫтән генә һөйләнә, өҫтәүенә, күп көләмәстәр ҡыҫтырып хикәйәләнә.

Әл-Мәсғүдиҙең ике әҫәре лә йыш ҡына антик авторҙарҙан алынған мөһим тарихи ентеклектәре менән, шулай уҡ фантастик легендалар һәм риүәйәттәрҙе «Мең дә бер кисә» әкиәтенә яҡын новелла рәүешендә һүрәтләүе менән айырылып тора, һәм бәлки, был компиляция сығанаҡтарының береһе булып торалыр. Башҡа урта быуат географтары кеүек, Әл-Мәсғүди сауҙагәрҙәрҙән һәм сәйәхәтселәрҙән ишеткән алыҫ илдәр тураһындағы хикәйәләрҙе тәнҡитһеҙ ҡабатлай.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Badawi A. R. Histoire de la philosophie en Islam (фр.) // Études de Philosophie MédiévaleParis: Librairie philosophique J. Vrin, 1972. — Vol. 60. — P. 472. — 886 с. — ISSN 0249-7921
  3. Крачковский И. Ю. Избранные сочинения. — М., Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1957. — Т. 4. — С. 171.
  4. Иванов В. А. Мәсғүди // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  5. Згурская М. П. Географические открытия (Путешествия ал-Мәсғүди)

Тәржемәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Әбү-л-Хәсән `әли ибн әл-Хөсәйен ибн `Аллаһ әл-мәсүҙи. Алтын карьеры һәм аҫыл таштар сәсмәләре [Ғәббәсиҙәр династияһы тарихы: 749—947 йылдар] / сост., пер. с араб., прим., комм. и указатели Д. В. Микульского. М: Наталис, 2002. 800. с. (Серия: Көнсығыш коллекция). ISBN 5-8062-0058-2

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]