Милләттәр буйынса репрессиялар (1937—1938)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Постановление ЦК ВКП(б):
1. Разрешить Наркомвнуделу продолжить до 15 апреля 1938 года операцию по разгрому шпионско-диверсионных контингентов из поляков, латышей, немцев, эстонцев, финн, греков, иранцев, харбинцев, китайцев и румын, как иностранно-подданных, так и советских граждан, согласно существующих приказов НКВД СССР.
2. Оставить до 15 апреля 1938 года существующий внесудебный порядок рассмотрения дел арестованных по этим операциям людей, вне зависимости от их подданства.
3. Предложить НКВД СССР провести до 15 апреля аналогичную операцию и погромить кадры болгар и македонцев, как иностранных подданных, так и граждан СССР».
Подписи: «За» Сталин, Молотов, Каганович, Ворошилов, Микоян, Чубарь
31 января 1938 года

НКВД -ның милли операциялары — 1937—1938 йылдарҙағы Оло террор осоронда НКВД органдары тарафынан башлыса СССР өсөн сит ил милләт (румындар, немецтар, латыштар, литва, эстондар, финдар, гректар, румындар, болгарҙар, ҡытайҙар, ирандар, афғандар һәм башҡалар) кешеләренә ҡаршы үткәрелгән массауи репрессив кампаниялар серияһы. Айырым операция харбиндарға ҡаршы үткәрелә. «Милли операциялар» маҡсаты итеп диверсия-ихтилал һәм капиталистик илдәр разведкаларының шпион кадрҙары менән көрәш иғлан ителә. 1937 йылдың авгусынан 1938 йылдың ноябренә тиклем бөтә «милли операциялар» сиктәрендә 335 513 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән 157 247 кеше атыуға хөкөм ителә, йәғни хөкөм ителгәндәрҙең дөйөм һанынан 73,66 проценты[1]. Ҡулға алынғандарҙың һәм хөкөм ителгәндәрҙең араһында этник аспекты булыуына ҡарамаҫтан, «милли йүнәлештәргә» шулай уҡ башҡа милләт вәкилдәре, шул иҫәптән урыҫтар, украиндар, белорустар эләгә[2]. «Мемориал» йәмғиәте мәғлүмәттәренә ярашлы, «немец йүнәлеше» буйынса Волга буйы немецтары араһында репрессиялар сағыштырмаса аҙ була, сөнки улар сит ил кешеләре булараҡ ҡабул ителмәй. Һәм киреһенсә, сит илдәрҙә оҙайлы ваҡыт йәшәгән КВЖД хеҙмәткәрҙәре (харбиндар) иҫәбендә этник урыҫтар репрессияларға дусар була.

Тарих башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1920 йылдар башынан уҡ СССР ҙур һуғыш һәм сит ил интервенцияһын көтөү хәлендә. Бындай шарттарҙа 30-сы йылдар аҙағында коллектив яуаплылығына ярашлы шик аҫтына СССР өсөн бөтә сит булған милләттәр эләгә, улар сит ил разведкаларының шпион һәм диверсион эшмәкәрлеге өсөн база һәм совет режимына потенциаль рәүештә лояль булмаған мөхит булараҡ ҡабул ителә. НКВД хеҙмәткәрҙәре Оло террорға тиклем уҡ, 1934 йылда, көнбайыш милләт аҙсылыҡтар араһында шпиондар һәм ҡоротҡостар эҙләй башлай[3]. Ошо уҡ ваҡытта лютеран һәм католик руханиҙарының ҡулға алыуҙары бара. Пропаганда совет йәмғиәтенә көнбайыш шпиондарының бөтә ерҙә була алыуын һәм дөйөм ҡоротҡослоҡ, СССР-ҙа «бишенсе колонна» булыуы тураһында фекер һеңдерә,

Хронология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ваҡыты Ваҡиға
1936 йылдың 9 марты Политбюро ЦК ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы «Шпион, террористик һәм диверсион элементтарҙан СССР-ҙы кәртәләү саралары тураһында» ҡарарын баҫтырып сығара. Уға ярашлы илгә сәйәси эмигранттарҙың инеүе ҡатмарлаша һәм СССР территорияһында халыҡ-ара ойошмаларҙы таҙартыу өсөн комиссия булдырыла.
1937 йылдың марты СССР-ҙан сит ил кешеләрен «әүҙем ҡыҫырыҡлап сығарыуҙың» башы. Политбюро ҡарарына ярашлы Көнбайыш себерҙә йәшәүсе сит ил граждандарына тороу өсөн таныҡлыҡ оҙайтыуҙан мәхрүм итеү, тәү сиратта, Германия, Япония һәм Польша граждандарына. Сит ил дипломаттары менән бәйләнештә булған массауи ҡулға алыуҙар башлана.
1937 йылдың 25 июле Ежов 00439-сы һанлы бойороҡҡа телеграф буйынса ҡул ҡуя һәм ғәмәлгә индерә, бойороҡҡа ярашлы НКВД-ның урындағы органдарына 5 көн эсендә бөтә герман подданныйҙарын ҡулға алыу йөкмәтелә, шул иҫәптән хәрби заводтарҙа һәм һәм оборона цехтары булғн заводтарҙа хәҙер һәм элек эшләгән сәйәси эмигранттарҙы, шулай уҡ тимер юлы транспортында, һәм тикшереү барышында «әлегә тиклем фашланмаған герман разведкаһы агентураһын тулыһынса фашлауына ирешергә».[4] 1937 йылдың август-сентябрь айҙарында Ежов күрһәтмәһе буйынса «поляк операцияһы» өлгөһө буйынса үткәрелгән совет немецтарына ҡаршы репрессиялар башлана. Барыһы «немец йүнәлеше» буйынса 55 005 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән 41 898 кеше — атып үлтереүгә.
1937 йылдың 11 августы Ежов ҡул ҡуйған НКВД-ның 00485се һанлы бойороҡҡа ярашлы 20 августан «Поляк ғәскәре ойошмаһының» урындағы ойошмаларын тулыһынса юҡҡа сығарыуға йүнәлтелгән киң операция башларға һәм уны 3 ай эсендә тамамларға бойора. «Поляк операцияһы» ошондай уҡ «милли» операциялар араһында иң эреһе була: барыһы уның буйынса 139 815 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән 111 071 — атып үлтереүгә.
1937 йылдың 17 августы Румыниянан Молдавияға һәм Украинаға ҡасып сығыусыларға һәм эмигранттарға ҡарата «румын операцияһын» үткәреү тураһында бойороҡ.
1937 йылдың 22 августы НКВД-ның «Сит ил граждандары тураһында» бойороғо, уға ярашлы һис һүҙһеҙ 21 ил граждандарына тороу тураһында таныҡлығын оҙайтыуҙы туҡтатырға талап ителә, тағы ла 10 илдең — «яманатын сығарыу материалдар булған осраҡта».
1937 йылдың 20 сентябре СССР-ҙың Эске эштәр наркомының 00593-сө һанлы харбиндарға ҡаршы операцияны үткәреү тураһындағы бойороғо.
1937 йылдың 30 ноябре Ежовтың «латыш операцияһын» үткәреү буйынса 49990-сы һанлы бойороғо тураһында телеграмма. 21 300 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән 16 575 кеше атып үлтерелә.
1937 йылдың 11 декабре Ежовтың «грек операцияһын» үткәреү буйынса 50215-сы һанлы бойороғо тураһында телеграмма.
1937 йылдың 14 декабре Директива НКВД-ының директиваһы «латыш йүнәлеше» буйынса репрессияларҙың эстондарға, литваларға, финдарға, болгарҙарға йәйелдереүе тураһында. «Эстон йүнәлеше» буйынса 9 735 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән атып үлтереүгә — 7998 кеше, «фин йүнәлеше» буйынса 11 066 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән атып үлтереүгә — 9078 кеше.
1938 йылдың 29 ғинуары НКВД-ның «Иран операция» буйынса директиваһы. Хөкөм ителә 13 297 кеше, шул иҫәптән атып үлтереүгә — 2 046 кеше.
1938 йылдың 31 ғинуары ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы милли операцияларҙы 1938 йылдың 15 апреленә тиклем оҙайтыу тураһында ҡарары[5].
1938 йылдың 1 феврале НКВД-ның Болгарҙар һәм македонсыларға ҡарата «милли операцияһы» тураһында директиваһы.
1938 йылдың 16 феврале НКВД-ның «Афган йүнәлеше» буйынса ҡулға алыуҙар тураһында директиваһы. Хөкөм ителә 1 557 кеше, шул иҫәптән 366 кеше атып үлтереүгә хөкөм ителгән.
1938 йылдың 23 марты ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһының Оборона сәнәғәтен репрессиялар үткәрелгән милләттәргә ҡараған кешеләрҙән таҙартыу тураһында ҡарары.
1938 йылдың 26 майы ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһы милли операцияларҙы 1938 йылдың 1 авгусына тиклем оҙайтыу тураһында ҡарары[6].
1938 йылдың 24 июне Оборона наркоматының СССР территорияһында күрһәтелмәгән милләттәрҙән РККА хәрбиҙәрен эштән бушатыу тураһында директиваһы.
1938 йылдың 15 сентябре ВКП(б)-ның Үҙәк Комитеты Политбюроһының милли йүнәлештәр буйынса 1938 йылдың 1 авгусына тиклем ҡулға алынғандарға ҡарата эштәрҙе ҡарау өсөн махсус тройкалар булдырыу тураһында ҡарары[7].

Был һәм башҡа документтарға ярашлы репрессияларға дусар ителергә тейеш булалар: немец, румындар, болгарҙар, поляктар, финндар, норвегиялылар, эстондар, литва, латыштар, пуштундар, македондар, гректар, фарсылар, мингрелдәр, лаклылар, курдтар, япондар, корейҙар, ҡытайҙар, карелдар һәм башҡалар. Ошо уҡ ваҡытта «милли йүнәлештәр» СССР өсөн «сит ил» милләттәренә генә тарала.

Репрессия механизмдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Кулактар» операцияһынан айырмалы рәүештә милли операциялар буйынса бер ниндәй ҙә разнарядкалар бирелмәй: НКВД-ның урындағы органдары начальниктарына ғәмәлдәр иреклеге бирелә.

00485-сы һанлы НКВД бойороғона ярашлы бөтә милли операциялар «альбом тәртибендә» үткәрелә. Ҡулға алынғандарға тәҡдим ителгән яза саралары менән ғәйепләү хөкөмдәре турындарҙан мәскәүгә ебәрелә. Артабан НКВД-ның үҙәк аппаратында «СССР-ҙың НКВД комиссияһының» улытырыштары протоколдары тултырыла, улар ҡултамғаға Н. И. Ежовҡа һәм А. Я. Вышинскийға тапшырыла. Бер ҡарауҙа Ежов һәм вышинский бер нисә йөҙ үлем язаһын бирә алғандар: мәҫәлән, 1937 йылдың 29 декабрендә улар атып үлтереүгә 992 кеше хөкөм ителә. Һөҙөмтәлә СССР-ҙың НКВД Комиссияһы һәм ССР Союзы прокуроры 235 122 кешене хөкөм итә, шул иҫәптән атып үлтереүгә 172 830 кеше хөкөм ителә[8].

1938 йылдың сентябрендә, Мәскәүҙә тиҫтәләрсә мең тикшереү эштәре тураһында мәғлүмәт йыйылғандан һуң, бөтә республикаларҙа, крайҙарҙа һәм өлкәләрҙә әлеге эштәрҙе ҡарау өсөн «махсус тройкалар» ойошторола, улар ике дауамында ғәмәлдә була[9].

1937 йылдың 25 авгусынан, тәүге альбомға ҡул ҡуйылғандан һуң, һәм 1938 йылдың 17 ноябренә тиклем «альбом тәртибендә» һәм Махсус тройкалар тарафынан бөтә милли операциялар буйынса 346 713 кешегә эштәр ҡарала, улар эсенән 335 513 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән 247 157 кеше атып үлетереүгә хөкөм ителә, йәғни, хөкөм ителгәндәрҙең дөйөм һанынан 73,66 процентты тәшкил итә.[1].

Телеграф хат алышыуҙа НКВД хеҙмәткәрҙәре кодлы телде ҡулланалар: мәҫәлән, тотҡондарҙы — «бланк», атып үлтереү тураһында мәғлүмәттәр «мал һуйыу» кеүек фразалар артында йәшерелгән. Мәҫәлән, Иркутск өлкәһе буйынса УНКВД КРО-һы начальнигы А. Н. Троицкий 1938 йылдың мартында Бодайболағы үҙенең урынбаҫары Б. П. Кульвец ҡамассауи ҡулға алыуҙар тураһында яҙа: «Бөтә тармаҡтар буйынса һатып алыуҙы киңерәк йәйелдерегеҙ». Кульвец рапорт бирә: «900 баш мал һатып алынды. 280 эш иткә һуйылды. Мал урындарҙан килеүен дауам итә. Күрәһең, киләһе 3-4 көндә меңдән артыҡ баш булыр. Тимәк, 10 мартҡа тиклем һатып алынған малды һуйып өлгөрөп булмаҫ». Яуап биргәндә Троицкий йәшеренмәй: «Һеҙгә беренсе категория буйынса 326 кешегә тройка буйынса приговорҙар ебәрелде, уларҙы тормошҡа ашырығыҙ — бына һеҙгә бер аҙ тәүге өс категория буйынса хөкөм ҡарары буйынса һеҙҙең был 326 кеше ебәрҙе, улар тормошҡа ашырыу — бына һеҙгә бер аҙ бушатыу»[10].

Башҡорттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Гректар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ингерманландтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Казактар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаҙаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡытайҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937-38 йылдарҙа НКВД органдары ҡытайҙарҙы күпләп ҡулға алалар. Күбеһе атып үлтерелә, шул иҫәптән 1931 йылда Япония Маньчжурияны баҫып алғандан һуң СССР-ға ҡасып сыҡҡан һәм Хакасияла тотолған тиҫтәләгән ҡытайҙар ҙа. 1938 йылдың май-июлендә 7,9 мең ҡытайҙар Алыҫ Көнсығыштан Синьцзянға депортациялана. Ҡытайға ҡайтырға теләмәгән һәм совет гражданлығын ҡабул иткән ҡытайҙар Алыҫ көнсығыш крайының Кур-Урмий районына күсерелә (1,9 мең кеше), тағы ла1,4 мең кеше Ҡаҙағстанға оҙатыла.

Корейҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылда Алыҫ Көнсығыштан корейҙарҙы[11], ҡытайҙарҙы депортациялау үткәрелә. Әлеге акция менән етәкселек итеү ГУЛАГ һәм кешеләрҙе күсереү буйынса НКВД бүлеге начальнигы М. Д. Берман, Алыҫ Көнсығыш буйынса НКВД полпредыГ. С. Люшков, ГУЛАГ начальнигы урынбаҫары И. И. Плинер Һәм Люшковтың бөтә урынбаҫарҙары һәм ярҙамсылары тәғәйенләнә. Депорацияны үҙ иңендә татыған корейҙарҙың хәтирәләренән: кешеләрҙе көсләп вагондарға һәм грузовиктарға индергәндәр һәм 5-8 аҙна дауамында Ҡаҙағстанға һәм Үзбәкстанға алып барғандар, юлда кеше аслыҡтан һәм ауырыуҙарҙан ҡырылған.

Курдтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Латыштар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1937 йылдың ноябрендә Смоленск өлкәһе буйынса УНКВД начальнигы А. А. Наседкин Ежовҡа ниндәйҙер «Латыш милли үҙәге» булыуы тураһында хәбәр итә. Наседкин 500 латышты ҡулға алыуға рөхсәт һорай. Ежовтың яуабы: «Бер ни түгел, мин ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетынан ризалыҡ алырмын, латыштарҙың кәрәген бирер кәрәк — 1500—2000 кешене ҡулға алығыҙ, улар барыһы ла милләтселәр»[12].

1937 йылдың 23 ноябрендә Наседкин Кремлдә Политбюро ағзалары алдында үҙе асыҡлаған контрреволюцион латыш ойошмаһы тураһында доклад менән сығыш яһай, бынан һуң Я. И. Алкснис, Я К. Берза, Я Х. Петерс, М.. И. Лацис, И. И. Вацетис кеүек күренекле латыштар ҡулға алына. Бер нисә көндән Ежов Наседкинға операция Сталин менән килешелгән тип хәбәр итә һәм рәсми рәүештә бойороҡ сыҡҡанға тиклем латыш ауыл Советтары һәм колхоздары етәкселәрен, Латвия сәйәси эмигранттарын, «Прометей» мәҙәни-ағартыу йәмғиәтенең урындағы бүлектәре, латыш уҡсылары йәмғиәте, латыш милли театры ағзаларын ҡулға алыуҙы башларға тәҡдим итә. Наседкиның, мөмкинме яманаты булмағандарҙы ҡулға алырға, тигән һорауына, Ежовтың яуабы: «материалды тикшереү барышында табырһығыҙ».

Бөтә СССР территорияһында латыштарға ҡаршы репрессиялар Ежовтың 1937 йылдың 30 ноябрендәге 49990-сы һанлы шифротелеграммаһынан һуң башлана. Латыш операцияһы, ьашҡа милли операциялар кеүек, поляк операцияһы өлгөһө буйынса үткәрелә.

Мәскәү өлкәһе УНКВД-һының 3 бүлек начальнигы А. О. Постелдең күрһәтмәләренән:[13]:

"Заковскийҙың килеүе менән "латыш ойошмаһы"ның массауи ҡулға алыныуҙары башланды, улар алдан уҡ һәр бүлек буйынса ай һайын контроль һандарға ярашлы 1000—1200 кеше билдәләнгән ине һәм, ысын мәғәнәһендә, латыштарҙы эҙәрлекләү һунарға әйләнде Һәм Мәскәүҙәге латыш халҡынан оло ирҙәрҙе юҡ итеүгә әйләнде, сөнки уларҙы милициялағы приписной ҡағыҙҙарҙан хатта эҙләп табалар ине. Заковскийҙың «беренсе допроста уҡ туҡмарға», ойошмала ҡатнашыу һәм яңы кешеләр тураһында күрһәтмәләрен бер-ике биткә һыйырлыҡ ҡыҫҡа итеп алырға һәм уның Таганка төрмәһендәге шәхси миҫалдары, нисегерәк һорауҙар алырға — ҡулға алынғандарҙы туҡмауға һәм уларҙың үҙ-үҙҙәренә генә түгел, таныштарына, яҡындарына, хеҙмәттәштәренә һәм хатта туғандарына мәжбүри рәүештәге яла яғыуҙы барлыҡҡа килтерҙе".

«Латыш операцияһы барышында Каверзнев латыш клубын уның бөтә тармаҡтары менән бергә ҡыйратыу буйынса задание ала, һәм Каверзневтың эштәре башҡалар менән сағыштырмаса бик көйлә бара, ул беренсе ударник була һәм латыштарҙы ҡулға алыуҙы ысын мәғәнәһендә латыш милләтле кешеләргә һунарға әүерелдерә. Бер ғәйепһеҙ латыштарҙы ҡулға алыуға ваҡыт исраф итмәҫ һәм ялған протоколдар биреү өсөн Каверзнев был техник процесты тиҙләтә, ул латыш клубы ағзаларының тулы исемлеген ала, башлыса эшселәрҙе, партияла торғандарҙы һәм партияла булмаусыларҙы, һәм ҡулға алыуҙы шундуҡ үткәрә».

СССР НКВД-һы 3 идаралығының 3 бүлеге начальнигы А. П. Радзивиловскийҙың күрһәтмәләренән[13]:

«Ошонда уҡ мин Ежовтан нисек советтарға ҡаршы подпольены латыштар араһында ойошторорға, тип һораным, ул, конкрет мәғлүмәттәр булмауынан тартынырға ярамай, ВКП(б) ағзаларынан бер нисә латышты алдан билдәләп ҡуйырға һәм уларҙан кәрәкле күрһәтмәләрҙе бирҙертергә, тип яуапланы: „Ул халыҡ менән наҙланып тормағыҙ, улыарҙың эштәре альбом тәртибендә ҡараласаҡ. ВКП(б)-ла ағзалыҡта торған латыштар, поляктар һәм башҡалар шпиондар һәм диверсанттар тип дәлилләр кәрәк“. Ежовтың ошо күрһәтмәһен үтәп, мин һәм УНКВД-ның башҡа начальниктары иң ҡара эштәрҙең береһен башҡарҙыҡ — ВКП(б)-ла торған һәр латышты, полякты һәм башҡа милләт вәкилдәрен буштан-буш юҡҡа сығарҙыҡ. Уларҙың советтарға ҡаршы эшмәкәрлеге тураһындағы күрһәтмәләре, ғәҙәттә, ҡулға алынғандарҙы НКВД-ның үҙәк һәм төбәк органдарында ҡиң ҡулланған ғазаплау саралары һәҙәмтәһендә алынды».

«Фриновский, ҡулға алынғандарҙан күрһәтмәләр алып булмаған осраҡтарҙа, уларҙы атып үлтереүгә хөкөм итергә, хатта ҡыялата шаһитлыҡ күрһәтмәләре йәки бөтөнләй тикшерелмәгән агентура мәғлүмәттәре нигеҙендә, тип мине өйрәтте».

1938 йылдың 10 сентябренә ҡарата «латыш йүнәлеше» буйынса НКВД Комиссияһы һәм СССР-ҙың прокуроры тарафынан 17 851 эш ҡарала, уның һөҙөмтәһендә 13 944 кеше атып үлтереүгә хөкөм ителә.[14].

Бөтәһе латыш милли операцияһы сиктәрендә 21 300 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән16 575 кеше атып үлтерелә[15].

Немецтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Герман подданныйҙарын» ҡулға алыу тураһында Ежовтың директиваһы 1937 йылдың 25 июлендә сығыуына ҡарамаҫтан поляк операцияһы өлгөһө буйынса үткәрелгән немец операцияһы 00485-се һанлы бойороғо сыҡҡас та үткәрелә башлай. Тәүҙә репрессияларға ғәҙәттә «шикле» контингенттар дусар ителә: сәйәси эмигранттар, ҡасып сығыусылар, элекке хәрби әсирҙәре, Германиянан хатта йәки посылкалар алыусылар, Германия консуллығына мөрәжәғәт итеүселәр, эмигрант һәм мәҙәни-милли хәрәкттә ҡатнашыусылар һәм башҡалар. Әлеге категориялар буйынса картотекалар сүпләнеп бөтөрөлгәс, НКВД хеҙмәткәрҙәре немец милләте буйынса йәки шиклеләрҙе ҡулға ала башлайҙар[16]. Чекистар фекеренсә, немец фамилиялы һәр кем ҡулға алына ала[17]. Украина НКВД-һы тәфтишселәре допроста түбәндәгесә белдергәндәр: «поляк һәм немец разведкаларының нигеҙен ҡоротор өсөн…поляктарҙы һәм немецтарҙы ҡулға алыу өсөн мәғүмәттең булыу-булмауына ҡарамаҫтан ҡулға алырға кәрәк тигән Успенскийҙың күрһәтмәһе булды» Шуға күрә поляктарҙы һәм немецтарҙы ҡулға алыу өсөн уларҙың милләте өҫтөнлөклө әһәмиәткә эйә була.

Шуныһы ҡыҙыҡ, Волга буйы немецтарына ҡарата «немец йүнәлешендәге» репрессиялар башҡа берәмектәр менән сағыштырмаса ул тиклем ҙур булмай. Рәсәй тарихсылары Н. Охотин һәм А. Рогинский, Сталин-Ежов логикаһына ярашлы, улар рәсми рәүештә улар артынан нығытылған территорияла ойошоп йәшәүсе «үҙ» немецтар булғанға күрә башлыса «кулак» операцияһы сиктәрендә генә репрессияға дусар ителгәндәр[18]. Бынан тыш, милли операциялар буйынса репрессиялар урындағы НКВД органдарының шәхси ҡанһыҙлығына бәйле булған.

Барыһы «немец операцияһы» сиктәрендә 65-68 мең кеше ҡулға алынған, уларҙың 55 005 хөкөм ителгән: юғары үлем язаһына (ВМН): — 41 898 кеше, төрмәгә, һөргөнгә һәм ситкә ҡыуылыуға — 13 107 кеше[18].

Поляктар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

СССР-ҙа хөкөм ителгән поляк шпиондарының һаны
Йыл Кеше
1935 2253
1936 1275
1937 45 302
1938 56 663
1939 600

Поляктарға ҡарата репрессиялар айырыуса ҙур ҡолас менән үткәрелә. ФСБ-ның асылған мәғлүмәттәренә ярашлы 1937—1938 йылдарҙа НКВД органдары 102 мең «поляк шпионын» таба. Шул уҡ ваҡытта Варшавалағы Үҙәк хәрби архивы мәғлүмәттәренә ярашлы поляк резидентураһының бөтә штаты (бөтә илдәр өсөн) 1937—1938 йылдарҙа 200-ҙән саҡ ҡына ашыу кеше тәшкил итә. Бынан тыш, шпиондарҙың күпселеге Себерҙә табыла, шул уҡ ваҡытта поляк архив мәғлүмәттәренә ярашлы ысынында резиденттар Мәскәү, Ленинград, Минск, Киев, Харьков һәм Тбилиси ҡалаларында урынлашҡан була.

Ҡоро тышҡы параметрҙар буйынса ҡарағанда, поляк операцияһының башҡа операцияларҙан үҙенсәлеге атып үлтерелгәндәрҙең процентында түгел, ә ҡулға алыуҙарҙың күләмендә. Ул иң тәүге генә түгел, ә шул уҡ ваҡытта милли операциялары араһында ҡорбандар һаны буйынса иң күләмлеһе лә булды. Быны күп кенә сәбәптәр менән аңлатып була: тем, что Польша на всем протяжении 1920—1930 йылдарҙың бөтә дауамында Польша һис шикһеҙ күрше дәүләттәр араһынан иң хәүефлеһе тип таныла, Польшаның айырыуса мәкерлеге тураһында тамыр йәйгән миф булыуы, СССР-ға ҡасып сығыусыларҙың күпселеге Польшанан булыуы, «сит ил милләттәренән» (1937—1938 йылдарҙағы НКВД докусенттарында киң ҡулланылған термин) СССР-ҙа поляктар шулай уҡ башҡаларға ҡарағанда күберәк йәшәй (немецтарҙан тш, әлбиттә, әммә «немец операцияһының» үҙенең етди үҙенсәлеге була, һәм ул — махсус ҡарала торған нәмә), ошоларҙан сығып — по логике 1937—1938 йылдарҙағы логикаға ярашлы — башҡа разведкалар менән сағыштырғанда, СССР-ҙа поляк разведкаһының базаһы күпкә киңерәк улыр ға тейеш тигән һығымта яһала.

«поляк йүнәлеше» буйынса репрессияларҙың күләме Сталин яғынан поляктарға ҡарата ниндәйҙер махсу шәхси яратмауы менән билдәләнмәй. Эш поляктарҙа түгел, ә Польшала. Ошо уҡ рәүештә эш башҡа милли операциялар менән дә тора (юғиһә беҙгә латыштарға, финдарға, эстондарға, афғандарға һәм башҡаларға Сталин яғынан айырыуса яратмауы тураһында һүҙ йөрөтөргә тура килер ине). «Йүнәлештәр» буйынса милли операциялар «дошман даирәһендәге» бөтә илдәрҙә тиерлек үткәрелә, әммә уларҙа «енәйәтлелек» критерийы булып милләт тормай, ә шундай илдә тыуыу һәм йәшәү йәки ил менән ниндәй ҙә булһа бәйләнеш[19]

Поляк тарихсыһы документаль мәғлүмәттәр нигеҙендә, Сталиндың поляктарға ҡарата айырыуса бер ниндәй ҙә нәфрәте булмаған, тип дәлилләй.

Архивтарҙа ҡулға алынған урыҫтарҙы, украиндарҙы һәм белорустарҙы үҙҙәрен поляк тип танырға мәжбүр итеү буйынса бер нисә осраҡ теркәлгән. Ҡулға алынғандар йыш ҡына Поляк ғәскәри ойошмаһына ҡарамағында булғандары өсөн хөкөм ителәләр, ысынында был ойошма 1918 йылда уҡ Поляк Ғәскәре (Поляк армияһы) составына инә, ә Украина территорияһында 1921 йылда тулыһынса үҙ эшмәкәрлеген туҡтата. Бынан тыш, репрессиялар үҙ илдәренән СССР-ға ҡасып килгән сәйәси эмигранттарҙы аямай. В. Г Кривицкий үҙенең мемуарҙарында сәйәси эмигрант поляк Домбалдең миҫалын килдерә[20], Домбаль 1919 йылда Ҡыҙыл армияһы Польшаға баҫып инегәндән һуң уны яҡлап сығыш яһай һәм ҡулға алына. Өс йылдан ул большевиктар тарафынан поляк аманаттарына алмаштырыла. Домбаль тантаналы рәүештә Мәскәүгә килеп төшә, әммә 1936 йылда ҡулға алына һәм поляк хәрби разведкаһы «агенты» булараҡ атып үлтерелә.

1937 йылдың 11 авгусындағы НКВД-ның 00485-се һанлы бойороғонда күрһәтелә:

Ҡулға алыналар:
а) Тикшереү барышында фашланған һәм ошо ваҡытҡа тиклем бирелгән исемлек буйынса табылмаған ПОВ-тың иң әүҙем ағзалары;
б) поляк армияһының СССР-ҙа ҡалған бөтә хәрби әсирҙәре;
в) СССР-ға Польшанан төрлө ваҡытта ҡасып сығыусылар;
г) Польшанан сәйәси эмигранттар һәм алмаштырылғандар;
д) 'ППС-тың һәм башҡа поляк советтарға ҡаршы сәйәси партияларҙың элекке ағзалары;
е) поляк райондарының урындағы советтарға ҡаршы милләтселек элементтарҙың иң әүҙем өлөшө[21]
Милләт Хөкөм ителгәндәрҙең һаны
поляктар 20 147
белорустар 5 215
украиндар 4991
урыҫтар 3235
йәһүдтәр 1122
немецтар 490
литвалар 396
латыштар 271
эстондар 112
чехтар 87
сиғандар 76
австриялылар 59
болгарҙар 53
венгрҙар 47
румындар 29
гректар 27
молдавандар 26
татарҙар 23
башҡалар 362
барыһы 36 768

«Поляк йүнәлеше» буйынса репрессияларға поляктар ғына түгел, поляк фамилияларын йөрөтөүсе башҡа милләт вәкилдәре лә дусар ителә, шуға күрә «поляктар» һәм «поляк операцияһы» төшөнсәләрен тиңләштереү дөрөҫлөккә тап булмай. 1938 йылдың 16 майында СССР НКВД-һы урындағы органдарҙың отчеттарына ҡулға алынғандарҙың милләт составы тураһында мәғлүмәттәрҙе индерергә бойора[1].

Шулай итеп, СССР территорияһында йәшәүсе барлыҡ тиерлек поляктар шик аҫтында булып сыға, шулай уҡ башҡа ниндәй ҙә булһа поляктарға йәки Польшаға бәйләнеше булған кешеләр. Әлеге бойороҡ буйынса 103 489 кеше хөкөм ителә, шул иҫәптән 84 471 кеше атып үлтереүгә хөкөм ителә[22]. Башҡа мәғлүмәттәр буйынса[1], 139 835 хөкөм ителә, шул иҫәптән 111 091 кеше атып үлтерелгән. «Оло террор» сиктәрендә был оперция иң күмәк милли операция була. Тотҡонлоҡҡа илдә йәшәгән поляктарҙың 16 % эләгә[23].

Татары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Удмурты[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Финдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Фин операцияһы» буйынса рәсми рәүештә директива булмаһа ла, Ленинград өлкәһенең һәм Карелия НКВД органдары үҙ башланғысы менән 1937 йылдың сентябрь-октябрендә үк финдарҙы «таҙарта» башлайҙар. Ошо уҡ ваҡытта чекистар НКВД-ның поляк милли операцияһы тураһындағы 00485-се һанлы бойороғона һылтаналар. Карелия АССР-ының эске эштәр наркомы К. Я. Тениссон Карелияла поляктарға, латыштарға һәм немецтарға ҡаршы карьераны эшләп булмауын аңлап, Ежовты рәсми рәүештә финдар буйынса директива юҡлығы буйынса ялыуҙар менән яуҙыра. Һөҙөмтәлә үҙәктә репрессияларға «добро» алына һәм 1937 йылдың декабрендә Мәскәүҙә шпион һәм диверсион эшмәкәрлектә ғәйепләгән беренсе альбомдар ебәрелә. Тәүге туғыҙ альбом буйынса 900 кеше хөкөм ителә, шуларҙың 727 (80,8 %) — атып үлтереүгә. 1938 йылдың февраль аҙағында КАССР НКВД-ның район бүлектәренә финдар исемлектәре яуҙыра башлайҙар. Фин халҡының төп йәшәгән урындарында — Прионежский, Кондопожский, Калевальский, Пряжинский райондарында, баш ҡала Петрозаводскиҙа — «шикле кешеләрҙе» ҡулға алыу көн һайын башҡарыла, йыш ҡына урамдан алып китәләр. Кондопога ҡағыҙ комбинаты һәм Петрозаводск саңғы фабрикаһы кеүек эре карел предприятиеларынан финдарҙы грузовиктар менән ташыйҙар. 1938 йылдың сентябрь-октябрь айҙарында «фин йүнәлеше» буйынса махсус тройкалар тарафынан тағы ла 1805 кеше (улар араһында 1499 кеше (83 %) финдар), шул иҫәптән 1708 кеше (94,6 %) атып үлтерелә. «Фин йүнәлеше» буйынса репрессиялар шул тиклем йәйелдерелә, хатта 1937—1938 йылдарҙа Карелиялағы бөтә репрессияланғандарҙың 40-тан ашыу % финдар тәшкил итә (шул уҡ ваҡытта финдар КАССР-ҙа дөйөм халҡының 3,2 % тәшкил итә)[24].

Кульвец эше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1938 йыл башында Иркутск өлкәһендәге Бодайбо районына өлкәнең УНКВД УГБ-ның 3 бүлеге начальнигы урынбаҫарыБ. П. Кульвецтың етәкелегендә оператив төркөм сыға. Дәүләт именлеге өлкән лейтенанты Кульвец Борис Петрович Иркутскиҙа, башҡаларҙан тыш, 127 кешенән торған «пан-монгол» диверсия-разведка ихтилалсы ойошманы «фашлап» өлгөрә.

НКВД хеҙмәткәре Комов күрһәтә: «Кульвецтың килгән көнөндә үк 500-гә тиклем кеше ҡулға алына. Ҡулға алыуҙар милли һәм социаль билдәләр буйынса, бер ниндәй компромат материалдары булмаһа ла, башҡарыла. Ҡағиҙә булараҡ, ҡытайҙар һәм корейҙар, береһен дә ситтә ҡалдырмай, бөтәһе лә ҡулға алына, кулак биҫтәләренән хәрәкәт итә алған һәр кем алына». (Кульвец эше, т. I, 150—153 л. д.).

НКВД хеҙмәткәре Турловтың кәрһәтмәләренән: «Кульвецтың талабы буйынса бөтә оператив состав үҙ иҫәбен алып бара. Мин Кульвецҡа сит ил сығышлы кешеләрҙең исемлеген бирҙем, яҡынса 600 кешегә. Бында ҡытайҙар, корейҙар, немецтар, поляктар, латыштар, литвалар, финдар, мадьярҙар, эстондар һәм башҡалар бар ине.

Ошо исемлектәргә ярашлы ҡулға алыу үткәрелә…

Бигерәк тә әшәке ҡытайҙарҙың һәм корейҙарҙың ҡулға алыуҙары үткәрелә. Бодайбо ҡалаһында уларға облавалар эшләнә, уларҙың фатирҙары билдәләнә, кешеләрҙе ҡытайҙарҙы һәм кореяларҙы, береһен дә ҡалдырмай, ҡулға алыу бойороғо менән ебәрәләр…

Март айында Кульвец, Бутаков һәм мин ултырған кабинетҡа инеп: һеҙ миңә бөтә ҡытайҙарҙы ҡулға алдыҡ тинегеҙ. Бына бөгөн мин урам буйлап бара инем, ике ҡытайҙы күрҙем һәм уларҙы ҡулға алырға тәҡдим иттем» — тине. (Кульвец эше, т. I, л. д. 156).

УНКВД начальнигы исеменә Кульвецтың рапорты үткәрелгән операцияның сағыу билдәһе булып тора, рапортта: "Немец разведкаһы — был йүнәлеш буйынса минең эштәр насар. Әйе, Шварцтың резидентураһы асыҡланды…әммә немецтар эште етдирәк алып барырға тейештәр. Ҡаҙырға тырышырмын. . Финдар — булды. Чехославак — булды. Тулы коллекция өсөн итальяндар һәм француздардарҙы таба алмайым…

Ҡытайҙарҙы бөтәһен дә йыйҙым. Ҡарттар ғына ҡалды, уларҙың араһынан бер өлөш, 7 кеше, шулай ҙа шпиондар һәм контрабандистар тип күрһәтелде.

Минең уйлауымса, уларға ваҡыт әрәм итергә кәрәкмәй. Бигерәк ҡарттар. Шәберәктәрен алдым — тип яҙа. (Кульвец эше, т. I, л. д. 192).

Ҡулға алынғандарҙы туҡмайҙар һәм башҡалар өҫтөнән күрһәтмә бирергә көсләйҙәр. Ошо күрһәтмәләр нигеҙендә, бер ниндәй тикшереүһеҙ, яңынан күпләп ҡулға алыуҙар үткәрәләр.

Тикшереү нисек үткәнен шаһит Грицких күрһәтә: "Кульвец тикшереүҙең яңы ысулын индерҙе, йәғни "выстойка"ны. 100—150 кешене бер бүлмәгә ҡыуып индерәләр, бөтәһен стенаға йөҙө менән ҡуялар һәм бер нисә көн дауамында ултырырға һәм йоҡларға, күрһәтмәләр биргәнсә, рөхсәт итмәйҙәр. Шунда уҡ ҡулға алынғандарҙың араһында өҫтәл һәм яҙыу әйберҙәре була. Күрһәтмәләрҙе үҙ теләге менән үҙҙәре яҙа, бынан һуң уларға йоҡларға рөхсәт итәләр". (Кульвец эштәр, т. I, 142—143 л. д.).

Ҡулға алынғандарға физик көсләү сараларын ҡулланыуҙан тыш тикшереү документтарының тупаҫ боҙоп күрһәтеүе ҡулланыла. Был юҫыҡта Турловтың күрһәтмәләре әһәмиәтле: «Унан да насарыраҡ ҡытайҙар, корейҙар һәм башҡа милләттәр допростары менән эш бара ине, күмәк һәм бер кемде ҡалдырмаған ҡулға алыуҙар 1938 йылдың март айында булды. Был милләттәрҙең күпселеге урыҫ телен белмәй ине. Тәржемәселәр юҡ, протоколдар шулай уҡ ғәйепләнеүселәрҙән тыш яҙылды, сөнки улар бер нәмә лә аңламайҙар ине…» (Кульвец эше, т. i, л. д. 157).[1]

«Бөгөн генә 10 мартта 157 кешегә ҡарар алдым. 4 соҡор ҡаҙҙылар. Шартлатырға тура килде, мәңге туңлыҡ арҡаһында. Буласаҡ операция өсөн 6 кеше билдәләнем. Хөкөмдәрҙе үтәүҙе үҙ өҫтөмә алам. Бер кемгә ышанмайым һәм ярамай ҙа. Юлһыҙлыҡ арҡаһында бәләкәй 3-4 урынлыҡ саналарҙа ташып була. 6 сана һайлап алдым. Үҙебеҙ атабыҙ, үҙебеҙ ташыйбыҙ һәм башҡалар. 7-8 рейс эшләргә тура килер. Бик күп ваҡытты аласаҡ, әммә бүтән кеше бирергә баҙнат итмәйем. Әлегә тып-тын. Һөҙөмтәләр тураһында хәбәр итермен.»

«Машинисткалар уҡымаһын өсөн ҡулдан яҙам. Тройка ҡарарҙары буйынса операцияны 115 кешегә генә үткәрҙем, сөнки соҡорҙар 100 кешегә генә тәғәйенләнгән».

«Операцияны бик ҙур ҡыйынлыҡтар менән үткәрҙек. Осрашҡанда ентекләберәк һөйләрмен. Әлегә тынлыҡ, хатта төрмә лә белмәй. Операция алдынан бер нисә сара үткәрҙем, шуның менән аңлатыла. Шулай уҡ осрашҡанда хәбәр итермен».

Доклады Б. П. Кульвеца УНКВД по Иркутской области

1937—1938 йылдарҙа Кульвецтың ҡыҙыу эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә, дөйөм алғанда, барлығы дүрт меңләп кеше ҡулға алына һәм Бодайбола 1938 йылда 938 кеше атып үлтерелә. Ежовты ҡулға алғандан һуң бындай «самаһыҙлыҡ» өсөн Кульвец үҙе ҡулға алына. Уны ҡулға Киевта алалар, унда Уүльвец командировкала була; Киевтан кире Иркутскиға уны вагонзакта алып киләләр.

Төрмәлә Кульвец үҙ ҡаҙаныштары тураһында бик күп ғаризалар яҙа, аслыҡ иғлан итә, шул уҡ ваҡытта юрған аҫтында йәшеренеп сохарый ашап ята. Психиатрҙарҙың һығымаһы буйынса, ул «аҡылдан шашыуҙы бик оҫта күрһәтә». Киләһе формулировка менән 1941 йылдың майында уҡ атып үлтереүгә хөкөм ителә «элекке эсер һәм аҡ гвардиясыларҙың ҡуштаны, япон шпионы һәм диверсант, Иркутск өлкәһе етәкселеген үлтереүҙе, Алыҫ көнсығышты Япония файҙаһына тартып алыу маҡсатында Трансибирск магистралендә шартлатыуҙар әҙерләгән Харбин ярамһағы». Әммә 1941 йылдың 30 июнендә был хөкөм 10 йыл лагерға алмаштырыла. 3 йылдан Кульвец иреккә сыға, артабан уның эҙҙәре юғала.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 «Польская операция» НКВД 1937—1938 гг. 2017 йыл 15 февраль архивланған.
  2. Дённингхаус Виктор В тени «Большого брата». Западные национальные меньшинства в СССР. 1917—1938 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2011. — С. 621—622. — ISBN 978-5-8243-1535-6
  3. Дённингхаус Виктор В тени «Большого брата». Западные национальные меньшинства в СССР. 1917—1938 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2011. — С. 587. — ISBN 978-5-8243-1535-6
  4. Приказ НКВД от 25.07.1937 № 00439 2016 йыл 5 сентябрь архивланған.
  5. Текст постановления Политбюро от 31.01.1938
  6. Текст постановления Политбюро от 26.05.1938
  7. Текст постановления Политбюро от 15.09.1938
  8. Справка НКВД СССР о количестве осужденных за время с 1 октября 1936 г. по 1 ноября 1938 г. 2012 йыл 9 март архивланған.
  9. Постановление политбюро ЦК ВКП(б) о создании особых троек
  10. А. Г. Тепляков. Машина террора: ОГПУ−НКВД Сибири в 1929−1941 гг. — М.: Новый Хронограф; АИРО−XXI, 2008. — 608 с. (Серия «АИРО-Монография»). ISBN 978-5-94881-070-6. ISBN 978-5-91022-102-8.
  11. Постановление политбюро ЦК ВКП(б) «о корейцах», alexanderyakovlev.org
  12. Ежов. Биография 2013 йыл 10 ноябрь архивланған.
  13. 13,0 13,1 Из материалов расследования прокуратуры Московского военного округа методов проведения «латышской операции» НКВД СССР в 1938 г.
  14. УН ЙЫЛДА илдә үҙгәртеп 2013 йыл 8 март архивланған.
  15. ДЕСЯТЬ ЛЕТ, изменившие страну 2013 йыл 8 март архивланған.
  16. Дённингхаус Виктор В тени «Большого брата». Западные национальные меньшинства в СССР. 1917—1938 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2011. — С. 604. — ISBN 978-5-8243-1535-6
  17. Die stetige Ausstellung «Geschichte der Deutschen in St-Petersburg»- Der Katalog:-Initiert vom Generalkonsulat der Bundesrepublik Deutschland im Zusammenarbeit mit dem Kulturkomitee der Stadt St.Petersburg und der Evangelisch-Lutherische Kirche (Newski Prospekt 22-24)
  18. 18,0 18,1 Из истории «немецкой операции» НКВД 1937—1938 гг.
  19. «Польская операция» НКВД 1937—1938 гг 2017 йыл 15 февраль архивланған.
  20. II. Конец Коминтерна // Вальтер Кривицкий
  21. ОПЕРАТИВНЫЙ ПРИКАЗ НАРОДНОГО КОМИССАРА ВНУТРЕННИХ ДЕЛ СОЮЗА ССР от 11.08.1937 2010 йыл 30 май архивланған. (недоступная ссылка с 18-05-2013 (3991  день) — история)
  22. Архив Александра Яковлева 2007 йыл 22 март архивланған.
  23. Костырченко Г. В. Тайная политика Сталина: власть и антисемитизм. — 2 изд. — М.: Международные отношения, 2003. — С. 132. — 784 с. — ISBN 5-7133-1071-X.
  24. Дённингхаус Виктор В тени «Большого брата». Западные национальные меньшинства в СССР. 1917—1938 гг. — М.: Российская политическая энциклопедия, 2011. — С. 612. — ISBN 978-5-8243-1535-6

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • НКВД-ның Грек операцияһы
  • СССР-ҙа халыҡтар депортацияһы.