Эстәлеккә күсергә

Рәхмәтулла

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Рәхмәтуллабашҡорт һәм башҡа төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Рәхмәтулла ( рәхмәт + алла) — «алланың рәхмәте» мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме [1].

Рәхмәтулла Ғөбәйт улы Бүләкәнов (1909 йыл, Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Мостай ауылы — 1981 йылдың 7 сентябре, Башҡорт АССР-ы, Өфө ҡалаһы) — музыкант-ҡурайсы. Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡурайсыһы.

Рәхмәтуллина Зөһрә Йыһанур ҡыҙы (26 август 1961 йыл) — ғалим-философ, юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 2004—2006 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры, 2010—2011 йылдарҙа Башҡортостан Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, 2011 йылдан Рәсәй Федерацияһының 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт думаһы депутаты, мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе урынбаҫары. 2015 йылдан Башҡортостан Халыҡтары ассамблеяһы рәйесе. Философия фәндәре докторы (2001), профессор (2004). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2006). II дәрәжә «Ватан алдында хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2016).

Рәхмәтуллин Айбулат Дәүләтбай улы 12 май 1967 йыл) — ҡурайсы, мәҙәниәт хеҙмәткәре. Нефтекама дәүләт филармонияһының художество етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2014),

Рәхмәтуллин Әсхәт Урал улы(16 май 1978 йыл, Өфө, СССР) — Рәсәй хоккейсыһы, һөжүмсе. «Салауат Юлаев»-тың СДЮШОР тренеры. Рәсәйҙең спорт мастеры.

Рәхмәтуллина Зөлфиә Мөхтәр ҡыҙы (16 апрель 1980) — журналист, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының бүлек мөдире, Республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.

Рәхмәтуллина Ләйсән Зөфәр ҡыҙы (19 август 1964 йыл) — график-акварелсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2015) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1997), «Йыл аквареле»|«Акварель года»}} Халыҡ‑ара конкурсы (Мәскәү, 2005) лауреаты, «Арт‑Мост‑Акварель» Халыҡ‑ара конкурсы (Санкт-Петербург, 2013) дипломанты.

Рәхмәтуллин Шамил Рахман улы (1 сентябрь 1930 йыл — 22 апрель 2001 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең театр актёры, драматург. РСФСР-ҙың (1991), Башҡорт АССР-ының (1976) һәм Татарстан Республикаһының (2000) халыҡ артисы.

Рәхмәтуллин Рим Хөрмәт улы (4 июль 1940 йыл) — ғалим-нефтсе, хужалыҡ, дәүләт, партия һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1983—1987 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының беренсе секретары. Техник фәндәр кандидаты (1980). Ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, Өфө ҡалаһы Октябрь районының почётлы гражданы.

Рәхмәтуллин Әнәс Сәғиҙулла улы (рус. Рахматуллин Анас Сагидуллович) — 2 февраль 1937 йыл — СССР һәм Рәсәй хужалыҡ эшмәкәре, Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған машина эшләүсеһе. «Почёт Билдәһе» ордены, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы кавалеры. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Рәхмәтуллин Дәүләтбай Абдрахман улы (15 сентябрь 1937 йыл) — башҡорт музыканты, ҡурайсы, йырсы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1974).

Рәхмәтуллина Фәниә Зәкәриә ҡыҙы (23 март 1958 йыл) — уҡытыусы-логопед, методик ҡулланмалар авторы. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре (2012), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2000).


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ