Эстәлеккә күсергә

Мәҡсүт (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Мәҡсүт — башҡорт ир-ат исеме. Төрки халыҡтарҙа ла киң таралған.

Мәҡсүт ғәрәп һүҙе — ниәт ителгән, теләп алынған[1].

Шәрәфлисламов Мәҡсүт Динислам улы (Мәҡсүт Шәрәф; 12 июнь 1950 йыл) — журналист. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2008).

Мәҡсүтов Баязит (рус. Максютов Баязит) (тыуған һәм үлгән йылы билдәһеҙ) — Е. И. Пугачев етәкселегендәге Крәҫтиән һуғышында (1773-75 йй.) ҡатнаша.

Мәҡсүтов Сәхипзада Дәүләт улы (18741942) — Өфө губернаһынан Рәсәй Империяһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы (1906) ағзаһы, башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. Борай ихтилалы етәкселәренең береһе.

Мәҡсүтов Зиләүер Хәйҙәр улы (18 ғинуар 1955 йыл) — ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Ауырғазы районының «Дуҫлыҡ» ауыл хужалығы етештереү кооперативы рәйесе. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры.

Мәҡсүд Сөндөклө, Мәҡсүтов Садиҡ Мөбин улы (2 (15) сентябрь 1904 йыл — 23 октябрь 1981 йыл) — шағир. 1937 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1975).

Мәҡсүтова Нәжибә Хәйерзаман ҡыҙы (27 ноябрь 1932 йыл — 11 октябрь 2004 йыл) — башҡорт теле белгесе, йәмәғәтсе. 1957—1995 йылдарҙа хәҙерге Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966 йылдан өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1984 йылдан — бүлек мөдире, 1987 йылдан — баш, 1991 йылдан — төп ғилми хеҙмәтәр. 1990—2000 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе. Филология фәндәре докторы (1981). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1983).

Мәҡсүт (Күгәрсен районы) (рус. Максютово; икенсе атамаһы Ҡойо) — Башҡортостандың Күгәрсен районындағы ауыл.

Мәҡсүт (Стәрлетамаҡ районы) (рус. Максютово) — Башҡортостандың Стәрлетамаҡ районындағы ауыл.

Мәҡсүт (Бишул) (рус. Максютово) — Һарытау өлкәһенең Пугачёв районындағы башҡорт ауылы, Рахмановка ауыл биләмәһенә керә.

Мәҡсүт (Стәрлебаш районы) (рус. Максютово) — Башҡортостандың Стәрлебаш районындағы ауыл.

Мәҡсүт разъезы (рус. Разъезда Максютово) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл.

Мәҡсүт (Бәләбәй районы) (рус. Максютово) — Башҡортостандың Бәләбәй районындағы ауыл.

Мәҡсүт (Туймазы районы) (рус. Максютово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл.

Мәҡсүт (Бөрйән районы) (Вашаш; рус. Максютово) — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл.

Мәҡсүт (Йылайыр районы) (рус. Максютово) — Башҡортостан Республикаһының Йылайыр районындағы ауыл.

Бәләкәй Мәҡсүт (рус. Маломаксютово) — Башҡортостандың Ишембай районындағы ауыл. Районда башлыса рәсми булмаған исеме Ҡарлар ҡулланыла.


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ