Пугачёва Алла Борисовна

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Пугачёва Алла Борисовна
рус. Алла Борисовна Пугачёва
Рәсем
Ҡултамға
Зат ҡатын-ҡыҙ[1][2][3]
Гражданлыҡ  Рәсәй
Патронимы йәки матронимы Борисовна[d]
Псевдоним Борис Горбонос
Тыуған көнө 15 апрель 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})[2][4][5] (74 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР[2]
Хәләл ефете Максим Александрович Галкин[d][6]
Сожитель Евгений Болдин[d]
Балалары Кристина Орбакайте[d], Елизавета Максимовна Галкина[d] һәм Гарри Максимович Галкин[d]
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө актёр, автор-исполнитель, телетапшырыуҙар алып барыусы, музыкальный продюсер, композитор, модель, пианист, режиссёр, алып барыусы, изготовитель, эшҡыуар, йырсы, уҡытыусы, режиссёр-постановщик, студийный музыкант, поэт-песенник, уҡытыусы
Эшмәкәрлек төрө музыка[7], поп-музыка[d][7], Фильм[7] һәм популяр музыка[d][7]
Биләгән вазифаһы посол доброй воли ЮНИСЕФ[d]
Уҡыу йорто Рәсәй театр сәнғәте университеты
Государственный музыкально-педагогический институт имени М. М. Ипполитова-Иванова[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Гражданская платформа[d][8] һәм Партия Роста[d][9]
Ҡатнашыусы Евровидение-1997[d]
Йырсы тауышы меццо-сопрано[d]
Музыка ҡоралы фортепиано һәм вокал[d]
Дискография дискография Аллы Пугачёвой[d]
Ойошма ағзаһы Общественная палата Российской Федерации первого состава (2006—2008 год)[d] һәм Общественная палата Российской Федерации второго состава (2008—2010 год)[d]
Жанр поп-музыка[d], российская поп-музыка[d][10], традиционная поп-музыка[d], прогрессивный рок[d][11], диско[d][12], фанк-рок[d][13], новая волна[d][14], поп-рок[d], фанк[d], софт-рок[d], шансон[d] һәм эстрада[d]
Тауыш яҙҙырыу лейблы Мелодия[d], Балкантон[d], Союз[d], Extraphone[d], Арт-студия «Алла»[d], Монолит Рекордс[d], Первое музыкальное[d], Amiga[d], Victor[d], Supraphon[d], Sintez Records[d], United Music Group[d], Kansankulttuuri Oy[d], Russian Disc[d], Moroz Records[d] һәм Vigma[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 56 200 ± 99[15]
 Пугачёва Алла Борисовна Викимилектә

Алла Борисовна Пугачева (беренсе никахында— Орбакене; 15 апрель 1949, Мәскәү, РСФСР, СССР) — СССР һәм Рәсәй эстрада йырсыһы, йырҙар композиторы, эстрада режиссёры, продюсер, киноактриса һәм телевидение алып барыусыһы. СССР-ҙың халыҡ артисы (1991). Рәсәй Федерацияһының дәүләт премияһы лауреаты (1995). II, III һәм IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены кавалеры.

Уның репертуарына рус, инглиз, немец, француз, иврит, фин, ҡаҙаҡ, украин телдәрендә 500-ҙән ашыу йыр ингән, ә дискографияһында 20-нән ашыу пластинка, CD һәм DVD иҫәпләнә. Рәсәй һәм элекке СССР дәүләттәренән тыш, йырсының альбомдары Япония, Корея, Швеция, Финляндия, Германия, Польша, Чехословакия һәм Болгарияла сыға. Дискыларының дөйөм тиражы 250 млн дананан ашыу[16].

Алла Пугачева карьераһы Бөтә Союз һәм Көнсығыш, Төньяҡ Европа илдәре сәхнәләрендә халыҡ-ара уңыш ҡаҙана. Хәҙер «примадонна», «сәхнә королеваһы», «Рәсәйҙең баш йырсыһы» тип йөрөтөлә. 1976 йылдан 1990 йылдар башына тиклем Бөтә союз музыкаль хит-парадтары һөҙөмтәләре буйынса һәр саҡ «йыл йырсыһы» тип таныла.

2010 йылда гастроль эшмәкәрлеген туҡтата, әммә ижад эшмәкәрлеген әүҙем дауам итә: йыш ҡына концерттарҙа һәм телевизион тапшырыуҙарҙа ҡатнаша, шулай уҡ яңы йырҙарын даими сығара.. Максим Галкинда кейәүҙә. Ике ҡыҙы, улы һәм ейәндәре-ейәнсәре бар.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ата-әсәһе: Одегова Зинаида Архиповна (1922—1986) һәм Пугачев Борис Михайлович (1918—1982) 1946 йылда таныша, икеһе лә — фронтовик. 1946 йылда өйләнешәләр, 1947 йылда улдары Геннадий тыуа, әммә ул сирле була һәм бер нисә айҙан вафат була. 1949 йылдың 15 апрелендә ҡыҙҙары тыуа. Уны МХАТ артисы Алла Тарасова хөрмәтенә атайҙар. 1950 йылдың 7 апрелендә өсөнсө балалары — улдары Евгений тыуа (1950—2011).

1949—1964: бала сағы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы һүрәттәр
Зинаида Архиповна Одегова в молодости
Алла с братом Евгением и мамой Зинаидой Архиповной
Алла с братом Евгением в детстве
Алла с братом Евгением в детстве
Алла в детстве
Алла с братом Евгением в детстве
Алла в школе

Алла Пугачева 1949 йылдың 15 апрелендә Мәскәүҙә тыуа. Бала сағы Зонточная тыҡырығында Крәҫтиән заставаһында үтә.

1954 йылда, 5 йәшендә, ата-әсәһе уны М. М. Ипполитов-Иванов исемендәге музыка училищеһы ҡарамағындағы 31-се музыка мәктәбенә бирә. Шул уҡ йылда Алла беренсе тапҡыр сәхнәгә сыға. Ул Союздар йортоноң колонналар залында үткән ҙур йыйылма концертта ҡатнашаҙур концерт залдары йыйылма ҡатнашты союздар Йортонда Союзы.

Биш йәшенән алып йәйгелеккә ҡыҙҙы Клязма һыуһаҡлағысы ярында урынлашҡан Новоалександрово ауылына дачаға ебәрәләр. Унда трофей «Циммерман» пианиноһын алып баралар һәм әсәһе Алланы көнөнә 3-әр сәғәт уйнарға мәжбүр итә[17].

1956 йылда Мәскәүҙең Таганка районындағы Лавров тыҡырығында урынлашҡан 496-сы мәктәпкә беренсе класҡа бара. Үҙенең интервьюларында, мәктәптә отличница булдым, тип белдерһә лә, уның аттестатында өслө һәм дүртлеләр ҙә була (географиянан, химиянан, сит телдәрҙән, һыҙманан, физик тәрбиәнән).

Һуғыштан һуңғы урам мөхитендә үҫә. Ҡайһы бер биографтар билдәләүенсә, был уның характерына йоғонто яһай. Синыфташтары, мәктәп йылдарында уның мәктәптә тәртибе буйынса проблемалары булды, тип хәтерләй. Үҙһүҙлелеге һәм урамда ла, мәктәптә лә үҙен яҡлай алыуы өсөн уға Фельдфебель ҡушаматы тағыла. 14 йәшендә тарта башлай.[18]

1964 йылда фортепиано класы буйынса музыка мәктәбен һәм урта мәктәптең 8-се класын тамамлағас, М. М. Ипполитов-Иванов исемендәге музыка училищеһына (хәҙер М М. Ипполитов-Иванов исемендәге Дәүләт музыка-педагогия институты) уҡырға инә, унда Михаил Шуфутинский менән бер курста уҡый[19].

1965—1976: "Робот"тан «Арлекино»ға тиклем: ижад юлының башы.[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1965—1968: музыка училищеһында уҡыу. Беренсе сығыш һәм йыр яҙҙырыу[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1965 йылдың ноябрендә, училищеның икенсе курс студенткаһы булараҡ, Мосэстрадала А. Ливщиц һәм А. Левенбуктың «Пиф-Паф, или Сатирические выстрелы по промахам» йыйылма эстрада программаһы составында тәүге гастроленә сыға. Киров, Пермь, Свердловск, Төмән һәм Омск өлкәләрендә сығыш яһай. Гастролдән ҡайтҡас, 1965 йылдың декабрендә Бөтә Союз радиоһының «Хәйерле иртә»" программаһы өсөн «Робот» йырын яҙҙыра.

1966 йыл башында йырсыны аҙ билдәле композитор Владимир Шаинский эҙләп таба. Ул бер нисә йыр яҙҙырырға тәҡдим итә: «Как бы мне влюбиться», «Не спорь со мной», «Дрозды». Тиҙҙән «Как бы мне влюбиться», «Не спорь со мной» йырҙары Бөтә Союз радиоһы үткәргән «Ай йыры» конкурсында еңеүсе була.

1967 йылдың 9 майында тәүге тапҡыр телевидениела сығыш яһай. Балаларҙың «Будильник» телевизион тапшырыуының байрам тура эфирында «Иду из кино» йырын башҡара.

1967 йылдың авгусында «Юность» радиостанцияһының агитбригадаһы ҡатнашыусыһы була һәм Төмән өлкәһе буйлап Иртыш һәм Обь йылғалары буйлап гастролгә сыға. Агитбригада составында геолог-нефтселәр, геофизиктар, быраулаусылар, төҙөүселәр һәм Төньяҡ Ҡотоп болансылары алдында сығыш яһап, 3 йыр башҡара: «Король, цветочница и шут» (Владимир Шаинский), «Просто очень люблю» (Карина Филиппова), «Единственный вальс» (үҙенең йыры).

1968 йыл башында йырсы радиостанция агитбригадаһы составында Поляр түңәрәк аръяғына юллана. Гастролдәр Ямалда, Төмәндә, Салехардта һәм башҡа ҡалаларҙа үтә. Ҙур булмаған тәнәфестәр менән 1968 йылдың мартына тиклем гастролдәрҙә йөрөй.

Оҙайлы гастролдәр, училищела оҙаҡ булмау уның уҡыуына йоғонто яһай. Һөҙөмтәлә 1968 йылдың майында Алланы сығарылыш имтихандарына индермәйҙән һәм ул диплом алмай. Училище етәксеклеге ҡарары менән уны Мәскәүҙең 621-се мәктәбенә музыка һәм йыр уҡытыусыһы итеп стажировкаға ебәрәләр. Ул 1968 йылдың сентябренән 1969 йылдың ғинуарына тиклем ярты йыл уҡытыусы булып эшләй. Ахырҙа, 1969 йылдың майында дәүләт имтихандарын тапшыра һәм училищены «Хор дирижеры», «Дөйөм белем биреү мәктәбендә йыр уҡытыусыһы», «Балалар музыка мәктәбенең сольфеджио уҡытыусыһы» квалификациялары алып тамамлай.

Бер нисә ай Мәскәүҙең Ташкент урамындағы 621-се мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләп ала.

1969—1974: профессиональ карьераһының башы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1969 йылдың апрелендә Алла Цирк һәм эстрада сәнғәте дәүләт училищеһына (ГУЦЭИ) солист һәм концертмейстер булып урынлаша. Бында цирк артисы-клоун, буласаҡ ире Миколас Орбакас менән таныша. 1969 йылдың йәйендә ГУЦЭИ студенттары, шул иҫәптән Орбакас менән Рәсәйҙең урта һыҙаты өлкәләре буйлап «Бумажный кораблик» йыйылма эстрада программаһы составында гастролдәргә сыға[20]. Буласаҡ ире Миколас Орбакастан тыш, бригадала булып Олег Непомнящий (һуңынан Пугачеваның беренсе администраторы һәм Киркоровтың беренсе директоры), актёр Юрий Чернов, номерҙарының береһе Гиннесстың рекордтар китабына индерелгән иллюзионист Сос Петросян, һуңынан ул етәкләгән Екатеринбург циркы етәксеһе булып киткән Анатолий Марчевский була.

1969 йылдың 8 октябрендә Миколас Орбакасҡа кейәүгә сыға. Никахта ул рәсми рәүештә Орбакен фамилияһын йөрөтә, әммә концерттарҙа Пугачева фамилияһы менән сығыш яһай.

1969 йылдың октябрендә ГУЦЭИ-ҙан китә һәм Липецк филармонияһында Валерий Приказчиков етәкселегендәге «Новый электрон» ВИА-һы солисы булып урынлаша. Липецк һәм Липецк өлкәһендәге концерттарҙан тыш, ансамбль составында Архангель өлкәһенең Төньяҡ Ҡотобоноң, Коми Республикаһының һәм Карелияның бик күп бәләкәй ҡалалары, ҡасабалары һәм ауылдары буйлап гастролдәрҙә була[21].

1970 йылдың авгусында Липецк филармонияһынан һәм ВИА-нан китә һәм ул ваҡытта ире Миколас Орбакас эшләгән Мсәкәү өлкә филармонияһына Росконцертҡа солист булып урынлаша. Ире менән бергә филармонияның йыйылма концерттарында Себер һәм Алыҫ Көнсығыш буйлап сығыш яһай, ә Яңы йыл байрамдарында Мәскәү янының балалар баҡсалары иртәлектәрендә уйнайҙар. Йөклөлөк ваҡытында 7 айға тиклем эшләй, бары тик 1971 йылдың мартында ғына филармониянан китә һәм декретялына сыға[22].

1971 йылдың 25 майында Пугачева менән Орбакастың ҡыҙы — Кристина Эдмундовна Орбакайте тыуа[23].

Бала тапҡандан һуң йырсы бер ни тиклем ваҡыт иренең тыуған яғында — Литвала, Паланга ҡалаһында йәшәй. Декрет ялында ярты йыл ғына була һәм 1971 йылдың ноябрендә Геннадий Пузырев етәкселегендәге «Москвичи» ВИА-һында эшләй башлай[24][25].. Әммә 1972 йылдың ғинуарында, ике ай ғына эшләгәс, Олег Лундстрем (Росконцерт) етәкселегендәге Дәүләт эстрада-джаз оркестрына китә. Оркестр составында СССР-ҙың күп ҡалалары буйлап гастролдәрҙә була, ә 1972 йылдың сентябендә беренсе тапҡыр сил илгә гастролгә сыға: Варшавала «Jazz Jamboree[pl]» джаз фестивалендә һәм Польша ҡалалары буйлап концерттарҙа ҡатнаша[26]. 1972 йылдың октябрендә Ленинградтағы гастролдәрендә йырҙар яҙыусы шағир Илья Резник менән таныша. Шағир уға «Посидим, поокаем» йырын тәҡдим итә[27].

1973 йылдың майында Лундстремдың оркестрынан китеп, ҡабат Мәскәү өлкә филармонияһы солисы булып урынлаша[28]. Унда балалар өсөн йырҙар башҡара һәм «Дважды два — четыре» аудиоспектакленә йырҙар яҙҙыра[29].

1973 йылдың ноябрендә Миколас Орбакас менән айырылыша һәм Росконцерттан да, Мәскәү өлкә филармонияһынан да китә. Ҡабаттан Москонцертҡа урынлашып, Виталий Кретюк етәкселегендәге яңыртылған составтағы «Москвичи» ВИА-һына урынлаша[28]. Ансамбле составында Мәскәүҙә һәм СССР-ҙың башҡа ҡалаларында сығыш яһай. 1974 йылдың 14 майында Мәскәүҙең Тимер юлсылар мәҙәниәт йортонда ансамблдең «Һин, мин һәм йыр» концерт программаһының премьераһы була. Уның ҡуйыусы, режиссёры — Наум Брод, ә солистары А. Пугачева һәм Юлий Слободкин була. Улар, күбеһенсә, дуэтта йырлай, Алла бер нисә яңғыҙ номер башҡара[30][24][31].

1974 йылдың октябрендә V Бөтә Союз эстрада артистары конкурсында ҡатнаша, «Посидим, поокаем» һәм «Ермолова с Чистых прудов» йырҙары менән сығыш яһай. Сығыш һөҙөмтәләре буйынса йырсыға призлы урын биреүҙән баш тарталар, әммә жри ағзалары Иосиф Кобзон, Гелена Великанова и Константин Орбелян йәш солистың ижадына иғтибар итә һәм башҡа баһалама ағзаларына йоғонто яһап, йырсыға Шайген Айрумян, Борис Лехтлаан, Сергей Мороз менән бергә өсөнсө урын бирәләр. Шулай итеп ул конкурс лауреаты була. Беренсе премиға Валерий Чемоданов менән Ренат Ибраһимов лайыҡ була[32][33].

1975—1976: «Веселые ребята» ВИА-һы һәм «Арлекино»[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алла Пугачева «Веселые ребята» ВИА-һы составында. Ярославль өлкә филармонияһындағы сығыш. 1975 йылдың ноябре

Бөтә Союз эстрада артистарының V конкурсында ҡатнашҡандан һуң йырсыға «Веселые ребята» ВИА-һы етәксеһе Павел Слободкин ансамбль солисы булырға тәҡдим итә. 1974 йылдың ноябрендә ул «Москвичи» ансамбленән китә «Веселые ребятала» эшләй башлай. Тәүҙә Слободкин уны бэк-вокалға ҡуя. Әммә тиҙҙән уға ике бүлектә лә икешәр яңғыҙ йыр башҡарыу бурысы йөкмәтелә (беренсе бүлектең аҙағында һәм икенсеһенең башында).

1975 йыл башында уны Болгарияла үткән «Алтын Орфей» XI халыҡ-ара конкурсына СССР-ҙан вәкил итеп һайлайҙар. Алла Пугачева кандидатураһын Мәҙәниәт министрлығына Константин Орбелян тәҡдим итә, сөнки Алла Бөтә Союз конкурсы лауреаты булып тора. 1975 йылдың мартында ул конкурсҡа әҙерләнә башлай — болгар авторы һәм башҡарыусыһы Эмил Димитровтың «Арлекино»һын һайлай. Павел Слободкин көйҙө эшкәртә һәм яңы аранжировка эшләй, Борис Баркас русса текст яҙа, ә йырсы ҡушымта һуңында үҙенең билдәле көлөүен өҫтәй. 1975 йылдың майында ул йырҙы концерттарҙа башҡара башлай.

1975 йылдың 2 июнендә «Алтын Орфей»ға юллана. 4 июндә яңы болгарт йырҙары конкурсында «Я вновь хочу увидеть Ленинград» йыры менән ҡатнаша, ә 5 июндә — халыҡ-ара конкурста «Ты снишься мне» һәм «Арлекино» йырын башҡара. «Арлекино» болгар тамашасыһының һушын ала, уға йырҙы «бисҡа» ҡабатларға тура килә. Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса жюри йырсыға төп приз — алтын Орфей статуэткаһы рәүешендәге гран-при тапшыра. 1975 йылдың 4 июлендә фестивалде СССР-ҙың Үҙәк телевидениеһы күрһәтә, ә инде 20 июлдә релиз уның яңғыҙ релиз-миньоны сыға — "Арлекино"ны ул берҙән-бер башҡарыусы булараҡ күрһәтелә. Миньонға «Арлекино», «Посидим, поокаем» һәм «Ты снишься мне» кеүек популяр йырҙар инә. Пластинканың дөйөм тиражы 14 миллион экземпляр тәшкил итә. Шул ваҡыттан ул Советтар Союзында бик тиҙ популярлыҡ яулай башлай, ә «Арлекино» йыры уның визит карточкаһына әйләнә.

Алла Пугачева Берлинда Германия Демократик Республикаһы һарайы асылыу уңайынан концертта ҡатнаша. 1976 йылдың 28 апреле

1977—1978: "Арлекино"нан һуң: Соло карьераһының башы. Уңышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1976 йылдың декабрендә һә 1977 йылдың ғинуарында Харьковта уның беренсе яңғыҙ гастролдәре үтә. Унда ул урындағы Александр Авилов етәкселегендәге «Ритм» ансамюле менән таныша һәм улар менән бергә сығыш яһай. Гастролдәре тамамланғас ул ансамблгә даими хеҙмәттәшлек тәҡдим итә. Харьковтың «Ритм» ВИА-һы йырсыға 1980 йылға тиклем аккомпаниатор коллективы була[34].

1977 йылдың ҡышында Лужникиҙа отчет концерты үтә, уның һөҙөмтәләре буйынса Москонцерттың хужсоветынан СССР-ҙа һәм унан ситтә концерттар ҡуйыуға рөхсәт ала. 1977 йылдың башында ул айырым яңғыҙ башҡарыусы була[34] һәм йыл дауамында илдең ҙур ҡалаларында — Мәскәүҙә, Ташкентта, Ленинградта, Таллинда, Ригала һәм башҡаларҙа концерттар ҡуя.

1977 йылдың йәйендә «Мосфильм» киностудияһында был запущен в производство музыкальный фильм-мелодрама «Женщина, которая поёт» музыкаль фильм-мелодрамаһы төшөрөлә башлай, унда төп ролде — Анна Стрельцованы йырсы үҙе башҡара. Фильм өсөн модельер Вячеслав Зайцев йырсыға махсус күлдәк-балахон тегә. Ул төп геройға төрлө — комик, трагик һ.б. образдарға инергәярҙам итеп, «Алла Пугачёва» театрын барлыҡҡа килтерә. Алла балахонды үҙендә ҡалдыра һәм концерттарында шундай күлдәк-балахондар уның сәхнә образының мөһим детале булып тора һәм визит карточкаһына әүерелә.

«Женщина, которая поёт» фильмын төшөргәндә фильмдың композиторы Александр Зацепин менән низағ килеп тыуа. Баштан уҡ фильмдың фон музыкаһын Александр яҙырға тейеш була, әммә процесс барышында Алла композиторҙы алдан иҫкәртмәйенсә, картинаға "Борис Горбонос псевдонимы менән үҙенең йырҙарын индерә. Шул арҡала Зацепин фильмдың композиторы булыуҙын баш тарта, шул уҡ ваҡытта фильмда үҙенең йырҙарын ҡалдырырға рөхсәт итә. Һөҙөмтәлә барлыҡ фон музыкаһын Алла Пугачева үҙе яҙа.

Файл:Alla Pugachova as Boris Gorbonos.jpg
Алла Пугачёва Борис Горбонос образында — карьераһы башында үҙенең йырҙарына көйҙәрҙе шул образда яҙа

1978 йылдың майында уның студияла яҙылған беренсе — «Зеркало души» соло альбомы сыға. Уға 16 йыр, нигеҙҙә 1975—1977 йылдарҙа Александр Зацепин яҙған йырҙар, шулай уҡ йырсының Борис Горбунов псевдонимы аҫтындағы өс йыры һәм Борис Рычков менән Марк Минковтың берәр йыры инә. 1970 йылдар һуңында альбом СССР-ҙа тң күп һатылған альбом була, уның инглиз, француз, испан телендәге йырҙар исемлеге менән экспорт варианты, бынан тыш, ул Болгарияла һәм Чехословакияла сығарыла.

1978 йылда Алла Пугачева гастролдәрҙә әүҙем йөрөй, СССР-ҙа һәм сит илдәрҙә концерттар ҡуя. Ошо йылдың йәйендә ул — Москонцерттан, «Ритм» ВИА-һы Харьков филармонияһынан китә. Росконцертколлектив ойошторола һәм йырсы унда 1988 йылға тиклем эшләй. Уның концерт директоры буласаҡ өсөнсө ире Евгений Болдин була.

1978 йылдың авгусында Польшаның Сопот ҡалаһына «Интервидение-78» II халыҡ-ара йыр конкурсында ҡатнаша һәм «Сонет Шекспира», «Всё могут короли» йырҙарын башҡара. Һөҙөмтәлә фестивалдә еңеү һәм поляк халҡының һөйөүен яулай. «Всё могут короли» йырын башҡарған өсөн уға «Янтарный соловей» гран-приһын һәм «Янтарный соловей» и аҡсалата 20000 злата бирәләр. Аҡсаларҙы ул «Балаларҙың халыҡ-ара сәләмәтлек үҙәген» төҙөүгә тапшыра.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Record #84352997 // VIAF (билдәһеҙ)[Dublin, Ohio]: OCLC, 2003.
  2. 2,0 2,1 2,2 Deutsche Nationalbibliothek Record #119529823 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. http://www.bbc.co.uk/news/magazine-18006446
  4. Doll S. Alla Pugacheva // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  5. Alla Pugačova // ČSFD (чеш.) — 2001.
  6. https://www.nytimes.com/2022/09/18/world/europe/alla-pugacheva-ukraine.html
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 https://aleph.nkp.cz/F/?func=find-c&local_base=aut&ccl_term=ica=jx20060210016
  8. http://fan-club-alla.ru/2012/10/alla-pugacheva-na-sezde-grazhdanskaya-platforma/
  9. Фонтанка.ру (урыҫ) — 2000.
  10. http://blogs.transparent.com/russian/russian-and-soviet-love-songs/
  11. http://www.discogs.com/%D0%90%D0%BB%D0%BB%D0%B0-%D0%9F%D1%83%D0%B3%D0%B0%D1%87%D1%91%D0%B2%D0%B0-%D0%96%D0%B5%D0%BD%D1%89%D0%B8%D0%BD%D0%B0-%D0%9A%D0%BE%D1%82%D0%BE%D1%80%D0%B0%D1%8F-%D0%9F%D0%BE%D1%91%D1%82/release/2717543
  12. http://www.senscritique.com/album/Zrkadlo_duse/8796071
  13. Rate Your Music (ингл.) — 2000.
  14. http://www.discogs.com/%D0%90%D0%BB%D0%BB%D0%B0-%D0%9F%D1%83%D0%B3%D0%B0%D1%87%D0%B5%D0%B2%D0%B0-%D0%9F%D1%80%D0%B8%D1%88%D0%BB%D0%B0-%D0%93%D0%BE%D0%B2%D0%BE%D1%80%D1%8E/release/1138792
  15. (unspecified title)
  16. Alla Borisovna Pugacheva (Russian singer) (ингл.). — статья из Encyclopædia Britannica Online. Дата обращения: 28 август 2012.
  17. Двадцать мужчин Аллы Пугачёвой. Продолжение
  18. https://www.kp.ru/daily/26390.3/3266484/
  19. Михаил Шуфутинский рассказал, что его связывает с Аллой Пугачёвой
  20. Раззаков, 2003
  21. Раззаков, 2003, с. 15—16
  22. Раззаков, 2003, с. 16—17
  23. Раззаков, 2003, с. 17
  24. 24,0 24,1 ВИА «Москвичи». Вокально-инструментальные ансамбли СССР. Дата обращения: 4 июль 2015.
  25. Валерий Колпаков. Неверные друзья Валерия Ободзинского. Часть 1. ВИА «Москвичи». Специальное интернет-радио — SpecialRadio (20 февраль 2006). Дата обращения: 4 июль 2015.
  26. Раззаков, 2003, с. 19—20
  27. Илья Резник. Диалог длиною в семнадцать лет : [рус.] // Советская женщина. — 1989. — № 6. — С. 28—29.
  28. 28,0 28,1 Раззаков, 2003, с. 21
  29. З. Топелиус. Дважды два — четыре. Алла Пугачёва / Дискография. Дата обращения: 4 июль 2015.
  30. Раззаков, 2003, с. 21—23
  31. Т. Бутковская. Это нежаркое эстрадное лето : [рус.] // Музыкальная жизнь]]. — 1974. — № 20—21. — С. 28—29.
  32. Раззаков, 2003, с. 23—25
  33. Пятый Всесоюзный : [рус.] // Музыкальная жизнь. — 1975. — № 2. — С. 19—21.
  34. 34,0 34,1 Пустовойтов С. Алла Пугачёва: нелегальная гастроль. Собеседник.ru (2 март 2010). Дата обращения: 7 декабрь 2014. Архивировано из оригинала 23 декабрь 2014 года. 2014 йыл 23 декабрь архивланған.