Моссад

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Моссад
йәһ. המוסד למודיעין ולתפקידים מיוחדים
Ил

Израиль Израиль

Барлыҡҡа килгән

1 апрель 1951 йыл

Юрисдикция

Израиль премьер-министры

Штаб-фатир

Тель-Авив, Израиль

Бюджет

йәшерен

Уртаса һаны

1200 тирәһе хеҙмәтсе

Бынан алдағы
хеҙмәт

Сит ил эштәре министрлығы сәйәси департаментының тикшеренең бүлеге

Етәкселек
Director of the Mossad[d]

Йоси Коэн

Сайт
mossad.gov.il

Моссад (ивр. המוסד למודיעין ולתפקידים מיוחדים, һа-Моссад ле-модиин у-ле-тафкидим мейуһадим — «Разведка һәм махсус бурыстар ведомствоһы») — Израилдең сәйәси разведкаһы; тәғәйенләнеше һәм бурыстары йәһәтенән АҠШ-тың ЦРУ-һына оҡшаш[1][2].

Ойошма эмблемаһында Израиль Дәүләтенең гербы булған менора төшөрөлөп, түбәндәге девиз яҙылған: «Бағыу етмәгәндә халыҡ түбәнәйә, ә кәңәшселәр күп булғанда — яҡшы йәшәй» (Прит. Притчей Соломоновых#11:14 11:14). Бының менән бергә ошо уҡ китаптан тағы бер аят «Моссад» девизы булып килде: «Шуның өсөн һуғышыңды уйлап алып бар» (Прит. Притчей Соломоновых#24:6 24:6).

Ойошманың баш офисы Тель-Авивта Талут бульварында урынлашҡан. Төп оператив подразделениелары — 1989 йылдан бирле Тель-Авив ситендәге биҫтәләрҙә. Кадрҙары сама менән яҡынса 1200 кеше.

Төп маҡсаттары һәм бурыстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Моссад» разведка мәғлүмәттәре йыйыу һәм эшкәртеү, шулай уҡ Израилдән ситтә йәшерен махсус операциялар үткәрелеү менән шөғөлләнә.

«Моссад» эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре түбәндәгеләр[3]:

Эш ысулдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Шилоах периферия концепцияһы тип аталған ҡағиҙәне формалаштыра, унда Израилгә күрше булмаған Африка һәм Азия илдәре менән бәйләнештәр урынлаштырыу һәм үҫтереүгә өҫтөнлөк бирелә[4].

Дөйөм мәғлүмәт һәм үҙенсәлектәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Моссад"тың эшмәкәрлеге бик йәшертен бара, уның хаҡында һәм ниндәй ҙә булһа эше тураһында мәғлүмәт, ҡағиҙә булараҡ, ваҡиғанан һуң күп йылдар үткәс йәиһә уңышһыҙлыҡҡа осраған хәлдә генә билдәлелек ала. 1990-сы йылдар аҙағына тиклем хатта хеҙмәт начальнигының исеме лә йәшереп тотола[5].

«Моссад» хеҙмәте — граждан структураһы, шунлыҡтан унда хәрби званиелар ҡулланылмай[2]. Әммә хеҙмәткәрҙәренең күпселеге армияла ғәмәли хеҙмәт үткән һәм армия званиеларына эйә. Мәҫәлән, Меир Даган, "Моссад"тың 2002—2011 йылдарҙағы директоры, генерал-майор званиеһына эйә.

«Моссад» һәм Шабак хеҙмәттәренең дөйөм сығымдары 2013 йылда — 6,63 миллиард шекел (1,9 миллиард доллар самаһы), 2012 йылда — 5,91 миллиард шекел, ә 2006 йылда 4,28 миллиард шекел тәшкил итә. Был сумманан 871 миллион шекел элекке хеҙмәткәрҙәргә пенсия түләүгә китә[6].

«Моссад» структураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Моссад» эшмәкәрлегенә директорҙан, уның урынбаҫарҙарынан һәм административ хеҙмәттәрҙән торған директорат етәкселек итә. «Моссад» директоры "Разведка хеҙмәткәрҙәре етәкселәре комитеты"на (ивр. ‏ועדת ראשי השירותים‏‎, Ваадат рашей һа-Шерутим) йәки ҡыҫҡаса «Вараш»ҡа инә һәм туранан-тура Израиль премьер-министрына буйһона.

Директоратҡа түбәндәге идаралыҡтар ҡарай[7][7]:

  • Оператив планлаштырыу һәм көйләү идаралығы (ивр. ‏צומת‏‎, Цомэт) — иң эре подразделениеларҙан һанала. Бөтә шпионлыҡ итеү акцияларына етәкселек итә, бөтә донъя буйлап филиалдары бар, ҡайһылары йәшерен, ҡайһылары Израилдең башҡа дәүләттәрендәге консуллыҡтарының өлөшө булып тора. Төп резидентуралары Римда һәм Лондонда урынлашҡан.
  • Ғәрәп террорсылығы менән көрәш идаралығы (ПАХА) — ғәрәп террорсы ойошмалары буйынса мәғлүмәттәр йыйыу һәм эшкәртеү.
  • Мәғлүмәт-аналитика идаралығы (НАКА) табылған мәғлүмәттәрҙе анализлай һәм етәкселек менән сәйәсмәндәргә тәҡдимдәр әҙерләй.
  • Сәйәси акциялар һәм сит ил махсус хеҙмәттәре менән бәйләнеш идаралығы (ивр. ‏תבל‏‎, Тевель) Израилгә дуҫ дәүләттәрҙең махсус хеҙмәттәре менән эште көйләй һәм Израиль менән рәсми дипломатик мөнәсәбәттә тормаған илдәр менән элемтә тота. Эре консуллыҡ бүлектәрендә был бүлектең хеҙмәткәрҙәре бар. Ул сит илдәргә Израиль ҡоралын һатыу менән дә шөғөлләнә.
  • Тикшеренеүҙәр идаралығы донъяның төрлө төбәктәрендәге хәл тураһында даими отчёттар әҙерләй. 15 төбәк төркөмөнә бүленә, төп иғтибары Яҡын Көнсығыш илдәренә йүнәлтелгән. Йәҙрә ҡоралы мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе айырым төркөмө бар.
  • Оператив-техник идаралыҡ «Моссад» хеҙмәттәренең һәм операцияларының матди-техник тәьминәте, махсус хеҙмәткә кәрәкле техник саралар булдырыуҙы үҫтереү менән шөғөлләнә. Составына өс бүлек инә: оператив техника, фотоға һәм видеоға төшөрөү, биналарға үтеп инеү бүлектәре.
    • Электрон разведка подразделениеһы (ивр. ‏נביעות‏‎ — Невиот, элек ивр. ‏קשת‏‎ — Кешет) электрон, шул иҫәптән йәшерен тыңлау аша, мәғлүмәт йыйыу менән шөғөлләнә.
  • Психологик һуғыш һәм дезинформациялау акциялары идаралығы (ивр. ‏לוחמה פסיכולוגית‏‎, Лохама психологит — LAP) — психологик һуғыш алып барыу, пропаганда һәм алдау маневрҙары эшләү менән шөғөлләнә;
  • Махсус операциялар идаралығы (ивр. ‏מצדה‏‎, Мецада, элек ивр. ‏קיסריה‏‎, Кесария) — көс акциялары менән шөғөлләнә.
    • «Кидон» («Һөңгө») махсус подразделениеһы — террорсыларҙы физик юҡ итеү менән шөғөлләнә. "Кидон"да 12-шәр боецлы 3 төркөм бар.
  • Финанс һәм кадрҙар бүлеге тәьминәт мәсьәләләр менән мәшғүл.
  • Уҡыу идаралығы хеҙмәткәрҙәр һәм агенттар әҙерләй. Составына «Моссад» академияһы инә.

Үрҙә һаналған идаралыҡтарҙан тыш, «Моссад» составында тышҡы контрразведка подразделениелары (АПАМ) һәм элекке нацистарҙы эҙләүсе ҙур булмаған төркөм бар.

Кадрҙар сәйәсәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Моссад"тың кадрҙар сәйәсәте башҡа илдәрҙең бындай хеҙмәттәрендәгенән ныҡ айырыла. Ойошмала, техник персоналды ла индереп, ни бары 1200 хеҙмәткәр штатта тора. Булған мәғлүмәттәр буйынса, "Моссад"та ни бары бер нисә тиҫтә оператив офицер бар, улар теләһә ҡайһы ваҡытта донъяның теләһә ҡайһы илендә операция үткәреүгә әҙер. Шуның менән бергә ойошма эшмәкәрлегендә бөтә донъя буйлап йәлеп ителгән агенттар файҙаланыла. Уларҙың һаны 35 мең иҫәпләнә. Сағыштырыу өсөн: 1990-сы йылдар башында КГБ хеҙмәткәрҙәре һаны 250 мең була, ә Куба разведкаһы — ДГИ — сит илдәрҙәге вәкиллектәрендә генә лә 2000 хеҙмәткәр тота[8].

Хеҙмәткәрҙәр һәм агенттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Моссад»ҡа хеҙмәткәрҙәр йыйыу, ҡағиҙә булараҡ, Израилдең армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡан граждандары һәм вуз тамамлаусылар араһында алып барыла. Алдан һынап ҡарауҙар бер нисә айға һуҙыла. Был эш менән кадрҙар идаралығының вербовкалау бүлеге шөғөлләнә. Һынау үткәндәрҙе «Моссад» академияһына алалар, ул «Мидраш» тип атала[9].

Академия 1960-сы йылдар уртаһында асыла. Академияның атамаһы сер итеп тотола һәм хатта академияның үҙендә лә телгә алынмай. Курсанттар баштан уҡ псевдонимдар һәм легенда ала, уҡығанда улар шулар буйынса йәшәргә тейеш була. «Мидраш» программаһы донъяның теләһә ҡайһы илендә теләһә ҡайһы шарттарҙа теләһә ниндәй операцияны үтәй алырлыҡ профессиональ шпиондар әҙерләүҙе күҙҙә тота[10]. Бер йыл уҡығас, курсанттар"Моссад" подразделениеларында стажировка үтә. Унан һуң киләһе курсты үтер өсөн кире академияға ҡайталар. Уҡыуҙың бөтә баҫҡыстарын уңышлы үтеп, контроль имтихандарын тапшырғандар ғына ғәмәлдәге хеҙмәткәр булып китә [12].

Төрлө яҡтарҙан Израилгә бик күп кешеләр күсеп килеүе разведкаға ҡиәфәте, мәҙәни үҙенсәлектәре, илде һәм телде, шул иҫәптән урындағы диалекттарҙы белеүе буйынса донъяның теге йәки был илендә эшләрлек кадрҙар һайлап алыуға киң мөмкинлектәр аса. Ошо арҡала йәшерен хеҙмәткәрҙе берәй ергә индереү өсөн «Моссад»ҡа йылдар һәм тиҫтә йылдар түгел, ә айҙар, хатта көндәр етә. Оператив эштә ерле йәһүдтәрҙе файҙаланыу ҡәтғи сикләнә, сөнки бындай агенттың уңышһыҙлыҡҡа осрауы һәр ваҡыт тиерлек антисемитлыҡ үҫеүенә бәйле була.

1990-сы йылдарҙан башлап «Моссад» Израиль гәзиттәрендә ойошмаға эшкә саҡырған иғландарҙы йыш баҫтыра[11][12]. 2000 йылда «Моссад бөтәһе өсөн дә асыҡ түгел, әммә һиңә, бәлки, асыҡтыр» тигән иғлан сыға. Уға меңләп кеше яуап бирә, әммә берәү генә ҡабул ителә[13]. «Моссад» сайтында анкета ла тултырырға була[14].

2001 йылда "Моссад"тың кадрҙар бүлеге начальнигы беренсе тапҡыр тышҡы разведкаға инеүселәргә булған талаптарҙы баҫтыра. Әгәр 30 йыл элек «Моссад» көнсығыш ҡиәфәтле һәм ғәрәп телен белгән кешеләрҙе йыйһа, ваҡыт үтеү менән талаптар үҙгәрә[13]:

Сайаним (ирекле ярҙамсылар)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хеҙмәткәрҙәр менән агенттарҙан тыш, үҙенең операцияларында «Моссад» сайандарҙы — ирекле ярҙамсыларҙың халыҡ-ара селтәрен дә файҙалана. Үҙе йәшәгән илгә һәйбәт мөнәсәбәттә булып, Израиль Дәүләтен яратҡан саф ҡанлы йәһүдтәр генә сайан була ала[2]. Сайандар үҙ ихтыяры менән һәм тик үҙе йәшәгән илдә генә эш итә. Әммә сайаним селтәрен агентура селтәре менән бутарға ярамай. Ирекле ярҙамсы штаттан тыш хеҙмәткәр бурыстарын башҡара һәм Моссад агенттарына үҙенең мөлкәте һәм йәмәғәт бәйләнештәре менән ярҙам күрһәтә. Формаль рәүештә шундай ҡағиҙә лә эшләй: сайан акцияның үҙ иленә ҡаршы үткәрелмәүенә инанырға тейеш. [18].

Миҫал: «Моссад» Германия территорияһында хәүефле террорсыны юҡ итеү буйынса йәшерен операция үткәрә. Агенттарға операция өсөн легаль автомобиль кәрәк. Ошо маҡсатта берәй сайандан үҙенең автомобилен билдәләнгән урында ҡалдырыуҙы үтенәләр. Акция тамамланғас, автомобиль хужаһына ҡайтарыла, ләкин уның автомобиле кем тарафынан һәм ниндәй маҡсатта файҙаланылыуын ул бер ҡасан да белмәйәсәк. Операция уңышһыҙ тамамланһа, машина хужаһы автомобиленең урланыуы тураһында ғариза яҙа[2].

Ҡатын-ҡыҙҙарҙы файҙаланыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яҡын Көнсығыш менталитеты үҙенсәлектәренә бәйле, Израиль разведкаһында легаль булмаған ҡатын-ҡыҙҙарҙы файҙаланыу таралыу алмаған. Шулай ҙа, Израилдең ваҡытлы матбуғат баҫмаларына һылтанып, тарихсы Иосиф Тельмандың яҙыуынса, "Моссад"та оператив хеҙмәткәрҙәрҙең личный составының кәм тигәндә 20 процентын ҡатын-ҡыҙҙар тәшкил итә. "Моссад"та иң юғары вазифа биләгән ҡатын Ализа Маген була, ул директор урынбаҫары вазифаһына тиклем үрләй. Лили Кастель, Иоланда Хармер, Сильвия Рафаэль һәм башҡа ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙар билдәле йәшерен агент булып китә[15].

2015 йылдың 3 июнендә кадрҙар идаралығы начальнигы итеп беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙ тәғәйенләнә. Уға армиялағы генерал-майор званиеһына тиң звание бирелә. Вазифаға тәғәйенләнгәнгә тиклем ул "Моссад"тың личный составы бүлегендә эшләй[16].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Барлыҡҡа килеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәүвән Шилоах — "Моссад"тың беренсе директоры

1949 йылдың 13 декабрендә Израиль премьер-министры Дауыт Бен-Гурион Сит ил эштәре министрлығына бөтә разведка хеҙмәттәренең Рәүвән Шилоах етәкселегендә берләштелеүе тураһында йәшерен хат ебәрә. Шилоах тышҡы сәйәсәт һәм стратегия мәсьәләләре буйынса премьер-министр советнигы булып китә.

Рәсми рәүештә «Моссад» 1951 йылдың 1 апрелендә, «Үҙәк координациялау институты» менән «Үҙәк разведка һәм хәүефһеҙлек институты» берләштерелгәндән һуң барлыҡҡа килә. Уның директоры итеп тура премьер-министрға буйһоноулы Рәүвән Шилоах ҡуйыла[17]. Шилоах Израиль разведкаһының теоретик нигеҙен һәм төп эш принциптарын эшләй, улар бөгөнгә тиклем һаҡланып килә.

1957 йылға тиклем «Моссад» составында оператив подразделениелар булмай, шунлыҡтан операциялар башҡа махсус хеҙмәттәрҙең оперативниктарын йәлеп итеп башҡарыла [25][18].

«Мемунә дәүере»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иссер Харель — «Моссад» директоры (1952—1963)

Рәүвән Шилоах һәйбәт теоретик иҫәпләнә, ләкин көндәлек ваҡ эшкә һәләте булмай. Шилоах үҙе лә урынында түгел икәнлеген аңлай һәм 1952 йылдың 12 сентябрендә отставкаға китә[19].

Шилоахтан һуң «Моссад» директоры һәм бер үк ваҡытта бөтә разведка хеҙмәттәре кураторы вазифаларын Иссер Харель үтәй башлай. Был посты ул 1963 йылдың 26 мартына тиклем биләй. Дауыт Бен-Гурион Харелде «Мемунә» (ивр. ‏ממונה‏‎ — яуаплы) тип йөрөтә. Ул бер юлы махсус хеҙмәттәр етәкселәренең берләштерелгән комитетына етәкселек итә һәм премьер-министрҙың оборона һәм хәүефһеҙлек мәсьәләләре буйынса советнигы ла була. 11 йыл буйы Харель ғәмәлдә дәүләттәге икенсе кеше була[17].

Вазифаға ингәс тә Харель Бен-Гуриондан «Моссад» бюджетын ун тапҡыр арттыртыуға өлгәшә һәм ойошма эшен үҙгәртеп ҡора. Агенттар әҙерләү өсөн махсус мәктәп асыла, кандидаттар өсөн ҡаты стандарттар булдырыла.

Харель ифрат талапсан етәксе була, шул уҡ ваҡытта яҡшы хеҙмәткәрҙәр тураһында хәстәрлек күрә, уларҙа үҙ хеҙмәттәренең абруйлы һәм өҫтөнлөклө булыуына ышаныу уята. Уңышһыҙлыҡҡа осраған агенттарҙы кире ҡайтарып алыр өсөн бөтә көсөн һала. Дошман территорияһында тотолоуҙа үҙ ғәйебе булмаған агенттарҙы эштә артабан ҡалдыра.

Харель юморҙы яратмай һәм аңламай, үҙе лә бер ваҡытта ла шаяртып һөйләшмәй.

Хеҙмәткәрҙәренең береһе бер заман уйынлы-ысынлы, Харель Рәсәйҙән китмәһә, мотлаҡ КГБ начальнигы булыр ине, ә «теге монстр Берияны иртәнге аш итеп йотор һәм сәсәмәҫ тә ине», тип шаярта[20].

1955 йылда Харель Британ мандаты осорондағы «Лехи» террорсы төркөмө подпольесыларын эшкә саҡыра. «Моссад»ҡа һәм башҡа махсус хеҙмәткәрҙәргә бер тиҫтә самаһы «Лехи» ветераны ҡабул ителә, улар араһында һуңынан Израиль премьер-министры булып киткән Исхаҡ Шамир ҙа була[1].

Амиттың реформалары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Меир Амит — Моссад директоры (1963—1968)

1963 йылдың 26 мартында Мысырҙа ракета программаһы өҫтөндә эшләгән немец ғалимдарына ҡаршы диверсия операциялары үткәреү мәсьәләһе буйынса премьер-министр Бен-Гурион менән фекер айырымлығына килеп аралары боҙолғанлыҡтан, Иссер Харель отставкаға китә. Хәрби разведка начальнигы генерал-майор Меир Амит "Моссад"тың яңы директоры итеп тәғәйенләнә. Уның етәкселек итеү стиле элгәренекенән бөтөнләй айырыла[1].

Амит махсус хеҙмәттәр араһында бурыстарҙы анығыраҡ билдәләй, компьютерлаштырыуҙы башлай, стратегик планлаштырыу һәм вәкәләттәрҙе бүлешеүҙе индерә[1]. Амиттың реформалары Алты көнлөк һуғыш мәлендә үҙенең яҡшы һөҙөмтәләрен күрһәтә, Израиль разведкаһы дошман тураһында еңеү өсөн кәрәктең бөтәһен дә белә.[7][21][22].

Ошо уҡ осорҙа «Моссад» ғәрәп хәрби лётчиктарын вербовкалай, һәм улар, Израилгә килеп, ғәрәп илдәрендә булған өр-яңы совет самолёттарын өйрәнеү мөмкинлеген бирә[23][24].

«Моссад» тарафынан вербовкаланған Ираҡ лётчигы Мөнир Рәдфә Израилгә ҡыуып алып киткән МиГ-21 самолёты

Амит та Шилоахтың «периферия концепцияһы» яҡлы була һәм Азия, Африка илдәрендә асылған 30-ҙан ашыу илселекте разведка өсөн файҙалана. Бынан тыш, разведчиктар дипломатик мөнәсәбәттәр булмаған илдәрҙә лә эшләй. Бер-береһе менән разведка мәғлүмәттәрен бүлешеп торған «Моссад» һәм американдар Африка континентында киң эшмәкәрлек йәйелдерә. Азияла «Моссад» үҙенең резидентураһын Сингапурҙа аса, шулай уҡ Һиндостан һәм Индонезия махсус хеҙмәттәре менән йәшерен бәйләнештәр урынлаштыра.[4].

1965 йылдың октябрендә Парижда Марокко оппозиционеры Мәхди Бән-Бәркиҙең урланыуына "Моссад"тың ҡыҫылышы Франция президенты Шарль де Голлдең асыуын килтерә, был Израиль-Франция мөнәсәбәттәренә кире йоғонто яһай. Атап әйткәндә, Парижда «Моссад» резидентураһы ябыла, ойошма эшмәкәрлегенә был ҙур зыян килтерә. Израиль премьер-министры Леви Эшколдең разведка һәм террор менән көрәш буйынса советнигы булып торған Иссер Харель Меир Амиттың отставкаға китеүен талап итә. Һөҙөмтәлә, Харель отставкаға үҙе китә һәм хәүефһеҙлек органдарындағы эшмәкәрлеген бөтөнләйгә тамамлай[4][19][25].

1968 йылда Леви Эшколь, Бән-Бәрки эше тирәһендәге ғауғаға һәм башҡа хаталарға һылтанып, Меир Амиттың вазифала булыуын дауам иттереүҙән баш тарта[4].

1970-се йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ойошторолған көнөнән башлап "Моссад"тың төп эшмәкәрлеге Израилгә һуғыш менән янаған ғәрәп илдәренә ҡаршы йүнәлтелгән була, Алты көнлөк һуғыштан һуң яңы өҫтөнлөклө бурыс барлыҡҡа килә — Израиль граждандарына ҡаршы йүнәлтелгән халыҡ-ара террорсылыҡ менән көрәш. Халыҡ-ара террорсылыҡтың төп хәрәкәт иттереүсе көстәре булып радикаль фәләстин ойошмалары, беренсе сиратта Фәләстинде азат итеү ойошмаһы һанала. Был мәсьәлә менән "Моссад"тың яңы башлығы Цви Замир шөғөлләнә. Мюнхен Олимпиадаһындағы теракттан һуң башланған бөтә донъялағы фәләстин террорсыларын юҡ итеү уның етәкселеге аҫтында бара.

Тикшеренеүселәр фекеренсә, "Моссад"тың фәләстин террорсылары менән үтә мауығыуы, ә Мысыр һәм Сүриә менән нигеҙҙә хәрби разведка шөғөлләнеүе Ҡиәмәт көнө һуғышы алдынан разведканың етди уңышһыҙлыҡҡа осрауының сәбәбе була. Әлбиттә, «Моссад» ғәрәп илдәренең һуғышҡа әҙерләнеүе тураһында киҫәтә, ләкин иң киҫкен мәлдә — 1973 йылдың 6 октябрендәге һөжүм алдынан — Замирҙы хәрби разведка башлығы Эли Зейрҙың оптимистик докладтарына үтә ныҡ ышаныу албырғата.

1974 йылда Төньяҡ хәрби округының элекке командующийы генерал Исхаҡ Хофи «Моссад» башлығы итеп тәғәйенләнә.

Хофиҙың холҡо ярайһы уҡ ауыр була, хатта 1976 йылда күп йылдар буйы "Моссад"тың оператив бүлеге начальнигы булып эшләгән һәм 27 йыл буйы бер тапҡыр ҙа уңышһыҙлыҡҡа осрамаған Питер Малкин отставкаға китә[26]. 1980 йылда шул уҡ сәбәптән «Моссад» директоры урынбаҫары Дауыт Кимхи ҙа эштән китә[27].

Был осорҙа «Моссад» Ираҡҡа ҙур иғтибар бүлә, Израиль етәкселеген уның йәҙрә программаһы бик борсой. «Моссад» тырышлығы менән Ираҡта реактор төҙөү туҡтатыла, ләкин Ираҡтың йәҙрә программаһын тулыһынса яптырыу ҡулдарынан килмәй. Шуға ҡарамаҫтан, 1981 йылда хөкүмәт башлығы Менахем Бегин Ираҡтың йәҙрә реакторын бомбаға тоторға ҡарар иткәс, Хофи быға ҡәтғи ҡаршы була[17].

1980-се йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1982 йылда Исхаҡ Хофи отставкаға китә. Уның урынына Бегин Генераль штабтың начальник урынбаҫары генерал-лейтенант Йекутиэль (Кути) Әҙәмде тәғәйенләргә йыйына (әүәл "Моссад"та агентура разведкаһы бүлеге начальнигы булған), ләкин 10 июндә генерал Әҙәм Бәйрут ҡалаһы биҫтәһендәге атышта һәләк була[28].

Шулай итеп, 1982 йылдың июнендә «Моссад» етәксеһе итеп әүәл Ираҡ йүнәлешендә эшләгән штаттағы разведчик Нахум Адмони тәғәйенләнә[1]. Разведка даирәһендә уны «урта ҡул», «менеджер» һәм бюрократ тип һанайҙар[29]. Ул осорҙоң иң уңышлы операцияһы тип Туниста 1988 йылда ФАТХ-тың хәрби ҡанаты лидеры Әбү Жиһатты үлтереү һанала.

1989 йылда Нахум Адмониҙы шулай уҡ "Моссад"тың штаттағы хеҙмәткәре Шабтай Шавит алмаштыра.[29].

Шавит эшмәкәрлекте хәрби разведка эше менән көйләп алып барыуға ҙур иғтибар бирә һәм ныҡлы конспирация яҡлы була[1].

1990-сы йылдар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Был осорҙа шау-шыулы ғауғаға килтергән хаталар "Моссад"тың абруйына ҙур зыян яһай.

1991 йылда «Моссад» хеҙмәткәрҙәре Никосияла Иран илселегендә тыңлау аппаратураһы ҡуйған саҡта тотола. 1995 йылда "Моссад"тың Мәскәүҙәге резиденты Рәүвән Динель Дәүләт разведка идаралығының элекке хеҙмәткәрҙәренән йәшерен документтар (ғәрәп илдәренең космостан төшөрөлгән ентекле фотоһүрәттәре) алғанда тотола[1][30].

1996 йылдың 24 мартында ойошманың яңы директоры итеп генерал-майор Дани Ятом тәғәйенләнә. Ошонан башлап «Моссад» башлығының исем-шәрифе тәү башлап киң йәмәғәтселеккә билдәле була. Элгәрге 45 йыл эсендә "Моссад"тың директоры булған ете кеше лә билдәлелек ала. Ятом фәләстин территорияларында террорсылыҡ менән көрәште көсәйтеүгә, махсус хеҙмәттәрҙең техник йыһазландырылыуын яҡшыртыуға, Африка илдәре, атап әйткәндә, Заир һәм КАР-ҙың махсус хеҙмәттәре менән хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә иғтибарҙы арттыра.

1998 йылдың 25 февраленән 2002 йылдың 1 октябренә тиклем Эфраим Халеви «Моссад» директоры була. Халеви "Моссад"ты ЦРУ өлгөһөндә үҙгәртеүҙе планлаштыра. Ул хеҙмәттең бөтә эшмәкәрлеген өс тармаҡҡа айыра: мәғлүмәт йыйыу тармағы, мәғлүмәт эшкәртеү тармағы һәм оператив тармаҡ. Халеви асыҡлыҡ яҡлы була һәм «Моссад» эшмәкәрлегенең ваҡытлы матбуғат баҫмаларында тейешле рәүештә яҡтыртылып барыуы менән һәр саҡ ҡыҙыҡһынып тора[31].

XXI быуат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Моссад» директоры Меир Даган

2002 йылдың 2 октябренән «Моссад»ҡа генерал-майор Меир Даган етәкселек итә.

Меир Даган «Моссад» эшмәкәрлеген мәғлүмәт йыйыу урынына ислам фундаменталистарына, беренсе сиратта Иранға ҡаршы акцияларға йүнәлтеүҙе хуп күрә. 2011 йылдың 6 ғинуарында Израиль премьер-министры Бинйәмин Нетанияһу «Моссад» директоры вазифаһына Темир Пардоны тәғәйенләй.

Киң билдәлелек алған операциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Моссад»ҡа ҡағылышлылығы ниндәйҙер кимәлдә шикһеҙтип һаналған ҡайһы бер йәшерен операциялар билдәлелек алған. Ҡайһы бер осраҡтарҙа "Моссад"тың ҡыҫылышы Израиль хөкүмәте тарафынан рәсми танылған (мәҫәлән, Эйхманды урлау). Икенсе осраҡтарҙа операция уңышһыҙлыҡҡа осрау һәм Израиль агенттарының тотолоуы арҡаһында билдәлелек ала (мәҫәлән, Амманда Халит Мәшәлде үлтерергә тырышыу). Өсөнсө осраҡтарҙа израиллеләрҙең ҡатнашлығы тураһында компетентлы сығанаҡтар хәбәр итә йә булмаһа шикләнергә урын ҡалдырмаҫлыҡ дәлилдәр табыла. Әлбиттә, "Моссад"тың теге йәки был ваҡиғаға ҡыҫылышы булыуы хаҡында фараздар, уйҙырмалар ҙа етерлек.

Эйхманды урлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эйхман Йәрүсәлимдә суд барған саҡта.

1960 йылда «Моссад» Аргентинала нацизмдың хәрби енәйәтсеһе Адольф Эйхманды таба. Был кеше Икенсе донъя һуғышы ваҡытында «йәһүдтәр мәсьәләһен тулыһынса хәл итеү» өсөн яуаплы була. Асыҡ дипломатик талап уның тағы юғалыуына килтереренән хәүефләнеп, «Моссад», премьер-министр ризалығы менән, Эйхманды урлап Израилгә килтереүҙе тормошҡа ашыра. Операцияға «Моссад» директоры Иссер Харель шәхсән етәкселек итә[32].

1960 йылдың 11 майында Буэнос-Айрес урамында Эйхманды «Моссад» агенттары төркөмө тотоп ала, 9 көн йәшерен фатирҙа һаҡ аҫтында тотҡас, 20 майҙа Эл Әл авиакомпанияһы самолётында сит документтар менән Израилгә алып киләләр.

Йоселе эше[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1959 йылдың декабрендә динһеҙ ғаиләлә тыуған 6 йәшлек Йоселе Шумахер Израиль Дәүләтен һәм сионизмды инҡар итеүсе «Нетурей карто» тигән ультраортодоксаль общинаға ҡараған олатаһы тарафынан урлап алып кителә. Олатайҙы төрмәгә ултырталар, ләкин был малайҙы ҡайтарырға ярҙам итмәй. Бер йыл буйы эҙләүҙең һөҙөмтәһе булмай, сәйәси янъял тулыша. 1962 йылдың яҙында Йоселе эшен «Моссад»ҡа тапшыралар. Иссер Харель бөтә донъялағы агенттарҙы аяҡҡа баҫтыра, разведка «Нетурей карто» общинаһының бөтә ағзаларының сит илдәр менән хатлашыуын үҙ контроле аҫтында тота. Ниһайәт, Бельгияла йәшәгән һалдат әсәһенең хатында шик аҫтына ла алмаҫлыҡ бер репликаға иғтибар итәләр: «Бәләкәс нисек йәшәп ята?». Тикшереү һалдаттың кескәй энеләре, нәҫелендә лә бәләкәйҙәр булмауын күрһәтә. Мадлен Ферэ (һалдаттың әсәһенең исеме) Йоселене ҡыҙҙар кейеменә кейендереп, үҙе алып китеүе тураһында һөйләп бирергә мәжбүр була, шулай уҡ Нью-Йоркта бала йәшереп тотолған адресты ла әйтә[33]. Йоселены табып, 1962 йылдың сентябрендә тантаналы рәүештә Тель-Авивҡа алып ҡайталар. Был "Моссад"тың йәмәғәтселеккә күрһәтеп эшләгән бик һирәк эштәренең береһе була[1].

«Дамокл ҡылысы» операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1962 йылдың 22 июлендә Мысыр уртаса радиуслы баллистик ракеталарҙы һынай. «Моссад» проект өҫтөндә немец ғалимдары һәм инженерҙары эшләүе тураһында мәғлүмәт ала. Иссер Харель бының Израилгә үлемесле хәүеф менән янауында һис шикләнмәй. Тәүҙә немец белгестәре ҡурҡытҡыс хаттар ала. Файҙаһы теймәй. Бынан һуң теракттар башлана. Бер нисә инженер һәләк була, бер нисә кеше юғала.

Израиль Мысырҙы асыҡтан-асыҡ конвенцияға һыйышһыҙ ҡорал етештереүҙә ғәйепләй башлай. Донъя йәмәғәтселеге, шул иҫәптән ГФР етәкселеге лә израиллеләр яҡлы була. Немец ғалимдары ҡайтып китә, программа ябыла[1][34]. Ләкин Израиль премьер-министры Дауыт Бен-Гурион ҡаршы булһа ла, теракттар үткәргән өсөн «Моссад» директоры Иссер Харель отставкаға китә. Операцияны яңы етәксе — генерал Меир Амит тамамлап ҡуя.

«Нух көймәһе» операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылда Франция, үҙенең Шербурҙағы Амио тигән верфендә Израиль флоты өсөн ракета йөрөтөүсе Саар 3 тибындағы катерҙар эшләгәндән һуң, ғәрәп илдәре менән аралар ҡатмарлашыуҙан ҡурҡып, бөтә төр ҡоралдарҙы һатыуға эмбарго иғлан итә. «Моссад» Израиль тарафынан хаҡы түләнгән әҙер 5 ракета йөрөтөүсе катерҙы алып ҡасыу операцияһын ойоштора. Бының өсөн «Старбот» тигән ялған фирма асыла, ул катерҙарҙы, йәнәһе, Норвегиялағы нефть платформаларын хеҙмәтләндереү маҡсатында һатып алырға теләк белдерә. Норвегияның билдәле суднолар хужаһы Мартин Симм израиллеләргә ярҙам итергә ризалаша һәм «Старбот» вәкиле сифатында Францияның Оборона министрлығының Ҡоралланыуҙар буйынса комитеты етәксеһе генерал Гизеллгә яҙылған хатҡа ҡул ҡуя. Израиллеләр һәм француздар катерҙарҙы Израилгә һатыу тураһындағы договорҙы ғәмәлдән сығарыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуя һәм «Старбот» уларҙы алыу мөмкинлегенә эйә була. 24 декабрҙә, Раштыуа алдынан, 9 баллы штормда катерҙар порттан сыға һәм бер аҙна тигәндә, 1970 йылдың 1 ғинуарына, Хайфа портына килеп етә[35][36].

«Алла ҡәһәре» операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мюнхен Олимпиадаһындағы теракттан һуң 1972 йылдың сентябрендә «Моссад» премьер-министр Голда Меирҙан был акцияла ҡатнашыусыларҙың бөтәһен дә табып юҡ итергә тигән йөкләмә ала. Йөкләмә үтәлә, уның барышында Ливанда һәм Норвегияла террорсылыҡҡа ҡыҫылышы булмаған бер нисә кеше һәләк була[37]. Терактты ойоштороусыларҙан беренсе булып 1972 йылдың 16 октябрендә Әбдел Вәйел Зуайтер атып үлтерелә. 1973 йылдың июненә «Моссад» исемлегендәге 17 кешенең 13-ө юҡ ителә[38]. Иң һуңғыһы, «Ҡара сентябрь» ойошмаһының лидеры Әбү Айяд, 1991 йылда, Мюнхен акцияһынан һуң 19 йыл үткәс, үҙенең арҡаҙаштары тарафынан үлтерелә[39].

Ираҡҡа ҡаршы операциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • 1979 йылдың 5 апрелендә Франциялағы складта йәҙрә реакторы төҙөү өсөн Ираҡҡа оҙатырға әҙерләп ҡуйылған ике энергоблок шартлай[10]. Һуңынан Нахум Адмони "Моссад"тың «Ираҡ йәҙрә программаһын оҙаҡ йылдарға тотҡарлаған махсус операциялар үткәреүен» таный[40]. Ләкин барыбер Ираҡ 1981 йылға «Осирак» реакторын төҙөп бөтә. «Моссад» реактор тураһында ентекле мәғлүмәт таба һәм уның хәрби йүнәлештә булыуын асыҡлай. Был артабан Израилгә реакторҙы юҡ итеү тураһында ҡарар ҡабул итергә һәм уны 1981 йылдың 7 июнендә авиация һөжүме аша тормошҡа ашырырға нигеҙ була.
  • 1980-се йылдар уртаһында Ираҡ инженерҙары американ физигы Джеральд Булл ярҙамында «Скад» тибындағы совет ракеталарын камиллаштырыу һәм уның базаһында күп баҫҡыслы системалар булдырыу менән шөғөлләнә. Булл, биш "Скад"ты бергә йыйып, буласаҡ «Әл-Әбид» (хаҡ динле) ракета йөрөткөсөнөң эшкә һәләтле беренсе баҫҡысын эшләй. Джеральд Булл бер нисә йыл буйы 1000 калибрлы һәм пушка көбәгенең оҙонлоғо 156 метрлы «Бабил» пушкаһын сығарыу өҫтөндә эшләй. Ижадсы ниәтенсә, 9 тонналы заряд 600 килограмлы йөктө 1000 километрға илтергә тейеш була, ә реактив тиҙләткесле снаряд был арауыҡты ике тапҡырға арттырыр ине. Ләкин проект тамамланып өлгөрмәй: 1990 йылдың мартында Джеральд Буллды Брюсселдә атып үлтерәләр. Был эштә "Моссад"тың ҡатнашлығы бар тигән фараз бар[41][42].
  • Ҡайһы бер ғәрәп ваҡытлы матбуғат баҫмалары Американың 2003—2006 йылдарҙа Ираҡты оккупациялауы барышында "Моссад"ты уның агенттары Ираҡтың йәҙрә, химик, биологик эшләнмәләр менән шөғөлләнгән бер нисә йөҙ Ираҡ ғалимын үлтереүендә ғәйепләй.[43][44].

«Муса» операцияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1984 йылда «Моссад» Африканан самолеттар менән йәшерен рәүештә бер нисә мең эфиоп йәһүден Израилгә сығарып ала. Бер нисә ай эсендә төрлө мәғлүмәттәр буйынса 14 меңдән 18 меңгә тиклем кеше ташыла. Операциялар Ҡыҙыл диңгеҙ буйында «Моссад» асҡан туристик фирма артына йәшенеп үткәрелә. 1985 йылдың ғинуарында был хаҡта мәғлүмәттәр матбуғатта күренә башлай һәм операцияны тамамларға тура килә. Эфиопияла ҡалған йәһүдтәрҙе иһә асыҡтан-асыҡ сығара башлайҙар, 1991 йылда «Сөләймән» операцияһы барышында Израиль Хәрби һауа көстәре был илдән 36 сәғәт эсендә 15 меңләп кешене алып сыға[45][9].

Ванунуҙы урлау[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1986 йылда Израилдең йәҙрә үҙәге Димонда эшләгән Израиль технигы Мордехай Вануну донъяға Израилдең йәҙрә ҡоралы барлығы тураһындағы серҙе фашлай. Вануну йәҙрә үҙәге эсендә күп һанлы фотоһүрәттәр эшләй һәм уларҙы сит илгә алып сыға. Ванунуҙың һүрәттәре һәм һөйләгәндәренә Лондондың Санди Таймс гәзите ҡыҙыҡһыныу күрһәтә, әммә беренсе материал сыҡҡансы уҡ Вануну Израиль махсус хеҙмәттәре тарафынан урлана. 1986 йылдың 24 сентябрендә "Моссад"тың ҡатын-ҡыҙ агенты Черил Бен Тов, Вануну менән танышып, уның ышанысын яулауға өлгәшә. 30 сентябрҙә улар ял итергә Римға бара. Ҡунаҡханала иһә уларҙы «Моссад» хеҙмәткәрҙәре көтөп тә тора. Ванунуға йоҡлатҡыс ҡаҙайҙар ҙа йәшерен рәүештә Израилгә алып сығалар, ул 18 йылға төрмәгә ултыртыла[20][46][47].

Әбү-Жиһатты юҡ итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Моссад» һәм Израилдең башҡа махсус хеҙмәттәре террорсы ойошмалар лидерҙарын, шул иҫәптән башҡа илдәрҙә лә, юҡ итеү операцияларын даими үткәреп тора[48][49]. Бындай операцияларҙың иң билдәлеһе 1988 йылдың 17 апрелендә Туниста була: ФАТХ-тың хәрби етәксеһе Әбү-Жиһат «Моссад», «Сайерет Маткаль» һәм «Шайетет 13» спецназы тарафынан юҡ ителә; операцияға Эхуд Барак етәкселек итә. «Моссад» алдан уҡ Әбү-Жиһат йәшәгән йорттоң эске ҡоролошо, һаҡ системаһы һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт йыя. 17 апрелгә ҡаршы төндә коммандос резина кәмәләрҙә ярға сыға. Уларҙы автомобилдәрҙә Ливан туристары ҡиәфәтендәге «Моссад» агенттары төркөмө ҡаршылай. Дүрт спецназ төркөмө вилланы ҡамап ала, тауышһыҙ пистолеттарҙан Әбү-Жиһаттың тән һаҡсыларын атып үлтерә һәм йортҡа инә. Тауыштар ишетеп ҡалған Әбү-Жиһат ҡоралын эләктерә һала, ләкин йоҡо бүлмәһенең ишеге төбөндә үк атып үлтерелә. Бынан һуң төркөм, ҡағыҙҙар һәм компьютерҙы алып, сығып китә. Ҡатыны Өмм-Жихат, 16 йәшлек ҡыҙы һәм 2 йәшлек улы зыян күрмәй. Операцияла ҡатнашыусылар имен-аман базаға ҡайтып етә[50][51][52][53].

Халит Мәшәлгә һөжүм[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1997 йылдың 25 ғинуарында Иорданияла байтаҡ илдәрҙә террорсы тип танылған «Хамас» ойошмаһы етәксеһе Халит Мәшәлгә уңышһыҙ һөжүм була.[54][55]. Амман урамында Халит Мәшәлдең ҡолағына ағыу һирпкән саҡтарында "Моссад"тың ике агенты тотоп алына. Тағы ике агент Израиль илселегенә ҡаса. Иордан властары талабы буйынса Израиль ағыуҙың тәьҫирен зыянһыҙландырғыс бирә һәм Хамастың дини лидеры Әхмәт Ясинды төрмәнән сығара. Быға алмашҡа агенттар язанан ҡотҡарыла һәм илдәренә ҡайтарып ебәрелә. Бынан тыш, Израилдең Канада менән дипломатик мөнәсәбәттәре ҡатмарлаша, сөнки агенттар Иорданияға Канада паспорттары менән ингән була. Был һөжүм «Моссад» тарихы эшмәкәрлегендәге иң шау-шыулы уңышһыҙлыҡ була.

Ракета менән бәйле янъял[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Моссад» ғәрәп илдәренә заманса ҡорал индерелеүенә ныҡышмалы ҡаршылыҡ күрһәтә. Мәҫәлән, 2005 йылда Израиль Сүриәнең Рәсәйҙән «Искәндәр-Э» оператив-стратегик ракеталарын алыуына ҡамасаулай, бының өсөн ул был килешеү хаҡындағы мәғлүмәттең таралып китеүен ойоштора, һөҙөмтәлә, «ракета янъялы» тигән шау-шыу ҡуба. Янъялға дүрт дәүләт: Рәсәй, Сүриә, Израиль һәм АҠШ ылыҡтырыла. Белгестәр фекеренсә, Рәсәйҙең ғәрәп илдәренә ҡорал һатыу осрағының береһе лә Израиль махсус хеҙмәттәре иғтибарынан ситтә ҡалмай[56][57].

Иранға ҡаршы операциялар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2003 йылдың июлендә асыҡланмаған шарттарҙа тикшеренеүҙәр үҙәгендә Ирандың баллистик ракеталар конструкторы Али-Мәхмүди Миманд һәләк була. Шартлау «Шихаб-3» баллистик ракеталары өсөн системаға һынамыш үткәргәндә була. Ирандың рәсми булмаған фаразынса, был шартлауға «Моссад» ҡағылышы барҙыр[58].

2007 йылдың 7 февралендә Истамбулда Ирандың элекке оборона министры һәм Ислам инҡилабының һаҡсылар корпусы командующийы Али Риза Асҡариҙың юғалыуы ла "Моссад"тың эшелер тигән шик бар.[59][60]. Бер айҙан генерал АҠШ-та пәйҙә була һәм унан һыйыныу һорай[61].

«Моссад» Ирандың йәҙрә программаһын тулыһынса туҡтата алмаһа ла, уны ныҡ ҡына тотҡарлауға өлгәшә[62]. Дани Ятом һөйләүенсә, ул был мәсьәлә буйынса Ельцин, Черномырдин һәм Путин (ул саҡта ФСБ директоры) менән осраша, ләкин уға Рәсәйҙең Иран менән йәҙрә хеҙмәттәшлеген туҡтаттырырға насип булмай.[40].

Яңы Зеландия паспорттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Моссад"тың 2000-се йылдарҙағы киң билдәле бер уңышһыҙлығы Яңы Зеландия паспорттары алырға тырышыу менән бәйле. Разведка агенттары нейтраль илдәрҙең паспорттарына мохтаж, улар менән бөтә донъя буйлап урындарҙағы разведкала шик-шөбһә тыуҙырмай йөрөргә була.

Элгәрге Канада паспорттарына бәйле осраҡтан тыш, 2004 йылдың апрелендә ике израилле, Ури Зоше Кельман менән Эли Кара, Яңы Зеландияла был ил паспорттарын законһыҙ юл менән алырға тырышҡанда тотола. Был эш буйынса бөтәһе 4 кеше үтә. Был кешеләр үҙҙәре лә, Израиль Сит ил эштәре министрлығы ла был хаҡта өндәшмәһә лә, күптәр уларҙы «Моссад» хеҙмәткәрҙәре тип уйлай. Израиллеләр бары тик законһыҙ юл менән паспорт алырға енәйәтсел төркөмгә берләшеүҙәрен генә таный һәм бының өсөн 6 айға төрмәгә ултыртыла[63][64][65].

Мәхмүт әл-Мәбхухты үлтереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

2010 йылдың 19 ғинуарында Дубайҙа (БҒӘ) билдәһеҙ кешеләр тарафынан ХАМАС-тың хәрби тармағын нигеҙләүселәрҙең береһе, был ойошма өсөн ҡорал һатып алыу менән шөғөлләнгән Мәхмүт әл-Мәбхух үлтерелә.[66].

Әл-Мәбхухтың кәүҙәһе Al Bustan Rotana ҡунаҡханаһында табыла, тәнендә электрошокер һәм муйынын һығыу эҙҙәре була[67].

Күпселек комментаторҙар фекеренсә, әл-Мәбхухты «Моссад» агенттары юҡ иткән. Был үлтереүгә бәйле күп кенә илдәр тикшеренеүҙәр үткәрә: бер нисә израилле персона нон грата тип иғлан ителә, «ликвидаторҙар» менән хеҙмәттәшлектә шик аҫтына эләккән ике фәләстин ғәрәбен Иордания Дубай полицияһына тотоп тапшыра[68][69].

Моссад етәкселәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Директорҙың исем-шәрифе Вазифаға инеүе Отставкаһы
Рәүвән Шилоах 1949 й.13 декабрь 1952 й. 12 сентябрь
Иссер Харель 1952 й.13 сентябрь 1963 й. 26 март
Меир Амит 1963 й. 27 март 1968 й. башы
Цви Замир 1968 1974
Исхаҡ Хофи 1974 1982 й. 26 июнь
Нахум Адмони 1982 й. 27 июнь 1989
Шабтай Шавит 1989 1996
Дани Ятом 1996 1998 й. 24 февраль
Эфраим Халеви 1998 й. 25 февраль 2002 й. 1 октябрь
Меир Даган 2002 й. 2 октябрь 2011 й. 5 ғинуар
Тамир Пардо 2011 й. 6 ғинуар 2016 й. 5 ғинуар
Йоси Коэн 2016 й. 6 ғинуар Әлеге ваҡытҡа вазифала

Билдәле хеҙмәткәрҙәре һәм агенттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Исхаҡ Шамир — «Лехи» террорсы ойошма етәкселәренең береһе, «Моссад» хеҙмәткәре (1955—1965), һуңынан Израиль премьер-министры.
  • Ципи Ливни — «Моссад» хеҙмәткәре, һуңынан Израилдең сит ил эштәре министры, «Кадима» партияһы лидеры.
  • Питер Малкин — "Моссад"тың оператив бүлеге начальнигы, махсус хеҙмәттең иң уңышлы хеҙмәткәрҙәренең береһе, «Эйхманды эләктергән кеше».
  • Рафи Эйтан — оперативник, шунан бүлек начальнигы. Һуңынан «Лакам» махсус хеҙмәте етәксеһе һәм пенсионерҙар эштәре министры.
  • Эли Коэн — легендар легаль булмаған разведчик. Сүриәнең оборона министры урынбаҫары, Сәриә президенты һайлауында өсөнсө һанлы кандидат була. Фашлана һәм аҫыла.
  • Вольфганг Лотц — легаль булмаған разведчик. 1961—1965 йылдарҙа Мысырҙа эшләй.
  • Виктор Островский — «Моссад» хеҙмәткәре, дүрт йыллыҡ һынау мөҙҙәтенән һуң 1990 йылда Канадала «Моссад» тураһында янъял ҡуптарған китап баҫтыра[8].
  • Ашраф Маруан — «Моссад» агенты, Мысыр президенты Ғәмәл Әбдел Насирҙың кейәүе. Израиллеләр уны «ике яҡлы уйында», йәғни бер юлы Израиль разведкаһына ла, Мысыр разведкаһына ла эшләүҙә шик аҫтына ала.

ИҪКӘРМӘЛӘР[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 1,7 1,8 Дмитрий Прохоров. Спецслужбы Израиля. — Москва: Олма-пресс, 2003. — 384 с. — (Досье. Спецслужбы мира). — 3000 экз. 
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Моссад 2011 йыл 31 август архивланған..
  3. Официальный сайт Моссада
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Плакс А. И. Меир Амит — человек-разведка. Каскад. Проверено 2 апреля 2011. Архивировано из первоисточника 25 февраля 2008.
  5. Разведка со сбоем
  6. Бюджет «Моссада» и ШАБАКа составил 6,63 млрд шекелей. Проверено 23 мая 2014.
  7. 7,0 7,1 Сергей Граб. Секретные службы Израиля. Досье секретных служб. Информационный центр «Ближний Восток» (2000 год). Проверено 1 ноября 2008. .
  8. 8,0 8,1 Виктор Островский. Моссад. Путём обмана. Журнал «miLitera» («Военная литература»). Проверено 28 октября 2008. .
  9. 9,0 9,1 Островский Виктор, Хой Клэр.
  10. 10,0 10,1 Марк Штейнберг. Взлёты и провалы израильской разведки 2013 йыл 30 апрель архивланған.. Международная еврейская газета. Проверено 3 февраля 2009. .
  11. Израильская разведка «Моссад» набирает агентов через объявления в газетах.
  12. Израильская спецслужба «Моссад» приглашает на работу.
  13. 13,0 13,1 Александр Коган.
  14. Instructions for Completing the Application Form 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. (англ.). Моссад. Проверено 3 февраля 2009.
  15. Иосиф Тельман. Прекрасные женщины израильской разведки // Исрагео : журнал. — Географическое общество Израиля, 31 декабря 2012.
  16. Впервые в истории «Мосада» женщина назначена на должность начальника управления. Проверено 3 июня 2015.
  17. 17,0 17,1 17,2 Эфраим Ганор. Незримый бой. Мой Израиль. Проверено 30 октября 2008. .
  18. Gordon Thomas.
  19. 19,0 19,1 Владимир Фромер. Солдат в Моссаде 2011 йыл 7 июль архивланған.. Иерусалимский журнал (март 2003). Проверено 30 октября 2008. .
  20. 20,0 20,1 Юрий Певзнер, Юрий Чернер. На щите Давидовом начертано «Моссад». — Москва: Терра, 2001. — 427 с. 
  21. Морис Коэн. С мыслью о брате (6 августа 2006). Проверено 30 октября 2008. .
  22. Сергей Кулида. Израильский Зорге: жизнь и судьба 2019 йыл 14 март архивланған.. Радио Свобода (16 мая 2005). Проверено 30 октября 2008. .
  23. Плакс А. И. Из операций израильской разведки // Оружие возмездия: секретные операции израильских спецслужб и их противников. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2006. — С. 412—439. — 464 с. 
  24. Doron Geller.
  25. Эфраим Ганор. От тепла к холоду 2007 йыл 17 октябрь архивланған.. Мой Израиль. Проверено 30 октября 2008. .
  26. Чистые руки Питера Малкина 2012 йыл 9 апрель архивланған. (5 марта 2005). Проверено 3 февраля 2009. .
  27. Плакс А. И. Яков Нимроди и иже с ним // Оружие возмездия: секретные операции израильских спецслужб и их противников. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2006. — С. 359—394. — 464 с. 
  28. אדם, יקותיאל (קותי 2011 йыл 9 август архивланған. (иврит).
  29. 29,0 29,1 Константин Капитонов.
  30. Офицеры ГРУ продавали «Моссаду» государственные секреты 2011 йыл 5 ноябрь архивланған..
  31. Наталья Каневская. Арабы срывают с Моссада последние одежды. Утро.ru (6 сентября 2002). Проверено 2 февраля 2009. .
  32. Александр Ступников.
  33. Интервью Иссера Хареля. Библиотека Гумер. Проверено 14 августа 2009. .
  34. Люди Моссада
  35. Семен Федосеев, Владимир Щербаков. Оружие для Земли обетованной. Вокруг света (май 2008). Проверено 13 февраля 2009. .
  36. Эмбарго и «наш ответ Керзону» 2008 йыл 18 май архивланған..
  37. Опубликованы неизвестные подробности теракта на Олимпиаде в Мюнхене и операции по ликвидации боевиков.
  38. Моссад.
  39. Israeli «Hits» On Terrorists (англ.
  40. 40,0 40,1 Владимир Бейдер. Искусство невозможного 2008 йыл 17 май архивланған. // Огонёк : журнал. — М., 2007. — № 26.
  41. Игорь Афанасьев, Александр Лавренов. Новобранцы «Космического клуба»: Иракский «разбег» // Большой космический клуб. — Москва: РТСофт, 2006. — 256 с. — 1000 экз. 
  42. Л. Александров, К. Борисов. артиллерия штурмует КОСМОС 2012 йыл 2 октябрь архивланған. // Новости космонавтики : журнал. — М., 2002. — № 228. 
  43. Иракские учёные — «потерянное богатство» // Al Kifah Al Arabi : журнал. — Бейрут, 16 июня 2004.
  44. Асад аль-Азуни. Достижения «Моссада» — уничтожение 350 иракских учёных за три года // Al Kifah Al Arabi : журнал. — Бейрут, 28 марта 2006.
  45. Эфиопские евреи — статья из Электронной еврейской энциклопедии
  46. История соблазнительницы «Моссада», заманившей Вануну в ловушку(недоступная ссылка)
  47. Если Вануну разговорится…
  48. Эфраим Ганор. Никто не уйдет от возмездия. Мой Израиль. Проверено 30 октября 2008. .
  49. Константин Капитонов. Об израильской практике «точечных ликвидаций» 2016 йыл 4 март архивланған.. Чекист.ru (12 января 2006). Проверено 4 января 2009. Архивировано из первоисточника 20 августа 2011.
  50. Специальные операции: 1988 год. Ликвидация Абу Джихада. Мой Израиль. Проверено 30 октября 2008. .
  51. Государство Израиль против террориста Абу Джихада. Проверено 1 ноября 2008. .
  52. Марк Зайчик. Смерть Абу-Джихада. Проверено 1 ноября 2008. .
  53. Александр Брасс. Специальные операции: 1988 год. Ликвидация Абу Джихада 2016 йыл 5 март архивланған. // Военный вестник Израиля : ежемесячный журнал. — 2008. — № 9-11.
  54. Александр Эпштейн. Провал в Аммане: 10 лет спустя 2013 йыл 30 апрель архивланған.. Международная еврейская газета (сентябрь 2007). — О покушении на Халеда Машаля. Проверено 27 октября 2008. .
  55. Ян Смилянский. Роковой Провал. Почему «Моссад» не сумел ликвидировать Халеда Машаля 2007 йыл 16 октябрь архивланған.. Мой Израиль. Проверено 27 октября 2008. .
  56. Израильская разведка забралась высоко.
  57. Новая шутка Путина о террористах: зачем «Иглу» продали Сирии.
  58. Дмитрий Филипповых. Делайте своё дело 2016 йыл 4 март архивланған.. Чекист.ru (20 ноября 2006). Проверено 4 января 2009. .
  59. Владимир Иванов. Ищут, но только не могут найти…. Независимая газета (13 июня 2006 года). Проверено 27 октября 2008. .
  60. В Турции ищут иранского генерала.
  61. Исчезнувший в Турции иранский генерал объявился в США. Регнум (7 марта 2007 года). Проверено 27 января 2009. .
  62. Тайная война «Моссада» против иранской ядерной программы 2016 йыл 4 март архивланған.
  63. Новая Зеландия. «Агенты Мосада» признали свою вину — новости 2012 йыл 14 март архивланған. (3 июля 2004 года). Проверено 18 февраля 2009. .
  64. Новая Зеландия. 2014 йыл 10 апрель архивланған.
  65. «Моссад» получил паспорта у германской разведки.
  66. Al Mabhouh killed hours after arrival The National, 31 января 2010.
  67. План убийства террориста аль-Мабхуха нашли в книге бывшего израильского разведчика
  68. СМИ сменили гнев на милость: цена за ликвидацию аль-Мабхуха высокая, но оправданная
  69. Отголосок ликвидации аль-Мабхуха: Ирландия выдворяет израильского дипломата