Төхвәт (исем)

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Төхвәт — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.


Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төхвәт — «ҡиммәтле бүләк» мәғәнәһен аңлатҡан мосолман ир-ат исеме[1].

Билдәле шәхестәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төхвәт Йәнәби (14 февраль 1894 йыл — 10 июль 1938 йыл) — башҡорт совет журналисы, шағир һәм яҙыусы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1‑се Бөтә Союз совет яҙыусылары съезы (Мәскәү, 1934) делегаты. Сәйәси золом ҡорбаны.

Төхвәт Аслаев (15 июнь 1922 йыл — 28 октябрь 1995 йыл) — педагог-методист, башҡорт теле белгесе, профессор, педагогия фәндәре кандидаты (1969), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт билдәһе» ордендары кавалеры, РСФСР (1957) һәм БАССР (1955) мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре.

Төхвәт Ченәкәев (ысын исеме Төхвәтулла Ғиззәтуллин; 18931959) — уҡытыусы, шағир, халыҡ ижады өлгөләрен йыйыусы. «Мәғариф эштәре» (хәҙерге «Башҡортостан уҡытыусыһы») журналының беренсе мөхәррире (19201924).

Төхфәт Морат Моратов Төхфәт Фәттәхетдин улы; (21 ғинуар (3 февраль) 1906 йыл — 27 декабрь 1944 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған шағир, журналист һәм уҡытыусы. 1927 йылдан «Башкнига» ширҡәте мөхәррире, «Үктәбер» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы хеҙмәткәре, 1936—1941 йылдарҙа Хәйбулла районының Аҡъяр башҡорт урта мәктәбендә директорҙың уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары. Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалеры (1994).

Фамилияларҙа[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төхвәтуллин Фәтих Насир улы (16 март 1894 йыл — 10 июль 1938 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа АБСР-ҙың эске эштәр һәм милләттәр буйынса халыҡ комиссары. Сәйәси золом ҡорбаны.

Төхвәтуллин Ришат Айрат улы (3 март 1989 йыл) — эстрада йырсыһы (лирик тенор). Башҡортостан Республикаһының (2018) һәм Татарстан Республикаһының (2020) атҡаҙанған артисы.

Төхвәтуллин Шакир Динислам улы (16 декабрь 1894 йыл — 7 декабрь 1937 йыл) — Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте эшмәкәре. Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны башҡарма комитеты рәйесе (1918), Башҡорт АССР-ының ауыл хужалығы халыҡ комиссары.

Төхвәтуллин Яҡуп Зәйнулла улы (8 июнь 1923 йыл — 16 август 2010 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. 1957—1968 йылдарҙа «Башкирэнерго» берекмәһенең 2-се Өфө йылылыҡ электр үҙәге (ТЭЦ) мастеры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1966). СССР-ҙың энергетика һәм электрификация отличнигы (1983).

Төхвәтуллина Клара Ғабдрахман ҡыҙы 7 март 1931 йыл — 9 ноябрь 2016 йыл) — партия, дәүләт һәм комсомол органдары эшмәкәре. 1955 йылдан ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, 1960—1963 йылдарҙа — беренсе секретары; 1965 йылдан Башҡорт АССР-ының мәҙәниәт министры, 1969 йылдан — КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире. 198—1986 йылдарҙа Дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. Башҡорт АССР-ының 6—10-сы саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), ике «Почёт Билдәһе» (1960, 1967) ордендары кавалеры.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ