Халыҡ-ара олимпия комитеты

Халыҡ-ара олимпия комитеты ( рус. Международный олимпийский комитет, ҡыҫҡ. МОК, франц. Comité international olympique, ингл. International Olympic Committee) — Олимпия уйындарын тергеҙеү һәм олимпия хәрәкәтен пропагандалау өсөн ойошторолған халыҡ-ара ойошма. Комитеттың штаб-фатиры Лозаннала (Швейцария) урынлашҡан.
Халыҡ-ара олимпия комитеты 1894 йылдың 23 июнендә Парижда барон Пьер де Кубертен башланғысы менән ойошторола. Грек Деметриус Викелас Халыҡ-ара олимпия комитетының беренсе президенты була[12].
Йыл һайын 23 июндә Халыҡ-ара Олимпия көнө билдәләнә.
Халыҡ-ара олимпия комитетының бурыстары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара олимпия комитеты, Олимпия хартияһына ярашлы, олимпия хәрәкәтенә һәм Олимпия уйындарының үҫешенә етәкселек итә. Халыҡ-ара олимпия комитеты спортты үҫтереүҙе, спорт ярыштары үткәреүҙе дәртләндерә, Олимпия уйындарының даими үтеп тороуын тәьмин итә.
Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарына бөтә хоҡуҡтарға эйә. Шул уҡ ваҡытта Олимпия уйындарын үткәреү буйынса эшмәкәрлекте Халыҡ-ара олимпия комитеты түгел, ә уйындар үтә торған илдә булдырылған Ойоштороу комитеты атҡара.
Халыҡ-ара олимпия комитетын финанслау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара олимпия комитеты һәр төрлө шәхси сығанаҡтарҙан финанслана. Средстволарҙың күп өлөшө телевизион компанияларҙан һәм бағыусыларҙан килә. Ошо партнерҙар арҡаһында Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын үткәреүгә, милли олимпия комитеттарының һәм халыҡ-ара спорт делегацияларының эшмәкәрлегенә тос ҡына ярҙам күрһәтә ала.
2010 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты Олимпия уйындарын трансляциялауға хоҡуҡтарҙы һатыуҙан (бөтә күләмдең 53 проценты), бағыусыларҙан (34 процент), билеттар һатыуҙан (11 процент) һәм лицензиялар биреүҙән (2 процент) килем ала. Халыҡ-ара олимпия комитетының кереме 2008 йылда $2,4 млрд тәшкил итә.
Халыҡ-ара олимпия комитетында ҡарарҙар ҡабул итеү барышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкәләттәре уның органдары тарафынан атҡарыла, был органдар:
- Сессия (йылына 1 тапҡыр үткәрелә)
- Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты
- Президент.
Сессия Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының дөйөм йыйылышы рәүешендә үткәрелә. Сессия — Халыҡ-ара олимпия комитетының юғары органы, уның ҡарарҙары ҡайтанан ҡаралмай.
Халыҡ-ара олимпия комитетының сираттан тыш сессияһы Президент тарафынан йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының кәм тигәндә өстән бер өлөшөнөң яҙма талабы буйынса үткәрелә ала.
Сессия түбәндәге вәкәләттәргә эйә:
- Олимпия хартияһына төҙәтеүҙәр тәҡдим итеү һәм индереү
- Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларын, Почётлы президентты, Почётлы ағзаларын һайлау
- Президентты, вице-президентты һәм Халыҡ-ара олимпия комитеты Башҡарма комитетының башҡа ағзаларын һайлау
- Олимпия уйындарын ойоштороусы ҡаланы һайлау
- Халыҡ-ара олимпия комитетының йыллыҡ отчетын һәм бюджетын раҫлау.
Сессияла Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының яртыһы плюс бер тауыш кәрәкле кворумды булдыра. Сессияның ҡарарҙары тауыштарҙың ябай күпселеге менән ҡабул ителә; ләкин Олимпизмдың нигеҙ принциптарына, Олимпия хартияһының ҡағиҙәләренә йәки Олимпия хартияһына ингән башҡа положениеларға үҙгәрештәр индереү өсөн тауыштарҙың өстән ике өлөшө кәрәк. Халыҡ-ара олимпия комитетының һәр ағзаһы бер тауышҡа эйә. Тауыштарҙы һанағанда тауыш биреүҙән тотҡарланып тороусыларҙың тауышы, шулай уҡ буш йә боҙолған бюллетендәр иҫәпкә алынмай. Ышаныс ҡағыҙы буйынса тауыш биреү рөхсәт ителмәй. Йәшерен тауыш биреү был Олимпия хартияһында ҡаралған осраҡтарҙа, йә рәйестең ҡарары буйынса, йә Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларының сессияла ҡатнашҡан ағзаларының кәм тигәндә сирегенең үтенесе буйынса үткәрелә. Тауыштар һаны тигеҙ булғанда хәл иткес ҡарарҙы рәйес сығара.
Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара олимпия комитетында физик шәхестәр ағза булып тора, уларҙың һаны 115-тән артмай, шуларҙың 70-е ниндәй ҙә булһа вазифа йә эшмәкәрлеккә бәйле түгел, 15 ағза — ғәмәлдәге спортсы, 15 ағза — халыҡ-ара спорт федерациялары йә уларҙың ассоциациялары вәкиле, тағы 15 ағза милли олимпия комитеттарының йә уларҙың ассоциацияларының вәкиле булып тора. Оҙаҡ ваҡыт Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзалары итеп гел ирҙәр һайлана, ҡатын-ҡыҙҙар Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаһы итеп тәүге тапҡыр тик 1981 йылда ғына һайлана[13].
Милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты таныуы нигеҙендә эш итә.
2016 йыл башына ҡарата Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылған 206 милли олимпия комитеты бар.
Уларҙың 193-ө Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ағзаһы булған дәүләттәрҙеке, ә тағы 13-ө (Америка Самоаһы, Аруба, Бермуд утрауҙары, Британия Виргин утрауҙары, Виргин Утрауҙары (АҠШ), Гонконг, Гуам, Кайман Утрауҙары, Кук утрауҙары, Фәләстин Дәүләте, Пуэрто-Рико, Косово Республикаһы, Ҡытай Тайбэйы) төрлө статуслы территорияларҙан вәкиллекте тормошҡа ашыра.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы тарафынан танылған бөтә дәүләттәрҙең милли олимпия комитеттары Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан да танылған. Милли олимпия комитеттарының һәр береһе үҙ ҡитғаһындағы континенталь олимпия ассоциацияһына буйһона:
- Африка — ANOCA (ингл. Association of National Olympic Committees of AfricaAssociation of National Olympic Committees of Africa — Африка милли олимпия комитеттары ассоциацияһы)
- Америка — PASO (ингл. Pan American Sports OrganisationPan American Sports Organisation — Панамерика спорт ойошмаһы)
- Азия — OCA (ингл. Olympic Council of AsiaOlympic Council of Asia — Азия олимпия советы)
- Европа — EOC (ингл. European Olympic CommitteesEuropean Olympic Committees — Европа олимпия комитеттары)
- Океания — ONOC (ингл. Oceania National Olympic CommitteesOceania National Olympic Committees — Океанияның милли олимпия комитеттары)
Халыҡ-ара олимпия комитетының башҡарма комитеты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Вазифа | Исем-шәрифе | Ил |
---|---|---|
Президент | Томас Бах | ![]() |
Вице-президент | Нәүәл әл-Мөтәүәкил | ![]() |
Вице-президент | Крейг Риди | ![]() |
Вице-президент | Джон Коутс | ![]() |
Вице-президент | Цайцин Ю | ![]() |
Генераль директор | Кристоф де Кеппер | ![]() |
Ағза | Ву Чин-куо | ![]() |
Ағза | Рене Фазель | ![]() |
Ағза | Хики Патрик | ![]() |
Ағза | Бокель Клаудиа | ![]() |
Ағза | Самаранч Хуан Антонио (кесе) | ![]() |
Ағза | Бубка Сергей Назарович | ![]() |
Ағза | Лухан Вили Калтшмитт | ![]() |
Ағза | Дефранц Анита | ![]() |
Ағза | Эрденер Угур | ![]() |
Ағза | Линдберг Гунилла | ![]() |
Халыҡ-ара олимпия комитеты комиссиялары, комитеттары һәм структуралары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2015 йылдың 23 июненә ҡарата
Комиссия/комитет | Инглизсә атамаһы | Ойошторолоу йылы | Рәйесе |
---|---|---|---|
Башҡарма комитет | IOC Executive Board | 1921 | ![]() |
Спортсылар комиссияһы | Athletes’ Commission | 1981 | ![]() |
Спортсыларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәре комиссияһы[14] | Athletes’ Entourage Commission | ![]() | |
Аудит комитеты | Audit Committee | ![]() | |
Коммуникациялар буйынса комиссия | Communications Commission | ![]() | |
Пхёнчхан-2018-ҙең координация комиссияһы | Coordination Commission For PyeongChang 2018 | ![]() | |
Токио-2020-нең координация комиссияһы | Coordination Commission For Tokyo 2020 | ![]() | |
Буэнос-Айрес-2018-ҙең координация комиссияһы | Coordination Commission YOG Buenos Aires 2018 | ![]() | |
Мәҙәниәт һәм олимпия мираҫы буйынса комиссия[15] | Culture and Olympic Heritage Commission | ![]() | |
Delegate Members | Delegate Members | ![]() | |
Этика комиссияһы | Ethics Commission | 1999 | ![]() |
ЮОИ-2020-нең баһалау комиссияһы | Evaluation Commission YOG 2020 | ![]() | |
ЗОИ-2022-нең баһалау комиссияһы | Evaluation Commission Olympic Winter Games 2022 | ![]() | |
Финанс комиссияһы | Finance Commission | ![]() | |
Халыҡ-ара олимпия комитеты ағзаларын һайлау комиссияһы[16] | IOC Members Election Commission | ![]() | |
ВАДА башҡарма комитетында һәм Ойоштороусылар советында Халыҡ-ара олимпия комитеты вәкилдәре | IOC Representatives on the WADA Executive Committee and Foundation Board | ![]() | |
Хоҡуҡ эштәре буйынса комиссия[17] | Legal Affairs | ![]() | |
Маркетинг буйынса комиссия | Marketing Commission | ![]() | |
Медицина һәм фән буйынса комиссия[18] | Medical And Scientific Commission | ![]() | |
Олимпия белеме биреү буйынса комиссия[19] | Olympic Education Commission | ![]() | |
Олимпия программаһы буйынса комиссия | Olympic Programme Commission | ![]() | |
Олимпия теләктәшлеге буйынса комиссия | Olympic Solidarity Commission | 1981 | ![]() |
Йәмәғәтселек менән бәйләнештәр һәм спорт аша социаль үҫеш комиссияһы[20] | Public Affairs And Social Social Development Through Sport | ![]() | |
«Спорт һәм әүҙем йәмғиәт» комиссияһы[21] | Sport And Active Society Commission | 1983 | ![]() |
«Үҫеш һәм мираҫ» комиссияһы[22] | Sustainability and Legacy Commission | 1995 | ![]() |
«Ҡатын-ҡыҙҙар спортта» комиссияһы[23] | Women In Sport Commission | 2004 | ![]() |
Олимпия каналы | Olympic Channel | ![]() | |
Olympic Channel Services S.A. (Швейцария) | Olympic Channel Services S.A. | ![]() | |
Olympic Broadcasting Services S.A. (Швейцария) | Olympic Broadcasting Services S.A. | ![]() |
Халыҡ-ара олимпия комитеты президенттары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ-ара олимпия комитетының бөтә президенттары, Брендедждан башҡалары, европалы була.
Президенттар | Ил | Президентлыҡ йылдары | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|
Деметриус Викелас | ![]() |
1894—1896 | |
Барон Пьер де Кубертен | ![]() |
1896—1916 һәм 1919—1925 | 1925—1937 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитетының Почётлы Президенты |
Барон Годфруа де Блоне | ![]() |
1916—1919 (вазифа башҡ.) | |
Граф Анри де Байе-Латур | ![]() |
1925—1942 | |
Зигфрид Эдстрём | ![]() |
1946—1952 (вазифа башҡ. 1942—1946) | |
Эвери Брендедж | ![]() |
1952—1972 | Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия уйындарында спортсы булараҡ ҡатнашҡан тәүге президенты |
Лорд Майкл Моррис, 3-сө барон Килланин | ![]() |
1972—1980 | |
Маркиз Хуан Антонио Самаранч | ![]() |
1980—2001 | 2001—2010 йылдарҙа Халыҡ-ара олимпия комитетының Почётлы Президенты |
Граф Жак Рогге | ![]() |
2001—2013 | Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия уйындарында спортсы булараҡ бер нисә тапҡыр ҡатнашҡан тәүге президенты (1968, 1972 һәм 1976). 2013 йылдан Почётлы Президент |
Томас Бах[24] | ![]() |
2013 йылдан | Халыҡ-ара олимпия комитетының элек Олимпия чемпионы булған тәүге президенты (1976, фехтование) |
Шулай уҡ ҡарағыҙ
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Олимпия уйындары
- Йәйге Олимпия уйындары
- Ҡышҡы Олимпия уйындары
- Паралимпия уйындары
- Бөтә донъя допингҡа ҡаршы агентлыҡ (ВАДА)
- Спорт арбитраж суды
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡалып:Https://www.nflreddit.net/ 2024 Olympics 2024 Olympics 2020 йыл 12 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт Международного олимпийского комитета (инг.)(инг.) (фр.)(фр.)
- МОК на сайте olympic-history.ru
- ↑ ROR Data — v1.19 — 2023. — doi:10.5281/ZENODO.7644942
- ↑ https://www.lobbyfacts.eu/datacard/international-olympic-committee?rid=246122846004-31
- ↑ https://iaks.sport/find-a-member
- ↑ https://www.sportaccord.sport/faq/#stakeholders
- ↑ https://olympics.com/ioc/members
- ↑ https://olympics.com/ioc/olympic-house
- ↑ IOC // (unspecified title)
- ↑ Drietal documenten betreffende de visie van Pierre de Coubertin voor de Olympische beweging
- ↑ https://documents.un.org/doc/undoc/gen/n09/462/01/pdf/n0946201.pdf
- ↑ https://www.wipo.int/members/en/organizations.jsp?type=NGO_INT
- ↑ Интерфейс программирования приложения YouTube
- ↑ Александр Губский. «Учтен каждый доллар», — Жак Рогге, президент Международного олимпийского комитета // Ведомости, 03.02.2010, 18 (2536)
- ↑ FACTSHEET THE OLYMPIC MOVEMENT (ингл.). olympic.org (октябрь 2013). — «In 1981, Pirjo Häggman and Flor Isava Fonseca were the first women to be elected as IOC members.» Дата обращения: 5 октябрь 2014.(инг.). olympic.org (октябрь 2013). — «In 1981, Pirjo Häggman and Flor Isava Fonseca were the first women to be elected as IOC members.» 5 октябрь 2014 тикшерелгән.
- ↑ Ранее — Комиссия по взаимоотношениям
- ↑ Ранее — Комиссия по культуре и олимпийскому образованию
- ↑ Ранее — Комиссия по номинациям
- ↑ Ранее — Юридическая комиссия и комиссия «Спорт и право»
- ↑ Ранее — Медицинская комиссия
- ↑ Ранее — часть комиссии по культуре и олимпийскому образованию
- ↑ Ранее — Комиссия по международным отношениям
- ↑ Ранее — Комиссия «Спорт для всех»
- ↑ Ранее — комиссия «Спорт и окружающая среда»
- ↑ Ранее — комиссия «Женщины и спорт»
- ↑ Томас Бах стал новым президентом Международного олимпийского комитета.