Эстәлеккә күсергә

Азия олимпия советы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Азия олимпия советы
Olympic Council of Asia
Файл:Olympic Council of Asia.png

Ҡатнашыусы илдәр

Ағза

45 милли олимпия комитеты

Штаб-квартира

Әл-Күвәйт

Ойошма төрө

Спорт Федерацияһы

Рәсми телдәре

инглиз теле

Етәкселәре
Президент

en:Ahmed Al-Fahad Al-Ahmed Al-Sabah

Нигеҙләнгән
Нигеҙләнгән ваҡыты

1982

Бөтөрөлгән
-
Сайт

http://www.ocasia.org/

 Азия олимпия советы Викимилектә

Азия олимпия советы[1] (ингл. Olympic Council of Asia, OCA) — халыҡ-ара олимпия ойошмаһы. Бөгөнгө көндә Азия ҡитғаһындағы 45 илдең милли олимпия комитетын берләштерә. Советтың штаб-квартираһы Күвейт дәүләтенең баш ҡалаһы Әл-Күвәйттә урынлашҡан. ОКА башланғысы менән Азиада — Азия уйындары уҙғарыла.

Түбәндәге таблицала Азияның милли олимпия комитеттары (МОК) булған һәм Азия олимпия советына ингән илдәр күрһәтелгән. Даталар тап килмәгән осраҡта: дүртенсе бағаналағы беренсе дата — милли олимпия комитетының ойошторолған йылын, икенсе дата — уның Халыҡ-ара олимпия комитеты тарафынан танылыу йылын күрһәтә.

Илдәр МОК коды Милли олимпия комитетының исеме Ойошторолған йылы/
МОК тарафынан танылыған йылы
Сығанаҡ
Афғанстан Афғанстан AFG Афғанстандың милли олимпия комитеты —
كميته ملى المپيك دولت اسلامى افغانستا ن
1935/1936
Бахрейн Бахрейн BRN Бахрейндың олимпия комитеты 1978/1979
Бангладеш Бангладеш BAN Бангладештың олимпия комитеты —
বাংলাদেশ অলিম্পিক এসোসিয়েশনের
1979/1980
Бутан Бутан BHU Бутандың олимпия комитеты 1983
Бруней Бруней BRU Бруней-Даруссаламдың
милли олимпия советы
1984
Камбоджа Камбоджа CAM Камбоджаның олимпия комитеты —
គណៈកម្មាធិការជាតិអូឡាំពិកកម្ពុជា
1983/1994
Тайвань Тайвань TPE Ҡытай Тайбэйының олимпия комитеты —
中華奧林匹克委員會
1960
КНДР КХДР PRK Корея Халыҡ-Демокритик Республикаһының

олимпия комитеты —
조선민주주의인민공화국 올림픽 위원회

1953/1957
Гонконг Гонконг HKG Гонконгтың спорт федерацияһы һәм олимпия
комитеты — 中國香港體育協會暨奧林匹克委員會]]
1950/1951
Ер Һиндостан IND Һиндостандың олимпия комитеты —
भारतीय ऑलिंपिक संघ
1927
Индонезия флагы Индонезия INA Индонезияның олимпия комитеты —
Komite Olimpiade Indonesia
1946/1952
Ираҡ Ираҡ IRQ Ираҡтың олимпия комитеты —
للجنة الاولمبية الوطنية العراقية
1948
Иран Иран IRI Иран Ислам Республикаһының милли олимпия
комитеты — کمیته ملی المپیک جمهوری اسلامی ایران]]
1947
Япония флагы Япония JPN Японияның олимпия комитеты —
日本オリンピック委員会
1911/1912
Иордания Иордания JOR Иорданияның олимпия комитеты —
اللجنة الأولمبية الأردنية
1957/1963
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан KAZ Ҡазағстан Республикаһының милли олимпия комитеты — Қазақстан Республикасының ұлттық Олимпиада комитеті 1990/1993
Корея Республикаһы флагы Көньяҡ Корея KOR Корея Республикаһының Олимпия комитеты —
대한올림픽위원회]]
1946/1947
Кувейт Күвейт KUW Күвейттың олимпия комитеты —
للجنة الاولمبية الكويتية‎‎
1957/1966
Ҡырғыҙстан байрағы Ҡырғыҙстан KGZ Ҡырғыҙ Республикаһының
милли олимпия комитеты
1991/1993
Лаос Лаос LAO Лаостың олимпия комитеты —
ກ່ຽວກັບ ຄ.ອ.ລ
1975/1979
Ливан Ливан LIB Ливандың олимпия комитеты —
اللجنة الاولمبية اللبناني‎‎
1947/1948
Малайзия Малайзия MAS Малайзияның олимпия комитеты —
Majlis Olimpik Malaysia
1953/1954
Мальдив Республикаһы Мальдив Республикаһы MDV Мальдивтың олимпия комитеты 1985
Монголия MGL Монголияның милли олимпия комитеты —
Монголын Үндэсний олимпийн хороо
1956/1962
Мьянма Мьянма MYA Мьянманың олимпия комитеты 1947
Непал Непал NEP Непалдың олимпия комитеты 1962/1963
Оман Оман OMA Омандың олимпия комитеты —
عمان اللجنة الأولمبية
1982
Пакистан флагы Пакистан PAK Пакистандың олимпия ассоциацияһы —
Pakistan Olympic Association
1948
Палестина Фәләстин PLE Фәләстин Дәүләтенең олимпия комитеты —
اللجنة الاولمبية الفلسطينية
1995
Ҡытай Халыҡ Республикаһы флагы Ҡытай CHN Ҡытай Халыҡ Республикаһының олимпия комитеты —
中國奧林匹克委員會]]
1910/1979
Филиппин Филиппин PHI Филиппиндың олимпия комитеты —
Philippine Olympic Committee
1911/1929
Катар Катар QAT Катарҙың олимпия комитеты —
اللجنة الأولمبية القطرية
1979/1980
Сәғүд Ғәрәбстаны Сәғүд Ғәрәбстаны KSA Сәғүд Ғәрәбстанының олимпия комитеты —
اللجنة الأولمبية العربية السعودية‎‎
1964/1965
Сингапур Сингапур SIN Сингапурҙың олимпия комитеты —
Singapore National Olympic Council
1947/1948
Шри-Ланка Шри-Ланка SRI Шри-Ланканың милли олимпия комитеты 1937
Сирия флагы Сүриә SYR Сүриәнең олимпия комитеты —
الأولـمبية الســـوريــة
1948
Тажикстан Тажикстан TJK Тажикстандың олимпия комитеты —
Кумитаи миллии Олимпии Тоҷикистон
1992/1993
Таиланд Таиланд THA Таиландтың олимпия комитеты —
คณะกรรมการโอลิมปิกแห่งประเทศไทย
1948/1950
Көнсығыш Тимор Көнсығыш Тимор TLS Көнсығыш Тиморҙың милли олимпия комитеты —
Comitê Olímpico Nacional de Timor-Leste
2003
Төркмәнстан Төркмәнстан TKM Төркмәнстандың олимпия комитеты —
Türkmenistanyň Milli olimpiýa komitety
1990/1993
БҒӘ БҒӘ UAE Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренең олимпия комитеты —
الامارات العربية المتحدة اللجنة الأولمبية الوطنية
1979/1980
Үзбәкстан Үзбәкстан UZB Үзбәкстандың милли олимпия комитеты —
O‘zbekiston Milliy Olimpiya qo‘mitasi
1992/1993
Вьетнам Вьетнам VIE Вьетнамнамдың олимпия комитеты —
Uỷ ban Olympic Việt Nam
1976/1979
Йемен Йәмән YEM Йәмәндең олимпия комитеты —
للجنة الأولمبية اليمنية
1971/1981

Азияның барлыҡ дөйөм танылған илдәре Азия олимпия советы ағзалары. Шул уҡ ваҡытта Азия биләмәләрендә ҙур ғына майҙандары булған Рәсәй менән Төркиә, ерҙәре тулыһынса тиерлек Азияла урынлашҡан Әзербайжан менән Грузия, тулыһынса Азияла урынлашҡан Әрмәнстан, Кипр Республикаһы, Израиль һәм Азияла аҙ ғына биләмәләре булған Мысыр был ойошма ағзалары түгел. Өлөшләтә танылған Ҡытай Республикаһы (Тайвань), Фәләстин һәм айырым статуслы Ҡытай биләмәләре Гонконг, Макао (Макаоның спорт һәм олимпия комитеты) ОКА ағзалығына алынған. Тайвань ойошмала «Ҡытай Тайбэйы» исеме менән ҡатнаша.

Ойошманың элекке ҡатнашыусы илдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азия олимпия советында элек «Израилдың олимпия комитеты» ағза булып торған, 1981 йылда үткәрелгән структур үҙгәртеүҙәрҙән һуң ул Европа олимпия комитеттары составына инә.

  1. Ҙур Олимпия Энциклопедияһы (БОЭ)|Олимпийский совет Азии, ОСА (Olympic Council of Asia, OCA)

Ҡалып:Азиатские игры Ҡалып:АНОК