Тулеев Аман Ғүмәр улы
Тулеев Аман Ғүмәр улы | |
ҡаҙ. Аманкелді Молдағазыұлы Төлеев | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 13 май 1944[1] |
Тыуған урыны | Төркмәнбашы, Төркмән Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 20 ноябрь 2023[2] (79 йәш) |
Һөнәр төрө | сәйәсмән, дәүләт эшмәкәре |
Биләгән вазифаһы | Федерация Советы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Себер дәүләт тимер юл университеты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | сәйәсәт фәндәре докторы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй, Советтар Союзы Коммунистар партияһы һәм Рәсәй Федерацияһы Коммунистар партияһы |
Участвовал в выборах | Президентские выборы в России (2000)[d] |
Ойошма ағзаһы | Федерация Советы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Тулеев Аман Ғүмәр улы Викимилектә |
Туле́ев Ама́н Ғүмәр улы (Амангельды́ Молдагазы́евич Туле́ев (ҡаҙ. Аманкелді Молдағазыұлы Төлеев); 13 май 1944 йыл — 20 ноябрь 2023 йыл) — Рәсәй дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 2018 йылдың 17 сентябренән Һөнәри белем биреүҙе үҫтереү Кузбасс төбәк институты ректоры. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы ағзаһы.
1997 йылдың 1 июненән 2018 йылдың 1 апреленә тиклем 2001 йылдың ғинуар—майында өҙөклөк менән) Кемерово өлкәһе губернаторы[3]. 2018 йылдың 3 апреленән Кемерово өлкәһе халыҡ депутаттары советы депутаты (2018 йылдың 10 апреленән 14 сентябренә тиклем — рәйес)[4].
Губернатор вазифаһында 20 йылдан ашыу була, был күрһәткес буйынса Евгений Савченконан ҡала Рәсәйҙә икенсе урында тора[5]. 2018 йылдың 1 апреленән һуң, «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәгендәге янғынға бәйле, губернатор карьераһы тамамлана[3]. «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» орденының тулы кавалеры.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Амангельды Молдагазы улы Тулеев 1944 йылдың 13 майында Төркмән ССР-ы Красноводск ҡалаһында Молдагазы Колдыбай улы Тулеев ғаиләһендә (1914—1943) тыуа. Милләте буйынса ҡаҙаҡ. Адай ырыуының Балыҡсы араһынан[6], фронтта һәләк булған. Әсәһе — Мөнирә Файез ҡыҙы Власова (ҡыҙ фамилияһы — Насырова; 1921—2001), яртылаш татар, яртылаш башҡорт[7]. Олатаһы Ҡолдыбай алаш урҙаһынан, Граждандар һуғышында һәләк була[8]. Малайҙы үгәй атаһы — Власов Иннокентий Иванович (1923—1984) тәрбиәләп үҫтерә. 1964 йылда Тулеев «Аман Ғүмәр улы» булып йөрөй башлай. Оҙаҡ ваҡыт Ҡараҡалпаҡский АССР-ының Нукус ҡалаһында йәшәй, унда Киров исемендәге мәктәптә белем ала. 1964 йылда тамамлай Тихорецкий тимер юл транспорты техникумын тамалай. 1973 йылда Новосибирск Тимер юл транспорты инженерҙары институтын (хәҙер — Себер дәүләт юл бәйләнеше университеты) ситтән тороп тамамлай. 1989 йылда КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын ситтән тороп тамамлай (хәҙер Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһы)[9].
1964 йылда Кемерово тимер юлының Новокузнецк бүлеге Мундыбаш тимер юл станцияһында станция буйынса дежурный булып эшләй башлай. Совет Армияһында (1964—1967) хеҙмәт иткәндән һуң элекке эш урыныңа кире ҡайта, унда станция буйынса дежурный (1967—1968), станция начальнигының өлкән ярҙамсыһы (1968—1969) һәм Мундыбаш станцияһы начальнигы (1969—1973) булып эшләй. Һуңынан — Междуреченск станцияһы начальнигы (1973—1978), етәксе урынбаҫары (1978—1983) һәм Новокузнецк бүлеге начальнигы (1983—1985)[9].
1985—1988 йылдарҙа КПСС-тың Кемерово өлкә комитетының транспорт һәм элемтә бүлеге мөдире[9].
1988—1990 йылдарҙа —Кемерово тимер юлы начальнигы[9].
Сәйәси эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1991 йылда тәүге Рәсәй Президенты һайлауҙарында үҙ кандидатураһын тәҡдим итә. Һайлаусыларҙың 7 процент тауышын йыйып, 4-се урын биләй (Ельциндан, Рыжковтан, Жириновскийҙан ҡала)[10].
1990—1993 йылдарҙа — РСФСРхалыҡ депутаты[11].
1990—1993 йылдарҙа — халыҡ депутаттарының Кемерово өлкә советы рәйесе[9]. 1990 йылдың декабренән 1991 йылдың авгусына тиклем — халыҡ депутаттары өлкә советының башҡарма комитеты рәйесе. 1991 йылдың авгусында Кемерово өлкә башҡарма комитетының ул саҡтағы рәйесе Тулеев ГКЧП етәксеһе Геннадий Янаевҡа ГКЧП мөрәжәғәтенең «яҙылған һәр һүҙе аҫтына» ҡул ҡуйырға вәғәҙә итә. Бының өсөн һуңынан Борис Ельцин өлкә хакимиәте башлығы итеп Кузбасс эшселәр хәрәкәте лидерҙарының береһе Михаил Кислюкты тәғәйенләй[12].
1994 йылдың мартында Кемерово өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙарҙа уның ойошторған «Народовластие» блогы 63,3 процент тауыш йыя. Апрелдә Тулеев өлкә закондар сығарыу йыйылышын етәкләй. Спикер булараҡ, Ельцин тәғәйенләгән хакимиәт башлығы Михаил Кислюкты даими рәүештә коррупцияла һәм махинацияларҙа ғәйепләй, өлкә хакимиәте эшмәкәрлеген парламенттың төрлө тикшереүҙәренә дусар итә һәм төбәктә киң популярлыҡ яулай[12].
1994—1996 йылдарҙа — Кемерово өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышы рәйесе, РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советыағзаһы[9].
1996 йылдың 22 авгусында Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә инеүсе дәүләттәр менән хеҙмәттәшлек буйынса Рәсәй Федерацияһы министры итеп тәғәйенләнә[9]. Күҙәтеүселәр фекеренсә, был тәҡдим Тулеев 1997 йылға тәғәйенләнгән Кемерово өлкәһе губернаторы һайлауҙарында ҡатнашмаһын өсөн эшләнә. Әммә 1997 йылдың яҙ-йәйендә хәл-торош үҙгәрә: өлкәлә киң күләмле пикеттар һәм митингылар үтә, өлкә башлығы Кислюктың популярлыҡ кимәле бик түбән була. Шундай шарттарҙа Кремль башлығы үҙе Тулеевҡа өлкә башлығы булырға тәҡдим итә[12].
1997 йылдың 1 июлендә Кемерово өлкәһе хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнә[13].
1997 йылдың 19 октябрендә Кемерово өлкәһе губернаторын һайлауҙарҙа еңеп сыға[9] (94,54 процент тауыш йыя)[14].
2001 йылдың 25 ғинуарында Кемерово өлкәһе губернаторы вазифаһынан китергә ғариза бирә. Сәбәбе — губернатор һайлауҙары менән муниципаль һайлауҙарҙы берләштереү теләге[15]. 2001 йылдың 22 апрелендә үткән алдан һайлауҙарҙа үҙ кандидатураһын ҡуя һәм һәм 93,5 процент тауыш менән еңеп сыға[9]. 2001 йылдың 4 майында ҡабат Кемерово өлкәһе губернаторы вазифаһын билдәй.
Өс тапҡыр — 1991, 1996, 2000 йылдарҙа — Рәсәй Президенты вазифаһына үҙенең кандидатураһын ҡуя. 1991 йылдың 12 июнендә РСФСР президентын һайлау ваҡытында 6,81 процент тауыш йыйып, дүртенсе була. 1996 йылда һайлау алдынан үҙенең кандидатураһын ала һәм тауышын "халыҡ-патриотик блогы"нан кандидат Геннадий Зюгановҡа бирергә саҡыра. 2000 йылда 2,95 процент тауыш йыя, тауыштар барыһы ла тиерлек Кемерово өлкәһендә бирелә, уны халыҡтың 50 проценттан ашыуы хуплай. Был хатта В. Путиндың дөйөм Рәсәй буйынса йыйған процентынан да күберәк.
1999 йылда Дәүләт Думаһына һайлауҙарҙа Тулеев КПРФ исемлегенә инә, әммә Кузбасста "Берҙәмлек"те хуплай[16]. 2000 йылда НПСР-ҙан сығарыла. 2003 йылдың декабрендә «Берҙәм Рәсәй» төбәк исемлеген етәкләй, һөҙөмтәлә партия Кемерово өлкәһендә 52 процент тауыш йыя. Кемерово өлкәһе халыҡ депутаттары советының барлыҡ 35 депутаты ла Тулеев ярҙамы менән ойошторлған «Кузбассҡа хеҙмәт итәм» блогынан һайланған.
1999 йылдың июлендә Б. Ельциндан Почет орденын алыуҙан баш тарта һәм быны шулай аңлата: «Мин илде хәйерселеккә төшөргән властан принципиаль рәүештә награда ҡабул итә алмайым»[17]. Әммә 2000 йылдың сентябрендә был награданы В. Путин ҡулынан ала[18].
2009 йылдың 24 майынан 19 декабренә һәм 2003 йылдың 25 майынан 29 ноябренә тиклем — Рәсәй Федерацияһы Дәүләт советы президиумы ағзаһы[19][20][21][22].
2005 йылда В. Путин Тулеевтың вкәләттәрен 2010 йылға тиклем оҙайта[23]. Ошо уҡ йылда ул «Берҙәм Рәсәй» партияһына инә.
«Ярҙамы» һәм «Семипалатинск эҙҙәре» йәмәғәт хәйриә йәмәғәт фондтарын ойоштороусы .
2010 йылдың 11 мартында Д. Медведев Тулеев кандидатураһын Кемерово өлкәһе парламентына губернатор вазифаһына раҫлау өсөн тәҡдим итә[24][25]. Бер аҙнанан һуң парламент уны бер тауыштан дүртенсе мөҙҙәткә губернатор итеп һайлай[26].
2011 йылдың 27 декабрендә Кемерово өлкәһе халыҡ депутаттары советы Тулеевҡа «Халыҡ губернаторы» тигән почетлы исем бирә[27].
2013—2014 йылдарҙа Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү фонды версияһы буйынса Рәсәй Федерацияһының иң һөҙөмтәле тиҫтәләгән губернаторы араһына инә[28].
2015 йылдың 16 апрелендә Кемерово өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡарыу ваҡыты үтеү сәбәпле, В. Путин уны ваҡытлыса вазифа башҡарыусы итеп тәғәйенләй. 2015 йылдың 26 майында «Берҙәм Рәсәй» партияһының праймеризында Тулеев күпселек тауыш йыя. 2015 йылдың 13 сентябрендә 96,69 процент тауыш йыйып, ҡабаттан Кузбасс башлығы итеп һайлана[29]. 22 сентябрҙә Кемерово өлкәһе губернаторы вазифаһын башҡара башлай[30].
2016 йылдың көҙөндә парламент һайлауҙарында Алтай Республикаһы, Алтай крайы, Томск һәм кемерово өлкәләре буйынса «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия исемлеген етәкләй[31].
Терроризмға ҡаршы көрәше
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Аман Тулеев күп тапҡыр террорсылар менән һөйләшеүҙәр алып бара. 1991 йылда, РСФСР халыҡ депутаты булараҡ, Ҡыҙыл майҙанда ҡала яны автобусында аманатлыҡҡа алынған Маша Пономаренконы азат итергә булыша, ҡыҙ урынына аманатлыҡҡа үҙен тәҡдим итә[32].
1995 йылда Кемерово автовокзалында кешеләрҙе аманатлыҡҡа алып, үҙе эшләгән бомба шартлатыу менән янаған Евгений Жеренков менән һөйләшеүҙәр алып бара[32].
1999 йылда Чечняла Тулеев, йәнәһе, христиан динен ҡабул итакән өсөн, үлем язаһына хөкөм ителә[33][34].
2001 йылда емерово аэропортында такси водителен аманатлыҡҡа алған Андрей Пангинды зарарһыҙландырыуҙа ҡатнаша[32].
2007 йылда торлаҡ йортто шартлатыу менән янаған милиция прапорщигы Шаталов менән телефондан һөйләшкәндән һуң, Новокузнецк көс ғәскәрҙәре террорсыны ҡоралһыҙландыраһәм уны тере килеш ҡулға ала[32].
2009 йылдың 13 мартында ь Аман Тулеев банкта өс кассир ҡатынды һәм ике һаҡсыны аманатлыҡҡа алған уғры менән һөйләшеүҙәр алып бара[35][36][37].
«Ҡышҡы сейә» һәм сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге янған һәм отставка
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2018 йылдың 25 мартында Кемеровола «Ҡышҡы сейә» сауҙа-күңел асыу үҙәгендә янғын сыға. Һөҙөмтәлә 60 кеше, шул иҫәптән Аман Тулеевтың туғанының ҡыҙы һәләк була. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Владимир Пучковтың һорауы буйынса Тулеев, ҡотҡарыу операцияһын ҡатмарлаштырмаҫ өсөн, фажиғә урынына килмәй[38][39].
2018 йылдың 27 мартында ҡалала Тулеевтың отставкаға китеүен талап иткән митинг үтә. Сарала һәләк булғандарҙың туғандары ҡатнашыуға ҡарамаҫтан, Тулеев, митингыла 200 «бузотер» ҡатнаша, ә һәләк булғандарҙың туғандары юҡ, тип билдәләй. Шул уҡ ваҡытта губернатор, төбәк властары янғында һәләк булғандарҙың һәм зыян күреүселәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтәсәген, ә үҙе шәхсән һәр ғаилә менән осрашасағын белдерә. 30 мартта Тулеев үҙенең бер көнлөк эш хаҡын (5803 һум[40]) янғын ваҡытында һәләк булғандарҙың ғаиләләренә ярҙам иҫәбенә күсерә[41].
2018 йылдың 1 апрелендә Кемерово халҡына мөрәжәғәт менән сығыш яһай, шулай уҡ РФ Президенты В. Путинға үҙ теләге буйынса губернатор вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуҙы һорап мөрәжәғәт итә, бер нисә сәғәттән һуң уның үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Телефон аша һөйләшкәндә, президент В. Путин Аман Тулеевҡа төбәк етәксеһе вазифаһында күп йыллыҡ хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерә.
3 апрелдә Кемерово ҡлкә советы депутаты итеп һайлана. 2016 йылғы төбәк һайлауҙарынан һуң депутат мандатынан баш тарта, әммә уны ҡабаттан ала.
10 апрелдә Кемерово өлкә советының сираттан тыш сессияһында спикер итеп һайлана. Был вазифаны 14 сентябргә тиклем биләй[4].
2018 йылдың 17 сентябрендә Һөнәри белем биреүҙе үҫтереү Кузбасс төбәк институтының ректоры итеп тәғәйенләнә[42][43].
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡатыны — Тулеева (ҡыҙ фамилияһы — Соловьева) Эльвира Федоровна (1943). Улдары Дмитрий (1968) һәм Андрей (1972—1998; Ташкентта автомобиль һәләкәтендә һәләк була)[44].
Ейәндәре — Тулеев Станислав Андреевич (1992), Тулеев Андрей Дмитриевич (1999) һәм Татьяна Дмитриевна Тулеева (2005).
Фәнни эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Сәйәси фәндәр докторы[45]. Һуңыраҡ диссертацияһында плагиат табыла. Монголия Фәндәр академияһы Улан-Батор университетының Почетлы профессоры[9].
Дәүләткә ҡарамаған Халыҡ-ара информатизация һәм Халыҡ-ара инженер академияларының вәкәләтле ағзаһы[9].
Төп хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Долгое эхо путча. — М., 1992.
- Власть в руках человека и … человек в руках власти. — Новосибирск, 1993.
- На изломах жизни… (публичные лекции по социологии). — Новосибирск, 1993.
- Цена иллюзий. — Новокузнецк: 1995.
- Отечество — боль моя. — М., 1995.
- Судите сами. — Кемерово, 1996.
- Преодоление. — Кемерово, 2009.
- Всё у нас получится! (Из деловых записок губернатора Кемеровской области).— Кемерово, 2013.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградалары
- I дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (29 октябрь 2018 йыл)[46]
- II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (16 апрель 2012 йыл)[47][48][49]
- III дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (17 ғинуар 2008 йыл)[50]
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (28 март 2003 йыл)[51][52]
- Александр Невский ордены (16 май 2014 йыл)[53]
- Почет ордены (5 июль 1999 йыл)[54][55]
- Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Хөкүмәт бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһы президентының рәхмәт хаты (12 май 2004 йыл[56]
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (12 май 2004 йыл)[57]
- Рәсәй федерацияһы Хөкүмәтенең Почет грамотаһы (25 апрель 2005 йыл)[58]
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәт хаты (25 август 2005 йыл)[59]
- Рәсәй Федерацияһы Президенты Почет грамотаһы (12 декабрь 2008 йыл)[60]
- II дәрәжә П. А. Столыпин миҙалы (24 апрель 2014 йыл)[61]
- Сит ил наградалары
- V дәрәжә Кенәз Ярослав Мудрый ордены (Украина, 11 май 2004 йыл)[62][63]
- Халыҡтар дуҫлығы ордены (Белоруссия, 5 июль 2002 йыл)[64][65]
- Почет ордены (Белоруссия, 4 сентябрь 2014 йыл)[66]
- II дәрәжә «Дуҫлыҡ ордены» (Ҡаҙағстан, 2004 йыл)[67]
- «Астана» миҙалы (Ҡаҙағстан, 11 декабрь 1998 йыл)[68]
- «Дуҫлыҡ» ордены (Әзербайжан, 12 май 2014 йыл)[69]
- Поляр йондоҙ ордены (Монголия)
- Конфессиональ һәм башҡа наградалар
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Историческая энциклопедия Сибири (урыҫ) / под ред. В. А. Ламин — Новосибирск: 2009. — ISBN 5-8402-0230-4
- ↑ https://www.vedomosti.ru/society/news/2023/11/20/1006612-umer-bivshii-gubernator-kemerovskoi
- ↑ 3,0 3,1 Тулеев подал в отставку — Lenta.ru
- ↑ 4,0 4,1 15 сентября 2018 года спикером парламента Кузбасса стал Вячеслав Петров
- ↑ Meduza, 21 июня 2017. Губернатор Кемеровской области Аман Тулеев никак не может выйти из отпуска. Но и в отставку уходить не планирует
- ↑ http://adebiportal.kz/upload/iblock/948/948573e5404bc074bb7aa62cf3b12da2.pdf
- ↑ Я приверженец классики — интервью с Аманом Тулеевым
- ↑ Почему Аркадий Гайдар убил деда Амана Тулеева
- ↑ 9,00 9,01 9,02 9,03 9,04 9,05 9,06 9,07 9,08 9,09 9,10 Биография Амана Тулеева — РИА Новости, 13.09.2015
- ↑ Илья Азар Кузбассбаши и аномальные цифры // Новая газета. — 2017. — № 84. — 04.08.2017 — С. 11-14
- ↑ Алфавитный список народных депутатов РСФСР/РФ
- ↑ 12,0 12,1 12,2 Тулеев, Аман — Lenta.ru
- ↑ УКАЗ Президента РФ от 01.07.1997 n 666 О ГЛАВЕ АДМИНИСТРАЦИИ КЕМЕРОВСКОЙ ОБЛАСТИ — Сейчас.ру
- ↑ Губернаторские выборы — 1997
- ↑ Аман Тулеев 25 января уходит в отставку. 24 января 2001
- ↑ Тулеев будет поддерживать «ЕДИНСТВО»
- ↑ Аман Тулеев отказался от ордена Почёта // Коммерсантъ, № 118 (1762) от 08.07.1999
- ↑ Губернатор Кемеровской области принял от Владимира Путина орден Почёта, от которого отказался год назад 2010 йыл 26 май архивланған. // Деловая пресса, № 38(62) от 25.09.2000
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 24.05.2003 г. № 269-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 19.12.2003 г. № 606-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 25.05.2009 г. № 326-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 29.11.2009 г. № 797-рп «О президиуме Государственного совета Российской Федерации»
- ↑ А. Воронина, А. Николаева. На своём месте // Ведомости № 67 (1348), 15 апреля 2005
- ↑ Кандидатуру Тулеева на пост губернатора рассмотрят в Кузбассе 19 марта — РИА Новости, 12.03.2010
- ↑ Тулеев стал губернатором Кузбасса четвёртый раз Ведомости
- ↑ Кемеровские депутаты утвердили Амана Тулеева на посту губернатора
- ↑ Глава Кузбасса Аман Тулеев стал «народным губернатором». — РИА Новости, 27.12.2011
- ↑ От стрелочника до губернатора: чем запомнился Аман Тулеев. Ридус
- ↑ Тулеев набрал на выборах губернатора Кузбасса 96,69 процента голосов
- ↑ Аман Тулеев стал губернатором в пятый раз
- ↑ Максим Иванов. Предварительные лица // «Коммерсантъ Власть» № 26 от 04.07.2016, стр. 9
- ↑ 32,0 32,1 32,2 32,3 Губернатор взял на себя переговоры с террористом
- ↑ Смертный приговор вынесен в Чечне губернатору Кемеровской области Амангельды Тулееву
- ↑ Кто и почему приговорил к смерти Амана Тулеева(недоступная ссылка) (недоступная ссылка с 05-04-2018 (2374 дней))
- ↑ М. Кларисс. Ликвидация // «Российская газета» № 47 (4871) от 19—25 марта 2009.
- ↑ В деле о захвате банка в Ленинске-Кузнецком появился туркменский след — Российская газета
- ↑ Житель Кемерово, напавший на банк, был должником — Российская газета
- ↑ Тулееву помешал приехать на место пожара в «Зимней вишне» глава МЧС . lenta.ru (26 март 2018). Дата обращения: 1 апрель 2018.
- ↑ В МЧС оправдались, почему Тулеев не приехал на место пожара в ТЦ в Кемерове . life.ru (26 март 2018). Дата обращения: 1 апрель 2018.
- ↑ Кемеровский губернатор и его заместители перечислили семьям погибших в пожаре в ТЦ свой однодневный заработок(недоступная ссылка)
- ↑ Тулеев перечислил свой однодневный заработок семьям жертв пожара в ТЦ
- ↑ В Кемеровской области рассказали о новой работе Амана Тулеева
- ↑ Аман Тулеев на сайте КРИРПО 2019 йыл 26 сентябрь архивланған.
- ↑ Новости — Руспрес . 2017 йыл 27 август архивланған.
- ↑ Диссертация на тему «Политическое лидерство в регионах современной России» автореферат по специальности ВАК 23.00.02 — Политические институты, этнополитическая конфликтология,…
- ↑ Ректору института вручен орден «За заслуги перед Отечеством» I степени 2019 йыл 1 июнь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16 апреля 2012 года № 451 «О награждении орденом „За заслуги перед Отечеством“ II степени Тулеева А. М.» 2017 йыл 25 декабрь архивланған.
- ↑ «Ведомости»: Медведев наградит десятки чиновников, в том числе Нургалиева и Володина
- ↑ Раздаст по заслугам
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 17.01.2008 № 52 . 2011 йыл 3 ноябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента РФ от 28 марта 2003 г. № 371
- ↑ ЦентрАзия(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 16 мая 2014 года № 337 «О награждении орденом Александра Невского Тулеева А. М.»
- ↑ Указ Президента РФ от 5 июля 1999 г. № 869
- ↑ Губернатор Кемеровской области принял от Владимира Путина орден почёта, от которого отказался год назад 2010 йыл 26 май архивланған.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 12 мая 2004 года № 195-рп «О поощрении Тулеева А. М.»
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 12 мая 2004 года N 614-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Тулеева А. Г.»(недоступная ссылка)
- ↑ Распоряжение Правительства РФ от 25 апреля 2005 года N 457-р «О награждении Почётной грамотой Правительства Российской Федерации Тулеева А. Г.»
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 25 августа 2005 года № 368-рп «О поощрении членов Государственного совета Российской Федерации» 2012 йыл 7 ғинуар архивланған.
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 12 декабря 2008 года № 777-рп «О награждении Почётной грамотой Президента Российской Федерации» 2012 йыл 7 ғинуар архивланған.
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 24 апреля 2014 года № 661-р «О награждении медалью Столыпина П. А. II степени Тулеева А. М.» Дата обращения: 28 апрель 2014. Архивировано из оригинала 29 апрель 2014 года.
- ↑ Указ Президента Украины № 517/2004
- ↑ Кучма наградил Тулеева орденом Ярослава Мудрого 5-й степени . Дата обращения: 31 июль 2007. Архивировано 27 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Республики Беларусь от 5 июля 2002 года № 367 «О награждении А. М. Тулеева орденом Дружбы народов» . Дата обращения: 19 июнь 2019. Архивировано 19 февраль 2018 года. 2018 йыл 19 февраль архивланған.
- ↑ Губернатор Кемеровской области Аман Тулеев награждён орденом Дружбы народов . Дата обращения: 31 июль 2007. Архивировано 9 октябрь 2007 года. 2007 йыл 9 октябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Республики Беларусь от 4 сентября 2014 года № 436 «О награждении А. Г. Тулеева орденом Почёта»
- ↑ Губернатор Кемеровской области Аман Тулеев награждён Орденом «Достык» (Дружбы) Республики Казахстан
- ↑ Указ Президента Республики Казахстан от 11 декабря 1998 года № 4161 «О награждении Памятной медалью в честь презентации столицы Республики Казахстан „Астана“ группы работников»
- ↑ Распоряжение Президента Азербайджанской Республики о награждении орденом «Достлуг» А. М. Тулеева
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Биография на официальном сайте администрации Кемеровской области 2018 йыл 12 апрель архивланған.
- Биография на официальном сайте СНД КО
- Страница Тулеева на сайте партии «Единая Россия»
- Я приверженец классики — интервью с Аманом Тулеевым
- Кузбасс реализует масштабные, жизненно важные проекты — губернатор Кемеровской области Аман ТУЛЕЕВ Интервью на сайте ИТАР-ТАСС
- Президент шахтёрской республики 2021 йыл 27 ноябрь архивланған. Интервью журналу «Эксперт»
- Википедия:Статьи с нерабочими ссылками с апрель 2018
- 13 майҙа тыуғандар
- 1944 йылда тыуғандар
- СССР-ҙа тыуғандар
- 20 ноябрҙә вафат булғандар
- 2023 йылда вафат булғандар
- Себер дәүләт юл бәйләнеше университетын тамамлаусылар
- Почёт ордены кавалерҙары
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән наградланыусылар
- «Мәскәүҙең 850 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы менән бүләкләнеүселәр
- Александр Невский ордены кавалерҙары (Рәсәй Федерацияһы)
- V дәрәжә кенәз Ярослав Мудрый ордены кавалерҙары
- I дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалерҙары
- Почётлы тимер юлсылары
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Изге Сергий Радонежский РПД ордены кавалерҙары
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы менән наградланыусылар
- Рәсәй Федерация Советы ағзалары (1996—2000)
- «Берҙәм Рәсәй» ағзалары
- Сәйәси фәндәр докторҙары
- Алфавит буйынса шәхестәр