Эстәлеккә күсергә

Иҫке Йәнбәк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Староянбеково битенән йүнәлтелде)
Ауыл
Иҫке Йәнбәк
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ҡырмыҫҡалы районы

Координаталар

54°13′44″ с. ш. 55°33′41″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 235 805 007

ОКТМО коды

80 635 405 131

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҫке Йәнбәк (Рәсәй)
Иҫке Йәнбәк
Иҫке Йәнбәк
Иҫке Йәнбәк (Башҡортостан Республикаһы)
Иҫке Йәнбәк

Иҫке Йәнбәк (рус. Староянбеково) — Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 92 кеше[1]. Почта индексы — 453004, ОКАТО коды — 80235805007.


Милли составы

2002 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса төп милләт — башҡорттар (99 %)[2].

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1906 йыл 128
1920 йыл 26 август 152
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 182
1959 йыл 15 ғинуар 88
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 77
2002 йыл 9 октябрь 99
2010 йыл 14 октябрь 92 49 43 53,3 46,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Йәнбәк ауылы Стәрлетамаҡ өйәҙе Өршәк-Мең улусының Ҡаҙыш түбәһенә ҡарай, һуңынан унда йәшәүселәрҙең бер өлөшө бүленеп сығып, улар Дәүләкән районы Яңы Йәнбәк ауылын барлыҡҡа килтергәндән һуң, Иҫке Йәнбәк тип атала башлай. Был хәл XIX быуат аҙағы — XX быуат башында була. Һәр хәлдә 1902 йылда ауыл була.

XVIII быуат аҙағында Йәнбәк ауылында 15 йортта 76 кеше йәшәгән. Улар араһында 1765 йылда Сәйфулла ауылынан килгән ерһеҙ башҡорттар ҙа булған (1795 йылда 8 ир-ат). Бер нисә типтәр 1805 йылғы килешеү буйынса килеп урынлаша. VIII рәүиздә 145 аҫаба 25 йортта күрһәттелгән. 1825 йылда Мөхтәсип Дәүләтбай улы Сабаҡов һәм Баҙил Абыҙгилдин керҙәш була. 1859 йылғы X рәүиздә 60 ир-ат, шул уҡ күләмдә керҙәш башҡорт иҫәпләнгән. Бөтәһе 40 ихатала 120 ир-егет һәм 108 ҡатын-ҡыҙ булған. 1870 йылда 141 ир-ат һәм 130 ҡатын-ҡыҙ иҫәпләнә, хужалыҡтар — 49. 1902 йылда Иҫке Йәнбәк ауылында 23 йорта 55 ир-егет һәм 61 ҡатын-ҡыҙҙы күрһәтелә. 18 йылдан һуң уларҙың һаны 152 кешегә етә (79 ир-егет һәм 73 ҡатын-ҡыҙ). 28 йорт булған.

Халҡы — малсылар. Йәйгеһен улар йәйләүгә сыҡҡан. Урман кәсептәре, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. 1842 йылда 145 кешегә 24 бот ужым һәм 304 бот яҙғы иген сәселгән.

Ауылда мәсет һәм «мосолман училищеһы» булған[3].